«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЛИЛИӘ ҒҮМӘРОВАНЫҢ ТОРМОШ БАҪҠЫСТАРЫ, ЙӘКИ ХЕҘМӘТТӘ ЯУЛАНҒАН ҮРҘӘР
+  - 


Сираттағы әңгәмәбеҙ ҡәҙимге башҡорт ауылында тыуып үҫеп, идара итеү һәм сәйәсәт өлкәһендә Рәсәй кимәлендә танылыу тапҡан данлы яҡташыбыҙ, билдәле сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре Лилиә Салауат ҡыҙы ҒҮМӘРОВА менән.

Ырыуығыҙ, затығыҙ, тыуып үҫкән ер-һыуығыҙ менән таныштырайыҡ әле башта гәзит уҡыусыларыбыҙҙы...

- Мин Учалы районы ҡыҙы, беҙ тиләү ырыуына ҡарайбыҙ. Шәжәрәмде, ата-бабаларымдың кемдәр булғанын арыу ғына беләм. Нисек кенә булмаһын, мин был мәғлүмәттәрҙе мотлаҡ балама, ейән-ейәнсәрҙәремә лә тапшыра аласаҡмын. Ҡыҙым менән был турала гел әңгәмәләшеп торабыҙ, ул тамырҙарыбыҙ тураһында ҡыҙыҡһына, әленән-әле һорауҙар бирә. Ҡыҙыма туған телебеҙҙе - башҡорт телен белеү мөһим икәнен бәләкәй сағынан уҡ аңлата килдем. Ул Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында уҡыны, ике телде лә бик һәйбәт үҙләштерҙе. Ә бит беҙҙең ҡайһы бер күренекле генә зыялыларыбыҙҙың балалары туған телен бөтөнләй белмәй, ниңәлер сит илдәрҙә уҡыуҙы, сит ил телдәрен белеүҙе өҫтөн итеп ҡуя. Әлбиттә, сит ил телдәрен өйрәнеү кәрәк, ләкин был мауығыу, был ынтылыш туған телеңде инҡар итеү иҫәбенә атҡарылмаһын ине.
Атайым хаҡында бер аҙ һөйләп китәйем әле. Уның тулы исем-шәрифе - Салауат Юлай улы Фәтҡуллин. Фамилияһы - әсәһенеке. Тарих былай: атайым Юлай Мортазиндың улы. Беҙҙең Лут олатайыбыҙҙың улдары - Ғайса, Мотал һәм Муса, улар барыһы ла Мортазиндар. Юлай ҡартатайым - Муса Мортазиндың бер туған ҡустыһы Ғайсаның улы (шундай фараз да бар: Юлай Муса Мортазиндың улы булған, уны ҡотҡарып ҡалыу өсөн Ғайсаныҡы итеп күрһәткәндәр, имеш. Әммә был фаразды тикшерәһе бар әле). Үҙегеҙ беләһегеҙ, Муса Мортазин 1937 йылда репрессияға дусар ителә, ул саҡта "халыҡ дошмандары"ның ир туғандарына ла ғәйеп тағылып, хөкөм ителә. Шунлыҡтан, Юлай ҡартатайым вафат булғас, репрессия шәүләһенән ҡурҡып, туғандары уны ерләшергә лә килә алмай. Атайым былар хаҡында әллә ни һөйләмәй торғайны. Атайымдың фотоһын Муса Мортазиндың фотоһы менән сағыштырып ҡараһаң, улар бер-береһенә шул тиклем ныҡ оҡшаған. Нисек кенә булмаһын, беҙгә, Муса Мортазин вариҫтарына, был туғанлыҡ оло яуаплылыҡ өҫтәй. Шуға күрә Учалыла эшләгән сағымда Муса Мортазин музейын асыу өсөн байтаҡ көс һалынды.

Бала сағығыҙ Учалы районының ҡайһы ауылында үтте?

- Беҙ тирә-яҡҡа киң билдәле "Байрамғол" совхозының үҙәгендә - Уральск ҡасабаһында йәшәнек. Заманында Әҙһәм Шәрәфетдинов етәкселегендәге "Байрамғол" совхозы миллионер булды, даны тирә-яҡта гөрләп торҙо. Урта мәктәп, музыка мәктәбе, балалар баҡсаһы бар ине, атлы спорт клубы, башҡа төрлө спорт һәм сәнғәт түңәрәктәре эшләне. Атайым "Колхида" маркалы йөк машинаһында йөрөнө, уны водителдәр "үлемесле машина", тип атаған икән: үҙе һыуыҡ, тиҙ ватылыусан, ә атайымды яртышар, хатта берәр айға әллә ҡайҙарға командировкаға ебәрәләр. Уның шундай тырыш, түҙемле булғанына хайран ҡалырлыҡ ине. Шул уҡ ваҡытта ул бик музыкаль кеше булды, китаптар уҡырға яратты.
Ә әсәйем 40 йылға яҡын балалар баҡсаһында эшләне. Ул да китап уҡырға яратты. Ул заманда магазиндарҙан китаптарҙы сират тороп алалар ине бит, әсәйемдең шулай итеп беҙҙең өйҙөң китапханаһын ишәйтеүен беләм. Хатта беҙҙең китап кәштәһендә В.И. Ленин әҫәрҙәренең тулы йыйынтығы ла бар ине, уларҙы ла ҡараштыра инек. Әсәйемдең ошондай һиҙемләүе булғандыр: өйҙә китап күп икән, был кеше тормошона рухи нигеҙ була. Беҙ шуға инанып үҫтек тә инде. Әсәйемдең: "Лилиә, ошо китаптарҙы уҡыһаң, аҡыллы кеше булып үҫерһең", - тип әйткәне күңелгә һеңгән. Ул саҡта ҡайһы бер китаптарҙы уҡыйым-уҡыйым да, бер ни ҙә аңламайым, әммә барыбер китап уҡыуҙан ваз кисмәйем. Нисек кенә итеп иҫкә алһаң да, бала сағыбыҙ бик бәхетле булған: походтарға йөрөнөк, түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында шөғөлләндек. Байрамдарҙа сығыш яһарға булһаҡ, әсәйем төнө буйы ултырып, беҙгә костюм тегер ине.
Атай-әсәйебеҙ беҙҙе йорт эштәренә лә йәлеп итте, бала саҡтан эшкә күнегеп үҫтек. Шуныһы хәтеремдә: мәктәптәге дәрестәрҙән һуң йә музыка мәктәбенә йөрөйөм, йә волейбол, баскетбол, аэробика менән шөғөлләнәм, әммә өйҙән сығып китер алдынан мотлаҡ һыйырыбыҙҙы ашатып, һыу эсереп китергә тейешмен. Әсәйем гелән: "Эшлә, балаҡайым, эштән бер кем дә үлмәгән", - тип әйтер ине. Беҙ бер эшһеҙ урамда йөрөмәнек, ваҡыт ҡалмай ине уның өсөн. Мин хәҙер ҙә Уральскийҙа йәшәгән йылдарымды, алтын бала сағым, тип, һағынып иҫкә алам... Әсәйем ошо көндәрҙә ҡыҙымдың туй табынындағы телмәрендә лә быларҙы хәтергә төшөрөп алды һәм: "Беҙ олатайың менән өйләнешкәндә уның бер ҡара сумаҙанынан, минең сумкаларымдағы әйберҙәремдән башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ ине. Әммә матур итеп йәшәнек тә киттек, бергәләп тырышып, донъя көттөк, ике ҡыҙға ғүмер бирҙек. Донъя малы табыла ул, тик һәр икегеҙҙең тырышлығы, түҙемлеге, бер-берегеҙҙе аңлауы кәрәк", - тине. Эйе, ғаилә ҡорған йәштәр өсөн алтын кәңәш инде былар.

Лилиә Салауат ҡыҙы, һеҙ башҡортса бик һәйбәт һөйләшәһегеҙ. Мәктәбегеҙҙә башҡорт теле уҡытылдымы?

- Беҙҙең мәктәптә 1-се класс балаларын барыһын да бер уҡыу планы буйынса уҡыттылар, башҡорт теле предметы булманы. Шунан, 2-се кластан башлап, уҡыусылар 3 төркөмгә бүленә ине: "А" класында башҡорт теле аҙнаһына 2-3 сәғәт уҡытыла башлай, "Б" класында башҡорт теле уҡытылмай, ә "В" класында ауылдарҙан килгән башҡорт балалары тулыһынса башҡорт телендә уҡыны, ә рус теле һәм әҙәбиәтен предмет булараҡ өйрәнде. Мәктәбебеҙҙең интернаты булды ул саҡта, мәктәп автобусы менән дә уҡырға йөрөнө ауыл балалары. Оло кластар оҙағыраҡ уҡый, ә бәләкәйерәктәр уларҙың дәрестәре, кластан тыш эштәре бөткәнсе, сәғәт 4-тәргә тиклем көтөп ултыра ине.
Ә мин үҙем 1-се класҡа 6 йәшемдән барҙым. Былай булды ул хәл. Әсәйем: "Һин, Лилиә, буйға оҙон ғынаһың, балалар баҡсаһында 7 йәшлектәр һинән бәләкәйерәк, әйҙә, мәктәпкә уҡырға бар", - тине. Әммә башланғыс класс уҡытыусыһы мине, бәләкәй, тип, уҡырға алырға риза булмаған. Минең уҡырға барырға теләгем ҙур булғандыр, директор кабинетына барып ингәнмен дә: "Алмаз Сәлимович, һеҙ ни эшләп мине уҡырға алмайһығыҙ? Мин бит уҡый ҙа, һанай ҙа беләм, вис беләм!" - тип әйтәм икән. Шулай бик ныҡышҡас, уҡыһын әйҙә, тип рөхсәт биргән директорыбыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Алмаз Сәлим улы Исхаҡов 27 йыл буйына мәктәптә директор булды, хәҙер мәктәп уның исемен йөрөтә. Тәүге уҡытыусым Татьяна Васильевна мине, әле балалыҡтан сығып бөтмәгән ҡыҙыҡайҙы, ҡайҙа маҡтап, ҡайҙа хуплап, дәртләндереп, уҡытып алып киткән бит. Төплө белемле, бала күңеленә юл таба белгән, психологик яҡтан бик һиҙемле уҡытыусы булды шул ул. Өйҙә башҡортса ла, русса ла һөйләштек. Һеңлем "А" класында уҡығас, уға башҡорт теле дәрестәре лә керҙе, ә миңә "Б" класында тик русса уҡырға тура килде. Шунан һуң, Белорет педучилищеһында уҡыған сағымда вокаль төркөмдә йырлай инем, Белорет ауылдарында концерт ҡуйып йөрөнөк, башҡорт йырҙарын башҡарырға тура килде. Шул саҡта бер башҡорт егете менән дуҫлашып киттек, ул армиянан миңә тик башҡорт телендә генә хаттар яҙҙы. Шулай итеп мин аҡрынлап башҡорт телендә уҡырға өйрәндем. Әлбиттә, туған телебеҙҙе бөтә нескәлектәрендә өйрәнеү насип булманы, шуға күрә башҡортса интервью бирер алдынан ныҡлап әҙерләнергә тура килә.

Мәктәптән һуңғы юлдар ҡайҙарға илтте?

- Әсәйем партия ағзаһы булды, күп итеп гәзит-журналдарға яҙылды. Мин шуларҙы уҡып, шунда яҙылғандарға ышанып, идеялы кеше булып үҫкәнмендер инде. Ә шулай ҙа минең уҡытыусы булырға әллә ни теләгем юҡ ине. Хыялым - сәнғәт институтында уҡып, диктор һөнәренә эйә булыу. Инде шул уҡыу йортона инеп бөткәйнем, атайым кирегә дүндерҙе: "Ҡыҙым, сәнғәттә йә беренсе булырға, йә бөтөнләй ул өлкәгә аяҡ баҫмаҫҡа кәрәк", - тине. Атайымдың һүҙен тыңланым, пединституттың тарихи-хоҡуҡи факультетына инергә булдым. Бер имтиханды "биш"кә, икенсеһен "дүрт"кә бирһәм дә, конкурстан үтеп булманы: армиянан ҡайтҡан егеттәрҙе конкурстан тыш алдылар ул саҡта. Эй иланым шунда, беҙҙең баштарға "программа" һалынған бит инде - мәктәпте тамамлағас, институтҡа инергә, шунан эшләй башларға, кейәүгә сығырға, бер йыл үткәс, бала табырға. Ә мин шул "программа"ға яраҡһыҙ булып сыҡтым. Шул саҡта атайымдың бер иптәше миңә руссалап әйтә ҡуйҙы бит: "Айда поехали в Белорецк, там в педучилище поступишь", - ти. Барҙым, документтарҙы тапшырғас, шундай яҡшы билдәләр менән нисек вузға уҡырға алманылар ул, тип аптырайҙар. Шулай уҡып алып киттем педучилищела. Ғөмүмән, педучилище бик күпте бирҙе. Бына, мәҫәлән, беҙгә педиатрия нигеҙҙәрен уҡыттылар. Бер йәшел тышлы ҡалын дәфтәргә лекцияларҙы яҙып барғанмын. Хәҙер шуларҙы уҡып ҡарайым да, иҫем китә: балалар ауырыуҙары буйынса нисек төплө мәғлүмәттәр биргәндәр беҙгә. Бер саҡ шулай бала менән Өфөлә дауаханала ятам, үҙемде насар тоя башланым. Температурам күтәрелде, телем ҡуныҡ менән ҡапланған. "Миндә аппендицит бит", тим табипҡа. Ул: "Ниндәй аппендицит булһын!" тип туҙынып китте. Аҙна буйына эсем ауыртыуын баҫыр өсөн баралгин бирҙеләр. Бер көндө температурам 40 градусҡа етте. Күрәһең, һуҡыр эсәк шартлап, перитонит башланған. Алып киттеләр мине Өфөгә, Республика дауаханаһына. Был хәл төнөн булды. Миңә бер республикала танылған хирург операция эшләргә тейеш ине, әммә, әмәлгә ҡалғандай, дауаханаға бер нисә урындан бысаҡ менән сәнселгән ирҙе алып килделәр ҙә, теге хирург ул ирҙе ҡотҡарырға тейеш булып сыҡты. Ә миңә операцияны Павлов фамилиялы йәш кенә хирург эшләне (әлеге ваҡытта Павлов Валентин Николаевич - БДМУ ректоры, РФА академигы, медицина фәндәре докторы, профессор).
...Педучилещеға уҡырға кергән сағымда миңә 16 ғына йәш ине, ауыл балалары бит инде беҙ, ҡала таныш түгел. Ҡала буйлап йөрөгәндә аҙмы-күпме ҡурҡыу, хәүефләнеү тойғоларын кисерә инек. Училищены Ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Өфөгә барып, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға индем.

Һеҙ институтта психология фәнен өйрәнгәнһегеҙ, уның эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа файҙаһы тейҙеме?

- Психологияға килгәндә, беҙ уны, башлыса, теоретик яҡтан өйрәндек. Ә ғәмәли, практик психология яңы ғына үҫешә башлаған ваҡыт ине. Институтты ла Ҡыҙыл дипломға тамамлап, Учалыға эшкә ҡайттым. Ә нисек итеп эшкә инеп китеүем үҙе бер ҡыҙыҡ тарих. Тегендә барам, бында барам - бер ҡайҙа ла эш юҡ. Бер балалар баҡсаһына нянечка кәрәк икән, тип ишетеп ҡалдым. Барҙым. Дипломдарымды ҡаранылар ҙа: "Иртәгә килегеҙ, бәлки, алырбыҙ", - тиҙәр. Шунан әсәйемә мине химиянан уҡытҡан Дамира Ваис ҡыҙы: "Лилиә тиҙ генә 10-сы мәктәпкә барһын, унда пионервожатый кәрәк", - тип шылтыратҡан. Минең эш таба алмайынса йөрөгәнемде белгәндер инде. Ә ул мәктәптә уның һеңлеһе Гөлшат Ваис ҡыҙы директор урынбаҫары булып эшләне ул саҡта. Унда миңә мәктәп психологы булып эшләргә тәҡдим иттеләр. Психолог вазифаһынан тыш, уҡыусыларҙың төрлө эштәрен ойоштороусы итеп ҡуйҙылар, егелеп эшләргә тура килде. Ул линейкалар, ул төрлө байрам сараларына әҙерләнеү, кластан тыш эштәр - тик өлгөр генә. Тормош иптәшем менән (ул милицияла эшләне) иртүк сәғәт 8-ҙән сығып китәбеҙ ҙә кисен 10-ға ғына ҡайтып керәбеҙ. Йәш белгескә былар ғына аҙ булыр, тигәндәй, иң артта ҡалған класты ла бирҙеләр, аҡрынлап юлға һалдым уҡыусыларымды. Бик ҙур мәктәп, 1100 бала уҡый, барыһына бер психолог. Эш тәжрибәһе бөтөнләй юҡ. Балаларға нисек һөҙөмтәле йоғонто яһарға, уҡытыу-тәрбиә эшендә уларҙың психологик үҙенсәлектәрен нисек итеп иҫәпкә алырға эш барышында өйрәнергә тура килде. Уҡыусылар менән эшләү өсөн методик инструментарий кәрәк бит инде, ә ул юҡҡа иҫәп. Ҡалала бер нисә мәктәп психологы булды, бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп эшләнек.
Ғөмүмән, кеше тәбиғәте ҡатмарлы, уның шәхесе, тәртибе, ғәмәлдәре тик йәмғиәттән, башҡалар йоғонтоһонан ғына хасил булмай. Әлбиттә, кешенең психологик үҙенсәлектәрен ғәмәли рәүештә беләһең икән, уға ҡарата дөрөҫ мөнәсәбәт булдырыу еңелерәк.

Тормош юлдашығыҙ менән нисек танышып киткәйнегеҙ?

- Беҙ студент инек танышҡан сағыбыҙҙа. Ул Ауыл хужалығы институтының 5-се курсында уҡый ине, мин - Пединститутта. Танышып китеүебеҙ осраҡлы булды, тип әйтергә була. Поезда бер таныш ҡыҙ менән һөйләшеп китеп барабыҙ. Был егет шул ҡыҙ аша минең кем булыуым менән ҡыҙыҡһынған, исемемде һораған. Бер мәл ул ҡаршыма килеп ултырҙы ла: "Һаумы, Лилиә!" - ти. Мин аптырап киттем, һин мине ҡайҙан беләһең, тим. "Һин оноттоңмо ни, осрашып, һөйләшеп йөрөнөк тә баһа!" - ти был. Шулай һөйләшеп киттек. Әммә мин үҙемдең нисәнсе курста уҡығанымды ла, ҡайҙа йәшәгәнемде лә белдермәнем. Тик студеттарҙың 1-се ятағында йәшәүем тураһында ғына әйткәнмен. Шунан ул бер ай буйы Өфө студенттарының барса 1-се ятаҡтарын йөрөп сығып, мине килеп тапты. Дуҫлашып киттек шулай, киноларға йөрөйбөҙ, Өфөнөң үҙәк урамдарын ҡыҙырабыҙ. Кафеға инеп, туңдырма алһаҡ, киноға аҡса ҡалмай, әммә йәш саҡ бит, шул тиклем күңелле ине.

Һәр кемебеҙҙең үҙ ояһы бар, унда үҙебеҙсә генә булған ҡағиҙәләр хөкөм һөрә. Өйләнешкәс, үҙ ғаиләһе талаптарына ярашлы тәрбиәләнгән ике кеше араһында, бер-береһенә өйрәнгәнсе, ҡыйынлыҡтар ҙа була. Һеҙҙең яңы ғына ҡорған ғаиләгеҙҙә ошондай ауырлыҡтар булманымы?

- Тормош юлдашым Рәхимйән Мәҫкәү ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, 4 һеңлеһе бар, ул - иң өлкәне. Ғүмәровтар Учалыла күптәр, билдәле кешеләр. Ҡәйнәм ғүмере буйы һауынсы булып эшләгән ауыл ҡатыны, ҡайным - идарасы вазифаһында. Улар беҙгә ҡарағанда хәллерәк йәшәгәндәрҙер, машиналары ла булды. Мине ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. Туйыбыҙҙы боронғо башҡорт йолаларына ярашлы уҙғарҙылар, тәүҙә мине һоратып, яусылар ҙа килде. Шунан танышыуҙар, туй тураһында һөйләшеп килешеүҙәр булды. Әсәйем аҙаҡ, һине кейәүгә биргәндә 5 тапҡыр ҡунаҡ йыйырға тура килде, тине. Беҙҙең йола буйынса тәүҙә ҡыҙ яғында ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы 2-3 көн ҡунаҡ итәләр, ә унан кейәү йортонда туй дауам итә бит инде. Бына шулай йәшәп алып киттек.

Артабан һеҙҙең Учалыла урындағы хакимиәт эшенә, идара итеү даирәһенә күсеүегеҙҙе беләбеҙ. Шул хаҡта ла һөйләп үтегеҙ әле.

- Мәктәптә 6 йылдан ашыу эшләнем. 2001 йылда Учалы ҡала хакимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәре вазифаһына конкурс иғлан иткәйне. Таныштарымдан кемдер миңә: "Лилиә, бар һин шунда эшкә, белемең етерлек, кешеләр менән аралаша, аңлаша алаһың, һөйләү телең дә бик һәйбәт", - тип кәңәш бирҙе. Мин ошо конкурста ҡатнашырға булдым. Ул саҡта Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы булып Ринат Барый улы Абдуллин эшләй ине. "Ул бит бик ҡаты, уҫал кеше, барма һин унда", - тип шылтыратыусы, киҫәтеүселәр ҙә булды. Шулай ҙа мин ниәтемдән баш тартмаҫҡа булдым. Ринат Барый улы минән ҡайҙан икәнемде, ҡайҙа уҡығанымды һораша башланы. Психолог икәнемде, журналист булып эшләгәнемде әйттем. "Бында психолог, журналист булыу етмәй, ә иҡтисадты белеү, анализлай белеү мотлаҡ", - ти. "Мин өйрәнермен", - тип яуапланым. Шулай хакимиәттә эшләп алып киттем.

Педагогика өлкәһенән хакимиәт эшенә күскәндә ниндәйҙер шик-шөбһәләр, эштәрҙе нисек итеп юлға һалыу менән бәйле хәүефләнеүҙәр кисерҙегеҙме?

- Әллә ниндәй уйҙарға бирелеп ултырырға ваҡыт булманы ул. Бар ниәт - эшләргә. Беҙҙең бүлектә ни бары 2 кеше эшләне. Ә бурыстар ҙур: төрлө материалдарға анализ эшләргә, хакимиәт башлығына төрлө саралар буйынса текстар әҙерләргә, һәр бер ауылда ойошторолған мәғлүмәт-аналитика төркөмдәренең эшен әүҙемләштерергә кәрәк булды. Өҫтәүенә, башҡа бүлектәрҙән киләләр ҙә, тегене яҙып бирегеҙ, был хаҡта мәғлүмәт әҙерләгеҙ, тип тағы эш ҡушалар.
Артабан мине бүлек етәксеһе итеп ҡуйҙылар, ярҙамға бер йәш ҡыҙҙы эшкә алдылар. Тора-бара мәғлүмәт-аналитика бүлеге эшмәкәрлеген яйға һалдыҡ, системалы рәүештә эшләй башланыҡ. Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булып, уларҙың мохтажлыҡтарын иҫәпкә алырға, аңлатыу эштәре алып барырға өйрәндек.
Эшемә һәйбәт баһа биреп, хакимиәт башлығының ижтимағи эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнеләр. Минең ошо вазифалағы төп бурысым - халыҡ менән эшләү булды, уларҙың ихтыяждарын ҡайғыртыу, мәнфәғәттәрен яҡлау. Шуның өсөн эшлекле белгестәрҙән үҙемдең командамды булдырҙым. Ә ваҡыттар еңелдән түгел ине, 2000 йылдар башында төрлө реформалар бара, шул уҡ льготаларҙы монетизациялау иғлан ителгәс, халыҡ урамға сығып, үҙ талаптарын белдерә башланы. Хакимиәт башлығы кешеләр менән һөйләшергә, аңлашырға мине сығара. Халыҡҡа эштең ниҙә икәнен аңлата алһаң, улар тыныслана. Ғөмүмән, хакимиәттә эшләгән йылдарымды етәкселек мәктәбе, тип атарға мөмкин.

Ғәҙәттә, айырым бер сәйәсмәнгә халыҡ йә ышана, йә юҡ. Бының үҙ сәбәптәре барҙыр инде...

- Иң элгәре кешеләр менән йышыраҡ аралашыу, уларҙы борсоған һорауҙарға иғтибарлы булып, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында бергәләп һөйләшеү фарыз. Бына ауыл проблемаларын алайыҡ. Ауылдарға йөрөп, клубтарҙа сходтар үткәреп, кешеләрҙең ни һөйләгәндәрен тыңлап, аңлашып эшләгәнгә ни етә. Уларҙың проблемаларын ауыл советынан алып Федерация Советына тиклем күтәреү мөмкинлеге бар бит. Коллегаларым менән аралашҡанда ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең һайлауҙар алдынан политтехнологтарҙы яллауҙары, уларға миллион һумлап аҡса түләүҙәре хаҡында ишеткәнем бар. Быныһы ғына ярай әле, шул уҡ политтехнологтар урындағы хәлдәр хаҡында бер ни белмәйенсә, тиҫтәләгән пункттарҙан торған программалар ҙа яҙып бирәләр, имеш. Ошо рәүешле генә халыҡ ышанысын яулап булмай бит инде.
Мин район хакимиәтендә эшләгән осорҙа күп нәмәгә өйрәндем, ул саҡтағы коллегаларыма рәхмәтлемен. Бына, мәҫәлән, ҡалала, районда махсус иҫәптә торған балалар байтаҡ булды. Күбеһенең аталары юҡ, әсәләре эскегә һалышҡан. Балиғ булмаған балалар эштәре буйынса комиссияға саҡыртып, штраф һалып ҡына бер ни эшләп булмай. Шундай ҡарарға килдек: төрлө органдарҙа хеҙмәт иткән офицерҙарҙың һәр береһенә ошондай бер үҫмерҙе беркеттек. Бағыусылар табып (айына 60 мең һум), уларҙы бассейнға бушлай йөрөтә башланыҡ. Бер йәй дауамында үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтары 2 тапҡырға кәмене.
Йәнә бер осраҡ иҫтә ҡалған. Ауылдарҙа эскелек көслө ине. Иң насары - ирҙәре вахтала йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар эсә. Ни эшләргә? Комиссия төҙөп, ауылдарға сыға башланыҡ. Хәтеремдә, бер ауылда комиссия ултырышына 10-лап эскесе ҡатын саҡырылғайны. Уларҙы өгөт-нәсихәт менән ҡотҡарып булырлыҡ түгел. Мин уларға: "Йә дауаланаһығыҙ, йә суд аша әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителәсәкһегеҙ", - тигән талап ҡуйҙым. Уларға, Американан алдырылған код ампулаларыбыҙ бар (буш, йәғни дарыуһыҙ ампула (плацебо), тип, шул юл менән дауаланыуға ризалашырға тәҡдим иттек. Ризабыҙ, тип расписка ла яҙҙырып алдыҡ. Уларҙың балаларын ҡурсалау хаҡына эшләнек быны. Һуңынан ошо ҡатындарҙың һигеҙе эсеүен ташланы тип хәбәр иттеләр.
Йәки балаларҙың йәйге каникулдарын ғына алайыҡ. Ауыл балалары бар, ҡалаларҙан ауылға ял итергә килеүселәре лә байтаҡ була. Әлбиттә, балалар өсөн лагерҙар бар, әммә был ғына етмәй. Беҙ йәйге миҙгелдә күпме бала бар икәне тураһында һәр бер ауыл буйынса мәғлүмәт ала инек. Улар өсөн дискотекалар, төрлө кисәләр, мәҙәни саралар, спорт уйындары ойоштороуҙы контролдә тота инек. Ҡала мәктәптәрендә лә шул саҡта йәйге лагерҙар ойошторола башланы, өҫтәлмә белем биреү, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүсе үҙәктәрҙең эше әүҙемләштерелде. Әйтергә кәрәк, балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға иғтибар артҡас,улар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтары, йә иһә фажиғәле хәлдәр бермә-бер кәмене. Хәҙер беҙ Федерация Советы кимәлендә лә ошо мәсьәләгә етди иғтибар бирәбеҙ, мәҫәлән, еңел конструкцияларҙан тиҙ төҙөлә торған йәйге лагерҙар күпләп асыласаҡ яҡын йылдарҙа.

Башҡортостан Хөкүмәте аппаратына нисек итеп эшкә килеүегеҙ хаҡында ла һөйләп үтегеҙ әле...

- Ул былай булды. 2001 йылда Учалыға Өфөнән ҙур ғына Хөкүмәт делегацияһы килгәйне. Учалы ҡалаһында һәм районында алып барылған эштәр менән танышып, беҙҙең эшмәкәрлегебеҙгә яҡшы баһа бирҙеләр. Аҙаҡтан миңә: "Һине БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидат итеп тәҡдим итербеҙ, тиҙ генә документтарыңды килтер",- тинеләр. Мин риза булдым. Күп тә үтмәне, Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов хакимиәт башлығына шылтыратып, мине телефонға саҡырырға ҡушҡан. "Давай, Лилиә, Хөкүмәткә эшкә кил, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙан етәксе кадрҙар етешмәй", - ти ул миңә. Мин уға: "Депутатлыҡҡа документтарымды биргәйнем бит әле", - тим. "Унда икенсе кандидаттар ҙа етерлек, әлегә бында эшләрһең", - тигәс, аптырабыраҡ ҡалдым. "Ҡасан киләйем?" - тип һорайым. "Дүшәмбенән эшкә сығаһың", - ти Премьер-министр. Шулай итеп, Өфөлә Хөкүмәт аппаратында эшләй башланым.
Өфөгә башта үҙем генә, бер сумаҙан әйбер менән килдем. Йәшәргә урын юҡ, ирем менән ҡыҙым Учалыла. Учалыға кире ҡайтҡым килеп илап та алам. Бер аҙҙан ғаиләм дә Өфөгә күсеп, ирем милицияға эшкә урынлашты, ҡыҙым 158-се Башҡорт гимназияһында уҡый башланы. Тәүге мәлдәрҙә ҡыйыныраҡ булды. Һуңынан, бер өс йылдан, Балалар хоҡуҡтары буйынса уполномоченный вазифаһына тәғәйенләндем. Был вазифала бер йыл тирәһе эшләгәс, минең кандидатурамды БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа тәҡдим иттеләр. Стәрлетамаҡ округынан һайланырға тейеш инем. Хакимиәт башлығы Спартак Ғәли улы: "Һин бынан үтә алмаҫһың, беҙҙекеләр башҡа ерҙән килгәндәргә тауыш биреп бармай", - тип иҫкәртһә лә, халыҡ менән осрашыуҙарға мөмкин тиклем күберәк йөрөп, күпселек тауыш менән үтеп киттем.

Лилиә Салауат ҡыҙы, етәксе булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк, ғөмүмән, етәксе карьераһын нисек күҙаллап була?

- Шуны күҙәткәнем бар: мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр депутат ярҙамсыһы булып йөрөй-йөрөй ҙә, үҙе лә депутатлыҡҡа дәғүә итә башлай. Буласаҡ етәксе, ул кем генә булмаһын, ҡайҙа ғына эшләмәһен - табипмы, педагогмы, ауыл хужалығы белгесеме йә иһә техника өлкәһендәме - иң элгәре үҙ һөнәренең оҫтаһы булырға, шул өлкәлә аҙмы-күпме тәжрибә тупларға тейеш. Уның үҙ һөнәренең иң аҫҡы баҫҡысынан башлап хеҙмәт юлы үтеүе фарыз. Етәксе кешегә үҙ өлкәһе эшмәкәрлеген горизонталь тарафта ла, вертикаль буйынса ла ныҡлап, төплө аңлай алыу бик кәрәк. Шул саҡта ғына ул уңышлы етәксе булып өлгөрә ала. Әлбиттә, үҙ-үҙеңә талапсан булғанда ғына башҡаларҙан талап итеп була. Ҡырыҫлыҡ, тупаҫлыҡ етәксене биҙәмәй. Кешенең психологияһын белеп эш итергә кәрәк - ҡайһы саҡта ҡаты әйтергә лә тура килә, әммә талапсан, ғәҙел булаһың икән - кеше һине аңлай.

Һеҙҙең өсөн өлгө булған етәксе-остаздарҙан кемдәрҙе атап китер инегеҙ?

- Мин иң тәүҙә мәктәптә белем-тәрбиә биргән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен - улар беҙгә шәхес итеп ҡаранылар, маҡсаттар ҡуйып, уңышҡа өлгәшергә өйрәттеләр, йәмғиәткә файҙалы эштәргә йәлеп иттеләр. Буласаҡ етәксе сифаттары мәктәптә үк тәрбиәләнә башлана. Мине пионер ойошмаһында отряд советы, дружина советы рәйесе итеп ҡуйҙылар, вожатыйҙар етәкселегендә төрлө саралар ойошторорға өйрәндек. Класс етәксебеҙ, инглиз теле уҡытыусыһы Лариса Борисовна бик тә кешелекле булды, һәр ҡайһыбыҙҙың күңеленә юл таба белде. Мәктәптә эшләгән ваҡытта Гөлшат Ваис ҡыҙы күп нәмәгә өйрәтте. Хакимиәт етәксеһе Р.Б. Абдуллиндан үҙеңдең ҡул аҫтындағыларҙан диcциплиналы булыуҙы мотлаҡ талап итергә өйрәндем. Үҙебеҙҙең республика етәкселәренән М.Ғ. Рәхимов, Р.И. Байдәүләтов беҙгә өлгө булды.
Федерация Советында мин иң ныҡ хөрмәт иткән шәхес - Валентина Ивановна Матвиенко. Мәскәүгә эшкә килеү менән ул миңә: "Ярай, бында эшкә күскәс, бик яҡшы. Республикала ғына түгел, федераль етәкселек кимәлендә лә эшләргә өйрәнергә кәрәк", - тип әйтте. Бик итәғәтле, эшлекле һәм талапсан етәксе ул. Ул төбәктәрҙәге хәлдәргә бик иғтибарлы, республикаларға ҡарашы ыңғай. Иң мөһиме - ул Рәсәй субъекттарындағы мәктәптәрҙе, балалар дауаханаларын, мәҙәни объекттарҙы төҙөкләндереү өсөн федераль бюджеттан өҫтәлмә финанс бүленһен тип, ысынлап тороп көрәшә, шул уҡ йәйге лагерҙарҙы ҡайтанан төҙөү уның инициативаһы менән ғәмәлгә ашырыла. Валентина Ивановна ветерандар, зәғиф балалар тураһында даими ҡайғырта, орфан сирҙәре менән яфаланған балаларға дарыуҙарҙы үҙәкләштерелгән рәүештә һатып алыуҙы талап итә.

2014 йылда БР Хөкүмәте Һеҙҙе Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советына сенатор вазифаһына тәҡдим итте. Мәскәүгә эшкә барғас, ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар кисерелдеме?

- Булды, әлбиттә. Федераль кимәлдәге яңы вазифа, яуаплылыҡ та бик ҙур. Ғаиләм дә Өфөлә ҡалды. Үҙебеҙҙә өйрәнелгәйне -көслө командам бар, бурыстарымды теүәл үтәй инем. Унан һуң, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитетына рәйес урынбаҫары итеп тәғәйенләндем. Тырышһаң - өйрәнәһең, аҡрынлап эш айышына төшөнөп, эшләп алып киттем. Ә 2019 йылда мине ошо комитеттың рәйесе итеп һайланылар. Закондар сығарыу эшмәкәрлеге лә ҡатмарлы бит, бында иң элек юрист булыу зарур. Комитет төбәк брендтарын өйрәнеп, юридик яҡтан "Роспатент"та теркәп ҡуйыу менән дә шөғөлләнә. Төбәк брендтары интеллектуаль мөлкәт өлкәһенә ҡарай, ул юридик яҡтан яҡлаулы булырға тейеш. Аллаға шөкөр, Башҡортостаныбыҙҙың "Башҡорт аты", "Башҡорт балы", "Башҡорт ҡурайы", "Бөрйән солоҡ балы", "Ассы", "Ҡорғаҙаҡ", "Йоматау" минераль һыуҙары, "Мансур граниты" брендтары рәсми рәүештә теркәлеү үтте.

Рәсәйҙә йыл һайын яңынан-яңы закондар ҡабул ителеп тора. Уларҙы халыҡҡа еткереү, аңлатыу зарурлығы бар. Һеҙ, Лилиә Салауат ҡыҙы, интернет селтәрҙәрендә үҙегеҙҙең профиль буйынса ҡабул ителгән һәм ҡарауға сығарылған закондар хаҡында даими мәғлүмәт биреп тораһығыҙ, һәм улар һәр кемгә аңлайышлы тел менән тәфсир ителә...

- Эйе, закондарҙы һәйбәт итеп аңлата ла белергә кәрәк, был үҙе бер маһирлыҡ талап итә. Закондарҙы ҡабул итер алдынан да, һуңынан да күп нәмәне өйрәнергә тура килә. Бер кеше лә бер юлы барыһын да белә алмай. Миңә һис оят түгел - ниҙелер төшөнөргә теләйем икән, 1-се категориялы юрист менән дә, ябай педагог менән дә һөйләшеп, уларҙың кәңәштәрен тыңлайым.
Барыһын да юғарынан көтөп ултырып булмай, үҙебеҙгә әүҙемлек күрһәтеү зарур. Бына комитетыбыҙҙың үтә бер мөһим эше хаҡында әйтеп үтәйем. Мәктәптәрҙә олимпиада хәрәкәте бар, һәм 2022/23 уҡыу йылында беҙҙең инициатива буйынса РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы "Туған телдәр" профиле буйынса олимпиаданы ошондай олимпиадаларҙың федераль исемлегенә индерҙе. Уҙған уҡыу йылында федераль университеттар ҡатнашлығында Рәсәй халыҡтарының 30 туған теле буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа Рәсәйҙең 47 субъектынан 8 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Филология һәм педагогик йүнәлештәр буйынса вузға ҡабул иткәндә ошо олимпиадаларҙа еңеүселәргә льготалар ҡаралған. Был мәсьәләне беҙ сенатор Римма Федоровна Галушина менән бик ентекле нигеҙләп, федераль кимәлдә хуплауға һәм байтаҡ ҡына университеттарҙы ойоштороу эштәренә йәлеп итә алдыҡ.
Шулай уҡ илебеҙҙең иң төньяҡ тарафтарында йәшәүсе аҙ һанлы, хужалыҡтары күсеп йөрөү менән бәйле халыҡтарҙың балаларын уҡытыуҙы көйләү буйынса "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы законға үҙгәрештәр ҡабул ителде (был мәсьәлә 15 йыл буйына хәл ителмәгән ине). Беҙ Ямал-Ненец округына барып, махсус ултырыш та уҙғарҙыҡ, унан күсмә белем биреүҙәге ҡыйынлыҡтар хаҡында материалдар алып ҡайтҡайныҡ.
Ошо йәһәттән тағы ла бер идея бар беҙҙең. Башланғыс кластарҙа уҡыусы балалар үҙ ауылдарында уҡырға тейеш, сөнки кесе йәштәге балаларҙы көн һайын автобус менән йөрөтөп уҡытыуҙы, һәр яҡтан ҡарағанда ла, иң һәйбәт ысул тип баһалап булмай. Бәләкәйҙәр үҙ өйөнән йыраҡта уҡымаһын ине, бының өсөн мөмкинлектәр табып була.
Йәнә бер закон хаҡында, ул "Рәсәй Федерацияһының матди булмаған этномәҙәни ҡаҙаныштары тураһында" тип атала. Был закон да 11 йыл буйына ҡабул ителмәне. Беҙҙең тырышлыҡ менән уны ла ҡабул итеп, ғәмәлгә индерҙек. Бында бит беҙгә үтә ҡәҙерле булған йолалар, традициялар, халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижады ынйылары һ.б. шундай ҡиммәттәр күҙ уңында тотола. Уларҙы хәҙер закон нигеҙендә һаҡлау, тергеҙеү мөмкинлектәре асылды, ә ошондай объекттарҙы барлап, өйрәнеп, федераль реестрға индереп була.

Федерация Советындағы коллегаларығыҙҙың Һеҙгә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуы хаҡында ни әйтер инегеҙ?

- Беҙҙең мөнәсәбәттәр иң элгәре эш менән бәйле ул. Барыһы менән дә килешеп эшләйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк булып торабыҙ. Комитетта 15 сенатор, тыныс эш атмосфераһы урынлашҡан.

Заман башҡортон нисек күҙаллайһығыҙ?

- Әлбиттә, заманса белемле, һөнәрле, туған телен һәйбәт белгән, халҡының йолаларын, традицияларын хөрмәт иткән, тарихын өйрәнгән, әхлаҡлы һәм эшмәкәр шәхес булырға тейеш хәҙерге заман башҡорто. Ундай шәхестәребеҙ бар, уларҙы йәштәребеҙгә өлгө итеп ҡуйырға була. Республикабыҙ өсөн көс һалған сәйәсмәндәр, ауыл хужалығы, сәнәғәт өлкәһе белгестәре, сәнғәт әһелдәре, уҡытыусылар, табиптар - күп улар. Шулай ҙа был исемлеккә тәүгеләрҙән мин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировты индерер инем. Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының терәк төбәге булып тора. Республикала сәнәғәт, фәнни-технологик үҫеш, мәҙәниәт һәм сәнғәт, ғаиләне һәм балалыҡты яҡлау өлкәһендә бик күп күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. Һәм был күбеһенсә Радий Фәрит улының талантлы етәкселеге, ҡыйыулығы һәм тәүәккәлеге арҡаһында тормошҡа ашырыла.
Бына былтыр "РФА-ның М.П. Чумаков исемендәге Федераль ғилми тикшеренеүҙәр һәм иммунобиологик препараттар уйлап табыу үҙәге"нең генераль директоры, РФА академигы Айҙар Айрат улы Ишмөхәмәтов коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап табыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн Пирогов орденына лайыҡ булды. Беҙҙең Башҡортостандан сыҡҡан шәхес бит ул. Башҡа бик күп күренекле шәхестәребеҙҙе, заман башҡорто, тип әйтә алыр инем.

Ғәҙәттә, етәксе вазифаһын биләгәндәрҙе йыш ҡына бер нигеҙһеҙ тәнҡит итәләр, төрлөсә яла яғалар. Нисек түҙәһегеҙ шундай хәлдәргә?

- Тәүҙә ауыр кисерә инем. Бер мәл В.И. Матвиенко миңә әйтә: "Һәр бер ҡара нәмәне ауырға алһаң, һин яҡшыға өмөт итмә. Өләсәйем әйтә торғайны, "На каждый роток не накинешь платок", тип. Тыныслан". Хәҙер иғтибар итмәйем ундай нәмәләргә. Кешеләргә, халҡыбыҙға, республикабыҙға ярҙам итеү мөмкинлеге бар икән - булған проблемаларҙы хәл итергә тырышам. Хоҙайға рәхмәтлемен, барыбыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, балаларыбыҙға тәүфиҡ бирһен.

Шулай итеп...
Башҡортостандың иң билдәле ҡатын-ҡыҙ сәйәсмәндәренең береһе, мәктәп психологы вазифаһынан РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы дәрәжәһенә, уның комитеты рәйесе кимәленә тиклем күтәрелгән Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова үҙенең тормош юлы һәм күп яҡлы эшмәкәрлеге хаҡында түкмәй-сәсмәй бәйән итте әңгәмәбеҙҙә. Йәнә шуны ла билдәләү мөһим: закондар сығарыуҙа әүҙем ҡатнашып, беҙҙең сенаторыбыҙ һуңғы ике сессия барышында ҡабул ителгән 9 федераль закон проекты һәм ҡарауға сығарылған 6 закон проектының инициаторҙары төркөмө составына ингән. Беҙ Лилиә Салауат ҡыҙына яңы уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Гөлфиә ЯНБАЕВА
һәм Бәҙри ӘХМӘТОВ әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.10.23 | Ҡаралған: 130

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru