«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТЫН УРТАЛЫҠТА БУЛ! ЕТӘКСЕНЕҢ АҪЫЛ ҠАҒИҘӘҺЕ БЫЛ
+  - 


Тыуған илгә, дәүләткә, йәмғиәткә файҙа килтереп йәшәгән замандаштарыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Шундай алдынғы ҡарашлы һәм тормошта үҙ урынын тапҡан яҡташтарыбыҙҙың береһе - Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Рәис ҡыҙы НАСЫРОВА. Уның менән ҡатын-ҡыҙ асылы һәм етәксе вазифаһы, баш ҡалаға күрше урынлашҡан райондарҙы борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләштек.

Беҙ, башҡорттар, беренсе тапҡыр осрашҡанда: "Ҡайһы ауылдан, ҡайһы райондан, ҡайһы ырыуҙан, кем балаһы һин?" - тип һорайбыҙ. Шул һорауҙы һеҙгә лә бирәбеҙ: һеҙҙең тамырҙарығыҙ ҡайҙан?

- Был турала мин һәр ваҡыт ғорурланып: "Эшселәр балаһы мин!"- тип әйтәм. Әсәйем Камила сығышы менән Әлшәй районы Ибрай ауылынан булып, 36 йыл дауамында Өфөләге төҙөлөштәрҙә кранда эшләне, баш ҡаланы төҙөнө. Ә атайым Рәис Шишмә районынан, ул ғүмер буйы Өфөлә 1-се автомәктәптә уҡытты, умартасы, балыҡсы, һунарсы ла ине. Беҙ Өфөнөң Владивосток урамында йәшәнек һәм Үҙәк баҙар эргәһендәге башҡорт мәктәбенә, хәҙерге Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһына уҡырға йөрөнөк. Йәйәүләп йөрөүе бер аҙ алыҫыраҡ булһа ла, әсәйем беҙгә туған телебеҙҙе өйрәтеп, рухи тәрбиә биреп үҫтереү өсөн шулай итте. Мин Әхтәм Абушахмановтың улы Айрат, Заһир Вәлитовтың ҡыҙы Айһылыу, Риф Мифтаховтың ҡыҙы Ғәлиә, Динис Бүләковтың ҡыҙы Зөһрә менән бер класта уҡыным. Башҡорт телен ошо мәктәптә тәрәндән өйрәндем һәм бөгөнгө уңыштарым, яулаған үрҙәрем өсөн дә башҡорт телемә рәхмәтлемен. Шулай уҡ "Аҡ тирмә" сараларына ла, Башҡорт дәүләт академия драма театрының барлыҡ спектаклдәренә лә йөрөнөк, өйөбөҙгә яҙыусылар, артистар ҡунаҡҡа килә торғайны.
Бер нисә йыл элек шәжәрәбеҙҙе эшләткәс, тамырҙарыбыҙ бөрйән ырыуына барып тоташыуын белдек. Элек әсәйем яғынан өләсәйемдең: "Беҙ дворяндар нәҫеленән булғанбыҙ", - тип әйтеүенә иғтибар бирмәгәнбеҙ, мин үҙем тарих факультетында белем алып, практиканы архивта үтһәм дә, был тарих менән ҡыҙыҡһынмағанмын. Нишләптер ул ваҡытта тамырҙарыңды белергә ынтылыш булмаған бит. Һәм бына шәжәрәне төҙөгәс, ҡартатайымдың атаһы дворян булыуы асыҡланды. Уға был титул 1812 йылғы Ватан һуғышындағы ҡаҙаныштары өсөн бирелгән булған. Әле Санкт-Петербургта һаҡланған батша грамоталарын тикшереп, тулыраҡ мәғлүмәт туплайһы бар был турала. Шулай ҙа балаларға тулҡынланып та, ғорурланып та һөйләр тарихыбыҙҙы беләбеҙ хәҙер. Был шәжәрә әсәйемдең атаһы яғынан, ул әсәйемә ике генә йәш булғанда, өләсәйебеҙҙе ете балаһы менән тол ҡалдырып, 1947 йылда донъя ҡуйған. Туғандар менән бергә йыйылған ваҡыттарҙа бөтәһенең дә буйға оҙон, ғәйрәтле, йыр-моңға, шиғыр яҙыуға, һүрәт төшөрөүгә маһир булыуын күреп, гел уйлана торғайным. Былар барыһы ла нәҫелдән, аҫыл-аҫыл олатайҙар тоҡомонан килгән икән...

Хеҙмәт юлығыҙ ҡасан, ҡайҙа, ниндәй вазифала башланды?

- Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға индем. Икенсе курстан һуң тормошҡа сыҡтым, ҡыҙыбыҙ донъяға килгәс, уҡыуҙы ситтән тороп тамамларға тура килде. Хеҙмәт юлым Өфөнөң 115-се мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ башланды, был яҙмыш ҡушыуылыр инде. Башҡортса һөйләшеп йөрөгәнемде ишеткән күршеләр бер көндө мәктәпкә башҡорт теле уҡытыусыһы кәрәк тип килделәр. Мин бит тарих буйынса белем алдым, телсе түгел, тип, башта ризалашманым. Шулай икеләнеп йөрөгәндә урамда башҡорт теле уҡытыусым Гөлкәй Сәлмән ҡыҙын осраттым, ул: "Урыҫ мәктәбендә балаларҙы барыбер башҡорт теленә өйрәтә аласаҡһың бит, ризалаш", - тигәс, дәрт иттем. Мәктәптә талаптар бик ҡаты булды, илап та алғылай инем. Мин уҡытҡан төркөмгә башта балалар теләк буйынса яҙылды, әммә күпмелер ваҡыттан бөтә класс менән дәрестәремә йөрөй башланылар. Коллектив та мине ҡабул итте, бик әүҙем эшләнек: кабинетты махсус йыһазландырҙыҡ, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаштыҡ. Директор инглиз теле уҡытыусыларының эш тәжрибәһен күҙ уңында тотоп эшләргә кәңәш иткәс, үҙемдең шәхси методикамды ла булдырҙым. Төрлө милләт балалары ҡыҙыҡһынып башҡорт телен өйрәнде.
Шулай гөрләтеп эшләп кенә киткәйнем, мине Совет районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенә методика буйынса етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Унда ла көслө генә күтәрелеш булды, бик матур саралар ойошторҙоҡ. Унан Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығына эшкә алдылар. Ике йыл тирәһе эшләгәндән һуң, 2003 йылда, Аҡ йортҡа Виктор Пчелинцев етәкселегендәге Эш башҡарыу һәм граждандар мөрәжәғәте бүлегенә саҡырҙылар. Ярты йылдан Финанс-хужалыҡ эштәре идаралығына белгес итеп күсерҙеләр һәм шунда 18 йылға яҡын эшләнем. Бында бүлек етәксеһе булып та, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары булып та эшләнем. Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, Рөстәм Зәки улы Хәмитов һәм Радий Фәрит улы Хәбиров менән дә эшләү бәхете тейҙе. Ә инде Радий Фәрит улы районға етәксе булып күсергә тәҡдим иткәс, башта икеләндем, әммә тормош иптәшемдең тыуған төйәге - Иглин районына тигәс, тәҡдимде ҡабул иттем.

Ә һеҙ етәксе булырға ҡайҙан өйрәндегеҙ?

- Бер уйлаһаң, атай-әсәй "Эшлә, эшләһәң, барыһы ла була", тип үҫтерҙеләр һәм бер ҡасан да "Етәксе булырға тейешһең", тимәнеләр. Хәҙерге көндән ҡарап фекер йөрөтөп, анализлап, бәләкәйҙән ниндәйҙер лидерлыҡ сифаттарым булғандыр, тип һығымта яһайым. Әммә бер ҡасан да етәксе булыуҙы маҡсат итеп ҡуйманым, эшләп йөрөйһөң-йөрөйһөң дә - һиңә вазифа тәҡдим итәләр. Был кешенең үҙенән торалыр. Мин үҙем киләсәктә рейтингың артырға, үҫешергә тейешһең, тип иҫәпләйем. Мин дә ябай бер кеше, барыһы ла тырышып эшләүҙән генә тора.

Килен булараҡ Иглин районына ҡайтып йөрөгәндә үк ундағы тормош менән таныш булғанһығыҙҙыр, был төбәк нимәһе менән күңелегеҙгә ятты? Эште һәм кешеләрҙе яратмайынса эшләп тә булмайҙыр бит...

- Дөрөҫөн әйткәндә, тарихсы-телселәргә хас фекер йөрөткән кеше булараҡ, мин был районға барғас, күберәк социаль проекттарҙы бойомға ашырырмын, йәштәр менән эшләрмен, тип уйлағайным. Аҡ йортта эшләгәндә миңә тап ошо әүҙемлек, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәү етмәй ине. Әммә Иглин районына килгәс, был эштәрҙән тыш тағы ла мөһимерәк - социаль-иҡтисади үҫеште хәстәрләү кәрәклегенә төшөндөм. Шуға йүнәлеште дөрөҫ билдәләр һәм мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итер өсөн Радий Фәрит улына Хөкүмәттең күсмә ултырышын районда ойошторорға тәҡдим иттем. Март айында эшкә килгәйнем, июндә был күсмә улытырышты үткәрҙек һәм шунда Иглин районы ауыл хужалығы үҫешкән төбәк кенә түгел, ә Өфө ҡалаһының агломерацияһы тиерлек булыуын билдәләп үттек. Иглин районы үҫешә, бындағы халыҡтың күп өлөшө баш ҡалаға йөрөп эшләй. Бына шунан килеп тыуа төрлө мәсьәләләр. Кәңәшмәлә райондың юл картаһын төҙөнөк, инфраструктура, социаль объекттар булдырыу кәрәклеген билдәләнек. Районда ауыл хужалығы ла бар, шәхси йорттар төҙөлөшө лә бик етеҙ үҫешә, халыҡ һаны ла йылдан-йыл арта һәм төрлө милләт вәкилдәре күп йәшәй, хатта үҙебеҙҙең башҡорттар ҙа бында төрлө төбәктәрҙән йыйылған. Бер генә етешһеҙлеге бар - ул да булһа, эш урындары етешмәй, был бөтә райондарға ла хас мәсьәләләрҙең береһе.
Һәр төбәктең үҙ тарихы, мәҙәниәте, үҫеш юлы бар. Иглин районы борон ҡобау ырыуы башҡорттарының ерҙәре булған. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр "Иглин" атамаһы "балсыҡлы" тигәнде аңлата, тип фараз яһап ҡуя. Ә бит уның ғәжәйеп үҙ тарихы бар. Заманында был яҡтарға Иглин тигән купец килеп, башҡорттарҙан ер һатып алған, әммә бик иртә донъя ҡуйған һәм бөтә мал-мөлкәтен ҡатыны Елена Иглинаға ҡалдырған. Ә ҡатыны 1840 йылдарҙа уҡ үҙенең крепостной крәҫтәндәрен азат итеп, һәр береһенә ер бүлеп биргән. Тап шул ирек алған крәҫтиәндәр Иглин ауылына нигеҙ һалған, бында Елена Иглина хөрмәтенә ҡорам төҙөлгән һәм хәҙер ҙә урындағы халыҡ уны бер изге йән итеп хөрмәтләй. Мин бында эшкә килгәс тә бына ошо ҡатын-ҡыҙ башланғысын тойҙом, ауырлыҡ килеп тыуғанда ла еңел генә итеп эшләйәсәкмен, тип көйләнем үҙемде. Әлегә тиклем, шөкөр, ошо көйләнеш ярҙам итә.
Күп милләтле Иглиндә Республика белорус үҙәге эшләй, Буденов, Ленин, Первомай кеүек бер нисә ауылдары бар. Күптән түгел латыштар йәшәгән Ауструм ауылының 145 йыллығын билдәләнек, уның тарихы иҫ киткес ҡыҙыҡлы. Сыуаштар ҙа күп йәшәй беҙҙә. Иҫке Ҡобау ауылында башҡорттар йәшәй, минең тормош иптәшем шул ауылдан. Ҡайным тамырҙары менән Меңъетәр ауылынан, ҡәйнәм - Иҫке Ҡобауҙан. Иглин районы Силәбе өлкәһенең Красновосходский ауыл советы менән сиктәш һәм унда Урал тауҙары башлана. Ләмәҙ ауыл советы биләмәһе - айырым бер донъя һымаҡ. Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡ тарихлы 128 тораҡ пункт бар районда, һәр береһенең үҫеш мөмкинлектәре ҙур һәм быларҙы юл картаһына индереп, бойомға ашыра башланыҡ. Бигерәк тә туризм өлкәһендә мөмкинлектәребеҙ күп, тик башлап ебәрергә генә кәрәк.

Иглин районына һәр ваҡыт башҡорт рухы етмәне кеүек, һеҙ шулай тип иҫәпләмәйһегеҙме?

- Юҡ, мин улай тип иҫәпләмәйем. Башҡорттар араһынан БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин кеүек мәшһүр шәхестәр күп сыҡмаһа ла, Иглин районында рух йәшәй. Һеҙҙең кеүек, мин дә элек күп милләттәр бергә ҡатышып йәшәгәс, башҡорттар юғалып ҡалғандарҙыр, тип уйлана торғайным. Баҡтиһәң, барыһы ла үҙебеҙҙән тора икән. Һәр урында йәмәғәт фекеренә йоғонто яһай алыр шәхестәр бар һәм улар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләргә, дөйөм мәнфәғәткә йүнәлтергә, түңәрәк ҡорға йыйылып, кәңәшләшеп тотонорға ғына кәрәк. Бына ваҡиғалар календары төҙөгәс, Меңъетәр ауылында Ҡаймаҡ байрамы үткәрҙек, Ләмәҙ ауыл советында ағинәйҙәр бик әүҙем эшләй, һабантуйҙар гөрләп үтә.

Хәл итәһе эштәр бар, ә һеҙҙең фекерегеҙҙе уртаҡлашыр көслө шәхестәр бармы командағыҙҙа?

- Быға тиклем дә, әле лә командаһыҙ мин бер нәмә лә эшләй алмаҫ инем. Ышанып эш ҡуша, һөҙөмтә көтә алыр командаң булыуы - иң мөһиме. Шөкөр, ундай ышаныслы кешеләр эргәмдә бар һәм улар ярҙам итеп кенә ҡалмай, беҙ эшебеҙ менән йәшәйбеҙ. Урыҫтар әйтмешләй, бер үҙең яланда яугир булып булмай.

Хәҙер бөтә урында кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә, бар ерҙә табиптар, уҡытыусылар талап ителә. Административ-идаралыҡ өлкәһендә кадрҙар етерлекме?

- Бында ла кадрҙарға ҡытлыҡ бар. Быға хеҙмәткәр алдына ҡуйылған бурыстарҙың күплеге, ә эш хаҡының ул тиклем юғары булмауы ла булышлыҡ итмәй ҡалмайҙыр. Шуға бигерәк тә ғаиләһен аҫрарға бурыслы ир-егеттәр эшкә килә һалып бармай. Шулай ҙа мин йәштәрҙе эшкә алырға тырышам ул, тик бер аҙ ваҡыттан ҡайһы берәүҙәр: "Ғәфү итегеҙ, икенсе урынға эшкә саҡырҙылар", - тип инеп, бер аҙ кәйефте төшөрә төшөрөүгә. Ләкин барыбер, йәш кеше үҫешергә тейеш, тип ҡабул итәм. Әммә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш өлкәләренә техник һөнәрле белгестәр етешмәй. Әйтергә кәрәк, бөтә ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙ ҡулы аҫтында эшләй ҙә алмай. Миңә инде бөтә тармаҡтарҙа ла яҡшы мөнәсәбәттәр булдырып, комплекслы эшләү өсөн барыһы менән дә матур мөғәмәлә, бәйләнеш булдырып, хакимиәткә ҡарата хөрмәт тойғоһо уятып эшләй алырлыҡ кадрҙар кәрәк.

Һеҙ махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам алып барҙығыҙ. Осрашыу нисек үтте, илап ҡайттығыҙмы?

- Юҡ, мин бер ҡасан да иламайым, юғиһә, был эштә эшләй алмаҫ инем. Махсус хәрби операция шул тиклем ауыр тема, унда беренсе тапҡыр барғанда яугирҙар менән нимә тураһында ғына һөйләшермен икән, тип уйланып барғайным, әммә борсолоуҙарым юҡҡа булған. Яугирҙар ғаиләләренең именлеген теләй, яҡташтарынан ҡош телендәй генә сәләм алыуға ла ҡыуана, балалар ебәргән өскөл хаттарҙы күҙҙәренә йәш алып уҡыйҙар. Күптәре үҙҙәренә ярҙам итеүҙе түгел, ғаиләләрен хәстәрләп борсола. Беҙ, әлбиттә, урындарҙа МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тәүлек әйләнәһенә ярҙам итергә әҙер торабыҙ. Күптәренә матди ярҙам түгел, ә бер ултырып һөйләшеү, аралашыу кәрәк. Иглин районынан үҙ иректәре менән дә, мобилизация буйынса ла бик күп ир-егеттәр хеҙмәт итә, барыһының да иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.
Украиналағы махсус хәрби операция бөтәһенең дә донъяға ҡарашын үҙгәртте. Беҙҙә күп кешеләр ирекмәндәр үҙәге эшенә әүҙем ҡушылып китте, гуманитар ярҙам йыйғанда Һуғыш хәрәкәттәре ветерандары берлеге ағзалары үҙҙәре генә түгел, ҡатындарын, балаларын йәлеп итте. Барыбер беҙҙең халыҡ күңелендә кешелеклек, изгелек бар, күп кешеләрҙең бына ошо сифаттары яңынан асылды. Ярҙам итергә әҙер генә торалар. Беҙ ҙә, власть, чиновниктар тиһәләр ҙә, борсолабыҙ, әммә һиҙҙермәҫкә тырышабыҙ.

Район хакимиәте башлығының ир-егет йәки ҡатын-ҡыҙ булыуы эшендә, уға ҡарата булған мөнәсәбәттә тойоламы?

- Ул һорауҙы бик йыш бирәләр. Эшләй башлаған ғына саҡта остаз тәғәйенләрҙәр, ул мине бер йыл дауамында эшкә өйрәтер, тип уйлағайным. Әммә вазифаға тәғәйенләнеүемә ике аҙна үткәйне, Радий Фәрит улы: "Йәш яугир курсы бөттө", - тине лә ҡуйҙы. Талапты ир-егеттәргә ҡуйған кеүек ҡуялар, эшебеҙҙең һөҙөмтәлеге өсөн берҙәй кимәлдә яуап бирәбеҙ. Әммә үҙемсә шундай айырманы күрәм: ир-егеттәр ваҡ-төйәккә иғтибар итеп бармаусан бит. Мин көслө заттарға тиңләшеп эшләйем эшләүгә, ләкин ҡайһы бер осраҡта ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, ғәфү итә беләм. Шулай уҡ беҙҙең һиҙемләү һәләтебеҙ ҙә көслө, ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл иткәндә был да ярҙам итә. Бер йыл эшләгәндән һуң, ир-егет коллегаларҙың да миңә булған ҡарашы ыңғайға үҙгәргәнен тоям.

Был вазифаны йөкләгәс, яҡындарығыҙ яғынан аңлау таптығыҙмы?

- Тормош иптәшем, балаларым яғынан аңлау тапмаҫмын, тигән уй башыма ла инмәй. Сөнки улар минең һәр ҡарарымды ҡабул итә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Иптәшем Венер менән ике ҡыҙ үҫтерҙек, өлкәнебеҙ күптән тормошта, ике ейәнгә олатай-өләсәйбеҙ. Әлбиттә, иптәшемә ауырыраҡҡа тура килә, шулай ҙа мин өйҙә башлыҡ түгел, унда мин ир ҡатыны. Шуға өйҙә булғанда ашарға бешерәм, яҡындарыма күңел йылымды бүләм. Әсәйем янына оҙаҡҡа ҡайтып йөрөй алмағас, уға ҡыйыныраҡҡа тура килә. Әммә мин үҙ юлымды, үҙ урынымды ошо эштә табыуымды аңлағас, иҫән-һау ғына эшлә, тип тора. Әсәйем ҡайсаҡ "Нишләп шулайтмайһың?", "Нишләп ауыл хужалығын ҡарамайһың?" тип уҫал ғына итеп шылтыратып та ала...

Заман башҡорто ниндәй булырға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

- Тәү сиратта, интеллектуаль яҡтан үҫешкән булырға тейеш. Бер белем алыу менән генә үҙен белемле тип иҫәпләп, туҡтап ҡалмаҫҡа һәм көн һайын үҙ өҫтөндә эшләргә бурыслы ул. Саҡ ҡына һығылмалыраҡ булыу ҙа ҡамасауламаҫ, тип һәр ваҡыт әйтәм. Был кемдеңдер йоғонтоһона бирелеү, сигенеү тигәнде аңлатмай, алтын урталыҡ һаҡлай белеү мөһим. Бөгөн иҡтисади, сәйәси мөнәсәбәттәр бик ҡатмарлы, шуға башҡорттар тураһындағы ҡалыплашҡан образдарға йәбешеп кенә йәшәп булмай. Рухиәтебеҙҙе һаҡларға, заманға яраҡлашырға һәм үҫешергә кәрәк беҙгә. Ә үткер йәштәребеҙ бар, ундайҙарҙы мин һәр ваҡыт күрәм, эшкә саҡырам. Үткер тигәндән, беҙҙең башҡорт кешеһе, хатта йәштәр ҙә нишләптер "Һүҙ һөйләй белмәйем", тип ситтә тороп ҡалыусан ул. Бына ошо комплекстан арынырға кәрәк. Мин үҙем дә башта шулай тип иҫәпләй инем һәм күмәк кеше алдында сығыш яһауҙан баш тарта торғайным. Халыҡ алдына сығып, ҡағыҙҙан уҡып тороу менән фекереңде асыҡ итеп әйтеү араһында айырма ер менән күк араһындағы кеүек. Был ҡурҡыуымды шулай еңдем: тоттом да һөйләй башланым, ни тиклем күберәк сығыш яһайһың, шул тиклем телмәрең шымара, тулҡынланыуың бөтә.

Эшегеҙ бик тынғыһыҙ, халыҡ менән даими бәйләнештә булыуҙы талап итә. Ял минуттарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?

- Мин спорт яратам, һәр көнөмдө кәмендә 15 минутлыҡ гимнастиканан башлайым, баскетбол уйнайым һәм хатта әле коллективыбыҙҙа баскетбол командаһы төҙөп тә алдыҡ. Ә инде иң мөһиме - мин әүҙем ял яратҡан турист. Башҡортостандың хозур тәбиғәтен бик яратам, республикабыҙҙы арҡырыһына-буйына йөрөп сыҡтым, тиерлек. Тауҙарға үрмәләү, йылғалар буйлап һалда ағып төшөү, йәйәүләп йөрөү - бына шул көс бирә. Ирәмәлдә 11 тапҡыр булдым, быйыл Әй йылғаһы буйлап һалда аҡтыҡ. Аҡ йортта эшләгәндә коллегаларҙы Янғантауға алып барғайным, яңы вазифама күскәс, район хакимиәте башлыҡтарын бер автобусҡа ултыртып, Бөрйән районының иҫ киткес тәбиғәтен күрһәтеп алып ҡайттым. Ғаиләм менән дә шундай әүҙем ялды яратабыҙ. Ваҡыт етмәһә лә, маҡсат итеп ҡуйһаң, дәртләнеп эшләйһең һәм көтөп алаһың шул ял минуттарын.
Бындай әүҙем ялға беҙ мәктәп йылдарынан уҡ өйрәндек, ул ваҡытта уҡыусыларҙы походтарға йыш йөрөттөләр, ҡырағай тәбиғәт шарттарында үҙеңде нисек тоторға өйрәтә торғайнылар бит. Ә бына сит илдә ял итеүгә килгәндә, ундағы халыҡтың йәшәү шарттарын күреү, тәжрибә туплау, донъяға ҡарашыңды арттырыу өсөн тулыр-тулмаҫ бер аҙнаға ғына барып ҡайтҡылайбыҙ. Быны ла бер етәксе кеше кәңәш итмәһә, сит илгә йөрөргә уйымда ла юҡ ине. Был тыуған яҡҡа ҡарата һөйөү балаларға ла күсә икәненә инанғанбыҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Бөгөн һәр чиновник халыҡҡа асыҡ, барыһын да тыңларға әҙер һәм тәнҡит, зар, ҡайсаҡ хатта ғәҙелһеҙ кире фекерҙәр яуғанда ла рәхмәтле булырға тейеш. Тәнҡит һүҙе - дөрөҫ эш йүнәлеше алырға ярҙам итә, ә уны әйткән кеше менән өҫтәл артында ултырып һөйләшә лә алһаң - мәсьәлә хәл ителә. Ғөмүмән, мин һөйләшеү, аңлашыу яҡлы. Шуға һәр шишәмбене - граждандарҙы ҡабул итеү көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп алам", - ти Гүзәл Рәис ҡыҙы. Быға инде "Кәңәшле эш тарҡалмаҫ", тиергә һәм Иглин районы ҡыйыу эш итә белгән, асыҡ күңелле, ихлас һәм шул уҡ ваҡытта алдынғы ҡарашлы етәксе ҡулы аҫтында артабан да үҫешер, тип әйтергә генә ҡала.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.23 | Ҡаралған: 128

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru