«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЛКӘН ЙӘШТӘГЕЛӘР КӨНӨ МЕНӘН!
+  - 

Өлкән йәштәгеләрҙең был көндө әллә ни байрамға һанамағанын белә-күрә йөрөйбөҙ. Был аңлашыла ла. Сөнки, йырҙарҙа ла йырланғанса, ҡартаямы ни ул йөрәк! Ә шулай ҙа өлкән йәштәгеләр рәтенә баҫтырған Хоҙай Тәғәләгә мең рәхмәтле улар. Күҙҙәре күрә, ҡолаҡтары ишетә, аяҡтары йөрөй, аңдары һәм зиһендәре теүәл, йөрәктәре йәш...

Хыялдарҙан да айырылғаны юҡ уларҙың. Балалары үҫкән, уҡып белем алған, ғаилә ҡорған, ейән-ейәнсәрҙәре уратыуындалар. Әсәй, атай булараҡ, балалар менән бәйле бурыстары ла иңдәренән төшкән һымаҡ. Яңы хыялдар менән йәшәй улар - йәшәлгән ғүмер дауамында алған тәжрибәне, аҡылды, илһөйәрлек, телһөйәрлек өлгөһөн йәш быуынға тапшырыр ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар мәктәбе ағзаһы була алһам ине, тиҙәр. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырлыҡ дәрт, әүҙемлеккә өмөт итәләр. Әлбиттә, "Беҙҙең тәжрибә-өлгөләр кемгә ҡыҙыҡ булыр, тиһең, хәҙер йәштәр ҡабул итеп бармай бит беҙҙең өгөт-нәсихәтте", тип, күңелен төшөрөп тә ҡуя ҡайһы бер өлкәндәр. Ә шулай ҙа...
Шундай бер хикәйәт йөрөй интернет киңлегендә: "Футбол матчы ҡарарға килгән бер студент егет менән бер ҡарттың урындары йәнәш тура килә. Өҙлөкһөҙ телефонына текләгән, шылтыратыусылар менән һыра эсә-эсә ҡысҡырып һөйләшеп, хахылдап көлөп, футбол майҙанындағы тамашаны ҡарарға ҡамасаулаған егеткә ризаһыҙлыҡ белдерә тирә-йүндәгеләр. Кеменеңдер: "Хәҙерге йәштәрҙә тәртип тә, башҡаларға хөрмәт тә юҡ инде",- тиеүенә ҡаршы текә булып күренергә тырышҡан егет барыһы ла ишетелерлек итеп: "Һеҙ, өлкән быуын, йәштәрҙе аңлайһығыҙмы ни? Хәҙерге йәштәр һеҙҙең быуындағыларға ҡарағанда иреклерәк тә, яҡшыраҡ та. Беҙҙең заман йәштәре кеҫә телефондары, ядро энергияһы, электр һәм водород автомобилдәр, компьютерҙар, автоматлаштырылған производство, шәп технологиялар менән генә эш итә - улар һеҙҙең өсөн ят нәмәләр..." - тип гәп һата башлай. Уның һөйләнеүҙән туҡтап, тағы һыра шешәһенә йомолоуынан файҙаланып, йәнәшәһендә ултырған ҡарт шулай уҡ тирә-яҡтағылар ишетелерлек итеп: "Һин хаҡлы, улым. Беҙ йәш саҡта һин һанағандарҙан мәхрүм булдыҡ, сөнки беҙ тап шул нәмәләрҙе уйлап табыу, эшләү, ижад итеү өҫтөндә баш ваттыҡ, бил бөктөк. Ә бына һин, тәкәббер егет, киләһе быуындар өсөн нимә эшләйһең, нимә уйлап таба алаһың?" - ти. Футбол ҡараусы көйәрмәндәр ҡарттың һүҙҙәрен көслө алҡыштарға күмә..."
Эйе, заман йәштәре үҙҙәренең әсәй-атайҙары, олатай-өләсәйҙәре эшләгәндәрҙең, ҡаҙанғандарҙың емешен тирә, шуларҙан файҙалана икәнен бер ваҡытта ла онотмаҫҡа тейеш. Ә бының өсөн, әлбиттә, өлкәндәрҙең мөмкин тиклем әүҙемлек һаҡлап, үҙ белемдәре менән уртаҡлаша йөрөүе кәрәк. Ҡөрьән-Кәримдә лә хуплана йәмәғәт эштәре менән булыу. Һәм шуны иҫтә тотоу мөһим: үҙеңдең мөмкинлектәреңде, һәләттәреңде ғәмәлгә ашырыу бер ваҡытта ла һуң түгел. Күҙ һалығыҙ әле бынау һоҡланғыс һәм ғәжәп тарихи мәғлүмәттәргә:

- Рим сенторы Марк Катон 80 йәшендә грек телен өйрәнгән.
- Сократ 70 йәшендә төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә һәм был сәнғәтте бөтөн камиллығында үҙләштереп, оҫта башҡарыусы булып таныла.
- Микеланджело үҙенең шедеврҙарын 80 йәшендә ижад итә.
- Билдәле философтар Диоген менән Демокрит һәм рәссам Тициан 80 йәште үтһәләр ҙә ижади әүҙемлектәрен юғалтмаған.
- Гете "Фауст" әҫәрен 80 йәшендә тамамлай.
- Исаак Ньютон 85 йәшендә лә тынғыһыҙ эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
- Немец ғалимы Леопольд Ранке үҙенең "Донъя тарихы" хеҙмәтен 91 йәшендә яҙып бөтөрә.
- Шағир Беранже - 77 йәшенә, Виктор Гюго 83 йәшкә тиклем ижад итәләр, академик Павлов 87 йәштә лә фәнни эшмәкәрлеген дауам итә.
- Лев Толстой 82 йәшкә тиклем, Бернард Шоу - 94, боронғо грек драматургы Софокл 90 йәшкә тиклем әҙәби әҫәрҙәр яҙыуын ташламай.
- Композитор һәм дирижер Игорь Стравинский 88 йәшкә тиклем ижад итә.

Быларҙан сығып, һәр өлкән кешегә уйланырға урын бар, тиергә генә ҡала. Ҡартлыҡ - аҡыл билдәһе, ҡартлыҡ - баһалап бөткөһөҙ тәжрибә һандығы. Ләкин уларҙы нисек файҙаланыу һәр кемдең үҙенә бәйле. Байрам менән!

Зөлфиә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.09.23 | Ҡаралған: 145

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru