«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДЕПУТАТ БАЙҒУСҠАРОВТЫҢ ТОРМОШ СӘХИФӘЛӘРЕ...
+  - 

Йәки Ҡалмаҡтан - Өфөгә, Өфөнән Мәскәүгә илткән юл


Сираттағы әңгәмәбеҙ геройы - РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының VII һәм VIII саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ.

Хөрмәтле Зариф Закир улы! Һеҙ ауыл мөхитендә тыуып үҫкәнһегеҙ, бала сағығыҙ, йәшлек йылдарығыҙ шунда үткән. Әңгәмәбеҙҙе һеҙҙең тыуған ауылығыҙҙан башлап ебәрһәк, урынлы булыр, тим.

- Эйе, мин Күгәрсен районының Ҡалмаҡ (Ҡаҙир) исемле бәләкәс кенә бер ауылында тыуғанмын. Ауылыбыҙ Мәнеү буйында урынлашҡан. Йылға тип тә әйтеп булмай уны, бәләкәй генә бер шишмәнән хасил, ауылдан 3 саҡрымдар тирәһендәге бер урмандан баш ала. Ауылдан арыраҡ китер юл да юҡ, тирә-яҡ урман менән ҡапланған. 20-нән ашыу хужалыҡ бар әлеге көндә. Ауылыбыҙҙа мәктәп тә, фельдшер-акушер пункты ла, клуб та, хатта магазин да булманы. Мин армияла саҡта башланғыс мәктәп асып ҡарағандар ул, әммә ниндәйҙер сәбәп менән кире япҡандар. Ауылыбыҙҙан 2 саҡрым самаһы ерҙә урынлашҡан Түләбай ауылы мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡырға тура килде. Ә ауылыбыҙҙа балалар ул тиклем аҙ ҙа булманы - 25-30 бала бар ине. 3-сө класты тамамлағас, 5 саҡрым тирәһе алыҫлыҡтағы Ҡалдар ауылы мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ.
Атай-әсәйем ябай колхозсылар ине, ғаиләбеҙҙә 5 бала үҫтек. Әсәйем һауынсы ла, сөгөлдөрсө лә булып эшләне. Һәр сөгөлдөрсөгә 2-3 гектар участка бирелә, беҙ йәйҙәрен шул майҙанды уташып, сөгөлдөр үҫентеләрен һирәкләргә ярҙам итә инек. Ә атайыбыҙ колхозда мал ҡараусы булды, яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ферма һыйырҙарын көттө. Мин 5-6 йәшемдән бирле атайым янында йөрөнөм, үҫә төшкәс, фермала уға ярҙам итештем: малдарға силос ташыйбыҙ, һалам килтерәбеҙ, аҫтарын таҙартабыҙ. Әлбиттә, 5 баланы ашатырға, кейендерергә кәрәк, ә колхозсыларҙың килеме бик аҙ. 5 метрға 5 метрлы бәләкәй генә өйөбөҙҙә 7 кеше йәшәнек. Атай-әсәйебеҙҙең хәллерәк йәшәп, ҙурыраҡ өй һалып сығырлыҡ мөмкинлектәре юҡ ине. Әҙме-күпме аҡсаларын беҙгә тотоноп йәшәне улар. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек дәүләттән ишле ғаиләләргә иғтибар ҙа, ярҙам да булманы бит. Тамаҡ туйҙырырлыҡ ризығыбыҙ ҙа булмаған саҡтар иҫтә ҡалған. Икмәк өҫтөнә сәй йә һыу тамыҙаһың да, шәкәр ҡомо бар икән, шуны өҫтөнә һибәһең - шунан да тәмлерәк ризыҡ юҡтыр кеүек ине беҙгә. Шундай күңелһеҙ хәлдәр ҙә булғыланы: атайымдың көтөүенән берәй һыйыр юғалһа, йә ауырып ҡазалаһа, шул малдың хаҡын атайымдың өҫтөнә һалалар, йәнәһе, ул ғәйепле, ҡарамаған. Шунан уға ярты йыл буйына эш хаҡы түләнмәй. Шул саҡтарҙа әсәйемдең әрнеп илап ултырғандары әле лә күҙ алдында...

Ул саҡтарҙа ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн шәхси хужалыҡтарының төп йәшәү сығанағы булыуын да беләбеҙ...

- Шәхси хужалыҡ тигәс, ғаиләбеҙ тормошонан тағы ла бер ваҡиға иҫкә төшә. Ул замандарҙа шәхси хужалыҡ алып барыу еңелдән булманы. Ни сәбәптәндер, ошондай хужалыҡтарҙы сикләү, төрлө тыйыуҙар күп булды. Башлыса, бер генә һыйыр тотоу рөхсәт ителә ине. Шулай, миңә 6-7 йәштәр тирәһе булғандыр, атай-әсәйем танабыҙҙы үҫтереп, быҙаулатты. Бер көндө беҙгә ауыл советы рәйесе Файзрахман бабай килеп инде. Уның талабы ҡаты ине - 5 көн эсендә танабыҙҙы һуйҙырырға! Юғиһә, беҙҙең ғаиләне кулак тип атаясаҡтар һәм һыйырҙы дәүләт үҙенә тартып аласаҡ. Ни эшләһендәр инде - тананы һуйҙылар. Бына бит нисек ул: хәҙер теләгәнгә, мөмкинлеге булғанға 100 һыйыр аҫраһа ла була, хуплайҙар, дәүләттән ярҙам алалар.
Ә ул саҡта халыҡҡа иркенерәк, мулыраҡ йәшәү өсөн тейешле шарттар булманы. Нисек инде ауыл кешеһе үҙ баҡсаһында үҙе теләгәнсә уңыш үҫтереп, уны файҙалана алмаҫҡа тейеш! Ни өсөн кеше көнө-төнө тырышып эшләп йөрөй, ә ниндәйҙер начальниктың бойороғо буйынса уға ярты йыл буйына эш хаҡы түләнмәй? Был законды боҙоу, кешеләргә ҡарата ғәҙелһеҙлек күрһәтеү! Әсәйемдең колхоз етәкселәренә инәлеп, "Закирға ярты эш хаҡы булһа ла түләгеҙ инде, балаларҙың өҫтәренә кейергә кейеме, уларҙы ашатырға аҙыҡ юҡ", тип үтенеп йөрөгәне хәтерҙә...
Шуға ла мин бик йәштән ябай ауыл кешеләренең хоҡуҡһыҙ булыуы тураһында уйлана башланым. Ни эшләп ниндәйҙер етәксе ябай кеше хаҡында, уның балалары хаҡында уйлап та бирмәй, ни теләй, шулай ҡылана? Бындай хәлдәр мине ныҡ аптырата ине. Шәхсән үҙемдең бер ниндәй хоҡуҡһыҙ көйө ниндәйҙер бер тупаҫ начальникҡа буйһоноп йәшәгем килмәне. Тап ошондай уйланыуҙарым һөҙөмтәһендә миндә юрист һөнәренә эйә булыу теләге уянды. Кешеләрҙең хоҡуғы һағында тороусылар, уларҙы йәберләүҙән йолоусылар итеп күрҙем юристарҙы.

Бәлки, ошо сәбәптәр - ярлылыҡ, хоҡуҡһыҙлыҡ арҡаһында байтаҡ ҡына ғаиләләр беҙҙең ауылдарыбыҙҙан сит тарафтарға ҡасып тигәндәй китә башлағайны. Бына тыуған яғығыҙ - Күгәрсен районының демографик хәлен ҡарайыҡ. 1970 йылда районығыҙҙа 42,4 мең кеше йәшәһә, 2010 йылда был мөһим күрһәткес 32,3 мең кешегә тиклем кәмегән. Ҡалмаҡ ауылында 1900 йылда 180 кеше теркәлһә, 2010 йылда 127 генә. Шул һандарға иғтибарлабыраҡ күҙ һалһаң, халҡыбыҙҙың, бигерәк тә ауылдарыбыҙҙың киләсәге, демографик күҙлектән ҡарағанда, борсолоу уята. Ошо проблема хаҡында ни уйлайһығыҙ?

- Күгәрсен районы менән сағыштырғанда, бәғзе бер төбәктәрҙә хәлдәр һеҙ әйткәндән дә ауырыраҡ - халҡы 2 тапҡырға тиклем кәмегән урындар бар. Райондар, ауылдар буйлап күп йөрөргә тура килә, проблеманы яҡшы беләм. Әлбиттә, кемдәрҙер ошо хәлдәрҙе иҫкә алып, ни өсөн шулай булған, бында кем ғәйепле икәнен асыҡларға теләйҙер. Демографик мәсьәләнең ҡырҡыулашының сәбәптәре хаҡында күп яҙылды, уны һүҙ һөйләп кенә яҡшыртып булмай. Дәүләт яғынан да күпме саралар ҡабул ителеүен беләбеҙ. Әммә ауылдарыбыҙ ҡоромаһын, бөтмәһен тиһәк, уларға һәр беребеҙҙең иғтибары һәм ярҙамы ҡиммәт.
Үҙемдең тыуған ауылыма йыш ҡайтып йөрөйөм, ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Яҡташтарыбыҙҙа яҡшыраҡ, йәмлерәк, матурыраҡ йәшәргә ынтылыу теләген уятырға кәрәк. Бына ауыл зыяраттарын ғына алып ҡарайыҡ. Халҡыбыҙ зыяраттарҙы кешеләрҙең мәңгелек йорто, ти бит. Әммә улар күп урындарҙа ташландыҡ хәлдә. Тыуған ауылымда ла шулай булды. Иң элгәре ауыл зыяратын кәртәләп алдыҡ. Бер мәл мин йәкшәмбе көн ҡайтам, әйҙәгеҙ, бергәләшеп зыяратыбыҙҙы ипкә килтерәйек, тип ауылға шылтыраттым. Ҡайттым, зыяратҡа ете кеше килде. Зыяраттың тышҡы яғын, ҡоймаһын ҡараштырып сыҡты өмәгә килеүселәр. "Ә зыярат эсен кем йыйыштыра һуң?" - тим. "Юҡ, муллабыҙ зыярат эсенә инеп, ундағы бер генә нәмәгә лә тейергә ҡушмай", - ти ауылдаштарым. "Ислам динендә, Ҡөрьән-Кәримдә бындай тыйыу юҡ. Бында ата-бабаларығыҙ ята, баҡыйлыҡҡа күскәс, һәр кемебеҙ шунда ятасаҡ, был урын таҙа, бөхтә булырға тейеш", - тимен. Шунан зыяратты таҙартырға риза булдылар. Ағастар ҙа ҡартайып, ҡәбер өҫтәренә ауа. Иҫке ҡәбер ҡоймалары емерелеп, сереп ята. Шуларҙы йыйып алып, тураҡлап, зыяраттан 4 трактор арбаһы менән сүп алып сыҡтыҡ. Көнө буйына эшләргә тура килде, зыярат эсе бермә-бер таҙарып, матурайып ҡалды.

Һеҙ, Зариф Закир улы, ошондай эштәрҙе башҡа райондарҙа ла башлап ебәреп, үҙегеҙ шәхсән халыҡ менән бергә дәртләндереп-ойоштороп йөрөйһөгөҙ. Һеҙҙең башланғыс менән иң элек Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡәберҙәре төҙөкләндерелә. Тик шуныһы: ауылдарыбыҙҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙгә әүҙемлек етешмәй кеүек түгелме?

- Ҡай сағында үҙем дә аптырабыраҡ ҡалам был хәлгә, кемдер ситтән килеп, үҙебеҙ эшләй торғанды беҙҙең өсөн эшләмәҫе билдәле бит. Бына йәнәш йәшәгән рус халҡынан өлгө алырға кәрәк. Улар зыяраттарын бик ҡәҙерләп, һәйбәтләп тота, йыл һайын мәрхүмдәренең ҡәберҙәренә бара торған махсус көндәре бар. Хәтерләйем, мин бәләкәй саҡта ауылыбыҙҙан 5 саҡрымдар тирәһе арыраҡ Красногорск тигән рус ауылы бар ине, 60-сы йылдарҙа уның халҡы башҡа яҡтарға күсеп китте, ауыл бөттө. Әммә ошонда ерләнгән мәрхүмдәрҙең ейәндәре йыл һайын ҡайтып, ҡәберҙәрен таҙалап йөрөй. Был бик һәйбәт йола, беҙгә өлгө булырлыҡ. Халҡыбыҙҙың әйтеме лә бар бит: "Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел".
Мин Мәскәүҙә эшләп, ҡайтып-китеп йөрөйөм, ғаиләм Өфөлә йәшәй. Шулай ҙа ваҡыт табып, балалар менән зыяратҡа барып, яҡындарыбыҙҙың ҡәберҙәрен таҙалап ҡайтабыҙ. Әгәр ниндәй ҙә булһа матур йола юҡ икән, уны кемдер башлап ебәреп, өлгө күрһәтеү зарур. Кешеләр күрә һәм "Беҙ ҙә ошолай эшләй алабыҙ бит", тип һығымта яһай. Ауылдарыбыҙҙа кешеләрҙең йорт-ҡураһының, урамдарҙың, йәмәғәт йорттарының ыҡсым, төҙөк, матур булыуы мөһим, әлбиттә. Күп ауылдарҙа булғаным бар, зыяраттарының да торошона иғтибар итәм. Ул бит теге йәки был ауылдың мәҙәнилеген күрһәтә. Ауылдарҙа ла ойоштороусылар, лидерҙар күберәк булһын ине ул. Хәҙер ошо йәһәттән алға китеш күҙәтелә.
Бына, мәҫәлән, Еңеү көнөн байрам иткәндә ултырыштар, йыйылыштар уҙғарыла, һәр сығыш яһаусы Ватаныбыҙ азатлығы өсөн ҡан ҡойған яугирҙарға рәхмәт белдерә. Шул уҡ ваҡытта һуғыштан тере ҡайтҡандарҙың ҡайһыларының ҡәберҙәре ташландыҡ хәлдә. Уларҙы төҙөкләндереү, буятып, матурлап ҡуйыу үҙе үк тарихи хәтеребеҙҙе яңырта. Мин "Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған" тип аталған проектты Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашам. Беҙ республикабыҙҙың "Ир-егеттәр ҡоро" ойошмаһы ағзалары менән ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ, үҙем дә улар менән бергә мәрхүм яугирҙарыбыҙҙың ҡәберҙәрен табып, төҙөкләндереүҙә ихлас ҡатнашам. Ҡыҙғаныс, күбеһенең ҡәберҙәрен ҡыуаҡ-ағас баҫып бөткән, ситтән күренмәй ҙә тиерлек. Шуларҙы киҫеп алып, таҙартып, исем-шәрифтәрен яңыртып, буятып, сәскәләр ултыртып ҡуябыҙ. Һуңғы йылдағын иҫәпкә алмағанда, әлеге көнгә 7 меңдән ашыу яугир ҡәберҙәре төҙөкләндерелде. Бындай ғәмәлдәр хәҙерге быуындың мөҡәддәс бурысы, һәм быны иң элек ир-аттарыбыҙ башҡарырға тейеш.
Ошо йәһәттән кире күренештәрҙе лә күҙәтергә тура килә. Бер саҡ үҙебеҙҙең Күгәрсен районына Мораҙым тарлауығында уҙғарылған сараға саҡырғайнылар. Сара тамамланғас, яҡындағы берәй ауыл зыяратына барып, яугирҙарҙың ҡәберен төҙөкләндереп ҡайтайыҡ, тип тәҡдим иттем. Барҙыҡ, 2 ҡәберҙе рәтләп, матурлап киттек. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә район башлығы миңә: "Бер мәрхүмдең балалары аталарының ҡәберен төҙөкләндергән өсөн дәғүә белдерҙе", - ти. Йәнәһе, уларға атай кеше уны ерләгәндән һуң ҡәбергә килеп йөрөмәһендәр, тип әйтеп ҡалдырған. Был уларҙың аҡланырға тырышыуы ғына. Ислам дине ҡәберҙәрҙе ҡәҙерләүҙән тыймай - был барыһына ла билдәле.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары быуыны баҡыйлыҡҡа күсеп бөттө бөгөн. Башҡортостандан Ватан һуғышында 700 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың 400 меңдән ашыуы яуҙарҙан тыуған яҡтарына ҡайта алған. Һуғыштан иҫән ҡайтҡандарҙың республика кимәлендә айырым исемлеге бармы икән, тип белешә башланым бер ваҡыт. Тейешле ойошмаларҙың етәкселәре менән кәңәшмә йыйып, ошо хаҡта һөйләшеүҙәр уҙғарҙыҡ. Бындай исемлек юҡ, тиҙәр, хәрби комиссариатта ла һаҡланмаған. Әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының исемдәре индерелгән китаптар баҫылып сыҡты, әммә ул тулы түгел. Был эште мотлаҡ дауам итергә кәрәктер тип уйлайым.

Халҡыбыҙҙың тарихи хәтере бар, батырҙар онотолмай. Шул уҡ ваҡытта һәр кемебеҙгә үҙ нәҫелен, үҙ шәжәрәһен белеү йә иһә тергеҙеү фарыз. Ата-бабаларығыҙ хаҡында ниҙәр беләһегеҙ?

- Беҙҙең ырыуыбыҙ - ҡыпсаҡ, ораныбыҙ "Туҡсаба", ҡошобоҙ - бөркөт. Нәҫелебеҙҙән 9 быуын ата-бабаларыбыҙҙың исемдәре билдәле. Уларҙың биләмәләре Күгәрсен районында ғына түгел, көньяҡтараҡ, хәҙерге Көйөргәҙе ерендә лә булған. Атайымдың ул яҡтағы Ҡаҙарма ауылының да бабаларыбыҙ биләмәһенә ҡарағаны хаҡында һөйләгәнен иҫләйем. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан бер бабабыҙ хәрби хеҙмәтттә йөҙ башы (сотник) дәрәжәһенә эйә булған. Шуға күрәлерме, нәҫелебеҙҙә хәрбиҙәр күп була. Бөйөк Ватан һуғышында атайымдың өс ағаһы, олатайыбыҙ баштарын һалған. Бер туған ағайым кадровый офицер булды. Әлеге ваҡытта бер һәм ике туған ҡустыларымдың дүртеһе хәрби хеҙмәттәләр. Хатта бер һеңлебеҙ - Гөлназ - хәрби институт тамамлап, капитан званиеһында Рәсәй армияһында хеҙмәт итә.

Күрәһең, нәҫел ебе буйынса кешегә тән үҙенсәлектәре генә түгел, ә, бәлки, билдәле бер психологик сифаттар ҙа биреләлер?

- Тап шулай. Үҙемә лә Совет Армияһында хеҙмәт итергә тура килде, яугирлыҡҡа, һуғышсанлыҡҡа әүәҫ булғанғалыр инде, взвод командиры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләндем. Армия оҡшай ине, хатта сроктан тыш хәрби хеҙмәттә ҡалырға тигән ниәтем дә булды. Әммә атайым ауылға ҡайтыуымды хуп күргәс, ҡалманым. Бына минән ике йәшкә кесерәк бер туған ҡустым (уға 54 йәш) ауылда йәшәй, 5 балаһы бар, әммә ул үҙ теләге менән Махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәт итергә китте, званиеһы - сержант, уның элегерәк тә хәрби операцияларҙа ҡатнашҡаны бар ине.

Республикабыҙҙа байтаҡ йылдар дауамында ауылдарыбыҙ киләсәге өсөн үтә мөһим булған айыҡ тормош рәүешенә күсеү буйынса саралар ойошторола. Ошо хаҡта ла үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ, тәҡдимдәрегеҙ менән бүлешһәгеҙ ине.

- Халҡыбыҙға эскелек совет осоронда ныҡлап килеп инде. Был барыбыҙға ла мәғлүм. Әммә ул саҡта ла шул уҡ ауыл мөхитендә эскелеккә ҡаршы тороусылар була, шуларҙың береһе - ҡартатайым. Ул заманында яҡын тирәләге 5 ауыл халҡының муллаһы булған, уҡымышлы, Ырымбур өлкәһендәге Ҡарғалы мәҙрәсәһендә дини белем алып ҡайтҡан. Ул хәмер яратыусыларҙы ошолай киҫәткән: "Бына һин туҡтауһыҙ эсеп йөрөйһөң, бер ваҡыт хәмер һинең башыңа етер. Үлгәс, йыназа уҡырға мине саҡырасаҡтар, ә мин эскеселәргә һис ҡасан йыназа уҡымаясаҡмын". Ул ваҡытта кешеләрҙә дини тыйыуҙарҙы боҙоуҙан ҡурҡыу булған әле, йыназаһыҙ ерләнеүҙән дә ҡурҡҡандар. Ошо өгөт-нәсихәт һөҙөмтәһендә эскенән ваз кисеүселәр ҙә була. Шундай бер осраҡ хаҡында ишеткәнем булды. Эсеп йөрөгән бер ир мәрхүм була, ҡартатайымды йыназаға саҡырып, тегенең туғандары килә. Ҡартатайым әлеге кешенең үлемендә уны тура юлға баҫтыра алмағандары өсөн туғандарын да ғәйепләй, һәм ысынлап та йыназаға бармай. Быны заманына ҡарата ҡаты иҫкәртеү итеп ҡабул итә халыҡ.
Башҡортостанда байтаҡ йылдар дауамында "Айыҡ ауыл" конкурсы бара, әллә нисәмә ауыл ошо исемде йөрөтә. Ә беҙҙә ысынында айыҡ булған ауылдар бармы һуң? Бар, тик бер генә ауылды - Көйөргәҙе районының Яҡут ауылын ысынлап та "айыҡ ауыл" тип атап була. Яҡутта спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеү тулыһынса тыйылған, һәм ауыл сходының ҡарары буйынса республика парламенты махсус закон ҡабул иткән. А ҡалғандары? Магазиндарында хәмер иркен һатылған ауылды нисек итеп "айыҡ ауыл" тип атамаҡ кәрәк?
Шулай бер ваҡыт "айыҡ ауыл" исемен алған бер ауылға барғас, магазиндарына индем: кәштәләрҙә араҡының ниндәйе генә юҡ! Әгәр ауылда араҡы һатылмай икән, кеше ошоға өйрәнә, аҡрынлап эскелектән арына башлай. Бына бер көлкөлө хәл. Яҡуттан йыраҡ түгел Мораптал ауылы бар. Унда бер ир эсеп, иҫереп йөрөй икән. Уға әйтәләр: "Һин айыҡ ауыл кешеһе бит, ни эшләп эсеп йөрөйһөң?" Тегенеһе: "Эсһә ни, мин бит Яҡутта эсмәйем", - ти икән. Әлбиттә, халҡыбыҙҙы эскелектән арындырыу - оҙайлы процесс, тик был юҫыҡта күп эшләргә кәрәк. Шул уҡ айыҡ туйҙар, айыҡ байрамдар, хәмерһеҙ йолалар тергеҙелеүе мотлаҡ. Шәхсән минең фекерем: иң элгәре хәмер һатыуҙы тыйыу, башҡа сара юҡ.
Тағы ла бер миҫал. Ауылыбыҙ зыяратынан ситтәрәк бер ҡәбер бар ине. Миңә 12 йәштәр тирәһе, үлем-тыуым хаҡында, ерләү йолаһы тураһында беләм. "Ни эшләп был ҡәбер зыярат тышында?"- тип атайымдан һораным. Атайым ошолай яуапланы: "Уны зыяратҡа ҡуйырға ҡартатайың рөхсәт итмәне, сөнки ул үҙ-үҙенә ҡул һалған. Был мосолмандар өсөн бик оло гонаһ, шуны белеп ҡуй, улым". Әле лә бар үҙ ғүмерҙәрен өҙөүселәр, әммә мин муллаларҙың ошондай тыйыуҙы ҡулланғаны хаҡында ишеткәнем юҡ.

Айыҡ йәшәү рәүешен һайлау, наркоманияға, әхлаҡһыҙлыҡҡа, енәйәтселеккә ҡаршы тороу, шул уҡ суицид осраҡтарына юл ҡуймау кеүек киҫкен проблемалар республикабыҙ өсөн һаман актуаль булып ҡала. Хәҙер тормошобоҙ күпкә етешерәк, эшләгән кешенең кейеме һәм ризығы ғына түгел, төрлө техникаһы ла, теләгән башҡа әйберҙәре лә етерлек. Әммә кире күренештәр ҙә аҙ түгел. Хәҙерге шарттарҙа уларға нисек ҡаршы торорға һуң?

- Заманында бындай күренештәргә ҡаршы көрәштә муллаларҙың роле хаҡында алда әйтеп үттем инде. Хәҙер зарланырлыҡ бер ни ҙә юҡ һымаҡ - телевидение, радио, гәзит-журналдар, уҡымышлы муллалар, мәсеттәр, квалификациялы уҡытыусы-тәрбиәселәр, "Ағинәй", "Ир-егеттәр ҡоро" кеүек йәмәғәт ойошмалары бар. Әгәр берләшеп, бергәләшеп эшләһәк, әлеге проблемаларҙы хәл итеү юлдары, әлбиттә, табылыр. Ошо юҫыҡта әүҙем эш алып барылмаһа, етешһеҙлектәр нисек бар, шулай ҡала бирәсәк. Бына йәш ғаиләләр араһында айырылышыу осраҡтары күп хәҙер. Өйләнешкәндә уларға никах уҡый муллалар. Айырылышалар икән - мулланың бер ҡайғыһы ла юҡ. Никах уҡыны, аҡсаһын алды - эше бөттө, тигәнсә булмаһын ине ул. Йәштәрҙең айырылышыу сәбәптәре бер төрлө булмаһа ла, улар ошо ниәттәренән ваз кисә алһындар өсөн дә кәңәш кәрәк, психологик ярҙам кәрәк. 10 йәш ғаиләнең икеһенә килешеү юлдарын табырға ярҙам итә алған хәлдә лә файҙа булыр ине.
Тағы ла бер миҫал. Һуңғы йылдарҙа донъя йәштәре араһында бер яңы мода киң таралыу тапты: ул электрон сигареттар тартыу, вейп тип аталған шыйыҡсаның парҙарын "төтәтеү". Ул төрлө сауҙа нөктәләрендә лә, интернет аша ла күпләп һатыла башланы. Иң яманы - уны үҫмерҙәргә лә һаталар. Ошо йылдың апрель айында Дәүләт Думаһында балалар, үҫмерҙәр организмына зыянлы булған вейптарҙы 18 йәштәре тулмағандарға һатыуҙы, иркен рекламалауҙы тыйыусы закон ҡабул иттек. Кәрәкле закон, ул мотлаҡ үтәлергә тейеш. Кемдәр ошо законды боҙа, уларға ҙур күләмдә штраф һалыу ҡараныҡ.

Әлеге ваҡытта ғаиләләрҙә, уҡыу йорттарында балаларға, йәштәргә тәрбиә биреүгә иғтибар арта барыуы күҙәтелә күҙәтелеүгә.

- Ғөмүмән, балалар, үҫмерҙәр араһында тәрбиә эштәрен алып барыу ныҡ аҡһаны беҙҙә, башлыса, уҡыу-уҡытыуға өҫтөнлөк бирелде. Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында осрашыуҙарҙа булам. "Кемдәрҙең ата-әсәләренең олаталары һуғышта ҡатнашҡан, улар хаҡында нимә беләһегеҙ?" - тип һорау биргәнем бар. Башлыса, бер ни ҙә белмәйҙәр, хатта ҡарт олаталарының исем-шәрифен дә. Тағы ла һорайым: "Ауылығыҙҙа, районығыҙҙа тыуып үҫкән ниндәй геройҙар хаҡында беләһегеҙ?" 30-40 үҫмерҙән 1-2 бала ғына ыңғай яуап бирә. Советтар Союзы Геройы исемен йөрөткән бер гимназияла булғанымда уҡыусыларға һорау бирҙем: "Районығыҙҙа кемдәр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған?" Белмәйҙәр. Шунан һорайым: "Ә гимназияғыҙ кем исемен йөрөтә, ул кем булған?" Бер егет кенә дөрөҫ яуап бирә алды. Был патриотик тәрбиәнең түбән кимәлдә булыуының асыҡ миҫалы. Шуға күрә "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы законға тәрбиә төшөнсәһе маҡсатлы рәүештә яңынан индерелеп, уҡыусыларҙы патриотик һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләү РФ мәғарифы системаһының тейелгеһеҙ принциптарының береһе итеп ҡабул ителде.
Әлбиттә, балаларҙа ватансылыҡ тәрбиәләүҙә һәр кем шәхси әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Иң элек уларҙа ошо темаға ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк. Үҙемдең тәжрибәмдән бер миҫал килтерәйем. Уҡыусылар менән осрашыуҙың аҙағында уларға ошондай эш ҡушам: ата-бабаларығыҙҙан, туғандарығыҙҙан кемдәрҙең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡанын, ниндәй батырлыҡтар күрһәткәнен, орден-миҙалдарын, ҡайҙа һәләк булғанын, иҫән ҡайтҡандарының ҡайҙа ерләнгәнен атай-әсәйҙәрегеҙҙән һорашып белешәһегеҙ ҙә ошо мәғлүмәттәрҙе яҙып килтерәһегеҙ. Был эште үтәргә ваҡыт бирҙем. Барыһы ла риза булды һәм ошо өйгә бирелгән эште ваҡытында үтәне. Аҙаҡтан ауыл зыяратында ерләнгән яугир ҡәберҙәрен таҙалау эшендә лә әүҙем ҡатнашты улар.

2025 йылда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ололап байрам итәсәкбеҙ. Был оҙаҡ йәшәгән кеше ғүмеренә тиң. Һәр бер ауылда яуҙарҙа һәләк булғандарҙың һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа вафат булғандарҙың теүәл исемлектәре бар. Байрамға тиклем ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә район, ҡала һәм бөтөн республика буйынса Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының дөйөм исемлеген - реестрын төҙөү бик сауаплы эш булыр ине.

- Беҙ был эште байтаҡтан башланыҡ. "Бер кем дә онотолмаған" Бөтөн Рәсәй проектын Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыу буйынса әүҙем эш алып барыла, яуаплы кеше тәғәйенләнде. Район хакимиәте башлыҡтарына ошо турала хаттар ебәрҙек, һәр бер ауылдың һуғыш яугирҙары хаҡында мәғлүмәттәр туплайбыҙ: тыуған һәм үлгән йылдары, ҡайҙарҙа һуғышта булған, ниндәй наградалары бар, ҡайҙа ерләнгән, ҡәберҙәре ҡараулымы һ.б. Әлеге көндә 240 мең самаһы фронтовик исемлеккә индерелде, аҙаҡтан уны социаль селтәрҙәргә ҡуясаҡбыҙ, һәм был мәғлүмәттәр барыһына ла билдәле буласаҡ. Бер нәмәгә инанғанмын: ата-бабалар хәтерен яңы быуындар һаҡлай. Ҡәберҙәре ҡаралмаһа, улар үҙҙәре лә онотола. Яугир ҡәберҙәрен яңыртыу - хәтер яңыртыу ул. Ҡайһы саҡта аптырап та, әрнеп тә ҡуям. Бына бер кеше миңә, минең олатайҙың ҡәбер ташын яңыртығыҙ, тип яҙа. Ә был эш уның үҙенең мөҡәддәс бурысы түгелме ни, тип әсенеп ҡуяһың шул саҡта.

Һеҙ, Зариф Закир улы, депутат булараҡ, байтаҡ йылдар буйына Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртаһығыҙ, уның йәшәйешен яҡшыртыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ. Кемдер, мәҫәлән, ауыл кешеһенә урманда ҡоро-һары йыйырға рөхсәт иткән закондан әллә ниндәй фәтеүә юҡтыр, тип тә әйтәлер...

- Был мәсьәләгә нисек ҡарайһың бит әле. Урмандарыбыҙҙа ҡороп йығылған, бер файҙаһыҙға сереп ятҡан ағас күп, ул бер ҡасан да бөтмәйәсәк. Элек нисек ине: ошо һеҙ әйткән ҡоро-һарыны йыйып алып ҡайтҡан кешене лесник күреп ҡалһа, ҙур ғына штраф һала. Был ағастар барыбер сереп юҡҡа сыға, әммә уны түләп алырға ғына була ине. Ауылдарҙа күп йөрөйөм, халыҡ фекерен беләм, ошо законды ғәмәлгә индергән өсөн рәхмәтле улар.
Бына бер хәл иҫкә төштө. Бөрйән яғында бер йылды дауыл сығып, байтаҡ ҡына йәш ҡарағайҙар ауҙы. "Беҙ ошо һынып, ергә ҡаҙалып бөткән ағасты тураҡлап алып ҡайтып, йорт-ҡаралтыбыҙҙы ремонтлар инек, тик урындағы урман хужалығы идаралығы рөхсәт итмәй", - тигән хәбәр килде бер ауылдан. Шул ауылға барып, халыҡты сходҡа йыйҙыҡ. Мин ауыл халҡына, ауған ағастарҙы үҙегеҙгә алығыҙ, тинем һәм был мәсьәләне Дәүләт Думаһында күтәрәсәгемде әйттем. Ауыл халҡы ошо ағастарҙан ауылда клуб һалырға хәл итте. Бына тағы бер миҫал. Беҙҙә ҡортсолоҡ алға киткән, солоҡсолоҡ та һаҡланған. Хәҙер умартасылар солоҡто үҙҙәре эшләп ҡуя, ә уның өсөн ағас кәрәк. Бының өсөн ҡороған йыуаныраҡ ағастарҙы файҙаланып була. Шулай итеп, беҙҙең 2020 йылда ҡабул иткән закон буйынса һәр кеше бер ниндәй рөхсәтһеҙ һәм бушлай йығылған ағасты алып ҡайтырға һәм үҙенең ихтыяжына ҡулланырға хоҡуғы бар. Ул закон тураһында мин Бәйләнештәге үҙ сәхифәмдә ентекләп бер нисә тапҡыр яҙҙым. Ҡыҙыҡһыныусылар инеп уҡый ала.

Йәнә бер проблема хаҡында һеҙҙең фекерегеҙҙе белге килә. Совет осоронда халыҡ контроле институты булды, ул һөҙөмтәле эшләне. Әлеге ваҡытта бөтөн өлкәләрҙә лә контролде көсәйтеү файҙалы булмаҫмы икән?

- Контроль кәрәк, әлбиттә. Һәр бер ведомство үҙ ҡарамағындағы ойошмаларҙы, предприятиеларҙы контролдә тота. Совет осорон алһаҡ, контроль органдары булған хәлдә лә урлашыу киң таралғайны. Бының үҙ сәбәптәре бар ине. Мин мәктәпте тамамлағас, тракторсы, водитель, мал ҡараусы булып колхозда эшләнем. Шул уҡ мал ҡараусылар ферманан һалам-бесәнде, силосты йә иһә мал онон аҙлап булһа ла үҙ йорттарына алып ҡайта ине, сөнки уларға бик түбән эш хаҡы арҡаһында көн итеүе ауырға төштө. Быны барыһы ла белгән хәлдә лә күҙ йомоп ҡаранылар. Советтарҙың ауыл хужалығы системаһы күп йылдар буйына рентабелле эшләй алманы. Шул уҡ он тарттырырға яраҡлы ашлыҡ сит илдәрҙән күпләп һатып алынды. Әлеге ваҡытта беҙҙең ил игенде үҙе башҡа илдәргә һата. Ауыл хеҙмәтсәндәре, башлыса, үҙенә эшләй, урлашыу өсөн ерлек юҡҡа иҫәп. Ауылдарҙа кеше аҙ ҡалыуына ҡарамаҫтан, техника, агротехнологиялар ярҙамында ҙур уңыш алып була. Ауылда ҡалырға теләмәгәндәр ситкә китә, һәр кемдең үҙ ирке, бер кемде лә көсләп ҡалдырып булмай.

Һеҙ үҙегеҙ ҙә ауылығыҙҙы ҡалдырып китергә баҙнат иткәнһегеҙ...

- Улай булғас, үҙем хаҡында ла һөйләп китәйем. Армиянан ҡайтҡас, атайым урынына көтөү көттөм. Ул: "Әйҙә, ауылда ҡал, көтөүселәр кәрәк, бергә эшләрбеҙ", - ти. Атайымдың бына шулай, уҡы, тип өгөтләгәнен иҫләмәйем. Уҡырға үҙем ынтылдым. Шуға ҡарамаҫтан, бишебеҙ ҙә юғары белемгә эйә булдыҡ. Тәүҙә атайыма Өфөгә барып эшкә урынлашырға теләүем хаҡында ғына әйттем. Ул ҡаршы булманы. Бер урынға 14 кеше дәғүә итһә лә, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына, киске бүлеккә уҡырға инергә булдым. Өфөлә бер кемебеҙ ҙә юҡ, вокзалда ҡунып йөрөйөм, вагон бушатып, аҡса эшләйем. Имтихандарға элекке Матросов баҡсаһында, йә Крупская китапханаһында әҙерләнәм. Шулай итеп, уҡырға инеп киттем.
Бер ауылдашым Ауыл хужалығы институтында уҡый ине, уларҙың ятағындағы бүлмәлә иҙәндә йоҡлап йөрөнөм. Кеҫәлә аҡса юҡ, эшкә урынлашырға кәрәк. Суд ҡарары башҡарыусыһы вазифаһына эшкә урынлашырға булдым, риза булманылар, сөнки прописка юҡ. Прописка мәсьәләһен хәл итеп, оҙаҡ ҡына ныҡыша торғас, теләгемә өлгәштем. Суд ҡарары башҡарыусыһы булараҡ карьерам шулай башланды. Эш хаҡы аҙ, урам һепереүсе лә булып эшләйем. Иртәнге 5-тән тораһың да, өс сәғәт эсендә эшеңде тамамлайһың. Ә ял көндәрен төрлө урындарға "шабашка"ға йөрөнөм. Отпускыға сыҡһам, ауылға утын-бесән әҙерләшергә ҡайтам. Ғөмүмән, ғүмерем буйына оҙайлы ялда булманым, әммә һис үкенмәйем.

Бәлки, бәғзе яҡташтарыбыҙ, ауылдан сыҡҡан бер ир-уҙаман юриспруденция өлкәһендә нисек итеп ошондай ғәжәпләнерлек карьера эшләне икән, тип аптырайҙыр...

- Тормошомда барыһына ла үҙ көсөм, үҙ тырышлығым менән өлгәштем. Эш хаҡы ул саҡтарҙа әллә ни күп булмаһа ла 8 йылдан ашыу ябай суд ҡарары башҡарыусыһы булып эшләнем. 1998 йылда Өфө ҡалаһының Калинин районы судына федераль судья вазифаһына тәҡдим иттеләр. Тәүҙә риза ла булмағайным - яңы вазифа, яуаплылыҡ та үтә көслө. Шулай ҙа 5 йылға яҡын ошо вазифаны башҡарҙым. Район енәйәтселек яғынан ҡатмарлы, сиғандар күп ине, башлыса судта миңә ауыр енәйәттәрҙе ҡарарға тура килде. Мин судья булараҡ сығарған бер генә ҡарар ҙа юғары суд инстанциялары тарафынан ғәмәлдән сығарылманы.

Судьяға көн һайын енәйәттәрҙе тикшерергә тура килә, ауыр енәйәт ҡылыусыларҙан һорау алыу, суд язаһын сығарыу һ.б. Судья кешенең ошо сәбәпле күңеле ҡатып, уға үҙ-үҙенә бикләнеү хәүефе янамаймы?

- Кемгә нисектер, минең өсөн енәйәтселәрҙең закон боҙоу ғәмәлдәрен закон нормалары талап иткәнсә асыҡлап, баһалап, ғәҙел яза биреү беренсе планда булды. Енәйәт ҡылғанһың, кешене имгәткәнһең, үлтергәнһең икән - тейешле язаһын алаһың. Ғәҙеллек тантана итергә тейеш. Бына сиғандарҙы ғына алайыҡ - улар наркотик матдәләр менән һатыу итеүҙән һис ваз кисмәне. Суд рәйесе уларҙың енәйәт эштәрен миңә тапшыра, ғәҙел хөкөм итә алыуыма ышана ине. Тегеләр ниндәйҙер сихыр менән судьяға тәьҫир итә икән, тигән хәбәрҙәр ҙә булды. Бәғзе бер нәмәләрен минең кабинет ишегенә ҡыҫтырып киткәндәре лә булды, әммә мин быға иғтибар итмәнем, ҡурҡманым да. 2001 йылда, судья вазифаһынан китеп, Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы итеп тәғәйенләнгәс, Өфө сиғандары бик ныҡ байрам иткән икән, тип ишеттем.

Һеҙ, Зариф Закир улы, 2001 йылдан 2016 йылға тиклем республикабыҙҙың баш суд приставы вазифаһында эшләп, Башҡортостан судтары сығарған ҡарарҙарҙың теүәл үтәлеүен тәьмин иткәнһегеҙ. Унан һуң Рәсәй Дәүләт Думаһында 7 йыл дауамында закондар сығарыу эшмәкәрлеге менән мәшғүлһегеҙ. Юриспруденция өлкәһендәге бай тәжрибәгеҙ депутаттың төп бурыстарын бойомға ашырыуға ярҙам итәме?

- Һис шикһеҙ, юридик практика халыҡ мәнфәғәттәренә тап килгән закон проекттарын тәҡдим итеү, уларҙы депутаттар ҡарамағына сығарыу һәм ҡабул итеү өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора. Ҡоро һүҙ булмаһын тиһәк, миҫалдар килтерәйек. Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр, суррогат хәмер һатыусылар арҡаһында Рәсәйҙә бик күп кеше ағыулана, хатта үлеп ҡала ине. Штраф - ни барыһы 2,5 мең һум. Закон боҙоусы был штрафты бар тип тә белмәй, яман эшен дауам итә. Ошондай законһыҙ эшмәкәрлекте физик һәм юридик шәхестәрҙе ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырып ҡына туҡтатып була. Беҙ физик шәхестәргә штраф санкцияларын 30 мең һумдан 50 меңгә тиклем арттырҙыҡ, ә законды ҡабаттан боҙғандарға енәйәт эше асыу нормаһын индерҙек. РФ-ның Хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса административ кодексына (КоАП) ошо нормативтарҙы индереүсе законды ҡарау һәм ҡабул итеү миңә йөкмәтелгәйне.
Бына тағы ла бер миҫал. Башҡортостандан бер һайлаусым армияла хеҙмәт иткән йылдарының страховой стажға индерелмәүе арҡаһында ваҡытынан алда пенсияға сыға алмауы хаҡында хәбәр иткәйне. Сроклы хеҙмәттә һалдатҡа эш хаҡы түләнмәгәс, страховой түләүе лә, стажы ла булмай. Ә ул иленә хеҙмәт итә, хәрби бурысын үтәй. Ысынлап та, быны ғәҙелһеҙлек тип аңларға кәрәк. Шуға күрә ошо мәсьәләне хәл итерлек закон нормаһын ҡабул итеү зарурлығы тыуҙы. Тейешле закон проекты яҙылды һәм ҡабул ителде, быйыл ул үҙ көсөнә инде. Армияла 2 йә иһә 1 йыл хеҙмәт иткән граждандар Пенсия фондына мөрәжәғәт итә ала, уларҙың страховой стаждары артасаҡ һәм пенсияларына өҫтәмә түләнәсәк.
Дәүләт Думаһының етенсе саҡырылышында мин Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитетында эшләнем. Комитет рәйесе теге йәки был федераль закон проектын тәүге уҡыуға сығарыу бурысын миңә йөкмәтә башланы. Русса акцент менән һөйләйем бит, тип, мин тәүҙә баш тартҡайным. Рәйес: "Уныһы мөһим түгел, Зариф Закирович, юридик практикаң ҙур, депутаттарҙың һорауҙарына төплө яуап бирә алаһың", - тип ризалаштырҙы.
Әлеге саҡырылышта мин БР Башлығы Р.Ф. Хәбировтың тәҡдиме менән Экология, тәбиғи ресурстар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитетҡа күстем. Тәүҙә элекке комитеттан ебәрергә теләмәнеләр, республикабыҙҙа ла экологик проблемаларҙың киҫкен булыуын аңлатҡас, риза булдылар. Иң мөһиме - республикабыҙҙың экологик проблемаларын хәл итеү маҡсатында федераль ведомстволарҙан аҡса ҡайтартыу мәсьәләһенә булышлыҡ итеү мөмкинлеге бар. Бына Баймаҡ ҡалаһына яҡын ғына ҙур сүплек бар, халыҡ ныҡ зарлана, ул насар еҫ сығара, йыш ҡына ут тоҡанып, бөтә ҡалаға төтөн тарала. Әле шул эштәр өсөн федераль ҡаҙнанан 200 млн һум тирәһе аҡса ала алдыҡ, рекультивация эштәре тамамланып килә. Ҡалаларҙың ҙур сүплектәрен рекультивациялау өсөн Сибайға 300 млн, Стәрлетамаҡҡа 500 млн һум аҡса ебәрелде.

Әңгәмәбеҙҙе йомғаҡлап, тағы ла бер һорауға яуап бирһәгеҙ, урынлы булыр, тим. Халҡыбыҙ үтә боронғо, меңәр йыллыҡтарҙы үтеп, үҙен-үҙе һаҡлап ҡала алған. Хәҙер беҙ яңы заманда, XXI быуатта йәшәйбеҙ. Халҡыбыҙҙың яҙмышы, киләсәге уның шәхестәре менән бермә-бер бәйле. Ниндәй булырға тейеш хәҙерге заман башҡорто?

- Башҡорттоң күренекле мәғрифәтсе-шағиры Аҡмулланың һүҙҙәренән башлайыҡ: "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" Уҡымышлы, юғары һәм тәрән белемле булыуҙы заман үҙе талап итә. Икенсенән, айыҡ тормош юлын һайлау мотлаҡ заман башҡортона. Халҡыбыҙҙың тарихын төплө, тәрәндән белеү фарыз. Унан һуң туған телебеҙҙе белеү, аралаша, уҡый-яҙа һәм ошо телдә ижад итә алыу мөһим. Әлбиттә, тыуған илеңә, ереңә, ата-бабаларыңа, халҡыңа ҡарата булған һөйөү тойғоһон балаларыңда, ейәндәреңдә тәрбиәләй алыу. Үҙ ғаиләңдә тыуған ил, туған тел культын булдыра алыу. Ғаиләң - ҡәлғәң, балалар, ейәндәр - һинең киләсәгең ул. Бөтәһе лә ғаиләнән башлана.

Әйткәндәй, үҙегеҙҙең ғаиләгеҙ хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтһәгеҙ ине.

- Ғаиләмдән уңдым. Минең кәләшем Ҡолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙы иң шәп ҡатын. Уны Башҡортостанда белмәгән кеше һирәктер, Башҡортостан телевидениеһының "Тамыр" балалар телеканалында иҫ киткес күп эштәре, башланғыстары менән киләсәк быуындарҙы тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итә ул. Минең тынғыһыҙ эшмәкәрлегемде гел хуплап тора, ныҡлы таянысым ул Гөлназ. Төнгө икеләме, дүрттәме ҡайтып керәм командировкаларҙан, ул һәр саҡ уяу ҡаршы ала, шунан икәүләп ултырып сәй эсәбеҙ. Ҡыҙым Гәлсәр, улым Урал - тәүфиҡлы балалар, ғаиләбеҙҙе биҙәп, беҙҙең йәшәйешкә мәғәнә, йәм биреп тора улар.

Шулай итеп...
Башҡортостандың бер төпкөл ауылында тыуып үҫкән, үҙенең тырышлығы, тынғыһыҙ хеҙмәте менән халҡыбыҙға, республикабыҙға, ҙур Рәсәй иленә тоғро хеҙмәт иткән билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зариф Закир улы Байғусҡаров уҡыусыларыбыҙға, барса яҡташтарыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, именлек теләп, халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың киләсәгенә яҡты өмөттәр бағлап хушлашты.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.10.23 | Ҡаралған: 121

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru