«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ - 10
+  - 


-Йә, Яуымбаев, ни йомош? Тиҙерәк һөйлә лә, мин бик ашығам, - тине майор уға боролоп.
- Иптәш майор, бер нисә көн элек училищеның бөтөнләйе менән күтәрелеп фронтҡа китеүе тураһында ишеткәйнем. Шул хәбәр ысынмы? - тине. Уның үтенес менән төбәлгән баҙнатһыҙ битендә ҡыҙыллыҡ билдәләре күренде. Үҙ һорауынан үҙе уңайһыҙланып, ул аяҡтарын алмаштырып баҫты ла ҡулы менән атының морононан һыйпаған булды. Майор, белмәмешкә һалышып, үткер күҙҙәренә һораулы һыҙаттар йүгертте лә, һорауға иғтибар итмәгән һымағыраҡ:
- Ҡалалағы бисәләр хәбәрен күберәк тыңла. Улар һиңә күккә тиклем ете саҡрым юл, ике яғы ла йәшел урман тип һөйләүҙәре лә мөмкин, - тине лә китә башланы. Уның яуабынан урынында ҡатып ҡалған Ғилмишәрифкә күҙ ҡырыйы менән генә хәйләкәр ҡараш атты ла урынынан ҡуҙғала башлаган майор: - А впрочем, "Баҙарҙа хәбәр таралһа, шул турала начальствоның приказын көт" тип бөйөк полководец Суворов белмәй генә әйтмәгәндер, - тип йылмайҙы. Майорҙың кинәйә менән әйтеп ҡуйыуы Ғилмишәрифтең быҫҡып яна башлаған һуғышҡа китеү теләге менән талпынған йөрәгенә яңынан ялҡын өҫтәне.
Ғилмишәриф бөгөн ауылдан хат алды. Адресын алтынсы класта уҡып йөрөгән күрше малайы, хатын ҡыҙы, быйыл дүртенсе синыфҡа барырға тейеш Миңленуры, яҙған. Эстәлегенә ҡарағанда, хатҡа яҙылған һүҙҙәрҙе әсәһе Райхана әйтеп торған булырға тейеш. "Иртәнге иҫкән елдәр аша Урал тауындай ялҡынлы сәләм ебәргәндән һуң, хеҙмәтеңдә уңыштар теләйбеҙ. Немецтарҙы ҡырып бөтөрөп, һау-сәләмәт Тыуған илгә кире әйләнеп ҡайт, атай", - тиелгән. Күрше-күләндән сурытып-сурытып сәләм теҙгәндән һуң ауыл хәлдәрен яҙған. "Үрге ос Көшөл Фәтхетдиндең өлкән улы Ғәлләметдин аяғынан ранин булып ҡайтып төштө. Ғатау апаның* командир малайҙары башынан ранин булып Мәғниттә гүспиталдә ята. Зәлифә инәйем эргәһенә барып килде, ордины ла бар, ти. Һинең менән әрмиәгә ҡуша киткән Мәте Заһретдин апаның командирҙарынан ташҡа баҫылған кантур ҡағыҙы килде. Өс немецты ҡырып, аҙаҡтан үҙе лә үлгән, үҙе үлһә лә батырлығы өсөн ордин бирәсәктәр, ти". Ошо урынға еткәс, Ғилмишәриф ҡапыл күңеле болоҡһоп, хат уҡыуҙан туҡтаны. Уның күҙ алдына ике ай тулыр-тулмаҫ алда моңһоу ғына ҡулын болғап, хушлашып киткән ауылдашы Заһретдин килеп баҫты. Шул күрешеү һуңғы булған икән. "Бында уның хеҙмәтен көлкөгә һабыштырырға маташһалар ҙа, фронтҡа барғас, бирешмәгән икән. Маладис, Заһретдин ағай, батырлығың өсөн. Ялан ауылының ысын ҡаһарманы булып үлгәнһең. Етмәһә, орден да бирәләр ти бит әле. Бына шулай ул минең ауылдаштар", - тип Ғилмишәриф эстән генә хеҙмәттәше менән маһайып та алды. Шунан китап битенең юлы араһына яҙылған хатты яңынан ҡулына алды. "Һин киткәс, яҡын-тирәлә ямғыр яуманы. Үҙең сәсеп киткән ерҙән егерме биҙрә картуф алдыҡ. Әсәйем ала башмаҡты, ҡойроҡло өлкән һарыҡты хөкүмәт налогына тотондо. Әбдрафиҡ апам менән икәүләп Мәғнит баҙарына барып һатып ҡайттылар. Әсәйем миңә ҡышҡыға бишмәт, Фәрхинурға табанлы бәләкәй генә быйма, ҡустыма егеүле уйынсыҡ ат алып ҡайтҡан".
Ошо урынға еткәс, Ғилмишәриф хатынан тағы ла айырылды. Күҙ алдына "атай мине лә алып кит", тип муйынына аҫылынған тоҡос танаулы өс йәшлек "Ғилмишәрифтең донъяһын көтә торған малайы Ишмөхәмәт" килеп баҫты. Донъяла иң ҡәҙерле иркә йән эйәһе бар күңелен солғап алды, зиһенен айҡаны, һәр машинала атаһының ҡайтыуын тәҙрә төбөндә зарығып көтөп ултырған кинйәһен күкрәгенә ҡыҫып һөйгөһө, иркәләгеһе килде. "Быйыл утын менән нишләрбеҙ инде? Ат менән тиҙәк баҫтырырға ирҙәр булманы. Ҡышҡыға бер ҡалып та тиҙәк һуға алманыҡ". Ғилмишәриф тағы ла тәрән ҡайғыға тарыны. Нишләргә? Бик тә булмаһа: "Һыуыҡ өйҙә ҡыш сыға алмаҫһығыҙ, ситәнде булһа ла һүтеп яғығыҙ", - тип яҙырға тура килә инде.
"Мәте Заһретдин апамдың ҡатыны Маһитап инәй бөтә йортон, мөлкәтен һатып, үҙҙәренең яғына ҡайтып китте. Хәҙер уларҙың өйөндә МТС ауылдарҙан килгән ҡыҙҙарҙы трактырға уҡыта. "Тәки үҙ яғы тартҡан икән. Яландың үҙенә лә, халҡына ла ылыҡмай ғүмер итте шул", - тип уйлап алды Ғилмишәриф. Артабан: "Хатҡа Ишмөхәмәттең ҡулын төшөрөп ебәрәбеҙ", - тип уҡыны. Бармаҡтарын йәйеп, тарбайтып китап битенә төшөрөлгән ҡул һүрәтенә Ғилмишәриф көлөмһөрәп ҡарап ала. Хаттың иң аҙағында: "Һиңә әсәйем бик күп ялҡынлы сәләм әйтеп ҡала", - тип бөтөргәндәр.
Ауыл хәбәрҙәре Ғилмишәрифтең күңелен айҡап, тыныс ҡына йоҡларға бирмәй, төрлө уй-хәсрәткә дусар итә. Ул бөтә әҙәмдең һары ҡайғыһын, яңы ғына етеш донъяға күсеп кешеләрсә йәшәй башлаған үҙ ауылдарының пыран-заран килеүен әсенеп уйланы, фронтта баш һалған ауылдаш ирҙәренең донъяһы вайран булып ятып ҡалыуы өсөн ошо һуғышты башлаған ләғнәт Гитлерҙы ҡарғаны, кеше иленә, кеше мөлкәтенә ҡанлы ҡулдарын һуҙған эйәрсәндәрен ҡәһәрләне.
Ғилмишәриф бөтә күңеле менән үҙен фронтта тоя. Майор Пустовой үҙенең сираттағы осрашыуында уға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла үҙенә саҡырҙы:
- Йә, иптәш Яуымбаев, хәҙер ниндәй күнекмәләр башҡараһың? Эштәр нисек бара? - тип серле генә һорап ҡуйҙы.
- Хәҙер мин, иптәш майор, ҡаршылыҡтар аша һикергәндә ат өҫтөндә дөрөҫ ултырыу алымдарын өйрәнәм: башта атлатып, унан юрттырып.
- Дөрөҫ. Хәҙер ни стадияһына еттең?
- Кәртәләр аша ат аяғын тейҙермәй юрттырып үттем дә кавалеттиға** күстем. Иртәгәнән башлап Әүхәҙиҙе һикертә башлайым. - Ғилмишәрифтең һүҙен диҡҡәт менән тыңлап торған майорҙың күҙе уйсанланып китте, йөҙөндә етди һыҙаттар сағылып ҡалды:
- Иптәш Яуымбаев, хеҙмәтең өсөн бик ҙур рәхмәт. Һинән бик шәп спортсмен сығаһы ине. Тренировкаларҙы ла бик яҡшы, аныҡ итеп башҡарырға өйрәнә башлағайның. Атың тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Спорт аты, килмәгән урыны юҡ. Ул ат менән мин үҙем дә эшләргә уйлағайным, тик һине йәлләнем, бигерәк тә һинең өсөн йәнен бирергә әҙер торған ошо хайуанды, - тип Әүхәҙигә йылы ҡараш ташланы. - Иртәгәнән башлап, иптәш Яуымбаев, мин һине курсанттарҙың учебный эскадронына ебәрәм, Әүхәҙи ошонда спорт аттары менән тороп торор, ул бында ерегеп тә өлгөрҙө. Был ҙур эш. Иртәгәнән башлап - беренсе эскадронға! Дай пять! - тип майор Ғилмишәрифтең ҡулын һелкә-һелкә изге юл теләне. Был сентябрь айының сыуаҡ көндәре ине.
Курсанттар эскадронында ун биш көнләп тактик занятиелар, карабиндан атыу, һәр аллюрҙа ҡылыс менән сабыу алымдарын үтеп бөткәс, ямғырлы, бысраҡ, йонсоу төндәрҙең береһендә кавалерия училищеһында "тревога" иғлан иттеләр. Ғилмишәриф, ниҙер һиҙенеп, сыҙамай торған Әүхәҙиенә атланды. Хәҙер инде унан мәңгегә айырылмаҫ өсөн атланды. Училищеның бер нисә эскадронын эшелондарға тейәү башланды. Башта командованиены, штабты, шунан һуң ҡылыссы эскадрондарҙы, иң һуңынан хужалыҡ подразделениеһын тейәнеләр. Рядовой сабельниктарҙан торған Ғилмишәриф эскадроны беренсе эшелонға эләкте.
Н. ҡалаһынан төндә эшелондарға тейәлеп ултырып киткәндең ун бишенсе көнөндә эскадрондарҙы Саратов әлкәһенең көньяғында Сталинград өлкәһе менән сиктәш бәләкәй генә станцияның бер тупигына төшөрҙөләр. Оҙаҡ ҡына ваҡыт ябыҡ вагондарҙа килгән аттар ергә төшөү менән, бер-береһе менән иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡан шикелле кешнәшеп, өр-яңынан танышып алдылар. Ҡайһы бер салтыраҡ аттар, эйәләренә баш бирмәй, теҙгендәренән тартылып иреккә талпынды, оҙон юл буйы ашаған ҡыу бесәндән ерекһеп, урман ситендә күпереп үҫкән ҡурпыға ынтылды.
Уларҙы алғы һыҙыҡҡа байтаҡ ер етмәҫтән бушатҡандар икән. Икенсе көнөнә килгән эскадрондарҙы яңынан комплектланып ятҡан кавалерия дивизияһына ҡуштылар. Дивизия һуңғы ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнашып, кешеһен дә, атын да күп кенә юғалтҡан, ныҡ ҡына туҙынған булып сыҡты. Яңы килгәндәрҙең өр-яңы кейемдәрен, эйәр-өпсөндәрен, менеп килгән аттарының тиреһе лә сыйылмағанын күреп, бындағылар:
- Былар әле өҫ-баштарын бысратырға өлгөрмәгән!
- Әйтерһең дә, фронтҡа ҡоҙа булып килгәндәр!
- Ничего, беҙ ҙә шулай туйға килгән шикелле килгәйнек тә ул... - тиештеләр.
Уларҙың барыһы ла тигәндәй ҡара янған. Күбеһенең яңаҡ һөйәктәре сусайып сыҡҡан, кейгән гимнастеркаларының һырты тирҙән тоҙланып ағарған, шинелдәре лә ныҡ ҡына нужаға тарыған, күбеһенең салғыйҙарында пуля тишеп үткән тамға, аяҡ кейемдәре лә төрлөсә. Тик ҡайһылары ғына итектәренә шпор таҡҡан. Яңы килгән кавалеристарҙың бөтәһенең дә йылтырап, сылтырап торған шпорҙарына ҡарап:
- Һеҙ нимә? Әллә немецты ялтыр шпорҙарығыҙ менән ҡурҡытырға самалап килдегеҙме? - тип мәрәкәләне. Ә һәр береһенең ҡабырғаһына тағылған, сыбыҡ киҫеүҙән артыҡ, бер ниндәй ҙә ысын эшкә ҡушылмаған ҡылыстарға ҡарап: -Был нәмәләрегеҙҙе һуғыш бөткәс уҙғарыла торған парадтарҙа тағырһығыҙ. Ә хәҙергә бына ошолайтып эйәрегеҙ аҫтына беркетеп, ныҡлап бәйләп ҡуйығыҙ, - тип оборона тотҡанда үҙҙәренең нисегерәк итеп ҡылыс йөрөтөүҙәрен күрһәттеләр. Ә бер, бөтөнләй кавалерисҡа оҡшамаған ҡарт, сығышы менән Башҡортостандан булырға кәрәк, Ғилмишәрифтең ялтырап торған ҡылысының эфесын һәрмәп ҡараны ла:
- Клинок на войне только один машаҡат, - тип ҡуйҙы.
- Һеҙ, моғайын, һуғышырға: "Шашки наголо, галопом марш!" - тип өйрәнгәнһегеҙҙер әле. Ул командаларҙы һуғышта бик тә һирәк ишетергә тура килә.
Килгәндең икенсе көнөндә яңыларҙы баштан-аяҡ ҡоралландырҙылар. Карабин, ҡылыс, ә бер нисә взводҡа хатта автомат та тараттылар. Яңы килгән ҡыҙылармеецтар аттар менән танышыу, частарға бүлеү эштәрен тамамлағас, төнгә ҡаршы юлға сыҡты.
- Беҙҙең хәрәкәтте бер кем дә белергә тейеш түгел! Бышҡыра, кешәннәй торған аттарығыҙға моронса кейҙерегеҙ. Котелоктарығыҙҙы дыңғырҙатмағыҙ, сепрәккә урағыҙ, күмәкләп бер эҙҙән генә йөрөгән йыртҡыс кеүек барығыҙ! - тип командирҙар әлдән-әле, бигерәк тә яңы килеүселәрҙе, киҫәтеп торҙо һәм, тура килгәндә, командирҙар атын да, кешеһен дә дошман менән һуғышыу оҫталығына өйрәтә барҙы. Ғилмишәриф ялан почтаһын алғас та, эйәр өҫтөнә мишендән йыртып алынған ҡағыҙ киҫәге һалып, йәшелерәк һыртына бер нисә һүҙҙән генә хат сыймаҡланы. Хаттың аҙағында ул "Ат уйната-уйната, фронтҡа яҡынлашып киләбеҙ", - тип яҙҙы. Ғилмишәрифтең менеп һуғышҡа китеп барған атының колхоздарының өйөр айғыры Әүхәҙи икәнен Ялан ауылында бер кем дә, шул иҫәптән, үҙ ҡатыны ла белмәй ине әле.
Алғы һыҙыҡҡа яҡынайыуҙы төҫмөрләүе ауыр түгел. Алыҫта гөрһөлдәгән орудие атыштары көслөрәк ишетелә башланы. Емерелгән ауылдар, күмергә әйләнгән йорттар, һерәйеп ултырып ҡалған яңғыҙ-ярым мейес мөрйәләре әле генә был ерҙәрҙе һуғыш уты ялмап үтеүен һөйләп тора. Сталинград тирәһендәге ҡомло ерҙәр көҙгө ямғырҙар арҡаһында әҙәм үтә алмаҫлыҡ һорғолт бутҡаға әйләнде. Боеприпастар, кейем-һалым, фураж тейәлгән автомашиналарға ғына түгел, егеүле аттарға ла алға барырлыҡ рәт ҡалманы. Юлда батып ултырған транспорттың иге-сиге юҡ.

*Беҙҙең яҡтарҙа үҙ атаһынан өлкән ир кеше, яҡыны.

**Ике башы 20-35 сантиметр бейеклегендәге түмәрҙәргә һалынған кәртәләр аша һыбайлы ат йөрөтөү.

(Дауамы. Башы 29-37-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.09.23 | Ҡаралған: 92

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru