«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘХНӘЛӘГЕ ҺӘМ ТОРМОШТАҒЫ АЙГӨЛ
+  - 


Кеше менән күҙгә-күҙ терәп һөйләшмәйенсә, уның эске донъяһын, күңел торошон белеп булмай. Бигерәк тә сәнғәт кешеләре, сәхнә оҫталары - актерҙар менән һөйләшкәндә ысын тормош менән сәхнә тормошон бутарға ярамай. Беренсенән, тышҡы ҡиәфәт алдаҡ, икенсенән, һүҙгә маһир кешеләр ҡолағыңа әллә күпме "һалма элеүе" ихтимал. Ә бит сәнғәт менән көндәлек тормош айырым йәшәй алмай, береһе икенсеһен туйындыра. Башҡортстандың атҡаҙанған артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Айгөл Мираҫ ҡыҙы ХӘКИМОВА менән һөйләшкәндә, тормошоноң ике яғына ла иғтибарлы булырға тырыштым.

Бейеүсе Айгөл

Актриса булһам да, ауылдаштарым мине бейеүсе тип ҡабул итә, сөнки ике йәшемдән бейей башланым һәм улар алдында бейеүсе булараҡ үҫтем. Бейергә бер туған Рәмилә апайым өйрәтте, берәй хәрәкәтте дөрөҫ эшләмәһәм, әрләп, мөйөшкә баҫтырып ҡуя торғайны. Шулай бейеп үҫтем, мәктәп йылдарында һәр саҡ сәхнәлә булдым, район кимәлендә үткән конкурстарҙа, смотрҙарҙа һәр ваҡыт беренсе урындарҙы ала торғайным. Аҙаҡ район мәҙәниәт йорто эргәһендәге "Йәшлек" ансамблендә бейенем. 10-сы класты тамамлағас, документтарымды БДУ-ға тапшырҙым, ләкин конкурстан үтә алмағас, район мәҙәниәт йортона эшкә урынлашып, балалар бейеү түңәрәге етәксеһе булып хеҙмәт юлымды башланым. Бер йыл эшләгәс, Өфөләге сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға индем.

Бейеү һәр саҡ эргәмдә булды

Элек бит тормош хәүефһеҙ ине, документтарымды туплап, Өфөгә яңғыҙым сығып киттем. Имтихандар ваҡытында төрлө этюдтар уйнап күрһәткәнебеҙҙе иҫләйем, башҡорт теленән имтихан бирҙек, шиғырҙар ятланыҡ, проза әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡып ишеттерҙек. Ул осорҙа конкурс ҙур булды, нисектер, ыңғай тура килде, бер ҡыйынлыҡһыҙ, ауырлыҡһыҙ ғына институтҡа уҡырға инеп киттем. Уҡырға ингәндә ун ике кеше инек, туғыҙыбыҙ уҡып бөттө. Курс етәксебеҙ Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов булды. Уҡытыусыларымдан уңдым - Таңсулпан Бабичева, Эльвира Юнысовалар уҡытты, Гөлли Мөбәрәкова сәхнә теле серҙәрен өйрәтте. Шулай тулыһынса театр донъяһына инеп киттем, уҡып та йөрөнөм, етәксебеҙ, билдәле композитор, Айрат Ғайсин ойошторған "Бөркөт" фольклор ансамблендә бейеүемде лә дауам иттем - бейеү һәр саҡтағылай эргәмдә булды. Башҡортостан райондары буйлап гастролдәргә йөрөнөк. Курсташтарым, Башҡортостанға ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә билдәле артистар Айрат Абушахманов, Айсыуаҡ Йомағолов, Рушана Бабич, Светлана Шәрипова, Илсур Байымовтар менән дүрт йыл бергә уҡыныҡ. Минең дә Өфөлә ҡалырға мөмкинлек булды, Сибайға килеүемдең төп сәбәбе: әсәйемә, тыуған ауылыма яҡын булайым, тип уйланым. Бер-ике йыл эшләрмен дә, кире Өфөгә барырмын, тигән уй ҙа бар ине. Сибай театрындағы артистарҙың йылы мөнәсәбәте, килгәс тә төп ролдәрҙе биреүҙәре - бөтәһе лә үҙенә йәлеп итте, яңы коллективта йомолғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Атай йорто

Сығышым менән мин Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылы ҡыҙымын. Ғаиләбеҙҙә ете бала (дүрт апайым, ике ағайым) үҫтек, атай-әсәйебеҙ беҙҙе бик тәртипле, итәғәтле итеп тәрбиәләне. Хәҙер улар был донъяла күптән юҡтар инде. Әсәйем бик матур йырлай торғайны, икеһе лә һомғол буйлы, шул тиклем матур, сибәр булдылар. Әлеге ваҡытта апайымдар кейәүгә сығып, матур итеп Әбйәлилдең төрлө ауылдарында йәшәйҙәр. Бөтәһенең дә донъялары шундай матур, балалары юғары белем алып, төрлө урындарҙа эшләйҙәр, шуға туғандарым менән ғорурлана алам. Ауылдағы атай йорто нигеҙен һыуытмайбыҙ, отпуск, ял ваҡыттарында ҡайтып йөрөйбөҙ.

Режиссерҙарға рәхмәт

Холҡом буйынса мин бик тырыш кеше. Роль алғас, ул ҡапыл ғына үҙенән-үҙе килеп сыҡмай, образдың өҫтөндә тырышып эшләргә, образдың характерын табырға, уға хас сифаттарҙы ситтән эҙләп таба белергә лә кәрәк. Спектаклдең уңышлы сығыуы күпселек режиссерҙарҙан тора, әл-биттә. Миңә Олег Ханов, Вәкил Йосопов, Сәлихйән Әфләтүнов, Азат Йыһаншин, Азат Нәҙерғолов, Илнур Муллабаев, Вадим Ғилмановтар менән эшләргә тура килде. Һәр режиссерҙың эшләү алымы төрлөсә: Олег Закир улы, мәҫәлән, ныҡ талапсан, ул ҡуйғанда эшкә ваҡытында йөрөргә, тексты яҡшы белергә кәрәк, ул репетицияларға бөтөн яҡтан әҙер килеүҙе талап итә. Азат Йыһаншинда ла бар ундай сифаттар. Миңә иң оҡшағаны Азат Нәҙерғолов менән эшләү булды. Ул артистар менән эшләгәндә ролгә, образға үҙенән-үҙе индереп ебәрә торғайны. Талапсан да булды, әммә уның менән эшләүе күңелгә яҡын була торғайны. Әлбиттә, режиссерҙарҙың береһен дә айырып ҡарамайым, барыһына ла рәхмәтлемен, бөтәһе лә ижад юлымда һөнәри оҫталыҡ йәһәтенән үҫеүҙә әйтеп бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙеләр.

Ғаилә

Ике йылдан китәм тиһәм дә, Сибайҙы, театрҙы, коллегаларымды яратып өлгөрҙөм, Өфө тураһындағы уй бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Уйлағанса, Ҡырҙасҡа ла йыш ҡайтып булманы, сөнки ул ваҡытта гастролдәр күп булды. Ваҡыт табып, Сибайға әсәйем үҙе килә торғайны. Шулай йәшәй, ижад итә торғас, тормош иптәшем Фәнзилде осраттым. Мин эшкә килгәндә ул, театрҙа эшләп, армияға алынғайны. Шундай аҡыллы, кешелекле, тип, коллегаларым алдан уҡ димләп ҡуйҙылар. Ул Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы егете, әле Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй. Юғары техник белемле, Магнитогорскиҙа юғары уҡыу йортон бөткән. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән тыуғас, беренсе класҡа тиклем гастролдәрҙә беҙҙең менән бергә йөрөнө, ҙурая килә спектаклдәрҙә лә уйнаны, ике өләсәһе алмашлап ҡаранылар. Ҡыҙыбыҙ бик һәләтле, сәнғәт мәктәбендә бейеү, вокал буйынса уҡыны. Ул да бейергә ярата, "Осҡон" бейеү ансамбле менән Төркиәгә барҙылар, Санкт-Петербургтағы бәйгелә Гран-при алған саҡтары ла булды. Шуға ҡыҙыбыҙ бейеүсе булыр, сәнғәт юлын һайлар, тип уйлағайным, әммә ул быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлап, "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе"ндә инженер-конструктор булып эшләй.
Балаға үҙ фекереңде көсләп тағып булмай, ул бит донъяны үҙенсә күҙаллай, үҙе теләмәгән һөнәрҙе һайлаһа, уҡыған ваҡытта ла, аҙаҡ та үҙ юлын табыу ҡыйын була. Шулай ҙа ҡыҙымдың һайлауы көтөлмәгән яңылыҡ булды. Ниңә ул юлды һайлағанын әле лә аңламайым, был бик сетерекле мәсьәлә: әлеге ваҡытта сәнғәт икенсе планға күсеп бара, элек артистарға, сәнғәт кешеләренә ҡараш бөтөнләй икенсе төрлө ине. Йәштәрҙең сәнғәткә килмәүенән институтта конкурстар кәмей, әммә уларҙы һәләтһеҙ тип әйтеп булмай, Сибайҙа ғына төрлө йүнәлештәге әллә күпме ансамблдәр бар, бушҡамы ни уны бейеүселәр ҡалаһы, тип атайҙар. Минеңсә, хәҙерге йәштәр аҡсалы урынды эҙләй.

Сәхнә арты тормошо

Театрға 1995 йылда эшкә килдем, тиҙҙән утыҙ йыл була бында эшләгәнемә. Әҙ ваҡыт түгел, гел генә барыһы ла ал да гөл булды, тип әйтә алмайым. Йәшермәйем, ҡолаған мәлдәрем дә, шул ауырлыҡтарға бирешмәйенсә күтәрелгән ваҡыттарым да булды. Кешене бит күпме ҡолағанына түгел, күпме күтәрелгән иҫәбенә ҡарап билдәләйҙәр. Башҡа һөнәр кешеләрендә лә булалыр, әммә сәнғәт өлкәһендә көнсөллөк, аяҡ салыуҙар йышыраҡ һымаҡ, актриса булараҡ, үҙебеҙҙең мөхитте яҡшыраҡ беләм. Төрлө яла яғыуҙар, һин әйтмәгәнде һинең исемдән һөйләүҙәр аптырата, иҫем китә хатта. Ни өсөн күрә алмаусанлыҡ бар икән был донъяла, тип ныҡ борсолам. Шулай, кешенең яҙмышында бөтәһе лә ал да гөл булмай шул, ҡыҙғанысҡа күрә. "Һеҙ, артистарҙы, ситтән генә ҡарап йөрөргә кәрәк икән, һеҙҙең кухняғыҙға инергә ярамай", тип әйтеп ҡуйҙы бер мәл беҙҙә эшләгән бер ҡатын. Сәхнә арты тормошо тураһында яҙа һалып бармайҙар, унда бит шатлығы ла, ҡайғыһы ла бар.

Бала күңеле далала

Хәҙер үҙәккә ынтылыу тенденцияһы бара, был бәлә бәләкәй ҡалаларға янай. Белмәйем, бәлки, эш мәсьәләһе, күберәк аҡса ҡыҙыҡһындыралыр. Сибайҙы ла бит хәҙер пенсионерҙар һәм студенттар ҡалаһы тип йөрөтәләр. Ҡыҙыбыҙ Өфөгә уҡырға ингәс, бер бөртөк ҡыҙыбыҙҙы уйлап, иптәшем менән баш ҡалаға күсергә тигән теләк беҙ-ҙә лә булды, хатта әҙерләнеп тә бөткәйнек. Беҙҙең күсенергә тигән теләкте ишеткәс, атай-әсәй, артымдан йөрөмәгеҙ, мин үҙем уҡыясаҡмын, тип ҡырт киҫте ҡыҙыбыҙ. Уны ситкә сығарып ебәреүе күңелгә шул тиклем ауыр булды, ләкин үҙебеҙҙе көскә тыйып, Сибайҙа ҡалдыҡ. Хәҙер ата-әсәләр балалары артынан үҙҙәре йөрөй бит, сөнки тормош бөтөнләй икенсе, беҙҙең осор менән сағыштырғыһыҙ. Ярай, хәҙер элекке кеүек барып, имтихан биреп йөрөү кәрәкмәй, документтарын ебәреү етә. Тик ниңәлер бөгөнгө балаларға төрлө яҡлап ҡурҡыныс янаған һымаҡ ҡабул итәм.

Ике Айгөл

Сәнғәт кешеләре хислерәк була, сөнки беҙ күберәк йөрәк менән эш итәбеҙ, ә был күп энергия талап итә. Эмоциялар ташып торғас, шартлап та, йомолоп та китәбеҙ. Мин, мәҫәлән, сәхнәлә уйнайбыҙ, тигән һүҙ менән һис тә килешә алмайым, беҙ унда йәшәйбеҙ. Ундағы тормош бөтөнләй икенсе, тәҡдим ителгән ваҡиғалар солғанышында бирелгән образ менән бергә йәшәйһең, уйланаһың, ҡыуанаһың, ҡайғыраһың һәм башҡаһы. Сәхнәләге Айгөл менән тормоштағы Айгөл ныҡ айырыла. Сәхнәне тормош менән бутарға ярамай. Күңелгә үтә яҡын булған образдарҙан ҡай ваҡыт ошо тормошҡа ҡайтҡы килмәй, шул образда, шул ваҡытта, шул хәл-ваҡиғалар эсендә йәшәге килә. Сәхнәнең үҙ ҡануны бар: тормоштағын сәхнәгә индерергә ярамай, бөтә проблемаларҙы театр ишеге алдында ҡалдырырға кәрәк, уларҙы сәхнәгә һөйрәп мендерһәң, уйнаған ролдәр килеп сыҡмаясаҡ, сөнки сәхнәлә тик образ менән йәшәргә кәрәк. Театр бит ул эш урыны ғына түгел, сәнғәт кешеһе өсөн ул бөтөн фиғеле, булмышы, ул үҙе айырым тормош. Беҙҙән алдағы һәм беҙҙең быуын сәнғәткә тулыһынса бирелгәнбеҙ. Бөгөнгө йәштәрҙә был күренеш һирәгерәк күренә, хәҙер күптәр театрҙы эш урыны тип ҡабул итә - килдең, ролеңде уйнаның, сәғәтеңде тултырҙың, ҡайтып киттең, эш хаҡы түләнәсәк - донъяның матди яғына өҫтөнлөк бирә. Күктә осоп йөрөп, ергә төшөүе ҡыйын бөгөнгө көндә.

Тормош дауам итә

Быйыл 50 йәшлек юбилейымды үткә-рәм. Тау артында һымаҡ ине, килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Яратҡан коллективым, партнерҙарым менән ҙур концерт программаһы менән билдәләп үтергә, тигән уйым бар. Тамашасыларға рәхмәт әйткем килә, улар театрҙы ташламаһындар, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап тапһындар. Хоҙай Тәғәлә хәүефтәрҙән аралаһын, һуғыштар бөтһөн, донъябыҙ яҡшырһын, тигән өмөт менән йәшәйек. Маңлайға яҙылғанды күреп йәшәйбеҙме, әллә тормошобоҙҙо үҙебеҙ булдырабыҙмы, тигән һорауға гел яуап эҙләйем, был турала йыш уйланам, тулыһынса һаман да яуап бирә алмайым. Тормошта осраҡлы кешеләр юҡ, тип әйтәләр, уларҙың һәр береһе беҙгә нимә өсөндөр килә. Кеше һәр саҡ һайлау алдында баҫып тора. Был яҡтан интуициям бик көслө, буласаҡ хәлдәрҙе алдан һиҙәм. Бәлки, был актер һөнәренә бәйле һиҙемләүҙер, белмәйем, әммә эргәмдәге кешенең нимә уйлағанын күҙҙәренә ҡарап һиҙә алам. Үҙемде тырыш, тип һанайым, эшкә һуңламайым, һуңлағандарҙы яратмайым. Минең өсөн беренсе урында ҡаты тәртип булырға тейеш. Эшкә һуңлау партнерҙарыңды, коллегаларыңды хөрмәт итмәү була, минеңсә. Театр бит ул тере бер организм, беребеҙ булмаһа ла, спектаклдең, репетицияның бәҫе китә. Беҙ бит шуға бер ғаилә һымаҡ йәшәйбеҙ, ижад итәбеҙ: әсәй ҙә, ағай ҙа, апай ҙа, һөйәркә лә булабыҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Эйе, сәхнәлә образдар тыуҙырыусы сәхнә оҫтаһының тормошта үҙ образы ла бар. Ул - әсәй ҙә, ҡатын да, коллега ла, бейеүсе лә, йырсы ла һәм башҡаһы...Ҡыҫҡаһы, күп ҡырлы.

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.10.23 | Ҡаралған: 119

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru