«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ – 13 (Аҙағы)
+  - 


Ғилмишәрифте атҡа атланған көйө күргеләре килде. Уны фотоға төшөрҙөләр. Китәһе көнө йөҙөнә: "С этой боевой шашкой отважный кавалерист Яуымбаев с боями прошел от Сталинграда до Бранденбурга", - тип яҙылған, суҡлы ебәк эфеслы ялтлап торған өр-яңы ҡылыс тапшырҙылар. Эскадрон командиры, ҡыҫҡа ғына телмәр һөйләп, полк командованиеһының иҫтәлекле яҙыуын уҡығас, Ғилмишәрифтең тамам күңеле тулды, йәнә күҙенә йәш эркелде.
Ғилмишәриф ҡылысты ҡабул итеп алғас, башын эйеп, өс тапҡыр үпте лә дерелдәгән бармаҡтары менән ҡылысын биленә таҡты. Эскадрон командиры:
- Геннадий, бәлки, бер нисә һүҙ әйтерһең? - тип бышылданы. Башҡорт егетенең һүҙ әйтерлек хәле ҡалмағайны, өҙәңгеһендә баҫа биреп, тын алды ла:
- Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә, иптәштәр! - тип ҡысҡырҙы. Уның тыныс, әммә ысын йөрәгенән сыҡҡан тауышы иптәштәренең көслө "Ура!" оранына барып тоташты. Аҙаҡтан инде эскадрон командиры Ғилмишәрифкә полк командованиеһының күстәнәсен тапшырҙы.
"Вольно, разойдись!" командаһы яңғыраны. Кавалеристар быны уратып алды.
- Ну, малай, килештерәһең! Ат өҫтөндә ултырыуыңды ҡара!
- Генерал да и только!
- Ауыл бисәләренең йөрәген яндыраһың инде!
Кисен Ғилмишәрифтең башына уй төштө: "Туҡта әле, күктән төшкән шикелле, бөтөнләй хәбәр-хәтерһеҙ, ҡайтып төшөү килешмәҫ", - тип Германия иленән ҡатыны Райханаға һуңғы хатын яҙып һалырға булды. "Йәш күкрәгенән урғылып, ҡайнарланып-парланып сыҡҡан ялҡынлы сәләмдәрен" ҡатыны, бала-сағаһына, туған-тыумасаһына бәйнә-бәйнә теҙеп сыҡты ла, аҙағына түбәндәге юлдарҙы өҫтәне: "Ҡәҙерле йәмәғәтем Райхана! Мин ҡайта тип артыҡ өҙгөләнмә. Бары белән байрам. Тормошоғоҙҙо күрмәһәм дә ни рәүешле икәнен аңлап торам. Һиңә шул да мәғлүм булһын: ауылға бер үҙем генә ҡайтмайым. Өс йыл һуғыш утын бергә йотҡан, фронттың йәмғе әсе-сөсөһөн минең менән ҡуша татыған йән дуҫым менән ҡайтып төшәм. Хәҙергә уның кем икәнлеген яҙмайым, күҙмә-күҙ осрашып күргәс танышырһығыҙ, һеҙҙе бер күреүгә зар-интизар булып, һағынып, ҡәләм тибрәтеүсе ирең һәм балалар атаһы Ғилмишәриф".

XIV

Вагонға килеп ингәс тә, Ғилмишәрифтең дә, атының да өр-яңы өҫ-башына, ялтырап торған һары күндән эйәр-өпсөнөнә ҡарап яңы юлдаштары ғәжәпләнеп ҡуйҙы. Көнләшеү, ғәжәпләнеү тойғоһо һирпелгән ҡараштан уңайһыҙланыпмы, Ғилмишәриф ситкә боролдо: ят кавалеристарҙың береһе, күрәһең, абруйлырағы инде, дуэлгә сығырға йәтешләнгән шикелле, ҡылысының эфесына тотондо ла:
- Эй, земляк, нимә унда һыуыр һымаҡ яҡтыға сығырға ҡурҡып ултыраһың? Кил бында, тәмәкең бар икән, ҡунаҡ булырһың, - тип һөрәнләне.
Ә икенсеһе, күрәһең, иптәшенең өндәшеүен йомшағыраҡ тойоп, һүҙҙе етдиерәк һуҡмаҡҡа төшөрөргә уйланы.
- Ул һиңә ҡайҙан төшөп ҡалған земляк була һуң?
- Ә как же, беҙ уның менән Берлин юлында бер ҡояш йылыһында сылғау киптергәйнек, - тип телләште теге.
- О, улай булғас, ул һинең бик яҡын дуҫың икән.
- Ул ҡәҙәре яҡын булғас, бәлки, гражданкала икәү бер ҡыҙға йөрөгәнһегеҙҙер әле!
- Булғандыр, булғандыр, - Ғилмишәриф кеҫәһенән еҫе аңҡып торған еңел тәмәке сығарҙы ла тегеләр янына барып баҫты. Ят юлдаштары шунда уҡ ҡағыҙ йыртып, ҡулдарын уға һуҙҙы, хуш еҫле тәмәке һура-һура, бының кемлеген, ҡайһы полкта, нисек хеҙмәт итеүен төпсөнөргә тотондолар. Ғилмишәриф әллә ни асылып барманы. Өҫтән-мөҫтән генә таныштырҙы үҙе менән. Әммә күкрәгендәге ялтлап ҡалған орден, миҙалдарын күргәс, тегеләрҙең мөнәсәбәте бермә-бер үҙгәрҙе.
- Бына, исмаһам, был иптәш һуғышҡан тиһәң дә ярай! Үҙ атың менән ауылыңа ҡайтып төш әле! - тине. - Ох, егеттәр, бөтә боевой снаряжение менән атыңа атланып ҡайтып төш тә, ҡылыс эфесының төбө менән Маньканың тәҙрәһен шаҡып тор ине, әй! Преемництан ҡуҙғалып киткәндең егерменсе көнөндә атлы ғәскәр тейәлгән эшелон, Ғилмишәрифте үҙ аты менән Ҡарталы станцияһында ҡалдырып, көнсығышҡа елде. Ҡола ялан уртаһында ултырған Ҡарталының тиреҫтән өргән һалҡын әсе еле йылы теплушкаға өйрәнеп өлгөргән ике юлсыны өтөп алды. Ғилмишәриф станция начальнигына инеп документтарын күрһәтергә, атына ла, үҙенә лә әүҡәт-фураж таптырырға, берәр йылы урын булмаҫмы, тип әйтергә уйлағайны. Ләкин асыҡ платформа тура килеүенән, юлда аты менән ҡуша туңып ҡуйыуынан ҡурҡып, артабан һыбай сығырға булды. Ауылдарға һуғыла-һуғыла, өсөнсө көнөндә Ялан ауылынан илле саҡрымда ятҡан үҙ станцияһына килеп етте.
Ғилмишәрифтең Германиянан "ауылға бер үҙем генә ҡайтмайым, өс йыл һуғыш утын бергә йотҡан, фронттың йәмғе әсе-сөсөһөн үҙем менән ҡуша татыған йән дуҫым менән ҡайтып төшәм", - тип яҙған һуңғы хаты йөҙ өйлө Ялан ауылының аҫтын-өҫкә килтерҙе. Иң башта ошо һүҙҙәр өс йыл буйы уны тилмереп көтөп ултырған Райханаһының йөрәген телгеләне. Күҙ йәштәрен тамыҙа-тамыҙа, хаттың шул урынын ҡат-ҡат уҡыны. Иҫ белә башлаған өлкән ҡыҙы Миңленур: "Әсәй, нишләп шул тиклем илайһың, атайым ҡайтам тип яҙған да инде", - тип тынысландырырға тырышты. Ә әсәһе уның һайын быуылып иланы.
Тыныслана төшкәс, кәштәлә ятҡан көҙгө киҫәген алып оҙаҡ ҡына үҙ-үҙенә текләп ултырҙы. Ҡайһы ерем килешмәне икән был аҙғын иргә? Әүрәп йөрөгән кешеһе ниндәй бисә икән? Мәрйәлер, ату кем булһын, Германиянан немец бисәһен тоттороп ҡайтармаҫтар бит инде?
Ғилмишәрифтең абайламайыраҡ яҙған һүҙҙәре хат эсендә генә ятып ҡалманы, күрше-күлән ҡолағына ла барып етте. Ялан ауылының бөтә өйҙәрен урап сыҡты. Ә оҙон ҡолаҡ ҡәйенеңгәһе:
- Ишеттегеҙме, Ғилмишәриф ҡәйнеш Германиянан килен алып ҡайтып килә, ти бит! Йәнтүрә ҡарттың әфисәр малайы бер кахул алып ҡайтҡайны, был унан да арттырып ебәрә икән, - тип сурытты. Ҡалғандары тағы өҫтәне:
- Бына һиңә яр аҫтынан яу сыҡҡан! Һуғышҡа киткәндә бер шомбай ғына кеше ине, сит ерҙәрҙә йөрөп кеше лә йышылалыр, күрәһең.
- Балалары йәл бит әле. Береһенән-бере матур ғына үҫеп килгән өс балаһы бар.
Көнсөлөрәктәре:
- Әйҙә, беҙ генә страдать итмәйек әле, иренә арҡаланып күп ултырҙы! Беҙ күргәнде Райхана ла татыһын, - тине. Ә ҡайһы бер әсе теллерәктәре:
- Китсе, китсе, әҙәм страмы! Ғүмер баҡый ирһеҙ ултырһам да, шул көтөүсене ҡосаҡлап ятаһым юҡ! Уға барған кешеһен дә әйтер инем инде, - тип ебәрҙе.

XV

Ошо мәлдә Ғилмишәриф, ауылға ла еттем тип, үҙен һәм атын һуңғы тапҡыр тәртипкә килтереп, Ҡыҙыл йылғаһына терәлеп тигәндәй ятҡан текә ҡабаҡ өҫтөндә һыбай тора ине. Ул күҙҙәрен тыуған ауылы тирәһендәге таныш яландарға текәлгән армыт-армыт булып төньяҡтан көнсығышҡа һуҙылған күк Ирәндек һырттарын, Йәнгүҙәй, Күсем таштарын күргәс, һуғыш йылдарында үҙ юлдашы булған берҙән-бер көйөн һуҙып ебәрҙе.

Алыҫтарҙан күгәреп әй күренгән
Болот микән, әллә тау микән?
Минең генә ғәзиз туғандарым
Ошо донъяларҙа бар микән?

Ирәндектең урта һыртынан һулдараҡ Билән тауҙы күргәс, Заһретдинды иҫенә төшөрөп кубанкаһын систе, оҙаҡ ҡына шул түбәгә ҡарап торҙо. "Ошо түбәнең итәгендә өйкөм-өйкөм сауҡалыҡтар араһында ултырған таҡтөйөндә алтын ҡабул итә торғайны бит Заһретдин ағай. Хәҙер алтыны ла, үҙе лә юҡ. Ҡуян-Сағыл түбәһендә әллә ҡайҙарҙан күренеп ултырған өс тағанлы тимер маяҡ та юҡ. Кемгә хәжәт булды икән? Әмин ҡыуағының кәртәһен дә емереп ташлағандар. Ә түбәнендәге ҡыуағының эҙе лә ҡалмаған. Өс тирәктең береһе генә тороп ҡалған. Ҡырҡып яҡҡандарҙыр инде. Ҡыҙыл йылғаһы йырындары буйындағы таллыҡтар ҡайҙа? Бомба төшмәһә лә, снаряд, миналар шартламаһа ла һуғыш шауҡымы бында ла килеп еткән, уның афәт еле минең тыуған яҡты ла ялмап үткән икән. Тик бына бер Салғыя ташы ғына киткәндә нисек ҡалһа шулай ултыра. Хатта ул да тәпәшәйеп, ергә һеңгән шикелле.
Ҡапыл текә ҡабаҡ аҫтында, тигеҙ табаға һибелгән борсаҡ шикелле йөрөп ятҡан аттар күренде. Арыу-талыуҙан тик кенә торған Әүхәҙи бөтә кәүҙәһе менән һелкенде лә, башын күтәреп улар яғына боролдо. Шунан морон тишектәрен тырпайтып сыңратып кешнәп ебәрҙе. Айғырҙың көслө тауышы текә ҡабаҡ ташына бәрелде лә әллә ҡайҙарға барып һүнде. Сит илдәрҙә йөрөп ҡайтҡан ҡәрҙәшенең сәләмен алып бейәләр ҙә нескә генә кешнәп яуап бирҙе.
Хәҙер айғырҙы тотоп тороуы ҡыйын. Ғилмишәриф Әүхәҙиҙе Ҡыҙыл йылғаһы буйына борҙо. Эсһен әле шуның һыуын туйғансы, һағынғандыр. "Әйҙә, Днепр, Висла һәм Одерҙарҙа ла һуғарҙым мин һине, үҙебеҙҙең Ҡыҙылдыҡынан да татлыраҡ, шифалыраҡ ниндәй һыу булһын?" - тип һөйләнде.
Ана Ҡыҙылдың арғы ситендә бер ҡыҙ бала тулы биҙрәләрен ергә ҡуйған да, ике күҙен Ғилмишәриф яғына текләп, ҡатып ҡалған. Ҡарап торҙо-торҙо ла ике ҡулын ике янбашына һуҡты:
- Атаҡ, атаҡ, Ғилмишәриф ағай, һин түгелме һуң?!
Ғилмишәриф ҡыҙҙы таныманы, шулай ҙа:
- Өҫтөнә баҫтың! - тип һөрәнләне йылға аша. Ҡыҙ көйәнтәһен ырғытты ла тыҡрыҡтан ауылға йүгерҙе. Ихатаға етер-етмәҫтән тыны бөтөп:
- Райхана еңгә, һөйөнсө! Ғилмишәриф ағайым ҡайтып килә! - тип ҡысҡырҙы. Аш-һыу әҙерләп йөрөгән Райхана яулығын төҙәтә-төҙәтә, еүеш ҡулын итәгенә һөртә-һөртә, йүгереп урамға сыҡты:
- Ҡайҙа? Бер үҙе генәме? Янында бисә-фәлән юҡмы?
- Ниндәй бисә? Һыбай килә ята ла!
Ул да булмай артынан бер көтөү бала-саға эйәртеп һылтыҡлаған атына атланып Ғилмишәриф үҙе өй алдына килеп туҡтаны. Шул ыңғайҙан атынан һикереп төштө лә ни ҡылырға ла белмәй аптырап торған ҡатынын ҡосаҡланы:
- Райхана, илама, шатлан! Ҡайттым бит! - тип бышылданы. Шунан атаһы эргәһенә яҡын килергә баҙнат итмәй торған кинйә малайын күтәреп алды: - Үәт, минең донъя көтә торған малайым! Ҡайһылай үҫеп киткән! - Шунан бер атҡа, бер ҡылыслы кавалерисҡа ҡарап ҡатҡан ауылдаштары эргәһенә атланы. Барыһы менән дә ҡул бирешеп ихлас күрешеп сыҡты.
Ишек алдында кеше күбәйгәндән-күбәйә. Һуғышсының да хәлен һорашалар, хәтәр эйәр-өпсөн менән эйәрләнгән Әүхәҙиҙе лә тикшерәләр.
- Ҡарап-ҡарап торам да, ҡустым, менеп ҡайтҡан малың беҙҙең яҡтың йылҡыһына оҡшай түгелме? - тип һораны бер ҡарт.
- Насырйән ағай, үҙебеҙҙең өйөр айғыры Әүхәҙи ҙә баһа! Танымайһыңмы ни? Һуғыш утын бергә үтеп, бына насип булғас, шуның менән ҡуша Яланға ҡайтып төштөк.
Ғилмишәрифтең яуабын ишеткәс, кешеләр бер аҙ телһеҙ ҡалды, ышанмағандай, йәнә атты уратып ҡарарға тотондолар. Шунан йәнә һораша башланылар, ғәжәпләнеүенән телдәрен шартлаттылар:
- Ҡара һин, әйтһәң, әҙәм ышанмаҫ! Кире әйләнеп ҡайтҡан тиһең, ә?!
- Әй, хайуан, ниҙәр генә күрмәне инде бының башы? Ауылды таныймы икән? Онотманымы икән?
- Ана, ҡара-ҡара, нисәмә еренән ранен булған меҫкенең.
- О, Ғилмишәриф ағайҙың ҡылысын ҡара!
Ғилмишәриф, хәл-әхүәл белешеп тын алғандай иткәс, ауылдаштарын өйөнә саҡырҙы.
- Әйҙә, ағай-эне, сәйгә рәхим итегеҙ. Артыҡ һый-хөрмәт юҡ та, барынса булыр, - тине, үҙе атын һарайға индереп бәйләне. Райхана ла ян-яғына ҡарап алды ла:
- Эйе, эйе, шулай булмай ни! Әйҙәгеҙ, барығыҙ ҙа өйгә рәхим итегеҙ. Сәйем әҙер, - тип килгәндәрҙе өйөнә саҡырҙы. Шулай ҙа күстәнәс көткән бала-сағанан башҡаһы, әҙәп һаҡлап, өйгә инергә ашыҡманы.
- Ярар, ярар, ҡустым, алыҫ ерҙән юлда арып-талып килгәнһең. Әйҙә, ана хәҙергә бала-сағаң менән бул. Иншалла, насип булһа, әле бергә булырбыҙ. Имен-һау ҡайтып үҙеңде күргәс, беҙгә хәҙергә шуныһы ла еткән, - тине Насырйән ҡарт. Ғилмишәриф өйөнә инеп юғалғас та, ат янына йыйылған халыҡ тиҙ генә тарала һалманы: һаман көтмәгәндә килеп тыуған был мөғжизәгә шаңҡып тора бирҙе. Өйҙә көлдөксәләге самауыры менән булашҡан Райхана улын тубығына алып ултырған иренә боролдо ла: - Алып ҡайтып килгән йәндәй иптәшеңде әллә берәй стансыла аҙаштырып ҡалдырҙыңмы? - тип һорап ҡуйҙы. Үҙ хатаһын килеп төшкәс тә аңлап алған Ғилмишәриф ауыҙын йырып тәҙрә яғына ымланы.
- Ана бит, күрмәйһеңме ни? Һарай ситәнендә бәйле тора! Шул инде минең өс йыл буйы бергә йөрөгән йәндәй дуҫым, - тине. Ошо һүҙҙе ишетеү менән Райхана, ҡуҙһалғысын көлдөксәгә ырғытып, иренең муйынына килеп аҫылынды:
- Ай, минең бәғерем! Иптәшем менән ҡайтам, тип яҙған хатыңды уҡығас, йоҡоларҙан заяғи булдым, хыялыйға әйләнә яҙҙым бит. Хатта ғәрлегемдән нишләргә лә белмәнем, - тип һөйләнә-һөйләнә ирен үбергә тотондо. Ошо мәлдә ер йөҙөндә уларҙан да бәхетле бер кем юҡ ине.

* * *

Ғилмишәриф атына атланып колхоз идараһына китте. Һуғыштан ҡайтҡан һәр ауылдашы өсөн шатланып бөтә алмаған колхоз председателе Ҡәһәрмәнов, һалдат килеп ингәс тә, ҡоластарын йәйеп уға ынтылды:
- Үәт, исмаһам, һуғышсы, үәт, исмаһам, кәүәлерис! - Председатель һалдаттың затлы кейеменә ҡарап, устарын шапылдатып бер-береһенә һуғып алды ла телен шартлата бирҙе. - Был рәүешле ҡайтып төшөүеңде һис тә көтмәгәйнек. Ҡара һин, мынауы шпорҙарын, ҡылысын!.. Ҡайһылай үҙеңә килешеп тора бит әле! - Ҡәһәрмәнов ҡарт Ғилмишәрифтең ҡылысын самалап ҡараны. - Үҙе йәтеш кенә күренһә лә, һәлмәк кенә икән!
- Ҡәһәрмәнов ағай, ҡылыс ҡарамаҡҡа еңел тойолһа ла, һелтәү көсө ҡырҡ һигеҙ килоға, йәғни өс ботҡа бәрәбәр. Самалап ҡара, - тип көлөмһөрәне Ғилмишәриф.
- Әй, ҡустым, ҡустым, ҡайҙан килгән ти ул беҙгә ундай көс-ғәйрәт? Бөтә булған ҡарыуҙы беҙ ошо "Ҡыҙыл ялан" колхозына һалдыҡ инде. Бигерәк тә ошо дүрт йыл ҡаҡшатты, - тип ул үҙ урынына ултырҙы ла ҡаты көрһөнөп ҡуйҙы. Бер аҙ ултыра торғас, етди һүҙгә күсте: - Ҡустым, был ҡорамалыңды кәрәк урынға тапшырып, бер аҙ ял иткәс, колхоз эшен башларһың бит инде?
- Ҡәһәрмәнов ағай, ҡорал бер ҡайҙа ла тапшырылмай, миңә бүләк итеп, мәңгегә бирелгән. Документы бар, законный ҡағыҙ менән беркетелгән.
- Һәл-лә-лә!.. Улай ҙа була икән. Өйөмдә генә торасаҡ, тиһең, ә?
- Ҡәһәрмәнов ағай, мин армияға йәйәү алынып - колхозға бынамын тигән атҡа атланып ҡайттым...
Ҡарт председатель һаман һүҙҙең айышына төшөнә алмай ҡаңғыра:
- Ниндәй ат? Бер ҙә төшөнә алмай һандырап ултырам әле, - тине. Ғилмишәриф председателдең ҡултығынан тотоп, тәҙрә эргәһенә килтерҙе лә идара ҡоймаһында бәйле торған бурыл атҡа бармағы менән төртөп күрһәтте.
- Был ниндәй хайуан?
- Ул хайуан түгел, беҙҙең колхоздың өйөр айғыры.
- Китһәнә, ҡустым, былай ҙа ҡаңғырған башты бутама әле.
Ғилмишәриф баштан-аяҡ ат тарихын аңлатып биргәс, колхоз председателе урынынан тороп яңынан тәҙрәгә килде. Ҡыуанысынан күҙенән ырғып киткән бер нисә бөртөк йәшен һөрттө.
- Юҡ, юҡ, ҡустым, былай ярамаҫ! Сабыр ит, әллә ҡайһы тарафтарҙан килгән үҙ атыбыҙ менән күрешмәһәк, бөтөнләй хилаф булыр, - тип ул йәһәт кенә кейенде лә ат эргәһенә сыҡты.
- Эй, хайуан, тыуған ауылыма, таныш өйөрөмә ҡайтып килдем тиһең инде, ә? - тип ат менән һөйләште лә, уға мөлдөрәп ҡараған бурылдың муйынынан шапылдатып һөйҙө. Улар яңынан идараға инде. Ҡәһәрмәнов өҙөлөп ҡалған һүҙен дауам итте: - Ҡустым, үҙеңә тейеш ашау-эсеүен бирербеҙ. Берәр ай ял итеп, ҡунаҡ булып алғас, колхоз эшенә сығырһың бит? - тип председатель ауылдашына һораулы ҡараш атты, сөнки күптән түгел ҡайтҡан бер-ике фронтовик еңел тормош эҙләп, ауылды ташлап ситкә китеп барғайны.
- Ҡунаҡ ҡайғыһы юҡ, ағай. Иртәгә үк эшкә тәғәйенләгеҙ, - тип бекешаһының төймәләрен ысҡындырып, мундир кеҫәһенән портсигарына тығылды. Ҡапыл асылып киткән түшендәге наградаларын шәйләп, председатель, папиросын ҡабыҙа-ҡабыҙа, тағы урынынан торҙо.
- Ҡара, ҡара, ҡайһылай ҙа батыр һуғышҡанһың икән, ә! Ике "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены, биш-алты миҙал! Әле ауылға был тиклем түш тултырып ҡайтҡан батырҙы күргән юҡ ине. Прәмә атлы маршал һымаҡ ҙурлап ҡайтарғандар бит үҙеңде! Күҙ юҡ, һүҙ юҡ. Бик ҙур афтарит менән ҡайтып төшкәнһең. Маладис!
Йүгереп сығып ауыл Советы председателен, парторгты саҡырып индерҙе, уларҙың да артынан эйәргән кешеләргә Ғилмишәрифтең бекешаһын килеп үк асты:
- Бына, күрегеҙ "Ҡыҙыл ялан" колхозының ҡаһарманын! Орден, миҙалдарын тотоп ҡарағыҙ! Бына, фашистарҙың башын ҡыйған уның ҡылысын күрегеҙ! - тип шашканы ҡынынан һурып өҫтәлгә һалды. Кемдер ҡылыс йөҙөндәге яҙыуҙы уҡып ишеттергәс, бөтә кеше уңайһыҙланыуынан нишләргә белмәй уртала баҫып торған Ғилмишәрифте төрлө яҡҡа әйләндереп ҡарарға тотондо:
- Бына шулай һуғыша ул беҙҙекеләр, любой дошмандың аталарын таныта ул беҙҙең егеттәр! - тип Ҡәһәрмәнов, һуғыштан үҙе йөрөп ҡайтҡан шикелле, маҡтанып иҙән буйлап йөрөп алды.
Кәнсәгә йәнә халыҡ йыйылып китте. Йәнә һорашырға тотондолар. Шунан уйынлы-ысынлы ҡиәфәттә Ғилмишәрифкә эш һайлай башланылар. Яңы ғына армиянан ҡайтҡан Бикбирҙин фамилиялы йәш егет, колхоз парторгы, шундай тәҡдим индерҙе: - Өс көндән Октябрь байрамын үткәрәсәкбеҙ. Ғилмишәриф ағайҙы үҙе алып ҡайтҡан атына атландырып ауыл халҡы алдында бер нисә һүҙ әйтеүен һорарға кәрәк. Етмәһә, коммунист та булып ҡайтҡан. Эш мәсьәләһендә шуны әйтәм: беҙҙең КТФ мөдире Малыбаев ағай үлеп ҡалды. Бына беҙгә әҙер коневод. Унан да шәберәген эҙләп тораһы ла юҡ, - тип йәнәшендә ултырған Ғилмишәрифкә ымланы.

XVI

Әүхәҙи үҙ хужаһы менән Октябрь байрамы демонстрацияһына сыға алманы. Һуғышта яралар алып, оҙаҡ юл үтеп йонсоған мал өс аяғына ғына баҫып тора башланы. Арт аяғына ныҡ көс төшөү сәбәпле, өс аяғында тороу ҙа бер ғазапҡа әйләнде, күрәһең. Тора-бара ат Ғилмишәрифте ятҡан көйөнсә генә ҡаршылай башланы. Йәшкелт күҙҙәрендәге нур көндән-көн һүнә барҙы. Ахырҙа, хайуанды ике яҫы ҡайыш менән түшәмгә тарттырып бәйләп ҡуйҙылар. Әүхәҙи барыбер ҙә мандый алманы, уның һаулығы көндән-көн насарайҙы. Ҡар төшөп, ҡыш һыуығы һарайға бәреп инә башлағас, хәле бөтөнләй мөшкөлләнде. Февраль аҙаҡтарына ул бөтөнләй ашауҙан да яҙҙы. Район ветлечебницаһынан килгән ветеринария врачы ауырлыҡ менән генә тын алып торған арыҡ атты төрлө яғынан тыңлап ҡараны ла:
- Ике яҡ үпкәһенә лә бик ҡаты һалҡын тейгән. Хәрәкәтһеҙ оҙаҡ тороу арҡаһында йөрәге лә насарайған. Алғы аяғының сираҡ һөйәге лә, онталған янбаш һөйәге лә төҙәлмәҫлек остит, йәғни һөйәк сире, менән ауырый башлаған, - тип һөйләне. - Был малҡайҙың ғүмере һанаулы ғына ҡалған. Әгәр итен һәм тиреһен файҙаланырға ниәтегеҙ булһа, һуйырға рөхсәт итеп китәм, - тине.
Ярһыған Ғилмишәриф тегене һарайҙан ҡыуып сығарҙы.
Яугир атты, ата-бабалар йолаһы буйынса, өҫтөнә ҡыҙыл йондоҙло серге ябып, һыртына үҙе менән ҡайтҡан эйәрҙе һалып, сағыл үңерендә ҡаҙылған ҡәбергә аяғүрә баҫтырып күмделәр. Баш осона ҡыҙыл йондоҙ, аҫҡараҡ дағаһын һәм тимерлектә һуғып эшләнгән ҡылыс һәм мылтыҡ рәүешен, кавалеристарҙың эмблемаһын ҡаҡтылар. Ҙур шыма ташҡа сүкеп: "Бында Бөйөк Ватан һуғышының яугиры, алған яралары һөҙөмтәһендә тыуған иленә ҡайтып үлгән Әүхәҙи исемле колхоз аты ерләнде. 1935 йылдың 25 апрелендә тыуған, 1946 йылдың 3 апрелендә вафат булған", - тип яҙып ҡуйҙылар.
Көҙ еткәс, Ғилмишәриф атының ҡәбере өҫтөнә ике йәнәш ҡайын ултыртты. Йыл һайын, 9 Майҙа, ҡулына ялан сәскәләре тотоп ейәндәре менән бергә үҙе ошо ҡәбергә килде.
...Һуңғы тапҡыр килгәндә сәстәре ағарған, кәүҙәгә ныҡ ҡуранысланған был яугир үҙе лә "өс аяҡ"та тора ине.
Еңеүҙең 50 йыллығы байрамына тиклем бер йыл ғына ҡалғайны.

(Аҙағы. Башы 29-40-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.23 | Ҡаралған: 124

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru