«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ ЙӨРӘГЕНДӘ УЛ!
+  - 

Һәр кем үҙенең тыуып-үҫкән ерен ярата. Быны инҡар итеүселәр ҙә, тыуған ерҙәренән ситтә йәшәүҙе хуп күргәндәр ҙә күңелдәрендә үҙҙәре тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан ерҙәрен һағынмай ҡалмай.

Шулай, апайым совет осоро заманында алыҫ Үзбәкстан яҡтарына барып сығып, шунда тормош ҡороп, йәшәргә ҡалды. Йыл һайын Әбйәлиленә ҡайтҡанында тыуған яҡтарын һағынып илауы тураһында һөйләр ине. Ташкентта балаһы үҫеп буй еткерһә лә, апайым берегеп йәшәп китә алманы, хаҡлы ялға сыҡҡас та Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты. Һәм иң хикмәте шунда - уның улы әсәһе менән республикаға ҡайтты ҡайтыуға, ләкин күңеле үҙе тыуып үҫкән тыуған ерендә - Үзбәкстанда ине. Ошолай үтәлер ҙә инде тыуған яғынан йыраҡта йәшәргә мәжбүр булған кешенең ғүмере. Мин үҙем иһә Әбйәлилемдән ситтә йәшәүемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Күрше Магнитогорск ҡалаһындағы студент йылдарым үтте, уҡыған мәлдә лә аҙна һайын ауылға атлығып торҙом. Городҡа (Әбйәлилдәр Магнитогорск ҡалаһын шулай йөрөтә) йыш юл төшә хәҙер ҙә, ләкин бәләкәйҙән күреп-белеп үҫһәм дә, урыҫтарын да туғандар кеүек күрһәк тә, күңелгә үтеп инә алмай. Шуға күрә йомош менән барылһа ла, туғандар саҡырып торһа ла, тиҙ генә ҡайтыу яғын ҡарайым. Магнитогорск ҡалаһын сығып, бер аҙ барғас, элек һәр юлсыны "Башҡортостан Республикаһы" исемле стела ҡаршы ала ине, ләкин уны алып ташлағандарына бер нисә йыл үтте, ә урынына яңыһын ҡуйырға ҡабаланмауҙары үкенесле. Ике төбәк араһындағы сик юйылмаһын ине.
Башҡортостан - йөҙҙән ашыу милләт үҙ-ара татыу йәшәгән республика. Минең олатайым һәм өләсәйемдең Магнитогорскиҙан килеп йөрөгән урыҫ "ызнакумдары" булды, атайым менән әсәйем университетта бергә белем алған белорус милләтле ғаилә менән тығыҙ аралашып йәшәй, минең ғаиләмдең яҡын дуҫтары араһында ла әллә күпме төрлө милләт вәкилдәре бар. Беҙ татыу, бер-беребеҙҙең йола-ғәҙәттәрен, тел һәм диндәрен ихтирам итеп йәшәйбеҙ. Башҡорт булмаған милләттәрҙе ситләштереү тигән күренеш юҡ беҙҙә, әле булһын башҡа төбәктәрҙән күсеп килеп, республиканы төйәк итеүселәр бихисап. Ләкин уларҙың ерле халыҡты һәм бер-береһен хөрмәт итеүе мотлаҡ, тип уйлайым.
Республикабыҙ миңә тағы ла шуныһы менән күңелемә яҡын - беҙҙә төрлө саралар күп уҙа. Бәләкәй генә ауылда ла, район-ҡала кимәлендә лә, шулай уҡ бөтә республиканы үҙ эсенә алған һәм халыҡ-ара саралар Башҡортостандың бер күрке булып тора, тип уйлайым. Быйыл йәй генә булып уҙған "Китап байрамы", балаларҙың ғына түгел ололарҙың да күңеленә хуш килгән "Әйҙә уйнайыҡ" фестивале, "Патриот" хәрби-патриотик паркында даими рәүештә уҙғарылған саралар, Таһир Кусимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромындағы ат сабышы ярыштары - быларҙың барыһы ла республикабыҙ халҡында ғорурлыҡ тыуҙырырға булышлыҡ иткән мәлдәр. Берҙәмлеккә әйҙәүсе, илһөйәрлек рухы тәрбиәләүсе, үҫеп килгән быуынға иғтибарҙы арттырыусы, йәштәр һәм оло йәштәгеләрҙең ихтыяждарын күҙ уңында тотоп уҙғарылған мөһим саралар үтеүе менән мәртәбәлебеҙ. Артабан да Башҡортостаныбыҙ рухлы, аңлы юлдан барасағына ышанам.

Риф САДЫҠОВ.
Әбйәлил районы.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.10.23 | Ҡаралған: 98

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru