«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФАЙҘАҺЫҘ ҒИЛЕМ ХАҠЫНДА ФӘЛСӘФӘ, ЙӘКИ НИ ӨСӨН МИН ТӨЙМӘЛЕ ТЕЛЕФОНҒА КҮСТЕМ?
+  - 


Халҡыбыҙҙа "Күп белһәң - тиҙ ҡартайырһың" тип әйткәндәрен ишетмәгән кеше юҡтыр. Берәй әҙәм нимә менәндер артыҡ ҡыҙыҡһына башлаһа, уға ҡарата "Һиңә уны белеү кәрәкмәй" тигән мәғәнәлә ҡулланалар был әйтемде. Икенселәр уны "Уҡырға яратмаған ялҡау кешеләрҙең һүҙе был" тип тә һанай. Үҙенең һөйләшендә бәғзе ваҡыт ошо әйтемде ҡулланған кешеләргә ҡырын ҡараусылар, уларҙың һүҙен хупламаусылар ҙа күп кенәлер…

Ғәҙәтемсә, бер аҙ ғәҙәти булмаған юҫыҡтараҡ фекерләп алмаҡсымын. Аллаһ илсеһе Мөхәммәт с.ғ.с. һәр саҡ ошолай тип доға ҡылыр булған: "Аллаһүммә әғүҙү-бикә мин ғилмил-лә йәнфәғ" (Йә Аллаһ, файҙаһы булмаған ғилемдәрҙән һиңә һыйынам!) Әҙәм балаһы өсөн кәрәкмәгән (хатта зыянлы булған) һәр төрлө мәғлүмәттәрҙе ишетмәү һәм белмәү хәйерлерәк булған өсөн дә шулай итеп Аллаһы Тәғәләнән үтенеү кәрәклеге хаҡында был доға. Мин үҙем дә көн һайын ошо доғаны уҡып алам. Бер нисә ай элек кенә улым "һыйпай торған" телефон бүләк иткәйне. "Хәҙерге кешеләрсә, интернет киңлектәрендә гиҙенеп, унан үҙеңә кәрәк нәмәләр алып, иркенләп йәшә, атай", тигәнерәк теләк менән эшләгәндер инде быны. Улымдың шундай яҡшы ниәт менән биргән аппаратын тиҙ генә өйрәнеп тә алдым. Шунан алып, һәр төрлө мәғлүмәттәр донъяһына сумырға тотондом. Оло кинәнес менән асам да уҡыйым, тағы һәм тағы... Ниҙәр генә юҡ унда! Көн дә, хатта көнөнә әллә нисә мәртәбә үҙгәреп торған яңылыҡтар булһынмы ул, йә булмаһа, берәй нәмәнең аңлатмаһы хаҡында уҡып алаһың… Әммә, тора-бара, ҡатмарлы халыҡ-ара хәлдәр менән баш тула, яңылыҡтар араһында теге йәки был кеше, хатта билдәле шәхестәр хаҡында йыш ҡына һәр төрлө ғәйбәттәр күренгеләүе йәнгә тейә башланы. Ә бит, ысынлап та, фәлән ил башлығының фәләнсә һөйәркәһе, төгән актерҙың никахтан тыш улы йә ҡыҙы булыуы, берәй бөйөк яҙыусының алкоголизм сире арҡаһында үҙ-үҙенә ҡул һалыуы тураһындағы мәғлүмәттәр миңә һәм башҡа күптәргә нимәгә кәрәк инде, шулай бит? Бында йәшерен-батырыны юҡ, тураһын әйтеү кәрәк: уҡымаһаң - уҡығы килә, ауыҙыңа май булғыры, ә уҡыһаң - башҡаларға шул хаҡта һөйләге килә башлай. Ә бит, ҡәҙерле туғандар, ғәйбәтте тыңлау һәм һөйләү ҙә берҙәй гонаһ! Әҙәм балаһының яҡшы яғын һөйләү, әлбиттә, ғәйбәт түгел. Әммә кеше үҙе тураһында ниндәйҙер мәғлүмәтте һөйләүҙәрен теләмәй икән, бындай хәбәрҙе йөрөтөү ғәйбәткә һанала, уның ысынбарлыҡ булыуына ҡарамаҫтан.
Шулай уҡ "Бәйләнештә" тигән нәмәгә инеп китәһең икән, унда кешеләрҙең бер-береһе менән әңгәмәһен уҡып баш ҡата. Бер-береһен хуплап, матур ғына һөйләшһәләр, уларҙы уҡыуы ҡолаҡҡа ятышлы. Әммә ҡайсаҡ "тас та тос" килеп бәхәсләшә лә башлайҙар бит әле! Ана шул саҡ, кемеһендер йәлләп, уны яҡлашҡы килә башлай… Бынан тыш, әллә ҡасанғы таныштарыңдың фамилияһын, исемен әйтеү менән телефоның һиңә уның фотоһүрәтенә тиклем сығарып ҡуя бит! Элекке хеҙмәттәштәреңдең кемеһелер бөгөнгө көндә фән докторы, профессор булып киткән, икенсеһенең дә берәй юғары дәрәжәгә өлгәшеүе хаҡында ишетәһең, өсөнсөһөнөң вафаты тураһында мәғлүмәт бар. Былары - ярай инде. Әммә, бәғзе бер яҡшы белгән кешең хаҡында суд-маҙар ҡарарын күрһәң йә башҡа насар хәбәр булһа, уны йәлләп, оҙаҡ ваҡытҡа кәйефең ҡырыла. Берәй нәмә яҙырға ултырһаң, һинең өсөн һис кенә лә файҙаһы булмаған ана шул шаҡы-шоҡо мәғлүмәттәр баштан сыҡмай аҙаплай… Шулай булыуға ла ҡарамаҫтан, иртәнсәк уяныу менән, ҡулың, автоматик рәүештә, әлеге "һыйпафонға" үрелә башлай (күҙгә күренмәгән шайтан һәр саҡ шуға өгөтләп үәсүәсә ҡыла булһа кәрәк).
Был нәмәне ниндәйҙер кимәлдә наркотик менән дә тиңләргә булалыр. Урам буйында тротуарҙа китеп барған йә ултырғыста ултырған йәштәр, хатта ололар ҙа бер-береһе менән һөйләшеү, аралашыу урынына телефон ҡарау менән мәшғүл. Күптән түгел генә шундайҙарға тәнҡит күҙлегенән сығып ҡарай инем, ә хәҙер үҙем дә шулай булып киттем. Уларҙың хәленә инеп, был яҡташтарымды (айырыуса йәштәрҙе) аңлай ҙа башланым… Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, гәзит-журналдарҙы ла почта ташыусы өйөңә алып килерҙән бер-ике көн алдараҡ интернеттан асып уҡыуы ҡыҙыҡ һымаҡ, әммә, йәйелеп ултырып, "тере гәзиттең" үҙен тотоп уҡымағас, унан да әллә ни ҡәнәғәтлек табып булмай…
Шулай бер көн, иртә менән уянғас та, өйрәнгән ҡулдарым менән "яндекс"ҡа баҫып, мәрхүм бер дуҫымдың фотоһүрәтенә юлыҡтым. Уны йәлләп, сираттағы мәртәбә ныҡ ҡына ҡайғырып та алдым. Шунан кинәт башыма бер уй килде: "Етер, һиңә, Хәлил уҙаман, туҡта, әлегә һуң түгел! Элекке хәлеңә ҡайт!" Һис кисектермәй, "Мегафон" салонына барып, шунда эшләгән йәш егеткә үҙемдең хәлде һөйләп бирҙем. Ҡабаттан өр-яңы "NOKIA" төймәле телефон һатып алып, "симка"мды шунда күсертеп ҡуйҙым һәм… интернет тигән нәмә менән хушлаштым.
Унан, күп тә тормай, "Киске Өфө"нөң 34-се һаны килде. Фәлсәфәүи фекерҙәргә үтә бай булған Әхмәр Үтәбайҙың "Һәм мин уянып киттем…" тип аталған бәләкәй генә мәҡәләһе бар ине унда. Уҡып ҡарағас, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Әйтерһең дә, "Бер кәлимә фекер"ен ул минең ошо тыуасаҡ мәҡәләм өсөн яҙған. Башына һәр төрлө кәрәкмәгән уйҙар килеп интеккән Лев Толстойҙың "гәзиттәр ҙә алдырмай, хаттар ҙа уҡымай, китаптарҙың да ни икәнлеген онотоу" өсөн күпмелер ваҡытҡа "ҡымыҙ эсеп, һарыҡ ите ашап, ҡорһағын ҡояшҡа ҡыҙҙырып" ял итеү ниәте менән Кәрәлек буйы башҡорттарына килеүе хаҡында яҙа ул. Толстойҙың үҙенең һүҙҙәре менән әйткәндә, "сафлығынан яңы сығып килгән йәштәге һоҡланғыс ерҙәр, бигерәк тә ябай һәм боҙолмаған халыҡ" йәшәгән ергә… Мин дә күп кенә мәғлүмәттәрҙең үҙем өсөн ифрат та артыҡ булыуын тойоп, уларҙан арынырға хәл иттем. Оҙаҡҡамы был, әлегә белмәйем. Әммә ошо көндән алып тыныс йоҡлай башланым. Хатта урыҫтағы "Чем меньше знаешь, тем крепче спишь" тигән әйтем дә дөрөҫләнә барған һымаҡ. Гәзитебеҙҙең шул уҡ битендә Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Телевизорһыҙ бер йыл, йәки Үҙ-үҙеңә ҡайтыу" тип аталған мәҡәләһе лә сыҡты. Шундай фекерҙәштәрем булыуына шатландым.
Әйткәндәй, минең телевизор ҡарамағаныма инде бер нисә йыл булып китте. Сөнки мин… тома һаңғыраумын! Һаңғырауҙаштарым өсөн шуны ла әйтер инем: бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Аллаһы Тәғәлә биргән һәр һынау - мосолман кешеһе өсөн фәҡәт яҡшыға ул. "Ҡолағың тыныс булыуы" ла үҙе бер бәхет икән, тимәксемен. Әхмәр Үтәбай бер осрашҡанда тағы ошондайыраҡ фекер ҙә әйтеп һалғайны: "Хоҙай Тәғәлә, бәлки, яратҡан бәндәһе Үҙен генә ишетһен өсөн уны һаңғырау итәлер…" Ул хаҡта хәҙис-маҙар уҡығаным юҡ, әммә, Раббыбыҙҙың һәр ҡылған эше тик хәйерлегә генә булыуы, һәм шуның өсөн Уға һәр саҡ "Әлхәмдүлиллаһи ғәлә күлли хәл" (һәр хәлдә лә Аллаһҡа маҡтау) тип зекер әйтеү кәрәклеге хаҡында беләм. Аллаһҡа шөкөр, ысынлап та, хәҙер күңелгә теләһә ниндәй сит уйҙар ҙа һирәгерәк килә.
Халҡыбыҙҙағы әлеге "Күп белһәң…" тигән әйтем дә, бәлки, саманан тыш иртә ҡартайыуға этәргәс, баш ҡаңғыртҡыс хәбәрҙәрҙең зыянын күҙ уңында тоталыр. Бөгөнгө көндә үҙемә иң әүәл кәрәк булған ғилем - шәриғәт ҡанундары, Ҡөръән аяттары тәфсирҙәре, Бәйғәмбәр с.ғ.с сахих хәҙистәре менән ныҡ ҡына ҡыҙыҡһынам, мәңгелек киләсәктә мотлаҡ кәрәге тейәсәк булған шул нәмәләрҙе мөмкин тиклем тәрәнерәк итеп өйрәнергә тырышам. Ә донъяуи тормош өсөн йәш саҡта өйрәнгән белемем етеп тора. Зыялыларыбыҙ яҙған китаптарҙан, аҙна һайын килеп торған гәзиттәрҙән алған мәғлүмәттәрҙән ҡәнәғәтлек табам. Яңылыҡтарҙы ла шунан алам. Иркенләп фекерләү, ниндәйҙер аныҡ һығымталарға килеү, йәш быуынға ҡайсаҡ файҙалы кәңәштәр биреү өсөн инде етенсе тиҫтәһен тултырып барған кешенең тормош тәжрибәһе лә ярҙам итә, буғай…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.10.23 | Ҡаралған: 130

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru