«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТТАР КИТӘ ЛӘКИН КӘМЕМӘЙ
+  - 

Эйе, ҡарттарҙы беҙҙә яратмайҙар: үкенескә, бының трагизмын, бөтөн яҡтан да ҡотолғоһоҙлоғон үҙең өлкәнәйгәс кенә аңлайһың... Ә йәш саҡта бер заман ундай көн килерен белгән хәлдә лә, бик иҫең китмәй: эшләйһең, донъя көтәһең, балалар үҫтерәһең - ҡыҫҡаһы, ҡартайырға һис ашыҡмайһың, дөрөҫөрәге, был хаҡта уйланырға ваҡытың да, теләгең дә юҡ. Һәм был дөрөҫ тә, сөнки ул тәбиғәт тарафынан кешегә бирелгән һаҡланыу инстинкты, үҙенә күрә страховка, сөнки, әгәр йәштәр ҡартлығын уйлап, бойоғоп ултырһа, донъяһын кем көтөр, үҙенә алмашты кем үҫтерер?

...Ә шулай ҙа килеп етә ул, ҡартлыҡ - ҡаршылыҡлы һәм сәйер тойолһа ла - бәхетле кешеләргә, тип өҫтәргә кәрәктер, сөнки кемдер ҡартлығын көтөп ала алмай китеп тә бара был донъянан. Айырыуса ир-егеттәр. Уларҙың һаулығын, ғүмерен һаҡлау - шуға күрә лә уларҙың шәхси эше генә түгел, дәүләт бурысы ла, моғайын. Ләкин ошоға тиклем "Ир-егеттәр һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау" тигән берәй дәүләт программаһын да, планын да күргән юҡ әле. Киреһенсә, эскелектән, тәмәкенән, юл һәләкәттәренән, ауыр һәм хәүефле эштән ҡырылыусыларға өҫтәп, тегендә-бында хәрби хәрәкәттәр, һуғыш уты сығып ҡына тора....
Ҡарттар ине лә һүҙҙең башы. Эйе, ҡайһы бер етәксе вазифа биләп ултырыусыларҙың, хатта ки хөкүмәт составындағы юғары рангылы халыҡ яҙмышына битараф түрә-ҡараның ҡарттар хаҡында әйтеп ысҡындырған ҡайһы бер төптө аҡылһыҙ һүҙҙәре, әгәр улар ысын булһа (сөнки быға ышаныуы бик ҡыйын), пенсионерҙарға һүҙмә-һүҙ килеп етеп тора ул. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәрҙә РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикованың (унан алдараҡ Иҫәп палатаһы хужаһы булған Алексей Кудриндың, финанс министры Антон Силуановтың), йәнәһе лә, пенсионерҙар һис тә ярлы түгел, улар балаларына, ейәндәренә ярҙам итәләр; мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, шуны һатыуҙан ҙур килем (?) алған ҡарттарға пенсия түләмәҫкә; пенсия менән өҫтәмә льгота аҡсаһына йәшәп, пенсионерҙар хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныуын юғалта, уларҙы льгота түләүҙәренән мәхрүм итергә; пенсия түләүҙе туҡтатырға, ҡарттарҙы балалары аҫраһын; пенсия системаһын бөтөрөргә һәм киләсәктә граждандар үҙҙәре эшләп йөрөгән осорҙа буласаҡ пенсияларын үҙҙәре тупларға тейеш һәм башҡа шундай туҙға яҙмаған тәҡдимдәр индереп, РФ Дәүләт Думаһында ауыҙ күтәреп сығыш яһап тороусы Голикова ошоға тиклем ни йөҙө менән ҙур вазифа биләп ултыралыр - уныһын хөкүмәт ағзалары менән депутаттар ғына белә. Хәйер, был кешеләр ҙә бит "пенсия түләү өсөн ҡаҙна аҡсаһы күп китә", тигән ҡарашта.
Күпһенмәгеҙ, күп тормам, тигәндәй, илдә һуңғы бер нисә йылда пенсионерҙар һаны күпләп кәмей башланы. Мәҫәлән, 2021 йылда пенсия алыусылар һаны 1 млн, ә инде киләһе йылына, 2022 йылға пенсия алыусы ҡарттар 3 миллионға кәмегән. Росстат иҫәбе буйынса, 2023 йылдың 1 ғинуарына пенсионерҙар һаны 41 млн 78 мең кеше тәшкил иткән булһа, быйыл тәүге ярты йылда улар һаны 404,2 мең кешегә кәмегән. Был хәлде, бер яҡтан, пенсия йәшен кисектереү менән бәйләһәләр (яңы пенсия реформаһына ярашлы, быйыл ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыусы юҡ), икенсе яҡтан, әлеге лә баяғы коронавирус эпидемияһы ла үҙ эшен эшләне. Ләкин Голикова ханым күңелен киң тотһон, уға ҡыуанырға иртәрәк икән әле: быйыл Рәсәй пенсионерҙары һаны ... 1,1 млн кешегә, ә киләһе йыл 570 меңгә артасаҡ! Һөҙөмтәлә пенсионерҙар һаны 2024 һәм пландағы 2025-2026 йылдарға Социаль фондтың бюджет проектына күҙаллауҙа әйтелеүенсә, йәмғеһе 43,5 млн кеше тәшкил итәсәк. Кемдәр улар, пенсионерҙар сафын тулыландырыусылар? Рәсәйҙең яңы территорияһы граждандары - Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, шулай уҡ Херсон менән Запорожье өлкәләре пенсионерҙары икән дә... Әйткәндәй, уларға Рәсәй нормалары буйынса пенсия ошо йылдың 1 мартынан уҡ тәғәйенләнә башлаған. Тимәк, Рәсәй пенсия реформаһының тәүге һөҙөмтәләре юҡҡа сыҡты булдымы инде, тип һораусылар бар. Реформаның бит маҡсаты әлеге лә баяғы пенсионерҙар һанын ғына түгел, Пенсия (хәҙер - Социаль) фондының ҡаҙна ҡытлығын да кәметеү ине. Киләсәктә Рәсәй ҡарттарын нимә көтә, тип борсола бөгөн күптәр. Кемдер әйтмешләй, ил пенсионерҙарына "социаль аппетиттарын" йүгәнләп торорғамы икән хәҙер? Белгестәр аңлатмаһына ҡарағанда, яңы биләмәләр дөйөм ил иҡтисадын үҫтереүҙә ҡатнашасаҡ һәм һалым түләйәсәк, әлбиттә. Шулай итеп, Социаль фонд ҡаҙнаһына аҡса аҡмаһа ла, тамыр, тип көтөлә. Икенсенән, бирһен Хоҙай, федераль бюджет та бер урында тормаясаҡ, үҫәсәк. Хөкүмәттең планында килемдәрҙе тиҙ арала 30 процентҡаса арттырыу күҙаллана. Тимәк, ҡаҙнаға күсерелеүсе өҫтәмә килем пенсия түләүгә киткән өҫтәмә сығымды ҡаплаясаҡ, тигән өмөт бар, тиҙәр...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.23 | Ҡаралған: 113

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru