«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҘЫҢ КҮП ТЕЛ БЕЛЕҮЕ ЛӘ МӨҺИМ
+  - 


26-27 октябрҙә баш ҡалабыҙҙа Полилингваль белем биреү халыҡ-ара форумы уҙғарыласаҡ. Унда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм күрше сит илдәрҙән полилингваль белем биреү өлкәһендә эшләгән мәғариф хеҙмәткәрҙәре ғалимдар, директорҙар, уҡытыусылар, мәктәпкә тиклем белем биреү учреждениелары белгестәре йыйыласаҡ. Форум һәм ил мәғарифындағы яңы төр белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеге тураһында 2-се "СМАРТ" республика полилингваль күп профилле гимназия директоры Наил ӘМИНЕВ менән әңгәмәләштек.

Һүҙҙе тәүҙә Өфөлә уҙғарыласаҡ сара тураһында башлайыҡ: ул ниндәй маҡсаттарҙа ойошторола?

- Полилингваль белем биреү халыҡ-ара форумы республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уҙғарыла. Әле илебеҙҙең Алтай, Якутия, Ҡарасай-Черкес, Татарстан, Коми, Мари-Эл, Төньяҡ Осетия, Дағстан кеүек төбәктәренән һәм күрше Ҡаҙағстандан ҡатнашыусылар теркәлеү үткән, был исемлек һаман тулылана бара. Сараға полилингваль һәм милли мәғариф өлкәһендә эшләүсе коллегалар килә. Форумдың тәүге көнөндә ҡатнашыусыларҙы биш майҙансыҡта төрлө оҫталыҡ дәрестәре, мәғариф интенсивтары, лекциялар, күргәҙмәләр көтә. Өфө фән һәм технологиялар университеты менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты полилингваль белем биреү өлкәһенә кадрҙар әҙерләгән юғары уҡыу йорттары вәкилдәрен, ғилми хеҙмәттәр авторҙарын туплай. Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты милли мәғариф учреждениелары вәкилдәрен, ә инде 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназия менән беҙ, 2-се "СМАРТ" республика полилингваль күп профилле гимназия, ошо өлкәлә эшләгән уҡытыусыларҙы, директорҙарҙы ҡабул итәсәкбеҙ. Гимназиябыҙға иллегә яҡын ҡунаҡ киләсәк, уларҙы белем усағы буйлап экскурсия көтә, шулай уҡ Сибай ҡалаһының 3-сө полилингваль күп профилле гимназия-интернаты, Баймаҡ лицей-интернаты, Бишбүләк 2-се мәктәбендәге полилингваль кластар, Нефтекамалағы "Белем" полилингваль күп профилле мәктәп-интернат һәм Өфөләге 202-се Полилингваль балалар баҡсаһы үҙҙәренең эш һөҙөмтәләре менән таныштырасаҡ. Артабан ҡунаҡтарға төрлө предметтарҙы ике телдә уҡытыуҙы сағылдырған һәм сит телдәр буйынса дәрестәр үткәрәсәк уҡытыусыларыбыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә биология предметын биология һәм инглиз теле уҡытыусылары бергә алып бара, улар уҡыусыларға белемде рус һәм инглиз телдәрендә бирә. Уҡыусыларҙың проект эштәренә лә урын буласаҡ, шулай уҡ үткән уҡыу йылында "Урал батыр" республика конкурсында коллектив менән еңеү яулап ҡайтҡан гимназистар сығыш яһаясаҡ. Эшлекле көн түңәрәк ҡорға йыйылып, барлыҡ борсоған һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшеү менән тамамланасаҡ.
Был форумды үткәреүҙең төп маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашыу. Ошо йәһәттән беҙҙең республиканың тәжрибәһе үҙенсәлекле: һуңғы бер нисә йыл эсендә башҡорт, татар, мари полилингваль мәктәптәре асылды, сыуаш һәм удмурт мәктәптәре сират көтә. Ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшләгән полилингваль белем усаҡтары, ғәҙәттә, ундағы төп халыҡтың мәнфәғәттәрен генә ҡарай. Шуға үҙебеҙҙең полилингваль белем биреү моделен бөтә Рәсәй кимәлендә ҡулланырға тәҡдим итергә, тигән матур маҡсатыбыҙ бар. Ул осраҡта милләттәштәр күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә башҡорт полилингваль мәктәптәре барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шулай уҡ педагогтарға методик ярҙам күрһәтеү, әсбаптар әҙерләү, туған һәм сит телдәрҙе уҡытыу буйынса тәжрибә уртаҡлашырға, фекер алышырға ниәтләнәбеҙ.

Бер нисә йыл эсендә генә республикабыҙҙа полилингваль белем усаҡтарының һаны бермә-бер артты. Уларҙың өҫтөнлөгө ниҙә?

- Полилингваль белем усаҡтары төрлө телдәрҙә һәм күп йүнәлештәрҙә уҡытыуҙы күҙ уңында тота. Мәҫәлән, беҙҙең гимназияла уҡыусылар беренсе кластан уҡ өс - рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен үҙләштерә башлай. Бүтән мәктәптәрҙә иң яҡшы осраҡта беренсе кластан ике дәүләт телен өйрәтә башларға мөкиндәр, сит тел дәресе һуңыраҡ инә. Әлеге көндә беҙҙең 1-3 кластарҙа башҡорт-инглиз кластары бар, унда балалар был телдәрҙе аҙнаһына өсәр сәғәт өйрәнә. Быйыл 4-се класта уҡығандар араһында француз телен тәрәнәйтеп өйрәнгәндәр бар, уларҙа дәрес аҙнаһына 4 сәғәт ҡуйылған. Быйылғы уҡыу йылында немец телен тәрәнәйтеп өйрәнгән класс астыҡ. Башланғыс синыфта шулай телдәрҙе тәрәндән өйрәнәләр ҙә, бишенсе класта уҡыусылар үҙҙәре теләгән профилдәрҙе һайлайҙар. Кемдәрҙер лингвистик, медицина профилдәрендә, "шайморатов класы"нда, ҡалғандар дөйөм белем бирелгән кластарҙа уҡый. Һуңғыһында рус һәм математика предметтарына баҫым яһала - уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтаханын яҡшы тапшырырға әҙерләнә. Лингвистик кластарҙа телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнһәләр, медицина йүнәлешендә уҡығандар химия, биология фәндәренә, латин теленә баҫым яһай. "Шайморатов класы"нда хәрби-патриотик тәрбиәгә, физик күнекмәләргә, хәрбиҙәргә кәрәкле белемдәрҙе үҙләштереүгә иғтибар ҙур.
Сағыштырмаса яңыраҡ эш башлаһаҡ та, гимназиябыҙҙың ҡыуандырырлыҡ уңыштары ла бар. Уҡыусылар төрлө предмет олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай: үткән уҡыу йылында ҡала кимәлендә 21 призер һәм еңеүсе булып, шуларҙың 4-һе республика кимәлендә призер булды, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала 4 уҡыусыбыҙ призлы урындар яуланы, Таулы Алтай ҡалаһында уҙғарылған Себер һәм Алыҫ көнсығыш халыҡтарының туған телдәре буйынса төбәк-ара олимпиадала өс уҡыусыбыҙ ҡатнашып, икәүһе призер булып ҡайтты. Ғөмүмән, төп баҫым яһалған йүнәлештәрҙең береһе ул олимпиадалар. Сөнки, мәғлүм булыуынса, олимпиадаларҙа яуланған һөҙөмтәләр балаға киләсәктә кәрәкле юғары уҡыу йортона инергә ярҙам итәсәк, хатта Бөтә Рәсәй, йәки Халыҡ-ара кимәлдәге еңеүҙәр өсөн илебеҙҙәге теләһә ниндәй вузға һынауҙарһыҙ уҡырға алалар. Шуға уҡыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында, быйыл Бөтә Рәсәй кимәлендә призер йә еңеүсе булған кешене "Айфон"дың һуңғы моделе менән бүләкләйбеҙ, тип вәғәҙә иттек.
Уҡытыусылар төрлө кимәлдәге грант проекттары буйынса эш алып бара, автономиялы коммерция булмаған ойошма ла булдырҙыҡ. Бер нисә проектыбыҙға матди ярҙам алып, бойомға ашырҙыҡ. Мәҫәлән, быйыл республика Башлығының грантын отоп, йәйгеһен илдең төрлө төбәктәрендәге полилингваль мәктәптәренән 60 бала өсөн Өфө ҡалаһының "Ҡарлуғас" лагерында биш көнлөк "Етегән" слетын үткәрҙек. Әле ошо проектыбыҙҙы тағы ла киңерәк итеп бойомға ашырыу маҡсатында Президент грантына ғариза тапшырҙыҡ, көтәбеҙ.
Гимназия сиктәрендә лә ҡыҙыҡлы проекттар бойомға ашырыла беҙҙә. Шуларҙың береһе "Атайсал" проекты булғандыр. Һәр бала өсөн үҙе белем алған гимназия Кесе Ватаны кеүек ҡәҙерле булырға тейеш һәм уны тағы ла яҡшыртыу, камиллаштырыу, матурайтыу өсөн нимәләр эшләргә мөмкин? Гимназистарға ошо һорауға яуап итеп, үҙ проекттарын эшләргә ҡуштыҡ һәм бойомға ашырыу өсөн 500 мең һум грант аҡсаһын әҙерләнек. Гимназистар ете проект тәҡдим иткәйне, "Быуындар бәйләнеше" тип аталған мәктәп музейы проекты еңеп сыҡты, уны ошо аҙнала асабыҙ. Уҡыусыларҙың башланғыстарын хуплауға ҡоролған ошондай проекттар үҙебеҙҙең республикала ла бойомға ашырыла, эш сәфәре менән барған саҡта Санкт-Петербург ҡалаһы тәжрибәһен дә күрҙек: уларҙа губернатор 30 мәктәпкә 3-әр млн һум аҡса бирә икән йыл һайын, был аҡсаны алыу өсөн уҡыусылар төрлө кимәлдә үҙ проекттарын яҡлай.
Үткән уҡыу йылында шайморатовсыларыбыҙ "Мәктәп археологияһы" тигән проектта ҡатнаштылар. Улар ғинуар айынан алып майға тиклем Өфөләге музейҙарҙа уҙғарылған төрлө археологик күргәҙмәләрҙе барып күрҙе, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, бик мауыҡтырғыс дәрестәр тыңланы һәм иң һуңында Турахан кәшәнәһе эргәһендә барған ҡаҙыныу эштәрендә биш көн йөрөп ҡайттыҡ. Унда балалар археологтар менән бергә ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнашты, республика етәксеһе Радий Хәбиров килде, телевидениеға ла төштөләр. Был проектҡа йомғаҡ яһап, быйылғы уҡыу йылында археологтар класы астыҡ - 5-се "И" класы уҡыусылары үҙҙәрен хәҙер тарихсы-археолог һөнәренә әҙерләй. Улар өсөн һәр уҡыу йылы археологик ҡаҙыныу эштәре менән тамамланасаҡ.
Проект сессияһы ла бар гимназиябыҙҙа, әлегә телдәргә ҡағылышлыларын ғына һайланыҡ. Бер уҡыусыбыҙ "Телеграм"да биш телдә дәрестәр теҙмәһен эшләргә тәҡдим итте. Ике уҡыусы үҙебеҙҙең "Сағыу" микрорайоны һәм Өфө ҡалаһы буйлап инглиз телендә гастрономия турын эшләгән, быларҙы баш ҡаланың 450 йыллығына презентацияларбыҙ, тип ниәт итеп торабыҙ.

Бөгөн полилингваль белем усаҡтарын ниндәй мәсьәләләр борсой һәм улар форумда күтәреләсәкме?

- Иң беренсе борсоған мәсьәлә ул, әлбиттә, кадрҙар. Был бер беҙҙә генә түгел, дөйөм Рәсәй кимәлендә бик мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Хатта ябай дөйөм белем биреү усаҡтары ла педагогик кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, ә беҙгә тағы ла уларҙың үҙ предметын бер нисә телдә уҡыта алыуы шарт. Быны әлеге көндә коллегаларға курстар үткәреп, ҡайһы саҡта бер предметты ике педагог уҡытып, хәл итеп киләбеҙ. Киләсәктә юғары уҡыу йорттарында шундай универсаль белгестәр тәрбиләнергә тейеш. Әйткәндәй, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла был әҙерлек башланды: беренсеме, икенсеме курста уҡыйҙар.
Башҡорт һәм рус телдәрен белеү талап ителгән уҡытыу эшебеҙ яҡшы ҡуйылған, әммә уларға ла методик яҡтан ярҙам кәрәк. Бында инде тағы бер мөһим мәсьәлә ҡалҡып сыға - полилингваль белем усаҡтарына махсуслаштырылған уҡытыу әсбаптары талап ителә. Мәҫәлән, биология фәнен рус һәм инглиз телендә уҡытабыҙ икән, уҡытыусыға таянып эшләрлек бер китап кәрәк, ул ике телдә булһа отошлораҡ. Бына ошо юҫыҡтарҙа бик күп эшләйһе бар әле һәм коллегалар менән был мәсьәләләр буйынса ла фекер алышырбыҙ, хәл итеү юлдарын барлап, маҡсаттар ҡуйырбыҙ, тип ышанам.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Өфөлә уҙасаҡ Полилингваль белем биреү халыҡ-ара форумы Рәсәйҙә йәш быуынды күп мәҙәниле һәм телле мөхиттә үҫтереү йәһәтенән алып барылған эштәрҙе сағылдырған, милли мәғарифтың өҫтөнлөклө яҡтарын күрһәткән эшлекле сара булмаҡсы. Уның йомғаҡтары Башҡортостанда ғына түгел, тотош илдә һәм дуҫ сит илдәрҙә берҙәй ыңғай һөҙөмтәләргә килтерер, тип ышанабыҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.23 | Ҡаралған: 168

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru