«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕККӘ ҠОРОЛҒАН
+  - 

"Киске Өфө"нө тәүге һандарынан алдырам. Үҙ ваҡытында йәмғиәтебеҙгә яңы һулыш булып килеп ингән гәзит бөгөнгө көндә лә республиканың иң мәртәбәле баҫмаларының береһе булып ҡала килә.

Гәзиттә баҫылған төрлө мәғлүмәттәр араһында айырып ҡына иң мөһим өлөшөн билдәләп булмай, сөнки уларҙың барыһы ла файҙалы һәм кәрәкле. Шулай ҙа "Киске Өфө"нөң күҙгә бәрелеп торған үҙенсәлеген билдәләп үткем килә - ул да булһа, кешегә ҡарата булған иғтибары. Баҫманың биттәрендә төрлө өлкәлә эшләүсе һөнәр эйәләре менән йөкмәткеле әңгәмәләр баҫыла. Тураһын әйткәндә, ошо әңгәмәләр аша мин үҙем өсөн күптәрҙе яңынан асам, уларҙың теге йәки был хәлгә ҡарата фекерҙәрен белеү ҙә ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ гәзит үҙ биттәрендә уҡыусы балаларға ла, йәштәргә лә ҙур урын бүлеүе менән маҡтауға лайыҡ.
Ташҡа баҫылған һүҙ мәңгелек, уның көсө лә ҡөҙрәтле. "Киске Өфө" гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре ошо хәҡиҡәтте онотмайынса, үҙ халҡына һәм иленә хеҙмәт итә, гәзит уҡыусыларҙың ышанысын тулыһынса аҡлау өсөн фиҙаҡәрлек ҡыла. Гәзиттә Өфө тураһындағы мәҡәләләрҙе, милли мәҙәниәтебеҙ тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Ваҡыты-ваҡыты менән күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар ҙа баҫтырыуы менән дә оҡшай гәзит. Шулай уҡ гәзиттең тағы бер үҙенсәлеге - яңы әҙәби авторҙар менән эшләүе.
"Мәғлүмәткә эйә булыусы бөтә донъя менән идара итә", тиҙәр. Мин быға өҫтәп, "Киске Өфө"нө үҙ итеүселәр ваҡыт менән идара итә, тиер инем, сөнки гәзит бөгөнгө көндәлек менән генә таныштырмай, ә тарихҡа ла ҙур урын бирә. Беҙ халҡыбыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырыусылар, Башҡортостаныбыҙ үҫешенә ҙур өлөш индереүселәр тураһында һәм илебеҙ өсөн мөһим булған тарихи ваҡиғалар тураһында онотмаҫҡа бурыслыбыҙ. "Киске Өфө" был йәһәттән бик тәрән йөкмәткеле мәғлүмәт бирә гәзит уҡыусыһына.
Гәзиттә үҙем өсөн мөһим тип билдәләгән тағы ла бер сифат - Өфөнө, Башҡортостанды ҙур илебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп күрә белеү һәм аңлата алыу оҫталығы. Редакция сәйәсәтенең илһөйәрлеккә ҡоролған булыуы ла уны мәртәбәле итә. "Киске Өфө"бөҙ булыуы менән ғорурланам һәм замана ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, алға барыусы редакция хеҙмәткәрҙәренә һоҡланыуымды белдерәм.

Ғәлим АҪЫЛБАЕВ.
Белорет ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.10.23 | Ҡаралған: 94

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru