«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТАРҘЫҢ ҮТЕНЕСЕ БУЙЫНСА ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ТӨҘӨЛГӘН
+  - 

Петр Иванович Рычков, Ырымбур губернаһы канцелярияһы мөдире, географ, тарихсы һәм крайҙы өйрәнеүсе, Санкт-Петербург академияһының ағза-корреспонденты, үҙенең 1762 йылда нәшер ителгән "Ырымбур губернаһы топографияһы" тигән хеҙмәтендә Өфө ҡалаһы тураһында ошондай мәғлүмәттәр килтерә:

"Өфө ҡалаһы Ҡаҙандың Россия скипетрына тулыһынса буйһондоролоуынан һуң бер аҙ ваҡыт үтеүгә башҡорт халҡының үтенесе буйынса батша һәм бөйөк кенәз Иоан Васильевич хакимлыҡ иткән саҡта төҙөлгән; әлеге "Топографияның" беренсе өлөшөндә, 4-се бүлектә, билдәле һәм ышаныслы булған мәғлүмәттәрҙе йыйыу мөмкинлеге тыуғас, ошо халыҡ тураһында ла бәйән ителгән ине. Бында шуларҙы аңлатыу һәм тулыландырыу менән бәйле нәмәләрҙе генә иҫкә алырға ҡала. Ышаныслы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, башҡорттарҙың ошо ҡаланы төҙөтөү хаҡындағы үтенесе (челобитье) 7081 йылда (йәғни, Христос Раштыуаһынан һуң 1573 йылда) яҙылып, уларға һалынған яһаҡты ошонда, үҙҙәре йәшәгән ерҙә түләүе уңайлыраҡ булғаны өсөн генә түгел, ә дошмандарынан ошонда ҡасып ҡотолоу һәм һаҡланыулы булыу хаҡына бирелгән. Ул Ағиҙел йылғаһы ағымының уң яғында, бөтөн яҡтан да бейек тауҙар менән уратып алынған урында һалынған, һәм уның барлыҡ торлаҡтары һигеҙ ҙур һәм тәрән йырындар араһында урынлашҡан, ә уларҙың береһе буйлап, ҡала аша арҡыры һуҙылғаны төбөнән Сутолока тип аталған йылғасыҡ аға.
Өфө атамаһының уға яңыраҡ ҡушылмағанына, ә элеккеһенең яңыртылыуына төшөнөргә була, был яҡтарҙа борондан бирле йәшәгән нуғай хандарының үҙҙәренең ҡалаһын ошолай тип атауы ысын, бит тап Ағиҙел йылғаһы өҫтөндә төҙөлгән ҡаланы, ул Өфө йылғаһына ҡарағанда ике тапҡырға ҙурыраҡ булғас, Өфө йылғаһы исеме менән атау өсөн бер ниндәй ҙә ерлек юҡ, ул үҙе Ағиҙел йылғаһы ағымының уң яғынан, ҡаланан өҫтәрәк өс саҡрым тирәһендә, бер ниндәй ҙә ҡала ҡоролмалары булмаған урында уға ҡушыла. Ошоға өҫтәп, ҡаланан биш саҡрымдар тирәһендә тап Өфө йылғаһы өҫтөндә, бейек һәм бик матур урында, әле лә ҡаласыҡ эҙҙәре күренә, һөйләүҙәренә ҡарағанда, бында нуғай хандары йәшәгән. Өфө йылғаһы ағымы буйындағы ошо ҡаласыҡтың әлеге Өфө ҡалаһынан әүәлерәк үк Өфө тип аталыуы бик мөмкин, һәм, ошоға нигеҙләнеп, Рәсәй төҙөгән ҡала ла Өфө тип атала башлаған. Башҡорттар Өфөнө Өфө-Иҙел тип атай, был Өфө йылғаһы тигәнде аңлата, ә "Белая" башҡортса - Аҡ-Иҙел, йәғни, аҡ йылға була.
Нуғай даруғаһының Ҡара Табын олоҫонан күренекле башҡорт старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев ошо хаҡта мәғлүмәт биргәнсә, Ҡаҙан батшалығы һәм башҡорттар Рәсәй скипетрына буйһонғанға тиклем бик күпкә алдараҡ тап әлеге Өфө ҡалаһы урынлашҡан ерҙә бик ҙур ҡала булып, ул Ағиҙел йылғаһы буйлап Өфө йылғаһы тамағына һәм дә ошо йылға буйындағы Өфө тауҙарына тиклем һуҙылып, бында ун саҡрымдар тирәһенә тиклем торлаҡтар булған икән. Ошо ҡаланың һуңғы хакимы нуғай ханы Тиря-Бабату-Клюсов (Түрә-Баба Төкләҫев. - тәржемәсе иҫкәрмәһе) бында ҡыштарын ғына йәшәп, йәй көнө Дим йылғаһы буйында, Өфө ҡалаһынан 50 саҡрымдар тирәһендә ике урында йәшәгән: Азират (Аҡ зыярат) исемле ҙур күл янында һәм дә Ыҫлаҡ йылғаһы буйындағы ҙур ғына бер ауылда; ошо күл буйында әле лә мәсет тора, ә Ыҫлаҡ йылғаһы буйында мәсет һәм таш өйҙәр ҙә бар, әммә улар инде емерек хәлдә. Тирәханға (Түрәхан. - тәржемәсе иҫкәрмәһе) нуғайҙар һәм 12 мең олоҫо башҡорттары буйһонған, улар ханға һыуһар һәм бал менән яһаҡ түләгән.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.23 | Ҡаралған: 172

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru