«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРЫНДАҒЫ ХАЛЫҠТЫ УРЫНЫНАН ДА, ИҠТИСАДТАН ДА АЙЫРМАУ КӘРӘК
+  - 


Баймаҡ районының Йомаш ауылы бик уникаль төбәк. Бында республика кимәлендә билдәле ике тиҫтәнән ашыу шәхес тыуған. Төрлө өлкәләге фән докторҙары ғына бишәү! Күрәһең, билдәле булыуға ҡарағанда, был ауылда билдәһеҙ булыу сәйер тойолалыр. Күптән түгел шундай шәхестәрҙең береһе, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты профессоры, иҡтисад фәндәре докторы, 40 йылдан ашыу ғүмерен фәнгә һәм педагогик эшмәкәрлеккә бағышлаған Әҙеһәм Әғзәм улы БАРЛЫБАЕВ 65 йәшлек матур ғүмер үренә аяҡ баҫты. Юбилейы уңайынан ул "Почетлы остаз" билдәһе менән наградланды. Әҙеһәм Әғзәм улы менән тормош, фән, сәйәсәт тураһында әңгәмәләштек.

Аҡса аяҡ аҫтында

Бөгөн һәр кемдең ауыртҡан урыны - нисек аҡса эшләргә? Һүҙҙе шунан башлайыҡ. Теләһәң, аҡсаны ерҙән эйелеп алырға мөмкин, тик ниңәлер хәҙер ынтылып та тормайҙар, әллә ҡайҙа Себергә барып, олигархҡа эшләйҙәр. Ә аҡсаны бит йәшәгән урыныңда, ауылда ла эшләп була. Бының өсөн кешелә юғары хыялдар булырға тейеш, тип уйлайым, маҡсаттар ҡуйып йәшәй белергә кәрәк. Ғаиләңде көтөрлөк, балаларыңды аяҡҡа баҫтырырлыҡ ҡына түгел, эш хаҡы булһын да, йәшәргә урының булһын, тип кенә лә түгел, аҡса эшләү генә лә түгел, күңелгә ятҡан эш менән шөғөлләнеү булһын. Күңелгә ятҡан кәсеп кешелә ҡәнәғәтлек тойғоһо барлыҡҡа килтерә - мораль яҡтан да, финанс яғынан да. Күңел күтәренкелеге беренсе урында булһын. Финанс етмәһә, әлбиттә, яратҡан эшең менән шөғөлләнеп булмай, әммә баш беҙгә ни өсөн бирелгән?

Теркәүле терәкле

Беҙҙең ауылдан биш фән докторы сыҡҡан: Хәлил ағайым менән мин - иҡтисад фәндәре докторҙары, Яхъя ағай Ҡәйепов - ауыл хужалығы, Шәһит Ҡәйепов - техник фәндәр, Марсель Тойғонов медицина фәндәре докторҙары. Ике улым да иҡтисад буйынса фән кандидаттары. Өс туған апайымдың ҡыҙы Розалия Шәрәфуллина иҡтисад фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының кафедра доценты. Тәүҙә беҙгә Хәлил ағай йүнәлеш биргәндер - ул беҙҙең тоҡомда тәүге теоретик. Атайым ғүмере буйы колхозда баш бухгалтер булды, ауыл иҡтисадын бик яҡшы белә ине, практик яҡтан, әлбиттә, төп консультант ул булды. Етенсе кластан һуң бухгалтерҙар курсын бөткән дә, эш башлаған, биш йыл һайын белем камиллаштырыу курстарында уҡып ҡайта торғайны. Имтихандарын гел бишкә биргән, шул туралағы танытмалары һаҡлана.
"Ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетына бар, баш экономист, йә баш бухгалтер булырһың", - тип атайым башлап әйтте. Тик ниңәлер күңел унда тартманы, йәш саҡта бит баш менән эшләгән ерҙе өнәмәй, физик яҡтағыһына өҫтөнлөк бирелә, спорт буйынса йә башҡа хәрәкәт талап иткән ергә барғы килә. Ауылда ул осорҙа юғары белемлеләр ҙә һирәк ине. Беҙҙең кластан, мәҫәлән, дүрт кеше юғары белем алды, аҙаҡ ситтән тороп уҡып бөткәндәр ҙә булды, ниңәлер, ғилемгә ынтылыу булманы. "Бөтә класс менән колхозға" тигән лозунг та йоғонто яһағандыр. Элегерәк бит ауыл кешеһенә хатта паспорт та бирмәгәндәр. Беҙ паспорт алһаҡ та, теркәлеү мәсьәләһе ауыр булды, ҡайҙа барһаң да теркәлеп булмай, күптәр кире әйләнеп ҡайттылар. Берәй ҙур ойошмаға эшкә урынлашып, эшселәрҙең дөйөм ятағынан, йә уҡыу йортоноң ятағынан урын алып була торғайны. Уныһы ла ваҡытлыса мөһөрө менән, шуға ла фатир алып, ауылдан ситкә китеп йәшәгәндәр бармаҡ менән һанарлыҡ ине, йәштәрҙең күпселеге ауылда төпләнде.
Ана шул теркәлеү мәсьәләһе ҡай саҡ көлкөлө хәлдәргә барып етә ине. Ростов университетын тамамлағас, Өфөләге авиация институтына йүнәлтмә бирҙеләр. Эшкә килһәм, кадрҙар бүлеге теркәлеүһеҙ эшкә алмайым, ти. Хәл торошон аңлатып ҡарайым, ҡымшанмай ҙа. Ахырҙа, ректор үҙе шәхсән баш ҡаланың бер райисполкомы менән һөйләшеп, дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһенә ваҡытлыса теркәп ҡуйҙылар. Ярай әле кафедра мөдире Брежнев менән бергә һуғышта булған фронтовик, бер нәмәнән дә ҡурҡмаған тәүәккәл кеше ине. "Борсолма, кафедра бүлмәһенә булһа ла "пропишу", ти. Хәҙер уйлайым да, бындай сәйәсәт ауылдарҙы һаҡлауға һәйбәт этәргес булғандыр, тим.

Ауыл тарихы

Йомаш ошо яҡтағы бөрйәндәрҙең тарихи ауылы. Ул бер тамырҙан - Ямаштан айырылып сыҡҡан: Ямаш менән Йомаш бер туған булғандар. Йомаштың үҙенән айырылып сыҡҡан ауылдар ҙа бар, уларҙың күбеһе ваҡытында "перспективаһыҙ", тип бөтөрөлдө. Айырылған 6-7 ауылдан Йылым, Сәйғәфәр, Байыш ауылдары тороп ҡалды. Ҡартатайым, атайымдың әсәһенең ағаһы, егерменсе йылдарға тиклем йәйләүгә сыға торғайныҡ, тип һөйләй торғайны. Ул граждандар һуғышы башланғанда хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшендә булған. Уның олатаһының атаһы, Һибәтулла Сәйетғәфәров, билдәле тарихи шәхес - 3-сө Бөрйән олоҫоноң старшинаһы. Ул Зәки Вәлидиҙең ышаныслы кешеһе булған, башҡорт Хөкүмәтенең алтынын үҙендә һаҡлаған, тиҙәр. Бындай ышаныс борондан килгән, олатаһы 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижда булған, ике көмөш миҙал алып ҡайтҡан. Ғаиләләре шул осорҙан күтәрелеп киткән. Ҡартәсәйем, уның ейәнсәре, "Ҡартатайым урыҫтарға ер һатманы", тип, йыш ҡабатлай торғайны.
Ҡартатайым, ана шул олатайҙың ейәне: "Беҙҙең Йомаштың ерҙәре ҙур була торғайны, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһына тиклем барып етә ине", - тип һөйләй торғайны.
Һаҡмар буйы ауылдары йәйләүҙәренең үҙ сиктәре булған, йыл да шулай күсенеп йөрөгәндәр, аҫаба башҡорттар булараҡ, ерҙәрен нығытҡан грамоталары булған. Яйыҡ йылғаһына тиклем барып етеп, далала малға аҙыҡ наҡыҫланғансы йөрөтөп, кире урман яғына Йылымға ҡышлауға күсенгәндәр. Аҙаҡ тарихи сығанаҡтарҙан уҡып белдем: баҡтиһәң, 19-сы быуат аҙаҡтарында башҡорттарға ауыл эргәһенән алып күпмелер саҡрымға тиклем ерҙәрҙе бирергә рөхсәт ителгән, ә ситтәрәген хөкүмәт үҙ иҫәбенә ала башлаған. Ерҙәрен сикләй башлағас, башҡорттар ауылдарынан айырылып сығып, алыҫтағы ерҙәргә сығып урынлашҡан. Бының аҙағы насар бөттө, бәләкәй ауылдар перспективаһыҙға һаналып, юҡҡа сыҡты - һуңғы һөжүм шул булды. Мәктәптәр, социаль структуралар ҙур ауылдар иҫәбендәге башҡа милләт ауылдарына күсте. Йомаш ауылы һаҡланып ҡалған. Беҙ уҡый башлағанда мәктәп ун класлыға әйләнде, урындағы кадрҙарҙан тупланған көслө уҡытыусылар коллективы барлыҡҡа килде. Ауыл советы ла, колхоз үҙәге лә Йомашта булды.

Туған телле мәктәп

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Ғабдулла Сәиди тоҡомонан бик көслө уҡытыусы - Роза Ильясова уҡытты. Боронғо башҡорт халҡының бер ҡайҙа ла яҙылмаған тарихын, Зәки Вәлиди тураһында ла ҡурҡмай һөйләй торғайны. Йыш ҡына иншалар яҙҙырҙы, шиғырҙар аша башҡортса матур тел менән матур итеп фекерләргә өйрәтә торғайны. Һәйбәт фекерләү тик туған телдә икәнен ул яҡшы белгән, әлбиттә. Беҙҙең быуынға туған телдә уҡытыу ныҡ тәьҫир иткәндер, сөнки тарихты төрлө яҡлап өйрәттеләр, милли рухта тәрбиәләнеләр. Әле лә иҫләйем: урыҫса уҡытып ҡарайҙар, килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Ул мәлдә бит хәҙергеләй телефонда ултырмайбыҙ, бөтөн нәмә тик башҡортса. Русса аңлайбыҙ, тик һөйләй белмәйбеҙ, тел әйләнмәй ҙә ҡуя. Инша яҙһам, төрлө факттарға таянып, логика менән яҙам. Роза Булат ҡыҙы: "Иншаң фәнни хеҙмәт һымағыраҡ яҙылған", - ти торғайны. Ҡанатын ҡайырмайым, тигәндер, шулай үҫтергәндер. Хәҙер класташтар менән: "Беҙҙе бит ниндәй шәп уҡытыусылар уҡытҡан, көслө белем биргәндәр",- тип иҫләп алабыҙ.
Ауыл менән бәйләнеш өҙөлмәй. Хәлил ағай мәрхүм иң яҡшы сығарылыш уҡыусыһына Грант булдырғайны, шуны дауам итәм, "Профессор Хәлил Барлыбаев исемендәге грант"ты үҙем финанслайым, йыл һайын май аҙағында ун беренсе класты лайыҡлы бөтөүсегә тапшырам. Шуныһы үкенесле, мәктәптә балалар һаны кәмегәндән-кәмей бара, йәштәрҙең ауылда ҡалмауы ғына ҙур проблема.

Урындағы иҡтисад

Демографик проблеманы фәнни яҡтан төптән өйрәнеп, был мәсьәләне төрлө яҡлап тикшерергә кәрәк. Тәүге һылтау: "Эш юҡ", - тибеҙ. Был иң тәүҙә дөрөҫ алып барылмаған сәйәсәт һөҙөмтәһе. Сибайға күсеүемдең дә үҙ сәбәбе бар: ҡайҙалыр өҫтән, үҙәктән, халыҡ тураһында фекер йөрөтөү, фәнни эштәр яҙып ятыу дөрөҫлөккә тап килмәй. Халыҡтан алыҫлашмай, мөмкин булғансы тыуған яҡҡа тоғро булып эшләргә, йәшәргә кәрәк. Кешенең бәхетле, комфортлы йәшәүе Эске тулайым продукттың (ВВП-ның), сәнәғәттең үҫеүенә, уртаса эш хаҡының артыуына туранан-тура бәйле түгел. Йәшәү кимәле кешенең йәшәгән урынында билдәләнә, иҡтисади үҫеш, тотороҡлоҡ урындағы берләшмәнең йәшәү рәүешенә, урындағы шарттарға, мөхиткә бәйле. Кем менән эшләйһең, кем менән йәшәйһең, ғаиләңә матур йәшәргә шарттар, мөмкинлектәр бармы? Иҡтисади сәйәсәт тә, социаль сәйәсәт тә ошо һорауҙарҙы иң төп урынға ҡуйырға тейеш. Ә беҙҙә улай түгел, ҡалдыҡ принцибы буйынса эшләнә, йәнәһе, төп эштәр ҡайҙалыр алыҫта, кеше күп йәшәгән урындарҙа башҡарыла, провинцияла түгел. Сәйәсәттең нигеҙе урындағы иҡтисадты иҫәпкә алып үҫтерелергә тейеш, шул ваҡытта ғына ул дөрөҫ була. Иҡтисадтың, йәмғиәттең үҙәгендә, төп урында кеше булырға тейеш. Кешене уйлайбыҙмы, кешенең мәнфәғәтен ҡайғыртабыҙмы, кеше өсөн тырышабыҙмы? Аныҡ яуап юҡ. Шулай булғас, кем өсөн тырышабыҙ һуң? Аңлашылмай.
Тыуған яҡҡа ҡайтып эшләй башлағас та шул турала бихисап ғилми хеҙмәттәр яҙҙым, китаптарым шул турала һөйләй, улар бөтәһе лә урындағы иҡтисадҡа бағышланған. Колхоздар осоронда кешеләр ауылдарҙа тырышып йәшәне, мал көттө, баҡса үҫтерҙе, балаларын да эшкә өйрәтте, күмәкләп, бер-береһенә ярҙам итешеп, өмәләр ойоштороп, өйҙәр һалышты. Шулай бергәләп йәшәүҙең нигеҙе ныҡлы булды, артабан күтәрергә генә кәрәк ине. Шул осорҙа төҙөгән программаларыбыҙ урындағы иҡтисадҡа нигеҙләнеп эшләнгәйне. Шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү, колхоз-совхоздарҙы кооператив формаһында һаҡлап ҡалыуҙы күҙ уңында тотҡайныҡ. Мәҫәлән, ул ваҡытта кешеләрҙә техника юҡ ине, ул колхоз-совхоздыҡы булды. Ер һөрҙөртөргә, бесән саптырырға хужалыҡ етәкселегенә мөрәжәғәт итә инеләр. Техниканы бит хужалыҡ иҫәбе нигеҙендә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүгә әйләндерергә мөмкин ине, юҡ, баҙар иҡтисадының йылғырҙары үҙ файҙаһына бороп алдылар ҙа киттеләр, буштан-бушҡа, йә бәләкәй хаҡҡа халыҡ милкен үҙҙәренә алып бөттөләр. Сөнки шундай закондар ҡабул ителгәйне.

Кеше һәм иҡтисад айырылғыһыҙ

Баймаҡ районының бер нисә хужалығында эксперимент формаһында үҙ программаларыбыҙҙы тормошҡа ашырып ҡараныҡ, Хәлил Әүбәкировичтың бер командаһы Учалы районында эшләне. Тәүҙә хөкүмәт кимәлендә ярҙам да булды, ауылда тотороҡло тормошто һаҡлап алып ҡалыуға һәйбәт мөмкинлектәр бар ине, әммә район хакимиәттәре кимәлендә ни эшләптер ыңғай ҡараш булманы. Уйлап ҡараһаң, ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, токарь станогы еңел тартмай. Шуны, әллә нисә тонналы агрегатты, стенаны емереп, кран менән күтәреп алып, металлоломға тапшырып бөттөләр. Ә ауылда ике токарь бар, Өфөлә уҡып, моторҙар заводында эшләп, тәжрибә туплап, оҫтарып ҡайтҡандар. Станокты ниңә шуларға ҡуртымға бирмәҫкә? Ауылда бит запас частар һәр ваҡыт кәрәк. Ҡыҫҡаһы, кешене беренсе урынға ҡуйған сәйәсәт булмауҙан килеп тыуҙы бындай хәлдәр, киреһенсә, кешене талау сәйәсәте башланғайны.
Ерҙәрҙе киңәйтергә, мал һанын арттырырға ла мөмкинлектәр бирелмәне. Күптәр тырышып ҡараны, әммә документтар төҙөүҙе аҙағына еткерә алманы. Ваҡытында колхозда эшләгән быуын олоғайҙы, йәштәргә бындай тормош ҡыҙыҡ түгел ине. Аңлайышһыҙ мөхиттә ни эшләп йөрөһөндәр улар? Ситкә китә башланылар, өлкәндәр үҙҙәре, бар китегеҙ, беҙҙең һымаҡ ыҙалап йөрөмәгеҙ, тип, фатиха бирҙеләр. Ә бит шул осорҙа балалары ата-әсәләре менән бергәләп һәйбәт фермер хужалығы, ИП-лар асып, кооперативтарға берләшһәләр, ауыл һаҡланып ҡалыр ине. Быны бөгөн аңланыҡ та ул, хәҙер ауылда эшләрлек кеше юҡ. Шулай ҙа беҙҙең программаларҙың файҙаһы булды, йөҙҙән ашыу кооператив барлыҡҡа килде.
Бөгөн, кешегә яҡшылыҡ эшләйем, тигән сәйәсәт юҡ, хәҙер ҙур етештереүселәргә иғтибар артты, ситтән килгән бай инвесторҙар мәнфәғәте беренсе урында. Улар бит ошо ерлекте, мөхитте яҡшыртам тип килмәй, иң тәүҙә үҙҙәрен ҡайғырталар. Беҙҙә бит экстенсив хужалыҡ: йылҡы ҡырҙа йөрөй, һыйырҙар ҙа ҡар яуғансы ҡураға инмәй. Тәбиғи шарттарҙа мал көтөү борондан килә. Интенсив хужалыҡҡа ҙур фермалар кәрәк, ҙур майҙандағы һөрөнтө ерҙәрҙә ашлыҡты сәсеп үҫтерәләр ҙә, малға ашаталар, хәҙер шуға баҫым яһайҙар. Был төптән дөрөҫ түгел - ауылды артабан бөтөрөү, урындарҙағы иҡтисадты юҡҡа сығарыу был. Миҫал килтерәм. Коньяк ҡайҙан килеп сыҡҡан? Франциялағы Коньяк тигән провинциянан. Унда күпләп виноград үҫтерәләр. Коньяк провинцияһында ерҙең сифаты ул тиклем түгел. Һәйбәт виноға һәйбәт виноград юҡ. Шуның арҡаһында уларҙың башына уй килгән: ә был виноградтан файҙа сығарырға буламы? Шунан коньяк ҡыуа башлағандар. Коньяк күбәйгәс, бутылкалар кәрәк. Береһе быяла заводы асҡан, икенсеһе пробкалар етештерә башлаған, өсөнсөһө транспорт хеҙмәте күрһәткән. Урындағы иҡтисад урындағыларҙың һәр береһенә эш булдыра, һәр береһе эргәләрендәгеләргә килем килтерә, бөтөн нәмәне олигархтар системаһы һымаҡ һурып, ситкә ебәрмәй. Килем етештергән урында ҡала. Бөтөн ерҙә лә шулай булырға тейеш. Мәҫәлән, Бөрйәндәге туризмды алайыҡ. Ул урындағы халыҡҡа файҙа килтерергә тейеш. Туристар нимәгә зарлана? Тәбиғәт ожмахтай, юлдар асфальтлы, бөтөн нәмә һәйбәт, тик юл эргәһендәге кафелар юҡ. Улар булһын өсөн өҫтән төшөрөлгән программа кәрәк. Ә ул программаның инвесторҙары ситтә. Улар глобаль иҡтисад уйынсылары, бер Башҡортостанда ғына эшләмәйҙәр. Ситтән килгәндәр шәберәк, үҙебеҙҙекеләргә ышаныс юҡ, килеп сыға. Был дөрөҫ булмаған фекерләү, урындағы кешене иҡтисадтан айырыу була. Иҡтисад айырым, кеше айырым - был нонсенс!

Кәсеп һәм сауҙа

Эшҡыуарлыҡ мәҙәниәте юҡ беҙҙә. Мал үрсетә беләбеҙ, файҙаһын икенсе берәү ситтән килеп күрә. Был бик насар ҙа түгелдер, кешенең менталитетын һындырыу, бөгөү дөрөҫ нәмә түгел, уны хәҙерге иҡтисадҡа яраҡлаштырырға ғына кәрәк. Элек-электән башҡорттарҙа коллективизм, ғаилә принцибы үҫешкән булған, донъяны ата-әсәһе, балалары бергәләп көткәндәр. Күршеләре, яҡын туғандары менән дә аралар йылы булған, бер-береһенә ярҙам иткәндәр, бер-береһенә терәк булғандар. Дөрөҫөн әйткәндә, иҡтисадтың төп нигеҙҙәрен ошо сифаттар нығыта, бер-береңә ышанған, терәк булған ерҙә генә иҡтисад үҫешә ала - был уның төп законы. Конкуренция беренсе урында түгел, ул - икенсел. Ә беҙ конкуренцияға баҫым яһайбыҙ. Ул аяуһыҙ, шундуҡ юҡҡа сығарып ташларға ла мөмкин. Хәлеңдән килмәне икән, һин - көсһөҙ! Улай булмай, һәр кешенең һәйбәт үҙ һыҙаты бар. Беҙҙең халыҡтың алыш-бирешкә оҫталығы юҡ, ә кәсепкә шәп, оҫта ҡуллылар бик күп: техниканы ла белә, ағас менән дә эш итә, теләгән әйберен эшләй ала. Ана, ағинәйҙәр нимә генә текмәйҙәр ҙә, нимәләр генә бешермәйҙәр. Бар ул беҙҙә таланттар, тик уларҙы күрергә, файҙалана белергә кәрәк. Сауҙагәрлек электән дә булмағандыр. Шуға ла бит ҡәрҙәш халыҡ менән дуҫлашып, туғанлашып бөткәнбеҙ, беҙҙекеләр кәсеп итә, улар сауҙагәрлеккә маһир.

Үҙеңдеке - үҙеңә

Элек әҙерлек контораларының халыҡҡа файҙаһы ҙур булды: йомортҡа йыйҙылар, шешә алдылар, ит, тире, йөн һәм башҡаһын тапшырҙыҡ. Ул Хөкүмәт тарафынан ойошторолған үҙәкләштерелгән ҙур структура ине. Ул шәхси ҙә була ала, ләкин бының өсөн эшҡыуарҙар иң тәүҙә файҙаһын күрергә тейеш, шунһыҙ булмай. Ошоға тиклем күп тауарҙарҙы сит илдәрҙән һатып алдылар, үҙебеҙҙекен эшкәртеп ыҙалағансы, ситтән алыу отошло тойолдо, етмәһә, ситтән килгәндең сифаты ла яҡшы булһа, шәп тәбаһа! Уларҙағы етештереү ғаилә бизнесына ҡоролған, бер нисә быуын тик шуның менән шөғөлләнгән. Хәҙер санкциялар ул тауарҙарҙың хаҡын арттырҙы. Ә ауыл халҡы малын да көтә, баҡсаһын да үҫтерә, һатыу итеү өсөн генә етештермәй, картуфының ҡалғанын яҙғыһын сығарып ташлау ҙа бер ни тормай уға, көҙгөһөн йәшелсәһен дә эшкәртеп бөтә алмай. Был традицион иҡтисад, үҙ-үҙеңде тәьмин итеп йәшәү. Берәй санкцияға, ауыр ситуацияға эләкһәк тә, еңел ҡотолабыҙ. Ҡайһы илдә шундай традицион иҡтисад юҡ, шундуҡ инфляция башлана, дефицит әйберҙәр күбәйә, хаҡтар арта, ҡыҫҡаһы, паника, хаос тыуа. Ә былай булды-булманы, бөтөн нәмә үҙеңдеке: итең, картуфың, йәшелсәң, майың-ҡаймағың. 90-сы йылдарҙа ана шул үҙ-үҙеңде тәьмин итеп йәшәү ярҙам итте, алты сутыйҙар ҡала халҡын ҡотҡарҙы.

Брендтар

Ярай, башҡорт атын һаҡлап ҡала алғанбыҙ. Элек бит башҡорт тоҡомло эте лә булған. Шундай эт Венгрияла әле лә бар икән. Улар боронғо венгрҙар күсенеп йөрөгән ваҡыттан уҡ һаҡланып ҡалған. Ә беҙ ул этте бөтөргәнбеҙ ҙә, юҡ, тибеҙ. Ә ниңә шул венгр этен үҙебеҙҙең ерлеккә алып килеп, боронғо башҡорт эте формаһында аяҡҡа баҫтырмаҫҡа. Һарыҡ йөнөнә оҡшаш йөнтәҫ эттәр улар, күҙҙәре лә күренмәй хатта. Йөнөнән йылы ойоҡбаштар бәйләргә була. Ҡартәсәйем, хәҙерге һарыҡтар элекке тоҡомдарҙың бәрәсе ише генә, тип һөйләй торғайны. Элек уларҙың артында көс еткеһеҙ көрҙөгө булған. Вәт улар исмаһам һарыҡ ине, тигәне иҫтә ҡалған. Ҙурайғас, шундай һарыҡтар тураһында ҡыҙыҡһындым. Баҡтиһәң, ҡаҙаҡтарҙа әле лә бар икән ундай тоҡом. Иҙелбай тип атала улар. Башҡорттарҙың көрҙөк һарыҡтарын яңынан барлыҡҡа килтерергә кәрәк ине, тигән хыялым булды. Уның өсөн селекцияны яҡшы белергә, йә селекционерға түләгәндәй капитал кәрәк. Примитив кимәлдә генә ҡаҙаҡтыҡын, тажиктыҡын (уларҙа - гисар, тиҙәр) алып, урындағыларҙы ҡушып, яңы тоҡом барлыҡҡа килтереп була. Эште яйға һалһаң, брендҡа әйләнә. Ҡаҙаҡтар ҡаҙының төрлө сорттарын етештереп, баҙарҙы баҫып алып баралар, ниңә, беҙ шуны эшләй алмайбыҙмы ни? Тырышлыҡ кәрәк. Иҡтисадты, урындағы халыҡтың тормошон үҫтереү тик өҫтәге властың ғына эше, тип ҡарап, ҡасан шуны, ҡасан быны бирәләр, тип, көтөп ятһаҡ, әҙергә-бәҙер булмаҫ.

Һин миңә указ түгел

Элек бит совхозда өй бирҙеләр, эш хаҡын түләнеләр, эшкә барып ҡайтаһың да, телевизор ҡарайһың. Еңелгә өйрәндек, үҙ-үҙебеҙҙе ҡайғыртмай башланыҡ. Хәҙер бар ул тырышып, маҡсаттар ҡуйып йәшәгәндәр, тик, минең уйымса, берҙәмлек етешмәй, күп эштәрҙе яңғыҙ атҡарып булмай, тарҡаулыҡ ҡамасаулай. Беҙҙең халыҡтың бер яғы бар: мәҫәлән, әртист халҡын бөтәһе лә белә, ғалимдарҙы берәү ҙә белмәй. Ғалимдарҙы кешегә һанамайҙар хатта. Тәҡдимдәремде әйтһәм, һин теоретик ҡына, тиҙәр. Мин профессор, фән менән шөғөлләнәм, студенттар уҡытам, донъямды ла һеҙгә ҡарағанда артығыраҡ күтәрҙем, тип тә ҡарайым. Һин тормошто белмәйһең, тип тә ебәрә яҡын туғандарым. Аҡыллыраҡ булып ҡыланма, һин миңә указ түгел, тигән һымаҡ яңғырай уларҙың һүҙҙәре. Ғилем кешеләрен, ғилми эштәрҙе һанға һуҡмау бар беҙҙә. Борондан киләме был сифат, белмәйем. Элек башҡорт ырыуҙары һәр береһе үҙ көсө менән йәшәй алған. Бындай сәйәси ҡоролоштоң бик һәйбәт яғы бар. Әгәр ҙә үҙәкләштерелгән, иерархик структуралы власть булһа, өҫтәген алып ташлап, халыҡты буйһондорһаң, уның юҡҡа сығыуы ихтимал. Тарихты ҡараһаң, күпме халыҡ шул арҡала юҡҡа сыҡҡан, башҡорттарҙы иһә бындай ҡоролошо һаҡлап алып ҡалған. Ана шул замандан киләлер инде, һин миңә указ түгел, тигәне.

Ейәндәр ҡайтырмы ауылға?

Иң мөһиме, ауылдағы ололар, һаулыҡ булһын, йәштәрҙең киләсәге яҡты булһын, кредиттарға батмаһын, банктарҙы байытыусы булмаһын, тип ҡайғыра. Әгәр үҙҙәре кредит алып, пенсияһынан түләп тора икән, аҡсаһын башҡаларҙы байытыуға тотона, тип аңларға кәрәк. Аптырағандың көнөнән, кисектергеһеҙ хәлдә генә ҡулланырға мөмкиндер ундай тырнаҡ эсендәге ярҙамды. Ауылды һаҡлау, артабан үҫтереү тураһында һәр ваҡыт ҡайғыртырға кәрәк. Йәштәр ҡайтмаһа, ауылдар бөтәсәк, пенсионерҙар ваҡытында тоғро хеҙмәт итеп, актив йәшәү осорон үткәргәндәр, әле лә бирешмәй матур йәшәйҙәр. Әлегә йәштәребеҙ ҡаланың ҡатлы йорттарынан төшөп, ерҙә йәшәй башланылар, хатта ҙур ҡалалар эргәһендә шәхси өйҙәр күбәйә. Бөгөн иң тәүҙә төпкөл райондарҙағы башҡорт ерҙәрен һаҡлап ҡалыу тураһында һүҙ йыш күтәрелергә тейеш. Ауылда тыуып-үҫеп, ҡалаға китеп йәшәгәндәрҙең балалары ҡайтырмы икән ауылға? Бына минең ейәндәрем каникул ваҡыттарында, йәйгеһен Сибайға килеп, беҙгә хужалыҡ буйынса ярҙам итәләр, картуф сәсеп-алышалар, мал да көтөшәләр. Бер ейәнебеҙ ике аҙна беҙҙә булып ҡайтып ингәс: "Ял ит, тип әйтәһегеҙ, унда ял юҡ, рабство унда", - ти икән. Әле мәктәптә лә уҡымай, ҡайҙан белә икән рабство һүҙен? Бер яҡтан - көлкө, әммә уйландыра ла.

Аманатҡа хыянат

Хәҙерге интернет, IТ-технологиялар заманында, бәлки, ҡалала йәшәйһеңдер, яратҡан эшең барҙыр, ғаиләң комфортта йәшәйҙер, унда оҡшайҙыр. Ауылда ла шул уҡ мөмкинлектәр бар бит хәҙер. Әйтәйек, ауылдағы яҡының менән бергәләп ниндәйҙер эш башлайым тиһәң, Өфөнән ауылға күсеү мотлаҡ та түгел. Ауыл халҡы, ауылдан сыҡҡан кешеләр (улар араһында бик хәллеләр бар!) Фонд булдырып, тыуған ауылды ниңә үҫтермәҫкә? Ошондай коммуникатив мөхит булһа, аралашыу бергәләп эш ойоштороу мөхитенә әйләнер ине. Хәҙер бит берләшеүҙең төрлө формалары бар. Замандың IT-технологияларын да ауылды һаҡлап алып ҡалыуға егергә була. Ғаилә кәсебе асып, шөғөл табып, берәү етештерә, ҡалала йәшәгәндәре һатыша. Шундай ғаиләләр бар бөгөнгө көндә, мәҫәлән, ҡустыһы ауылда йылҡы тота, ҡымыҙ етештерә, ағаһы ҡалала шул ҡымыҙҙы һатыу яғын ҡайғырта. Шулай бергәләп эшләгәндә ауылды һаҡлап алып ҡалып була. Ауыл ерендәге кеше ҡул көсө менән эшләмәй хәҙер. Техника етештереүсәнлекте күтәрә, бер кеше хәҙерге заманда ун кешене алмаштыра ала. Ауыл ерендә лә етештереүсәнлеге көслө булған иҡтисади структура эшләргә була. Ә инде кооперация төҙөгәндә, етештереүсәнлек күпкә артасаҡ. Шулайтып йәшәргә тырышырға кәрәк. Ҡайһы бер бөткән ауылдарҙың зыяраттарын кәртәләйҙәр, ҡайһы бер бөткән ауылдарҙы яңынан тергеҙгән осраҡтар ҙа бар. Тарҡаулыҡ булмаһа, ауылдарҙы ла, ерҙәрҙе лә һаҡлап алып ҡалырға була. Ниндәй матур урындарҙы ташлап китәләр, ә бит унда ҡасан булһа ла ситтән килеп ултырасаҡтар, аҙаҡ зыяратҡа ла индермәүҙәре ихтимал. Хоҙай биргән ожмахҡа тиң урындар буш ятмаясаҡ, биргәндең файҙаһын күрмәһәк, аңламаһаҡ, ата-бабаларыбыҙ алдында ғәйепле булып сығабыҙ, ейәндәребеҙгә ҡалдыра алмаһаҡ, аманатҡа хыянат итәбеҙ.

Онлайн ҡатнашайыҡ

Йәштәргә өмөтөм бар, миңә хәҙерге йәштәр оҡшай. Үҙебеҙ уҡытҡан йәштәр менән аралашыуҙан сығып әйтәм быны. Йәш туғандарым менән аралашҡанда ла һиҙәм, уларҙа берҙәмлек бар. Ҡасан да булһа аңлаясаҡтар, уларҙың тормошонда икенсе төрлө ҡиммәттәр барлыҡҡа киләсәк, сөнки уның өсөн нигеҙ бар. Улар байлыҡ, милек тип кенә йәшәмәй, тормошто киңерәк аңларға тырышалар. Дуҫлыҡ көслө йәштәр араһында, берҙәмлек һиҙелә. Иҫләйһегеҙҙер, Рәсәйҙең урта райондарында матур тәбиғәтле урындарҙа ауылдар бөткәйне, хәҙер шунда төрлө хәрәкәттәр ойоштороп, ауылдарҙы тергеҙеү бара. Интернет аша ойошалар ҙа, тәбиғәттән айырылмайса, зыян килтермәй, ҡаланың дача формаһындағы ауылдар барлыҡҡа килә. Йәй буйы балалары, ейәндәре менән шунда йәшәйҙәр, өлкәндәре ҡышҡылыҡҡа ла тороп ҡала. Ниндәйҙер йәнләндереү, яңырыу бара. Ә беҙ бәләкәй ерҙәге бәләкәй халыҡ, еребеҙ бигерәк тә ҡәҙерле. Үҙебеҙ ҙә аҙ, еребеҙ ҙә аҙ! Сибайҙан Өфөгә дүрт сәғәттә барып була. Йәштәребеҙ, ана, арауыҡҡа ҡарамай, Салауат Юлаев командаһы артынан ҡалалар буйлап эйәреп йөрөйҙәр, бер кис өсөн араны ла, ваҡытты ла бар тип тә белмәйҙәр. Беҙгә хәҙер офлайн түгел, онлайн ҡатнашып йәшәргә кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әҙеһәм Әғзәм улы менән һөйләшкәндә бер риүәйәт иҫкә төштө: "Мөхәммәт (с.ғ.с.) иртәнге намаҙға килгәнендә тәҙрәнән мәсет эсен күҙәтеп торған шайтан-мәлғүнде күргән. "Тағы кемде Хаҡ юлынан аҙаштырырға йөрөйһөң?" - тип һораған Бәйғәмбәр. Мәсет эсен ҡараһа, унда берәү намаҙ уҡый, икенсеһе йоҡлап ята икән. "Анау йоҡлап ятҡанын аҙҙырыр кәрәк ине, ғилеме күп. Был намаҙ уҡып торғанын аҙҙырһам, ғилемлеһе кире мәсеткә алып килә", - тигән шайтан-мәлғүн". Эйе, ғалимдарыбыҙ барҙа халҡыбыҙ дөрөҫ юлдан тайпылмаҫ.

Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 151

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru