«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘҘӘРЕ ҺАЙЛАҒАН ЯҘМЫШ
+  - 


Яҙмышты һайлап, үҙгәртеп буламы икән? Кемдер берәү, уйлап та тормайынса, була, тиер. Кемдер өндәшмәҫ. Юҡ, булмай, тип, моңһоу ғына әйтеүселәр ҙә табылыр. Ә бит Әҙәм балалары күберәген, маңлайға яҙылғанды күрербеҙ, ти. Минеңсә, үҙгәртеп үк булмаһа ла, өлөшкә төшкәнде яҡтыртып, нурландырып, матур эшләп, йәшәп булалыр. Бына, мәҫәлән, һин һөнәрең буйынса театр актеры булып эшләйһең. Был яҙмышмы, әллә һинең ирекле һайлауыңмы? Һәр минуты, секунды маңлайыңа яҙылғанмы, әллә һин үҙең хужамы ваҡиғалар барышына? Һөнәрҙе үҙем һайланым, тиһеңдер ҙә ул, ә, бәлки, тәҡдирең шулайҙыр? Сибай дәүләт башҡорт драма театрының мэтрҙары, башҡаларға өлгө булған әйҙәүсе сәхнә оҫталары, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Ғәли улы СӘЙФУЛЛИН һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Ғаяз ҡыҙы БАЯЗИТОВА менән һөйләшкәндә ниңәлер яҙмыш төшөнсәһе нығыраҡ борсоно. Улар ғүмерҙәренең ярты быуатын тик бер генә, тыуған өйҙәрендәй күргән Сибай драма театрына арнағандар. Яҙмышмы был? Әллә? Әңгәмәне һорауһыҙ-ниһеҙ артистарҙың тормошо, яҙмышы, һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоғо тураһындағы монолог рәүешендә тәҡдим итәбеҙ:

Зифа Ғаяз ҡыҙы:
Беҙ - 1968 йылда асылған Өфө сәнғәт институтының актерлыҡ бүлеген беренсе булып тамамлаусыларҙан дүрт кеше - Хисмәтулла Дәүләтов, Риф Сәйфуллин, Вәкил Йосопов һәм мин Сибай театрына юлланма буйынса эшкә килдек. Йәмәғәтселек өсөн дә, тамашасылар өсөн дә юғары һөнәри белемле актерҙарҙың театр коллективын тулыландырыуы ҙур ваҡиға булды, сөнки юғары махсус белемле актерҙар Сибай театрында әлегә юҡ ине. Шуға күрә беҙгә баштан уҡ иғтибар бүленде - тамашасылар тарафынан да, мәғлүмәт сараларында ла йыш яҙҙылар, радио-телевидение гөрләп торҙо, көтөлмәгән хәл булды. Үҙем ошо төбәктә тыуып үҫкән ҡыҙ булғас, Сибай театрын яҡшы белә инем. Ул ваҡытта театр бәләкәй генә бинала, биш ҡатлы йорттоң ике бүлмәһендә урынлашҡайны. Беҙҙе матур итеп ҡабул иттеләр, ихлас ҡаршыланылар. Шундай шәп уҡытыусыларҙан белем алып, шул тиклем иғтибар бүленеп тә, насар эшләһәк йәки ошо театрға тоғро булмаһаҡ, был ҙур хыянат булыр ине. Исемдәре киң билдәле шәхестәр уҡытты беҙҙе. Өфөләге Рус драма театрының баш режиссеры булып эшләгән Ғабдулла Ғиләжев, ваҡытында "Ҡара йөҙҙәр"ҙе сәхнәләштергән Вәли Ғәлимов, талантлы режиссер Рафаэль Әйүповтарҙың дәрестәрен алдыҡ. Бейеү серҙәрен беренсе балеринабыҙ, Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы Тамара Хоҙайбирҙина өйрәтте. Таһир Кусимовтың килене Суфия Ғилман ҡыҙы Кусимова, аҙаҡ СССР-ҙың халыҡ артисы булып киткән кураторыбыҙ Гөлли Мөбәрәкова сәхнә теленән уҡытты. ГИТИС-ты тамамлап, Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова уҡытырға килде. Ректорыбыҙ Заһир Исмәғилев үҙе генә ни тора! Эшкә килгәс, һуғыш ветераны, оҙаҡ йылдар Салауат театрында баш режиссер булып эшләгән күренекле режиссер Фәтхислам Ғәйнислам улы Ғәләүетдинов беҙҙе ҡуш ҡуллап ҡаршы алды һәм беренсе көндән үк йәмәғәт эштәренә лә, ижади эшкә лә екте. Уҡытыусыбыҙ Рафаэль ағай Әйүпов та беҙҙең арттан эйәреп, режиссер булып Сибай театрына эшкә килде. Курсташыбыҙ Ким Нәҙершин режиссерлыҡҡа уҡып бөтөп, бында эш башланы.
Таныш булған режиссерҙарға өйрәнеү ауыр булманы - улар беҙҙең мөмкинлектәрҙе, беҙ уларҙың талаптарын белә инек. Ул осорҙа тамашасы ла икенсе ине, бөгөнгө кеүек, интернеттағы, телефондағы, телевидениелағы шаҡы-шоҡо тапшырыуҙарҙан зауығы боҙолған тамашасы түгел ине, матурлыҡҡа ынтылыусы, театр сәнғәтен ысын күңелдән яратҡан, ышанған тамашасылар хөкөмөнә килдек. Әлбиттә, театрҙағы иң беренсе ролем хәтерҙә. Артист Фәниә Сәйфуллина декрет отпускыһына китергә тейеш ине, миңә уның ролен бирҙеләр. Ғабдулла Байбуриндың "Бар бер имән" спектакленән Гөлшат роле ине. Легендар актриса, Сибай театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы Ғәшүрә Ирназарованы хаҡлы ялға оҙатҡан көндә минең тәүге премьерам, дебютым булды. 1973 йылдың сентябрендә булды был хәл. Шунан һуң инде роль өҫтәнә роль - эшләп кенә өлгөр. Гастролдәрҙән ҡайтманыҡ, бер ҙә зарланмай, май байрамы үтеп китеү менән сығып китә инек тә, июлдең аҙағында ҡайтып инә торғайныҡ.

Риф Ғәли улы: Мин дә таныш инем театр менән, сөнки Сибайға килгәнсе үк ҡатыным Рәмилә Сәлимгәрәева, минән бер йыл алда сәнғәт училищеһын тамамлап, бында эш башлағайны. Театрға килеп йөрөнөм, үҙ теләгем менән килдем. Килеүен килдем, әммә бөтә ғүмерлеккә килдем, тип хис итмәнем, профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫып, ике-өс йыл эшләгәс, башҡа театрға күсеү хыялы бар ине. Ике-өс йыл тигәнем ғүмерлек булып сыҡты. Эш башлауы ауыр булманы, сөнки уҡыу барышында беренсе курстан уҡ профессиональ сәхнәгә сыға башланыҡ, Башҡорт академия драма театрына, Рус драма театрына рәсми рәүештә баш режиссерҙар үҙҙәре саҡыра ине. Рус театрының баш режиссеры Ғабдулла Абдрахман улы Ғиләжев институтта ла дәрестәр алып барғас, беҙҙе яҡшы белә ине. Студент йылдарында уҡ Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Рим Сыртланов, Хөсәйен Ҡудашев кеүек бөйөк шәхестәр менән бергә сәхнәгә сығыуға ирештек. Улар менән аралашыу, сәхнәлә күреү, эргәләрендә бергә баҫып тороу үҙе ҙур мәктәп булды.
Икенсе-өсөнсө курстарҙа уҡ ролдәр бирә башланылар. Рус театрында Ғабдулла Абдрахман улы ҡуйған "Соловьиная ночь" тигән спектаклдә төп геройҙың дублеры булғаным хәтерҙә. Ул ролде Прибылов фамилиялы урта йәштәрҙәге актер уйнай ине. Ваҡиғалар емерек Берлинда бара. Төп герой арҡан буйлап үрмәләп, немец штандартын йолҡоп алып ташларға тейеш. Режиссер, кем менә, тигәс, теләк белдерҙем. Репетициялар ваҡытында бер ауырлыҡһыҙ арҡан буйлап менеп-төшөп йөрөнөм. Премьера ваҡытында төп герой костюмына кейендерҙеләр. Тулҡынландыра! Нисек менгәнем, нисек төшкәнем, бер нәмә лә хәтерләмәйем. Тәүге шауҡым, тамашасының тын алышы шул хәтлем һуғылғанмы икән, сәхнә артына сығып, бер аҙ торғас, ҡулдар яна, ҡараһам, ике ус та ҡабарып сыҡҡан.
Сибайҙағы беренсе ролемде лә яҡшы хәтерләйем. Беренсе курстан һуң июнь айында килгәнемдә кәләш спектаклдә уйнап йөрөй ине. Буш йөрөмә, кәләшең, ана, гастролдә, шунда администратор бул, тип эшкә ҡушып та ҡуйҙылар. Шамил Шәғәлиҙең "Буран" тигән спектаклен уйнайҙар икән. Йәй көнө эҫе, былар һырма тун, аяҡтарына быйма, мамыҡ һырылған ыштан, баштарына малахай бүректәр кейеп уйнайҙар. Хәмзә ағай Ҡурсаев төп геройҙы уйнай. Ул, мин уйнағанды ҡарап өйрәнеп йөрө, ярҙам итерһең, тине. Йәш саҡ, хәтер һәйбәт, бер-ике аҙна күҙәтеп йөрөнөм дә, репетицияһыҙ-ниһеҙ уйнап алдым да киттем. Сибай театрындағы тәүге ролем шул булды. Яҙғы сәсеүҙәр башланғандан ураҡ еткәнсе һуҙылған гастролдәр тормошо менән йәшәй башланым.

Зифа Ғаяз ҡыҙы: Гастролдәр ваҡытында, еләк-емеш йыйып, ҡайнатмалар әҙерләп өлгөрә торғайныҡ. Хәҙер аптырайым, балаларыбыҙға тәрбиә бирә алғанбыҙ икән - Аллаһҡа шөкөр, атай-әсәй, тип, ихтирам итәләр. Ғүмеребеҙ сәфәрҙә, тәгәрмәс өҫтөндә, юлда үтте. Ҡыш көндәре толоптар кейеп, юлһыҙ, ҡар ярып, бурандарҙа йөрөй инек. 1985 йылда шулай ҡар аҫтында ҡалып, саҡ үлмәй ҡалдым хатта. Ҡайҙа барһаҡ та, тамашасылар уратып алыр ине, урам буйынан үтеп китә алмай торғайныҡ. Маҡтанып та, ғорурланып та әйтәм: дүртәүләп нисек эшкә килдек, 50 йыл бергәбеҙ. Аяныс, ете йыл элек Хисмәтуллабыҙҙы юғалттыҡ. Бөтәһен дә аптыратып, ғүмерлек дуҫтар булып ҡалдыҡ. Ошо фиғелебеҙ беҙҙе күп ауырлыҡтарҙан ҡотҡарҙы.

Риф Ғәли улы: Тамашасылар тураһында айырып әйтергә кәрәк. Хәҙерге заман тамашасыһын ул осорҙағы тамашасы менән бер нисек тә сағыштырып булмай. 50 йыл үҙе бер ғүмер, был осорҙа бер нисә быуын тамашасы үҫеп сыҡты. Беҙ эш башлаған дәүерҙә спектакль ҡарар өсөн тамашасылар 10-15 километр алыҫлыҡтағы ауылдарҙан машина-тракторҙарға тейәлеп килә торғайнылар. Ул саҡта ауылдарҙа типовой клубтар ҙа юҡ ине, әммә тамашасылар һәр саҡ шығырым тулы була торғайны. Ә хәҙер ярым-ярты залға уйнарға тура килә, халыҡтың иғтибарын замана технологиялары үҙенә йәлеп итеп бөттө. Ә бит спектаклгә килгәндәр мөкиббән булып ҡарайҙар, шул тиклем ҡәнәғәт ҡалалар. Тик ана шул тамашасыларҙың кәмеүе ныҡ йәнде ҡыя - тулы зал менән ярымзалға уйнауҙың айырмаһы шул тиклем ҙур. Элек, мәҫәлән, бәләкәй ауылдарҙа ултырыр урын булмаһа ла билет алалар ҙа, клуб тәҙрәләрен алып, тыштан тороп ҡарай торғайнылар. Халыҡ тәртипле ине, бушлай ҡарау, хәйләләү уйҙарында ла булманы. Спектаклдәр бөткәс, төрлө милли уйындар, ритайымдар башлана. Иртәгеһенә артистар өмәгә сығып, ауыл халҡына бесән сабыша ине. Фатирҙан-фатирға йөрөп, танышып, туғанлашып бөтә инек. Зифа Ғаяз ҡыҙы: Театрҙың репетициялар өсөн бәләкәй генә сәхнәһе була торғайны. Ҙур сәхнәләрҙә уйнап килһәк тә, үҙ шарттарыбыҙҙы, талаптарыбыҙҙы ҡуйманыҡ, сөнки ҡайҙа килгәнебеҙҙе белеп килдек. Театрҙа йәштәргә ҡарата мөнәсәбәт шул тиклем һәйбәт булды, бер ниндәй зарланыу, тәртип боҙоу, әрләш, талаш тигәнде хәтерләмәйем, эшләр өсөн шарттар тыуҙырыла торғайны. Унан ҡала, юғары белем алып, йүнәлтмә буйынса эшкә килгәндәргә бушлай фатир бирәсәктәрен дә белә инек, өмөтләнеп йәшәнек. Килеү менән генә булманы, әлбиттә, дөйөм ятаҡтарҙа йәшәнек, ләкин күпмелер ваҡыт үтеүгә, йәшәү шарттары яҡшыра барҙы. Был һәр заман өсөн дә бик мөһим. Беҙ ҙә бит ҡул ҡаушырып йөрөмәнек, дәүләт заказын үтәр өсөн өсәр айлап, өйгә ҡайтмай, гастролдәрҙә йөрөнөк. Үҙебеҙҙең ҙур сәхнәбеҙ булмағас, премьераларҙы әле Сибай концерт-театр берекмәһе урынлашҡан ҡалалағы берҙән-бер ҙур бинала (ул саҡтағы Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йорто) үткәрә торғайныҡ. Унан ҡалды ниһә, Иҫке Сибайға барып, премьераны уларҙың клубында уйнай торғайныҡ. 2004 йылда яңы бина төҙөлгәс кенә сәхнәле булдыҡ. Театрҙың кимәле күтәрелеүен бөтә ерҙә лә билдәләнеләр, үҙгәрештәр күҙгә күренеп һиҙелде, ҡайҙа барһаҡ та, Сибай театры ысын моңо, аһәңе менән һөйләшкән башҡорт театры, унда һәләтле йәштәр эшләй, тип ҡаршы ала тоғайнылар. Ысынлап та, бер-бер артлы йәш көстәрҙең килеүе театрҙың йөҙөн үҙгәртте. Гастролдәрҙең маршрут географияһы ла киңәйҙе, Силәбе, Ҡурған, Пермь, Ырымбур, Свердловск, Татарстан тамашасыларын хеҙмәтләндерә башланыҡ, Мәскәүҙә, Петербургта ла булдыҡ. Хөкүмәт тарафынан да театрға иғтибар ҙур булды. Риф Ғәли улы: Ул ваҡытта йүнле транспорт та юҡ ине, әммә Татарстан, Свердловск, Силәбе өлкәләрен йылына ике тапҡыр ике бригада менән урап йөрөп ҡайта инек. Хөкүмәт яғынан иғтибар булды тигәндән, 1988 йылда Өфөгә гастроль менән барырға тейеш инек. Ҡатыным икенсе бала - Айһылыу менән декрет ялында ултыра. Ул ике спектаклдә лә төп героиняны уйнай ине. Ҡала партия комитетынан өйгә махсус килеп белештеләр: Рәмилә Өфөгә бара аламы-юҡмы, әгәр барһа, бер үҙен самолет менән алып барасаҡтар. Шулайтып, ул самолетта барып, ике спектаклдә уйнап ҡайтты.

Зифа Ғаяз ҡыҙы: Әлбиттә, минең дә ситкә китергә мөмкинлектәр булды, әммә театрыбыҙға хыянат итмәнек, ошонда кеше булдыҡ, артист булдыҡ, ниндәйҙер кимәлдә театр тарихын яҙҙыҡ, булмышына йоғонто яһаныҡ.

Риф Ғәли улы: Балыҡ - тәрәнерәк, кеше яҡшыраҡ урынды эҙләй, тиһәләр ҙә, беҙҙең дәүерҙә бер эш урынынан икенсеһенә күсеү тигән нәмә булманы, һуңғы йылдарҙа көсәйҙе ул. Ижади коллективтың төплө булыуы, эш менән тәьмин ителеү, үҙеңде кәрәкле тойоу мөһим ине.

Зифа Ғаяз ҡыҙы: Беҙ карьера тигән нәмәне уйлап та бирмәнек, төп эштән тыш башкөллө йәмәғәт эштәренә лә сумдыҡ. Риф партойошма секретары булһа, мин ҡала кимәлендәге бөтә сараларҙы алып барыусы булдым, аҡсаға эшләү уйыбыҙҙа, хатта хыялыбыҙҙа ла булманы, бер тинһеҙ, бушҡа эшләнек. Киреһенсә, ана шул ихласлыҡ ижади яҡтан, профессиональ яҡтан үҫешергә ярҙам да иткәндер. Кеше бит нимәгәлер инанып йәшәй, нимәгәлер ынтыла, ҡайҙандыр кәңәштәр алғыһы, нимәгәлер табынғыһы, үҙенең көндәлек тормошонан, ҡайғы-хәсрәттәренән, көнкүрештән айырылғыһы килә. Бына шул ваҡытта бер-ике сәғәткә театрға барып, онотолоп, хыялдар донъяһына, йыр-моңға, матур телмәргә сумып ултырыуҙың тәрбиәүи йоғонтоһо ҙур. Халыҡтың театрға ҡарата ихтыяжы һәр ваҡытта ла бар. Ниндәйҙер кимәлгә еткәс кенә, кеше театрға ынтыла башлай. Театр - ул матурлыҡ донъяһы, кеше ана шул матурлыҡ менән осрашҡыһы килә.

Риф Ғәли улы: Кеше үҙенең рухи талаптарына яуап эҙләй. Театр сәнғәте теүәл ғилем кеүек, ике икең дүрт буланы аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуймай, ул проблемаларҙы күтәрә генә, аныҡ юл күрһәтеп, ана шунда барығыҙ, тип, тура юл күрһәтмәй. Ҡайһы ваҡыт, театр бөтә, тигән фекер ишетергә тура килә. Бының менән һис тә килешә алмайым. Театр - ул тере организм, ул тормош менән бергә атлай, хатта алдараҡ бара. Шуға күрә театр буласаҡ, ул кәрәк. Күҙгә-күҙ ҡарап осрашыу донъяһы бит ул. Киноны төшөрәләр ҙә, ул шул килеш ҡала, ә театрҙа уйнау бөгөн бер төрлө, иртәгә икенсе төрлө булырға мөмкин. Бөгөн спектаклдә бер төрлө уйнаһам, бер ай, бер йылдан бөтөнләй икенсе төрлө уйнауым бар.

Зифа Ғаяз ҡыҙы: Мәҫәлән, мөмкинлек булып, баш ҡалаға барһам, коллегаларымдың эштәре менән дә ҡыҙыҡһынам, уларҙың яңынан-яңы уйнауы ҡыҙыҡ миңә. Үткән йыл Мәскәүҙә булырға тура килде. Ҡайһы театрға барһам да, халыҡ шығырым тулы, тимәк, халыҡтың, тамашасының ихтыяжы һүнмәгән. Тере йән менән күҙмә-күҙ ҡарап аралашыу халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә икән, театр йәшәйәсәк. Элек репертуар сәйәсәте лә икенсе ине, ябай халыҡты, ауыл кешеләренең проблемаларын күтәрә торған әҫәрҙәргә күберәк иғтибар бүленде. Тамашасы сәхнәлә барған ваҡиғаларҙа, таныш образдарҙа үҙен күрҙе. Бына шуға халыҡсан театр, тип атанылар беҙҙе. Халыҡсан тип әйтеү - ул үҙешмәкәр халыҡ театры менән сағыштырыуҙан түгел, артистарҙың моңло, аһәңле, зауыҡлы итеп ысын башҡорт телендә һөйләшеүенәндер, тим. Беҙҙең өсөн был ҙур баһа була ине. Ғабдулла Әхмәтшин, Нәжип Асанбаев кеүек күренекле драматургтар менән эшләү ҙә театрға бәҫ өҫтәй ине, улар театрға килеп, үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡырҙар ине, фекер алышыуҙа теләктәребеҙҙе әйтһәк, пьесаларына төҙәтмәләр индерәләр, яңынан уҡыйбыҙ, шулай яҙыусылар менән ижади бәйләнеш була торғайны.

Риф Ғәли улы: Күп авторҙар үҙҙәренең драматургиялағы тәүге аҙымдарын беҙҙә эшләне. Наил Ғәйетбаев, Таңсулпан Ғариповаларҙы беҙҙең театр асты. Рәмил Ҡолдәүләт, Буранбай Исҡужиндарҙы күтәрҙек. Әйткәндәй, билдәле драматург Флорид Бүләковты ла беҙ башлап ҡуйҙыҡ. Үкенестәр юҡ, тик яҡты хәтирәләр генә күңелгә уйылып ҡалған. Башта әйткәнемсә, ике-өс йыл эшләп, аяҡҡа баҫам да, перспективалыраҡ академтеатрға күсәм, тигән уй бар ине. Ундай мөмкинлек тә булды. Театрҙа бер йыл эшләгәндән һуң, ул ваҡытта йәш актерҙар өсөн үткәрелгән конкурста ҡатнашып, еңеүсе булдым. Дөрөҫөрәге, Әхтәм Әбүшахманов менән беренсе урынды икәүләп бүлештек. Ул Салауат ролен башҡарып, атҡаҙанған артист исеме алғайны ул ваҡтытта. Ғәҙәттә, еңеүселәрҙе путевкалар менән бүләкләй торғайнылар, икебеҙгә лә Мәскәүгә теләгән театрҙарҙа бушлай спектаклдәр ҡарарға саҡырыуҙар бирҙеләр. Ҡунаҡханала йәшәү буш, юл хаҡы түләнгән. Хөрриәт! Мәскәүҙә Чехословакиянан ҡайтып килгән Лек Вәлиев менән осраштыҡ. Ул, ҡайтаһың да, академтеатрға күсәһең, ти. Рәмиләгә әлегә урын юҡ, икенсе берәй эшкә алырбыҙ, актриса булараҡ уйнаясаҡ, ти. Алһағыҙ, икебеҙҙе лә алығыҙ, былай риза түгелбеҙ, тип баш тарттыҡ. Шундай бер нисә саҡырыу булды: Салауат театрынан Вәзих Сәйфуллин саҡырҙы, Стәрлетамаҡты яңы асылған театрға Гөлдәр Ильясова ла ҡоҙаланы. Сибай татрын үҙемдең театрым тип ҡарауҙандыр, ҡуҙғалманым. Икенсе эш урынында үҙеңдең кемлегеңде яңынан иҫбатларға кәрәк, ә бында өйрәнгәнмен, бер ғаилә ағзаларына әйләнгәнбеҙ, күсенеү икенсе ғаиләгә барыуға бәрәбәр һымаҡ тойолдо.

Зифа Ғаяз ҡыҙы: Мин ни, Сибай театрына бала саҡтан береккәнмен, ереккәнмен, ошо театр спектаклдәрен ҡарап үҫтем. Бала сағымда уҡ артистар беҙгә фатирға төшөр, атай-әсәйемдәр менән аралашырҙар ине. Улар икеһе лә уҡытыусы булды, ауылда иң тәүҙә интеллигенцияға вәкилдәренә мөрәжәғәт итәләр бит. Сибай театрына килгәнсе үк уның тарихын белә инем, әле лә ете төн уртаһында уятып һораһындар, үҙем эшләгән театрымдың тарихын яттан беләм, сөнки үҙебеҙҙең театрыбыҙ, тип, ошонда ныҡлы аяҡ баҫып йәшәнек.

Риф Ғәли улы: Театр - сәнғәт иле. Ошо ҡаҙан эсендә ҡайнаған һәр артистың үҙ эшенә ҡарата шәхсән фекере, ҡарашы бар. Йәштәргә тәүге теләгем - эште, профессияларын яратһындар, шунһыҙ театрға аяҡ та баҫмаһындар, яҡын да килмәһендәр. Режиссерҙар тураһында әйтеп тораһы ла кәрәкмәй, улар актерҙарҙы өйрәтә торған кешеләр, уларҙың белеме, тәжрибәһе актерҙарға ҡарағанда күпкә юғары булырға тейеш.

Зифа Ғаяз ҡыҙы: Мин театрға осраҡлы кешеләр килергә тейеш түгел, тип уйлайым. Махсус профессиональ белемле, әҙәбиәт, сәнғәт буйынса ҙур багаж туплай алғандай кешеләр эшләргә тейеш театрҙа. Актриса һөнәрен һайлағандар тәрбиәле булырға тейеш, белемле лә, шул уҡ ваҡытта, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, үҙен дә ҡарай белергә тейеш. Үҙем, мәҫәлән, ошо йәшемә еткәнсе биҙәнмәйенсә, үҙемде ҡарамайынса кешеләргә күренгәнем юҡ. Мотлаҡ рәүештә режим һаҡлап йәшәйем. Өс балам булды - һуңғылары игеҙәктәр. Улар ҙа, бәләкәй саҡтарынан ниндәй режимға өйрәткәнмен, шулай йәшәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙ иртә менән тора, балаларын тәрбиәләй, ашата-эсерә, балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә алып бара, ғаиләһенә ваҡытында аш әҙерләй. Бөгөнгә тиклем шул режим буйынса йәшәйем, бөтөн эшенә лә өлгөрәм - баҡсаны ла ҡарайым, йортомдағы эштәргә лә өлгөрәм. Аллаһҡа шөкөр, ҡыҙҙарымдың да ҡулдарынан килмәгән, белмәгән эштәре юҡ, ул ҡул эштәре тиһеңме, башҡаһымы. Былар бөтәһе лә әсәй, ҡатын-ҡыҙ, актриса тәрбиәһе. Мин эшкә барғансы уҡ төшкө ашым бешкән, иҙәнем йыуылған була. Хәҙерге йәштәр тураһында әйтә алмайым, беҙ үҙебеҙ апайҙарҙан өйрәндек. Сумаҙан өҫтөнә сумаҙан тотоп, гастролгә сыҡҡанда әйберҙәрҙе нисек тултырырға ла белмәй ултырыла торғайны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мөнирә апай Әхмәтғәлиева лөғәтләп, һәр бер әйберҙе нисек тултырырға өйрәтеп ултыра торғайны.
Элек махсус белемле йәштәрҙең Сибай театрына килергә теләге була тоғайны, хәҙер ижади тәжрибә туплап, китеүселәр йышая, шул эсте бошора. Күптәр баш ҡалала ҡалырға тырышалар, сөнки унда үҫеү, үҙен төрлө яҡлап асыу өсөн мөмкинлектәр күберәк: радио-телевидениеға йөрөйҙәр, төрлө кинопробаларҙа ҡатнашалар, Сибайҙа йәштәр өсөн ул тиклем ҡыҙығырлыҡ нәмәләр юҡ. Элекке һымаҡ 3-5 йыл мәжбүри бер урында эшләү талабын тергеҙергә кәрәктер, белмәйем.
Сәхнәлә үткән илле йыл ғүмеремде иҫләһәм, илағым килә хатта. Кисә генә эшкә килгәнмен һымаҡ. Бөтәһе лә булды: ҡағылған, һуғылған, рәнйетелгән саҡтар ҙа, ләкин бирешелмәне, үҙемде ҡулға алып, аяҡҡа баҫып, кемлегемде иҫбатланым. Тормошомда юғалтыуҙар ҙа күп булды. Тормошҡа сығып, ике тапҡыр тормош иптәшемде юғалттым. Атай-әсәйҙәрҙе юғалтыу ғәҙәти хәл һымаҡ, әммә улар ҙа эҙһеҙ ҡалмай. Баламды юғалттым, ләкин бер ваҡытта ла кешелек сифаттарын юғалтманым, бер ваҡытта ла кешегә этлек эшләмәнем. Кемгә ниндәй яҡшылыҡ эшләп булыр, кемдән ниндәй рәхмәт алып булыр икән, тип, кискеһен ятҡан һайын уйлап ятам. Шуға күрә мине ихтирам иткән, минең менән аралашырға теләгән дуҫтарым күп. Бына ошо тойғолар мине йәшәтә. Үткән тормошома үкенмәйем - һөйҙөм дә, һөйөлдөм дә, әсәй, өләсәй булыу бәхеттәрен татыным. Өлкән өләсәй мин хәҙер! Ейәнемә инде утыҙ йәш! Балаларым үҙҙәре яратҡан һөнәрҙәрҙе алдылар. Игеҙәк ҡыҙҙарымдың береһе йәштәр театрында актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, икенсе ҡыҙым Башҡортостан телевидениеһының "Тамыр" студияһында режиссер. Эшһөйәрҙәр, ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ, ғаиләләре һәйбәт йәшәй. Мәрхүм булған малайымдың улы, ейәнем Динислам өйләнде. Ғафури районы хакимиәтенең финанс бүлегендә баш белгес булып эшләй. Ике балалары бар. Ҡатын-ҡыҙ татый торған бөтә нәмәне лә татыным.

Риф Ғәли улы: Киренән профессия, эш урыны һайларға тура килһә, моғайын, шул уҡ юлды ҡабатлар, һис бер нәмә лә алыштырмаҫ инем. Балаларым, Аллаһҡа шөкөр, икеһе лә тура минең юлды һайламаһалар ҙа, сәнғәт өлкәһендәләр. Ҡыҙым - скрипкасы. Рәсәй кимәлендәге данлыҡлы скрипкасы! Улым - режиссер. БСТ-ла һәләтле, аҡыллы режиссер. Олатаймын. Ике ейәнем бар. Эшемде, профессиямды яраттым, ғүмерлек һөнәр булды. Ошо юлды һайлағаныма һис кенә лә үкенмәйем. Сибай театрын бер нәмәгә лә алыштырмаҫ инем. Китмәнем, ҡалдым. Әммә илле йыл йәшәһәм дә, был яҡты үҙ итә алманым. Театр өйөм, үҙ ғаиләм кеүек. Ул миңә яҡын да, әммә тыуған яҡ яҡыныраҡ. Бөтә ғүмерем ошонда үтте, һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған ирмен. Тыуған яғыма бик йыш ҡайтам, туғандарым, балаларым Өфөлә булғас, шунда булам. Ауылға ҡайтып, атай-әсәйҙең ҡәберенә зыярат ҡылам. Атай нигеҙендәге өй бар, унда аҙна-ун көн булып китәм. Академтеатрҙа эшләһәм, үҫеш икенсе төрлөрәк булыр ине бәлки. Ләкин бындағы эшләгән кеүек унда эшләй алмаҫ инем. Актер профессияһында уйнамайһаң, актер булып булмай. Ә мин ғүмерем буйына йөҙөп йөрөп уйнаным! Актерға шунан башҡа ни кәрәк!

Шулай итеп...
Монолог, дөрөҫөрәге, ике монолог тамам. Ә бит беҙҙең һәр беребеҙҙең күңелендә төрлө һүҙҙәрҙән туҡылған текст булып, тышҡа сығыуҙы көткән монолог йөрөй. Йәнебеҙ тыныс, күңелдәребеҙ күтәренке булһын өсөн ваҡыты-ваҡыты менән бушанып алыу кәрәк. Бәлки, һинең монологың башҡалар өсөн фәһем булыр? Был осраҡта үткәндәр менән бөгөнгө араһындағы хәтирәләр күпере күп йәштәр өсөн ҙур фәһем булыр, моғайын.

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.23 | Ҡаралған: 157

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru