«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИНҺӘҢ - ИЛ, СЫҠҺАҢ - ЯУ...
+  - 


"Киске Өфө" гәзите яңы сыға башлаған ғына осорҙа редакция коллективы менән Бөрйән районында урынлашҡан Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында булғайныҡ. Унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең ҡыҙыҡлы бер күҙәтеүе хаҡында бәйән иткәйне. Был хаҡта беҙ гәзиттә бер тапҡыр яҙып сыҡҡайныҡ инде, был юлы ул хәл тураһында икенсе маҡсатта ҡабатлап һүҙ алып барам.

Хеҙмәткәрҙәр һөйләүенсә, һунарсылар ҡурсаулыҡ территорияһынан ситтә йөрөүсе боландарҙы ҡамауға алып, ауларға итһә, улар бар көсөнә сабып-йүгереп, ҡурсаулыҡ территорияһына ҡасып инә һалалар икән. Әлбиттә, ҡурсаулыҡтың сик һыҙығында бер ниндәй ҙә билдә йә кәртә юҡ, ҡурсаулыҡ менән уның янындағы территория бер яғы менән дә айырылмай: ике яҡта ла бер үк төрлө ағастар, үләндәр үҫкән урман, йылғалар, үҙәндәр, тауҙар, ҡаялар. Әммә йылдар буйына ошолай ҡурсаулыҡ эсенә һыйыныу юлы менән "ике аяҡлы эт-ҡоштан" ҡотолоп ҡалыусы малҡайҙарҙың ҡанына ошо хәл инстинкт рәүешендә һеңешеп бөткән икән. Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡлы: ҡурсаулыҡ территорияһына аяҡ баҫҡандан һуң боландар ҡапыл эркелешеп сабыуынан туҡтап, кире боролоп килеп, үҙҙәрен баҫтырып килеүсе һунарсыларҙы үсекләгәндәй: "Йә, шәп булғасығыҙ атығыҙ беҙгә, ә-ә-ә, хоҡуғығыҙ юҡ шул һеҙҙең беҙгә атырға",- тигән һымағыраҡ тегеләргә текәлеп, баштарын һелкәләр икән. Ғәжәп, малдың малы яҡланғанлығын аңлай һәм үҙенең ошо хоҡуҡи хәлен ҡыланып күрһәтә белә. Ҡурсаулыҡ эсендә урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә айыуҙарҙың көтөүҙән ҡайтып килеүсе үгеҙ-һыйырҙарға эйәреп килеп, ауыл ситенә еткәс, тороп ҡалыуҙары хаҡында мәҙәк итеп һөйләй. Улар һөйләүенсә, хатта көтөүҙәге малдар ҙа был хәлгә өйрәнеп бөткән, йәғни бер төрлө йән эйәләренең һаҡланыу инстинкты икенселәренә лә йоғонто яһай. Бына һиңә мәрәкә!
Былар барыһы ла кешеләрҙең тәбиғәтте һәм ундағы тереклекте һаҡлау маҡсатында уйлап сығарған закондарҙың хайуандар һәм йәнлектәр тормошонда нисек нығыныуын күрһәтә. Ни өсөн ҡурсаулыҡ территорияһында боландар һәм айыуҙар үҙҙәрен иркен тота ала? Ни өсөн һәр тере йән өсөн тәбиғи булған ҡурҡыу тойғоһо тап ошо территорияла ҡапыл юҡҡа сыға һуң? Сөнки был территорияла, икенсе төрлө итеп әйткәндә, ошо ил эсендә уларҙы закон һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта был илдең ситенә бер аҙым ғына аяҡ баҫтыңмы, ҡаҡ маңлайыңа йәҙрә килеп бәрелеүен көт тә тор. Йәҙрәнең үҙ ҡануны - ул көбәктән сығып ысҡындымы, бер ниндәй ҡанундар ҙа закон һыҙығынан ситкә баҫҡанды һаҡлай алмай. Сөнки боландың маңлайына "Был ҡурсаулыҡ малы, уны ауларға ярамай", тип яҙылмаған. Ҡыҫҡаһы, "Инһәң - ил, сыҡһаң - яу" әйтеменең төбөнә йәшерелгән бер мәғәнә тап ошондалыр тип уйланыла.
Хайуандарҙа һәм йәнлектәрҙә күҙәтелгән был хәлде кешеләргә ҡарата ҡулланғанда уны "ил тойғоһо" тип атарға мөмкин булыр ине. Ысынлап та, ил тойғоһо кешенең күңелендә үҙ иленә, халҡына, уның тарихына, диненә, теленә, еренә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уята, уны яҡлаулы һәм һаҡлаулы итә, ижадҡа, хеҙмәткә илһамландыра, башҡалар араһында тиң булып, лайыҡлы йәшәргә өндәй. Үҙ ерендә йәшәүсе халыҡтың, ундағы граждандарҙың ирекле үҫеше, хоҡуҡтарының тейелгеһеҙ шарттарҙа һаҡланыуы өсөн кәрәк ундай закондар. Төптән уйлап ҡарағанда, кешелек өсөн - ил, милләт өсөн дәүләт зарурлығы ла тап ошоға бәйле.
"Инһәң - ил, сыҡһаң - яу" әйтеменең икенсе төп мәғәнәһен аңлатыр өсөн башҡорт милләтенең барлыҡҡа килеүе тарихын яҙырға кәрәк булыр ине. Уйлап ҡараһаң, ошо дүрт кенә һүҙгә халҡыбыҙҙың бар тарихы һыйған кеүек. Быны аңлар өсөн билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың "Көслөгә һыйыналар, көсһөҙҙән - тайшаналар..." тигән сығышын тағы бер тапҡыр уҡыу ҙа етә: "Башҡорт милләте бик күп ырыуҙарҙан торған суперэтносты тәшкил итә. Милләт составына ингән теге йәки был ырыуҙың Ер шарының теге йәки был төбәгендә ҡандаш милләте йә дәүләте бар. Минеңсә, башҡорт - этноним ғына түгел, бер үк ваҡытта полиэтноним да, йәғни төрлө ырыу-ҡәбиләләрҙе берләштереүсе политик термин. Ысынлап та, күп кенә үҙаллы көслө ырыуҙарҙы, ҡәбиләләрҙе ниндәй көс башҡорттарға ҡушылырға мәжбүр иткән һуң? Миҫалға һалйоттарҙы ғына алайыҡ. Алтын Урҙала һалйоттар күп өҫтөнлөктәргә эйә ҡәбилә һаналған. Улар Сыңғыҙхан ырыуы менән ҡандаш. Әммә улар ике ҡитғаны яулаған Сыңғыҙ хандың туғандары булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт милләтен ҡабул итә. Бынан шул күренә: башҡорт булып аталыу ул ваҡытта оло ғорурлыҡҡа, ҙур абруйға тиңләнгән, тимәк. Шундайын затлы, аҫыл тамырлы ырыу-ҡәбиләләр башҡортлоҡто үҙҙәре теләп ҡабул итеп алғас, ул заманда башҡорт булыуы оло мәртәбәгә тиңләнгәнен аңлауы ҡыйын түгел.
Һалйоттар ғына түгел, Алтын Урҙаның алтын бағаналары һаналған ниндәй ҡеүәтле һәм киң тармаҡлы табын, мең, меркет ырыуҙары ла башҡорт милләтенә күсә, уның телен, йолаларын үҙ итә. Мәҫәлән, Алтын Урҙа тарафынан ҡыйратылған Дәште ҡыпсаҡ империяһы ярсыҡтары ҡотолор юл эҙләп төрлө яҡҡа һибелгән. Уларҙың бер өлөшө Венгрияға китә һәм ауыр яҙмышҡа дусар була. Был илдә венгр королдәре уларҙы католик диненә күсергә мәжбүр итә. Грузияға киткән ҡыпсаҡтар ҙа шундай уҡ яҙмышҡа тарый. Күптәре Ислам дине хөкөм һөргән мосолман илдәренә, бер өлөшө Башҡорт иленә килеп һыйына. Башҡорт иле ҡыпсаҡтарҙы ғына түгел, бында һыйыныр урын эҙләп килгән һәр кемде ҡабул итә. Образлы итеп әйткәндә, "Ирекле кешеләр республикаһы" ролендәге Башҡорт иле килеүселәргә йәшәргә урын бирә, уның именлеген тәьмин итә. Килеүселәр үҙ нәүбәтендә урындағы ҡәүемдең телен, динен, йолаларын, бер һүҙ менән әйткәндә, милләтен ҡабул итә. Ирекле ырыуҙар федерацияһын тәшкил иткән халыҡ составындағы эре ҡәбилә менән бәләкәй генә ырыуҙа дөйөм Башҡорт ҡоролтайында бер тигеҙ тауышҡа эйә була. Халыҡтың яҙылмаған ҡануны буйынса эре ҡәбилә бер ваҡытта ла бәләкәй ырыуҙы кәмһетмәгән, йәберләмәгән. Халыҡ йәшәйешенең тап ошо тигеҙлек һәм тиң хоҡуҡлылыҡ принцибы ситтәрҙе Уралтауға - Башҡорт иленә ымһындырып әйҙәп торған да инде..."
"Инһәң - ил, сыҡһаң - яу" әйтеменә Салауат Хәмиҙуллин килтергән бына ошо һүҙҙәрҙән дә төплөрәк аңлатма табып булмаҫ. Республикабыҙҙың тыуған көнөндә был әйтем тағы ла әһәмиәтлерәк яңғырай.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.10.23 | Ҡаралған: 89

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru