«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘ ҠИММӘТТӘРЕ - ҠИММӘТЛЕ ХАЗИНА
+  - 


Кешелек донъяһы үҙе барлыҡҡа килгән иң боронғо дәүерҙәрҙән алып хәҙерге замандарға тиклем иҫ киткес күп төрлө һәм бай ҡиммәттәр тыуҙырған. Уларҙың матди тип аталғандары кешеләрҙең физик һәм биологик йәшәйешен тәьмин итһә, матди прогресҡа нигеҙ булһа, кешелектең аңын һәм үҙаңын, мәҙәнилек һәм әхлаҡи кимәлен рухи ҡиммәттәр билдәләй. Ҡиммәт төшөнсәһе иң кәрәкле, иң мөһим, иң әһәмиәтле нәмәләрҙе белдерә, улар, матди булһынмы, йә иһә рухи өлкәгә ҡараһынмы - берҙәй юғары баһаға лайыҡ.

Дөйөм кешелек ҡиммәттәренән башҡа һәр бер халыҡтың, милләттең үҙенә генә хас ҡиммәттәре була. Башҡорт халҡының иҫ киткес бай мәҙәни мираҫының һәр бер өлгөһө мәңге һаҡлана торған ҡиммәттәр рәтенә инә. Ошо хаҡта уйлана башлаһаң, һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһонан башҡа күңелде ниндәйҙер хәүеф тә биләгәндәй була. Ни өсөн? Милли ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап ҡала алмаһаҡ, уларҙы балаларға, йәштәргә тапшыра алмаһаҡ, улар йә юҡҡа сыға, йә бөтөнләйгә икенсе, ят ҡиммәттәр менән алыштырыла. Был - йәшәйеш ҡануны. Бына туған телебеҙҙе генә алып ҡарайыҡ - башҡортмон тигән кешегә унан да затлыраҡ, унан да баһалыраҡ тағы ни бар икән? Ә XX быуаттың икенсе яртыһында - XXI быуат башында туған телебеҙҙә һөйләшә, уҡый-яҙа, ижад итә алған милләттәштәребеҙ аҙайғандан-аҙая барҙы. Милләт өсөн ошонан да ҡурҡынысыраҡ башҡа хәүеф юҡ әлеге көндә. Туған теле өсөн йәнен дә йәлләмәгән шағирыбыҙ Рәмиҙең "Теле юҡтың иле юҡ!" - тигән һүҙҙәре бөгөн дә набат һымаҡ яңғырай. Шуға күрә беҙгә туған тел проблемаһын туҡтауһыҙ, даими рәүештә ҡуҙғатып тороп, уны һаҡлап алып ҡалыуҙы йәмғиәт һәм дәүләт алдындағы оло бурыс итеп ҡуйыу зарур.
Башҡорт ере тәбиғи ресурстары - урмандары, йылға-күлдәре, тауҙары, шифалы үҫемлектәре, ҡош-ҡорттары, ер аҫты байлыҡтары менән бар замандарҙа ла дан тотҡан. XIX быуатта йәшәгән рус яҙыусыһы, публицист Николай Ремезов үҙенең Башҡортостан хаҡындағы трилогияһының беренсе китабын юҡҡа ғына "Очерки из жизни дикой Башкирии. Быль в сказочной стране", тип атамағандыр ул. Ысынлап та, "әкиәти ил" тип нарыҡланған еребеҙ батшалар заманында ла, совет осоронда ла аяуһыҙ таланған, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙың байтаҡ өлөшө юҡ ителгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, республикабыҙ биләмәләренең тәбиғи ресурстарын иҡтисади маҡсаттарҙа файҙаланыусылар һәр саҡта ла закондарға ярашлы эшләмәй, бигерәк тә экология талаптарын бар тип тә белмәүсе компаниялар һәм эшҡыуарҙар Башҡортостан тәбиғәтенә ҙур зыян килтерә. Ер байлыҡтарын варварҙарса үҙләштереүселәр килә лә китә ул, әммә уларҙан аҙаҡ урмандары киҫелеп бөтөп, яланғас ҡалған ҡалҡыулыҡтар, һаҫыҡ һыулы йылғалар, йөҙәр гектар майҙандарҙа аҡтарылып, яра-йырындар менән сыбарланып бөткән яландар, таштары тырым-тырағай таралып ятҡан карьерҙар ғына тороп ҡала. Был мәсьәләне йәмғиәт һәм дәүләт контроле тейешле кимәлдә булып, эшҡыуарҙарҙы даими тикшереү һәм законлы яуаплылыҡҡа тарттырыу аша ғына ыңғай хәл итеп буласаҡ.
Мәңгелек ҡиммәттәребеҙ хаҡында һүҙ башлағас, һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә етди борсолоу уятҡан бер нисә фактты иҫкә алыу фарыз. Бына яңыраҡ күренекле тарихсы-археолог, академик Н.А. Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләнек. Ул ғүмеренең һуңғы йылдарында "Өфө-II" археологик ҡаласығында тикшеренеү эштәрен ойоштороп, бында V - XVI быуаттар арауығында ҡәлғә һәм һөнәри ҡала булыуын раҫлаусы артефакттар тапты, һәм уның ошо асышына РФА Археология институты ғалимдары юғары баһа бирҙе. Ә бит урта быуаттарҙа Европала сығарылған карталарҙа ошо ҡаланың исеме лә теркәлгән. Мәҫәлән, Париждың милли китапханаһында һаҡланған Каталон атласында (1375 йыл) Ағиҙел һәм Ҡариҙел (Өфө) йылғалары ҡушылған тәңгәлдә ҡала символы төшөрөлгән һәм Pascherti тип яҙып ҡуйылған. Тимәк, билдәле бер дәүерҙәрҙән башлап Башҡорт ҡалаһының атамаһын Европала ла белгәндәр. Был археологик ҡомартҡы - тарихи ҡиммәтебеҙ, һәм уға иҡтисад, сәйәсәт йә иһә дин күҙлегенән ҡарауҙы бер нисек тә аҡлап булмай. Баш ҡалабыҙ үҙәгендәге ошо ҙур булмаған майҙан тейелгеһеҙ булырға тейеш. Башҡортостан Башлығы бында христиан ҡорамын төҙөү йә иһә төҙөмәү мәсьәләһен хәл итеүҙе республиканың Йәмәғәт палатаһына йөкмәтте. "Ошо территорияның тарихи, ғилми һәм археологик әһәмиәтенә анализ бирегеҙ һәм уны нисек маҡсатлы рәүештә үҫтереү буйынса объектив тәҡдимдәр индерегеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Кешеләрҙе нимә борсоғанын иғтибар менән тыңлағыҙ. Йәмғиәт менән килешкәнгә ҡәҙәре унда бер ниндәй ҙә эштәр алып барылмаясаҡ".
Тағы ла бер факт. Ағиҙелдең бейек ярындағы бөйөк батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле - Өфөбөҙҙөң йөҙөк ҡашы, Башҡортостандың тарихи символы. Һуңғы йылдарҙа һәйкәлдең постаментын нығытыу, уны реставрациялау проблемаһы барлыҡҡа килде. Һүҙ юҡ, таштан яһалған йә иһә металдан ҡойолған һәйкәлдәр ҙә тиҙ үҙгәреп тороусы климат шарттарында иҫкерә, туҙа, ә коррозия металды ашай, йоҡарта. Тимәк, һәйкәлдәрҙе ҡасан да булһа реставрацияларға тура килә. Тик шуныһы - Салауат һәйкәле тарихи яҡтан да, һынлы сәнғәт әҫәре булараҡ та халҡыбыҙ өсөн үтә әһәмиәтле һәм ҡәҙерле. Шуға күрә был мәсьәлә буйынса халыҡҡа ентекле һәм төплө мәғлүмәт биреү фарыз - юғиһә, был осраҡта төрлө имеш-мимештәр, ә интернетта фейк хәбәрҙәр тарала ла китә. Йәнә, һәйкәлдең торошона экспертиза эшләүселәрҙән дә төплө аңлатмалар талап итеп, уларҙың баһаламаларын халыҡҡа еткереү урынлы булыр. Монументаль скульптураны урынынан алмайынса ғына реставрация эшләп буламы-юҡмы икәне, барса эштәр өсөн ниндәй күләмдә финанстар кәрәк булыуы хаҡында ла мәғлүмәт асыҡ булыуы фарыз. Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо һәйкәлгә 2024 йылдан һуң ғына реставрация башланасағы, унан алда реставрация буйынса документтарға экспертизалар уҙғарыласағы хаҡында белдерҙе.
Башҡортостан мосомандары кәйефен боҙғаны, күңелдәрҙә әллә аптыраш, әллә үкенесле һәм бер ни тиклем яманһыу хистәр тыуҙырғаны - ул да булһа ҡасан төҙөлөп бөтөрө билгеһеҙ булған Әр-Рәхим мәсете. Эй, хәтерләй китһәң, ниндәйен дә ҙур өмөттәр бағланғайны ошо Аллаһы рәхмәтенә үә мосолманлыҡ иманына торорлоҡ дини йолалар атҡарыу йортона... Баҡыйлыҡҡа күскән тәүге Президентыбыҙ ни эшләптер ошо төҙөлөштө ентекле иғтибарынан ситтәрәк ҡалдыра килде. 2007 йылда башланған төҙөлөш 2 йылдан һуң туҡтап ҡалды. Йә Хоҙай, төп йәмиғи мәсетебеҙҙе төҙөй башлауға 16 йыл ваҡыт үтеп киткән. Өмөтһөҙ - шайтан, тиҙәр. Өмөтөбөҙҙө өҙмәйек әле, йәмәғәт. Бына БР Башлығы Радий Хәбиров та Әр-Рәхим мәсете бинаһының торошон тикшереү өсөн кисекмәҫтән белгестәр экспертизаһын уҙғарырға бойорҙо. Уның белдереүенсә, 2024 йылдың яҙында ошо мәсеттә төҙөлөш эштәре дауам иттереләсәк. Әлегә уны тышҡы яҡтан йылытыу контурын булдырыу мәсьәләһе хәл ителә.

Шулай итеп...
Беҙ, ергә ваҡытлыса килеп, ғаиләләребеҙҙә, йәмғиәт һәм дәүләт мөхитендә көн итәбеҙ. Матди тормошобоҙ ҙа, рухи нигеҙҙәребеҙ ҙә ижтимағи донъябыҙ менән бермә-бер бәйле. Булмышына, теләк-ниәттәренә, белем-һәләттәренә ярашлы, һәр кемебеҙ үҙ тормошон ҡора ала. Әммә барыбыҙ өсөн дә мөһим булған, йәшәйешебеҙҙең кешелеклелеген тәьмин иткән мәңгелек ҡиммәттәрҙе һанлап, уларға ярашлы ғүмер кисерә алһаҡ, халҡыбыҙ киләсәге яҡты һәм өмөтлө булыр ул.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.09.23 | Ҡаралған: 114

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru