«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ – 11
+  - 


Әмәлгә ярағандай, ноябрь баштарына һыуытып ебәрҙе, кисәге ҡуйы һорғолт батҡаҡ боҙға әйләнде. Уның ҡарауы, инде йоҡа ғына кейемле кавалеристар эйәр өҫтөндә шыҡырайып ҡатты, хәрәкәт туҡтаған урындарҙа юлда тирләп килгән аттар өшөүҙән ҡалтыранды. Ярай әле, бөтә частарҙа ла ер аҫтынан булһа ла табыусы, йүнсел, йоҡоһоҙ хужалыҡ кешеләре бар. Улар эскадрондарға һырма салбар, ҡыҫҡа тиртун, йылы эске кейем таратып бирҙе. Һәр кавалерист һуғыш алдынан тәғәйен ике боекомплект алды. Тик биш көнлөк аҙыҡ-түлек, фураж ғына, транспорт етешмәү сәбәпле, эскадрондарға килтереп еткерелмәне.
Фронтҡа яҡынайған һайын бесән наҡыҫланды, туҡтаған урында кавалеристар ҡулдарына көрәк тотоп, унда-бында өлтәйеп ултырған тамырҙарҙы, туңған үләндәрҙе ҡаҙып килтереп аттары алдына һалды. Ғүмер баҡый бүтәгәле йәшел ҡылғанға, ә көҙөн өҙлөкһөҙ ямғырҙарҙа күтәрелеп ҡалған ҡурпыға күнеккән Әүхәҙи баштараҡ Ғилмишәриф алып ҡайтҡан ҡамышлы үләнде мороно менән генә этеп ҡуйһа, ә хәҙер бысраҡ тамырҙары менән дә ашап ҡуя.
Эскадрон тимерселәре бөтә аттарҙың да дағаларын өр-яңынан тикшереп, ашалған, һынғандарын алмаштырып сыҡты. Һәр кем үҙен дә, атын да һөжүмгә әҙерләне. Атлылар аттарын, эйәр аҫтындағы ҡаптал, үндектәрен, үҙ ҡорамалын тикшерҙе, майланы, туҙандан таҙартты. Ҡыҙылармеецтар үҙҙәре лә палатка ҡороп, бушаған тимер мискәнән мейес эшләп, мунса ойоштороп ебәрҙе. Эскадрондар һөжүм итеү урынына, яҙғы ташҡын йырып аҡҡан тәрән генә үҙәккә, тупланды.
- Иртәгә таң менән көслө артиллерия әҙерлеге башланасаҡ. Шунан һуң беҙҙән алда фронт тотҡан уҡсы частар, дошмандың алғы һыҙығын өҙөп, танкылар өсөн юл әҙерләйәсәк. Танкылар артынан дөйөм команда менән шул йырындан дошман өҫтөнә ташланасаҡбыҙ, - тип кистән командирҙар аңлатып сыҡты. Был 19 ноябргә ҡараған төн ине. Ошо команданы көткән шикелле, Әүхәҙи ҙә төндө бик тынысһыҙ үткәрҙе. Ятып та ҡараны, һуңғы төндә үҙ эргәһендәге бер соҡор төбөнә ултырып төнәп алырға маташҡан Ғилмишәрифте мороно менән төртөп уятты ла уға оҙаҡ ҡына моңайып ҡарап торҙо. Ғилмишәриф өшөгән ҡулдарын уның ялы төбөнә тығып йылытты, муйынынан һыйпаны.
Таң һарыһы беленгәс тә, артиллериянан атыу башланды: бөтә донъя ҡупты, ер ҡалтыранды. Сәғәттән ашыу барған атыш ҡапыл ғына туҡтап ҡалды. Ракета һауаға сөйөлөү менән таңды яңғыратып йәйәүлеләрҙең "Ура!" һөрәне яңғыраны. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә, геүләгән танкылар тауышы ишетелде. "Былар инде йәйәүле ғәскәр дошман һыҙығын йырған араға ынтылды", - тип самаланы Ғилмишәриф. Эскадрон командирының "По коням!" - тигән һөрән һалыуын көтөп алыуы Ғилмишәрифкә мәңгелек булып тойолдо. Бына, ниһайәт, ҡөҙрәтле команда яңғыраны. Ғүмерендә лә Хоҙайға ышанмаған Ғилмишәрифтең ауыҙынан: "Йә, Хоҙай, хәйерле сәғәттә", - тигән һүҙ ысҡынды.
Эскадрон һөҙәк ярға күтәрелде лә бер нисә секунд туҡтап ҡалды. Янған танкыларын, емерелгән автомашиналарын, тәгәрмәстәре менән өҫкә ауған мотоциклдарын, ҡыйратылған пушка-минометтарын ҡалдырып, дошман фронт буйлап сигенә. Уларҙы борсаҡ һымаҡ һибелгән беҙҙең пехота ҡыҫырыҡлай. Бына һөжүм итеүсе танкылар колоннаһы барып инде лә, ҡасып барған дошманды тапап, иҙеп үтә башланы.
Эскадронда фарман яңғыраны: "Шашки к бою! Галопом за мной в атаку, ма-а-рш!" Теҙелеп торған йөҙәрләгән һыбайлы хәрәкәткә килде. Кавалеристар теҙгендәрен ат ихтыярына биреп, шенкелдәрен ҡыҫты, турайған кәүҙәләрен алға иңкәйтте. Зыңлап тартылған ян керешенән осҡан ҡауырһынлы уҡ кеүек, атлылар алға, ҡасҡан дошман өҫтөнә ябырылды. Алда осраған ваҡ-төйәк соҡорҙар, емерелеп ятҡан тимер сыбыҡ кәртәләр аша һикереп, Әүхәҙи ҙә үҙ ауылдашын алға, дошман өҫтөнә алып сапты. Туң ерҙә сыр-сыу килеп, кешнәшеп сапҡан йөҙәрләгән аттарҙың тояҡ тауышы, ҡылыстарын уңлы-һуллы болғап алға ынтылған кавалеристарҙың берҙәм, көслө "Ура!" һөрәне ҡасып барған дошман йөрәгенә ҡурҡыныс һалды. Артына әйләнеп ҡарай-ҡарай ҡасып барған фашист пулянан, мина һәм снаряд ярсығынан үлергә риза, ләкин үткер ҡылыстан башы ҡыйылып, ергә тәгәрәүенән ҡото оса. Был имәнес үлем уларҙың теләһә ниндәй батырын да тетрәтә. Шуның өсөн дә улар бик берҙәм ҡаса. Ҡайһы берәүҙәре башын ҡылыстан һаҡлау өсөн винтовкаларын, автоматтарын баш осона арҡыры ҡуйған.
Әүхәҙи бөтә эскадрондың алдына килеп сыҡты. Бына Ғилмишәрифтең ҡылысынан ялтанған фашист аттың һул яғына сыҡты ла, төрлө яҡҡа тайпыла-тайпыла юрғалап, йүгереп ҡотолорға уйланы. Ә Ғилмишәриф уны сабыу урынына ҡылысының осо менән үңәсенән сәнсеп үтте. Фашист бер аҙ сайҡалып торҙо ла, бысылған ағас һымаҡ, ергә ауҙы. Әүхәҙи Ғилмишәрифте икенсе немец яғына алып сапты - ат та эште төшөндө, күрәһең. Шул саҡ эскадрон командирының бик етди командаһы яңғыраны:
- Дошман кавалерияһы флангынан атакалай!
Дошманды эҙәрләп алға ынтылған кавалеристар сафына засадала ултырған румын кавалерия часы килтереп бәрҙе. Хәҙер эскадрон аттарын һулға, бейек йәйпәк һыртлы, гел генә ерән аттарға атланып, көтмәгәндә һөжүм башлаған румын атлыларына ҡаршы китте. Муйынын һуҙып йәнфарман сапҡан Әүхәҙи ауыҙын асып иң алда сабып килгән дошман айғырына ташланды. Тештәре менән өҫтөндә румын офицеры ултырған айғырҙың муйынынан эләктереп алды ла үҙенән байтаҡ ауырыраҡ та, бейегерәк тә булған атты ергә ауҙарҙы. Йығылып төшкән румын офицерының пуляһы Ғилмишәрифтең һул аяғын яндырып үтте, әммә был һелтәп өлгөрҙө - румындың башы ла ергә тәгәрәне.
Ғилмишәрифтең итек ҡуңысы йылы ҡан менән тулды. Теҙгендең, ауыҙлыҡтың бушағанын һиҙеп, Әүхәҙи йөрөшөн әкренәйтте лә ергә шылып төшкән хужаһының башы осона туҡтаны. Бер ни ҙә аңламаған ат ерҙә ятҡан хужаһын мороно менән төрткөләне.
Ғилмишәриф сорлап аҡҡан ҡанын индивидуаль пакетындағы жгут менән бәйләп туҡтатты, яралы аяғын өҫкә күтәреп, ергә салҡан ятты. Күп тә үтмәй, санэскадрон кешеләре уны арбаға һалып, ялан госпиталенә оҙатты. Әүхәҙи повозка артынан үҙен ҡамап тоторға маташҡан кешеләрҙән ҡасып урманға инеп юғалды. Ғилмишәрифтең иптәштәре яҡын-тирәләге урманлыҡ, соҡор үҙәктәрҙе байҡап сыҡтылар ҙа, төңөлөп, эскадронға кире ҡайттылар.
Әүхәҙи бер нисә көн урмандан хужаһын эҙләп йөрөгәндән һуң үҙҙәренең эскадронына килеп сыҡты. Хужаһынан башҡа бер кемгә лә баш бирмәйәсәген белгән кешеләр айғырҙы хужалыҡ взводына килтереп тапшырҙылар. Ул туҡмалһа туҡмалды, бында ла арҡаһына бер кемде лә атландырманы. Тик бер генә кеше, иллене ҡыуып барған, элекке колхоз конюхы Безбородов ҡына тел асҡысы таба алды арғымаҡҡа. Тик ул ғына муйынына ҡамыт һалды, уны егеп эскадронға боеприпас, аҙыҡ-түлек ташырға кереште. Шулай бер-береһенә өйрәнеп кенә барғанда, Әүхәҙиҙең янбашына снаряд ярсығы тейеп, тегене ветлазаретҡа оҙаттылар.
Һуғышта ҡаты яраланып ветлазаретҡа эләккән аттарҙы мөмкинлек булғанда халыҡ хужалығына тапшырыу тәртибе бар, инде бөтөнләй өмөтһөҙ булһа, "расход"ҡа ебәрәләр ҙә итен кухняға тапшыралар. Атлы ғәскәрҙә "йылҡы ите харам" тип йөҙөн сирып, танауын ситкә борған кеше юҡ, кавалеристарҙың барыһы ла ат итенең ҡәҙерен яҡшы белә. Иллә бер генә кавалерист та астан үлһә үлә, үҙе атланып йөрөгән атының итенә тотонмай.

XII

Ғилмишәрифтең яраһы ауыр ғына булып сыҡты. Медсанэскадронда тәүге ярҙам күрһәттеләр ҙә тылға оҙаттылар. Башта һул аяғының тубыҡтан өҫ яғына гипс һалдылар. Бер нисә аҙна үтеүгә, гипс аҫты тәҡәт бирмәй ҡысыта башлағас, йоҡоһоҙлоҡтан һәм ҡысыныуҙан үлер сиккә еткән Ғилмишәриф ҡултыҡ таяғының осо менән гипсты төйгөләргә кереште. Военврач асыуланып алды ла, гипсты аҡтарып, мыжғып торған бөжәктәрҙән таҙартты. Яңынан гипс һалдылар. Ошонан һуң ғына әҙәм рәтле ашай, йоҡлай башланы Ғилмишәриф. Ләкин йоҡоһо бик самалы ғына булды. Егермеләп кеше ятҡан, стеналарына камфара, тағы әллә ниндәй дарыу һәм серегән еҫ тә һеңеп бөткән госпиталь бүлмәһендә тыныс йоҡо буламы? Кешеләрҙең һыҙланып ыңғырашыуы, төштәрендә һуғыш мөғжизәләрен күреп ҡысҡырып уяныуҙары бер кемгә лә вайымһыҙ йоҡлап ятырға ирек бирмәй.
Әүхәҙи хәтәр яҙмыштың икеһенән дә имен-аман ҡотолдо. Быға, беренсенән, һәр кеше һоҡланырлыҡ буйы-ҡиәфәте ярҙам итте, "расходҡа" ебәрергә командирҙың да ҡулы барманы. Икенсенән, Сталинград янындағы һуғыштарҙан һуң, уларҙың атлы часы май айына тиклем оборонала торҙо. Әүхәҙиҙе ветлазаретҡа ҡуйып дауаларға һәм аҙағына тиклем һауыҡтырырға булдылар. Янбаш һөйәге ныҡ ҡына онталған булыуына ҡарамаҫтан, ҡорһаҡ аҫтынан аҫылынған көйө дауаланылар. Икенсе ай тигәндә ат, әкренләп һылтыҡлай-һылтыҡлай, үҙенең бер нисә сантиметрға ҡыҫҡарып ҡалған аяғына баҫты. Яҙ ҡояшының үткер нурҙары һарай тәҙрәһендә уйнай башлағас, Әүхәҙиҙең йөрәге тыныслығын юғалтты. Ул тышҡа, иреккә ашҡынды, майҙансыҡта кордаға бәйләп йөрөтөлгән үҙ ҡәрҙәштәренә сәләм биреп сыңғыратып кешнәп тә алғыланы.
Ғилмишәриф иһә төндәр буйы Әүхәҙие менән һаташып сыҡты. Йә атына атланып, баш ҡоҫа башлаған арыш баҫыуына ыңғайлаған өйөрҙәрен ҡайырҙы, йә ҡулына тотҡан ҡылысын ҡояшта ялтлатып һелтәй-һелтәй айбарланып дошман өҫтөнә ябырылды. Башына ниндәй генә төш инмәһен, һәр ҡасан үҙен Әүхәҙи өҫтөндә күрҙе, унан башҡа күҙ алдына килтерә алманы. Өндә иһә иптәштәре эргәһенә, фронтҡа ашҡынды.
Таяҡтарын ташлап, үҙ аяҡтарына баҫҡас, уны комиссиянан үткәрҙеләр. Төрлөсә тикшереп ҡарағандан һуң, комиссия: "Рядовой Яуымбаев Ғилмишәриф һауыға башлаусылар батальонына оҙатылырға тейеш", - тигән һы ғымтаға килде. Ғилмишәриф улар ҡушҡан бөтә нәмәне лә эшләп күрһәтте, тик яралы аяғын кәрәгенсә бөгөп сүкәйеп ултыра ғына алманы. Бөгөлмәгән ағас кеүек төҙ аяғын алға этәреп уң аяғында сүкәйҙе. Госпиталь начальнигы ҡушылған күнекмәләрҙе тырышып башҡарған Ғилмишәрифтең арҡаһынан һөйөп:
- Бик сыҙамлы, беше кавалерист булып сыҡтың! Молодец! - тип комиссияның башҡа ағзаларына ҡарап алды. Улары ла госпиталь начальнигының һүҙен ҡеүәтләгәс, военврач: - Бер нисә көндән документтарығыҙҙы алырһығыҙ ҙа, в батальон выздоравливающих в добрый час! - тип һүҙен тамамланы.
- Һин нимә, иптәш Яуымбаев, бик күңелһеҙ? Әллә үҙеңдең һауығыуыңа риза түгелһеңме?
- Иптәш военврач, мин яңынан үҙ часыма, кавалерия полкына эләгергә теләйем.
- Шулаймы? - тине военврач көлөмһөрәп. - Барығыҙҙы ла үҙегеҙ теләгән часҡа ебәреп ятырға бында генеральный штаб түгел. Кемде ҡайҙа ебәрергә ҡушылған - шунда ғына оҙатам! Һеҙ бөтә Рәсәй буйлап үҙ часығыҙҙы эҙләп йөрөй башлаһағыҙ, ни килеп сығыр? Һеҙҙе тиҙерәк фронтҡа оҙатырға кәрәк. Асылда бөтә частар ҙа бер үк. Шул уҡ совет кешеләре, шул уҡ һуғышсылар! - тип һүҙ бөткәнгә хисаплап китә лә башланы.
Ғилмишәриф шул уҡ төндә таныш сестра аша алдырған кейемен ашыҡ-бошоҡ кейҙе лә ике простыняны ялғап икенсе этаждан баҡсаға һикерҙе. Апрель айының таңына һоҡланып баҡсала бер аҙ хәл йыйғас, рәшәткә аша төшөп, көнбайышҡа ҡарап юл тотто. Ул фронтҡа ҡасты. Бындай хәлдәр бик йыш булмаһа ла, осраштырып торғас, икенсе көнөнә тауыш ҡуптарыусы артыҡ күренмәне. Тик госпиталь начальнигы ғына, яуап биреүҙән ҡурҡып, үҙ госпитале буйынса приказ сығарып элде: "Рядового Яуымбаева Гилмишарифа, долженствующего быть отправленным в батальон выздоравливающих, с 3 апреля 1943 года полагать дезертирующим из эвакогоспиталя нр. 1447 и снять из всех видов довольствия". Госпиталь буйынса Смерш вәкилен саҡырып, ҡулына үҙ приказының күсермәһен тотторҙо. "Рядовой Яуымбаев Гилмишариф дезертировал из эвакогоспиталя" тигән яҙыу илдең төрлө мөйөштәрендә урынлашҡан бөтә ғәскәрҙәр штабын урап сыҡты, ләкин кавалерист һыуға батҡан шикелле юғалды, табылманы.

(Дауамы. Башы 29-38-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.10.23 | Ҡаралған: 98

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru