«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ МӘКТӘПТӘРҘӘ МИЛЛИ ҺӘМ ЭТНОМӘҘӘНИ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘР ҮҘӘК УРЫНДА
+  - 

Был аҙнала Өфөлә Полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум булып уҙҙы. Был сара юҡҡа ғына республикала үткәрелмәй - Башҡортостанда Өфөлә, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Учалыла, Сибайҙа, Мишкә районы Мишкә ауылында һәм Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында полилингваль мәктәптәр эшләй. Бынан тыш республика буйынса полилингваль кластар ҙа байтаҡ ҡына. Дөйөм алғанда, был белем усаҡтарында 7500 уҡыусы белем ала, уларҙың 1091-е - беренсе класта уҡый.

БР мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин билдәләүенсә, бындай уҡыу йорттарында белем алырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Сөнки улар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, күп функциялы коворкинг киңлектәре бар, балаларға үҙҙәрен үҫтереү өсөн бөтөн мөмкинлектәр ҡаралған. Быларҙың барыһы ла белем биреү процесын камилыраҡ итә, уҡыусылар имтихандарҙа, олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Үткән уҡыу йылында 1-се полилингваль гимназияның 4 уҡыусыһы химия, физика, рус теленән БДИ-ны 100 балға тапшырған. 70 уҡыусы башҡа фәндәр буйынса юғары балдар йыйған. Полилингваль күп профилле мәктәптәр республика вуздары менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә, инновацион майҙансыҡтар эшләй.
БР Башлығы Радий Хәбиров та бындай уҡыу йорттарында белем биреү ҙә, педагогик состав та, өҫтәмә мөмкинлектәр сифаты ла юғары булырға тейеш, тип әйткәйне. Ошо йүнәлеште артабан да үҫтереү, камиллаштырыу маҡсатынан Республика полилингваль мәғариф үҙәге булдырыласаҡ. Был үҙәктә йыл әйләнәһенә уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн полилингваль сменалар, слеттар, семинарҙар уҙасаҡ, тип планлаштырыла. Әле лә уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү маҡсатынан "Уңыш формулаһы" тигән проект эшләй. Башҡорт, рус, сит телдәрҙә күрһәтелгән оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ дәрестәр уларға эшмәкәрлеген дөрөҫ ҡорорға булышлыҡ итә. Полилингваль мәктәп уҡытыусылары өсөн матди ярҙам да бар. Республика делегацияһы быйыл тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Үзбәкстанға барып ҡайтты, ноябрь айында Ҡаҙағстанға ошондай уҡ сәфәр ҡаралған.
Бөгөн республикала ҡуйылған маҡсат шундай: белем биреү һәм тәрбиә өлкәһендә иң алдынғы ысулдарҙы ҡулланған полилингваль мәғариф төбәктең милли һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен дә күҙ уңында тотҡан инновацион уҡыу йорто булырға тейеш. Булып үткән форумда иһә ошо үҙенсәлекле тәжрибәне башҡаларға күрһәтеү төп урынға ҡуйылды ла инде. Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың полилингваль һәм билингваль белем биреү усаҡтары педагогтары, етәкселәр, вуз уҡытыусылары, дәүләт власы органдары, закондар сығарыу һәм башҡарма власть вәкилдәре мәктәптәрҙе ҡараны, ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, проекттар яҡлау, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.10.23 | Ҡаралған: 199

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru