«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОЛАЛАРЫБЫҘ БЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙ
+  - 

Башҡорт халҡының тарихы бай. Халҡыбыҙ үҙенең тарихи үҫешендә нимә генә күрмәгән, нимә генә кисермәгән. Ҡайһы ваҡыт ошоларҙы иҫкә төшөргән саҡта, аптырап, үҙемә-үҙем: "Халҡым нисек итеп быларҙың бөтәһен дә үткәрә, кисерә алырға көс тапҡан һуң?" - тигән һорау биреп ҡуям. Түҙемле, сыҙамлы булған халҡым, киләсәккә булған яҡты өмөтөн юғалтмаған! Оло яуаплылыҡ тойғоһо менән киләсәк быуындарҙы ҡайғыртып йәшәгән!

Минеңсә, халҡымдың тарихи үҫеше, уның булмышы йола культына нигеҙләнә. Башҡорт өсөн "йола" тигәнең изге төшөнсә. Беҙ быны бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, аңлайбыҙ. Минең тормошта ул "йола" тигәнең тик файҙаға ғына булды. 1970 йылда Өфөлә башҡорт зыялыларының тырышлығы менән 20-се ҡала башҡорт мәктәбе асылды. Ошо юлдарҙың авторы был мәктәптә беренсе кластан алып унынсы класҡа тиклем уҡыу бәхетенә иреште. Хәҙер инде мәктәпте тамамлауыбыҙға ла ҡырҡ өс йыл булып киткән. Ғүмеребеҙҙең ошо ун йылын иҫкә төшөргән һайын, уҡытыусыларыбыҙға рәхмәттәр әйтке килә. Улар беҙҙе төрлө форматтағы йолалар менән таныштырҙы, уларға ылыҡтырҙы. Башланғыс кластарҙы ғына алайыҡ. Ул саҡта 23 февраль көнө һәр класс хәрби парадта ҡатнаша ине: үҙенең генә һайлаған формаһы, йыры, девизы була торғайны. Был байрамды йыл буйы көтөп ала инек, ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалмай, улар беҙгә әҙерләнергә ярҙам итәләр ине. Хәрби парад мәктәптең спорт залында үтә торғайны. Парад һәр ваҡытта данлыҡлы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы (элекке 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) 148-се артиллерия-миномет полкының командиры, полковник Сәйфулла Хәлил улы Хәбировтың сығышынан башлана. Ул дивизияның данлы хәрби юлы тураһында телмәр тота, генерал М. Шайморатов тураһында ла бәйән итә. Аҙаҡ инде һәр бер сығышҡа баһа бирә. Беҙ кисен мәктәптән ҡайтыу менән атай-әсәйҙәребеҙҙән үҙебеҙҙең һуғышта һәләк булған ҡартатайҙарыбыҙ тураһында һорашабыҙ, уларҙың ошо дивизия сафтарында фашистарҙы дөмбәҫләүен белгәс, ысын күңелдән шатланабыҙ. Тимәк, ошо хәрби парад кеүек мәктәп йолаһы яңы ғына уҡыуҙарын башлаған балаларҙың күңелендә үҙ иленә, халҡына, уның хәрби юлына ҡарата ҙур һөйөү уята башлай. Тора-бара уҡыусы балала үҙ халҡы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә.
Уртансы кластарҙа пионерҙар сафына баҫтыҡ. Һәр отрядтың үҙ исеме булды: Салауат Юлаев, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Муса Гәрәев... Былары бөтәһе ла башҡорт балаһы өсөн изге исемдәр. Тимәк, уҡыусы бала, пионерҙар сафында тороп, ғүмеренең дүрт йылы дауамында үҙ халҡының арҙаҡлы улдары, уларҙың тормошо, хәрби юлы тураһында байтаҡ мәғлүмәт ала. Был иһә пионер тормошондағы төрлө саралар, йолалар аша бирелә. Эйе, уҡытыусы уҡыусы баланы дәрестә лә тәрбиәләй, кластан тыш сараларҙа ла. Хәҙер инде ғорурлыҡ тойғоһона яйлап яуаплылыҡ тойғоһо өҫтәлә башлай. Шулай итеп, уҡыусы бала үҫмер ҡорона етеүгә, төрлө форматтағы изге йолаларҙың йоғонтоһо арҡаһында рухлы шәхесҡә әүерелә.
1989 йылдың ғинуар айында Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында эш башланым. Бында инде яҙын, көҙөн кафедра мөдире Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинованың тәҡдиме менән "Башҡорт мәҙәниәте айлыҡтары" тигән сараны үткәреү юғары уҡыу йортоноң изге йолаһына әйләнеп киткәйне. Был сараның программаһы ла бик ҙур ғына: стена гәзиттәре конкурсы, тематик кисәләр, театрға барыу һәм ҡараған спектаклгә инша рәүешендә рецензия яҙыу, шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсы, яҙыусылар, артистар менән осрашыу. Иң мөһиме - башҡорт халҡының берәй йолаһын күрһәтеү. Ошо "айлыҡ" тигән изге йола буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын формалаштырыуҙа ҙур роль уйнаны. Хәҙер инде ошо айлыҡ мәктәбен үтеүсе студенттар бөгөнгө көндә республикабыҙҙа танылған ғалимдар, журналистар, атҡаҙанған уҡытыусылар. Эйе, был йола уларҙы рухи яҡтан ныҡ үҫтерҙе, оло юлға төплө итеп әҙерләне. Был йәһәттән яҙыусыбыҙ, башҡорт халыҡ педагогикаһының әйҙәүсе белгесе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваны лә телгә алып китергә була. Уның "Йәйләү" этнолагерын ғына алайыҡ. Йола культының дөрөҫ һәм урынлы өҫтөнлөк итеүе бында ял итеүсе балаларҙы рухлы шәхес итеп формалаштыра ла инде.
Мин халҡыбыҙҙың тарихи үҫеше юҫығынан ҡарағанда бер бәләкәй генә кешемен. Әммә үҙемдең шәхси ҡарашымды шулай тип дәлилләгем килә: йәш быуынды үҙебеҙҙең йолаларыбыҙға ныҡлап йәлеп иткәндә, халҡыбыҙҙы ла һаҡлап ҡаласаҡбыҙ...

Юлай ПСӘНЧИН,
филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.10.23 | Ҡаралған: 130

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru