«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРГӘ БУЛАЙЫҠ - БЕРҘӘМ БУЛАЙЫҠ!
+  - 


Бөтөн донъя илдәрендә, хатта ки цивилизациялы кешеләр бик һирәк аяҡ баҫҡан Океания утрауҙарында йәшәгән ярым ҡырағай тиерлек ҡәбиләләрҙә лә байрам көндәре була. Тимәк, байрам итеү - үтә боронғо йола. Был көндө халыҡ эшкә йөрөмәй, ял итә, тәмле аштар әҙерләй, ҡунаҡ саҡырып, ашап-эсеп, йырлап-бейеп күңел аса. Хәҙер бына донъябыҙҙа ниндәй генә байрамдар юҡ - хатта ки уларҙы билдәләр өсөн тотош йылдың көндәре лә етерлек түгел.

Оло Рәсәй илендә шулай уҡ элек-электән байрамдар күп булған ул - донъяуиҙары ла, диниҙәре лә, шәхсиҙәре лә. Әлеге көндө лә етерлек улар, тик байрам итеп кенә өлгөр. Бына, мәҫәлән, 4 ноябрь көнө лә илебеҙҙә ҙур дәүләт байрамы - Халыҡ берҙәмлеге көнө тип аталып, юғары кимәлдә билдәләнә. Ул быйыл 18-се тапҡыр уҙғарыла, күнегеп тә киткәнбеҙ инде. Ә әүәл, совет осоронда, бындай байрам булғанмы-юҡмы, бер кем дә белмәне. Уның урынына беҙ, совет кешеләре, 7 ноябрҙә Бөйөк Октябрь байрамын, шаулап-гөрләп, демонстрацияларға сығып билдәләнек: көҙгө елдәрҙә тулҡын-тулҡын булып елберләгән хисапһыҙ ҡыҙыл флагтар, майҙандарҙа гөж килгән халыҡ колонналары ағымдары әлегә тиклем күҙ алдында торғандай.
Бына тик донъябыҙ һис үҙгәрешһеҙ тормай, яңы заман менән яңы заң да аңыбыҙҙы биләй, яңы хис-кисерештәр уята. Шуғамылыр, инде күптән онотолоп бөткән байрамдар ҙа тергеҙелеп, яңы биҙәктәр менән солғана икән. Баҡтиһәң, заманында бына әле һүҙ барған байрам көнө лә бик иҫтәлекле, Рәсәй дәүләте өсөн мөһим дата булған. Ул бынан 4 быуаттан ашыу элегерәк Рус дәүләте кисергән тарихи ваҡиғалар менән бәйле. Белеүебеҙсә, 1584 йылда батша Иван Грозный вафат булғас, Рәсәй тарихында "Болалы ваҡыт" ("Смутное время") тип нарыҡланған болғаныштар осоро башлана. Власҡа ынтылыусылар араһында ыҙғыш-низағтар, ҡанлы конфликттар бер-бер артлы булып тора, тәхеткә ялған батшалар ултыра. Ахыр сиктә, Мәскәүҙе поляк ғәскәрҙәре баҫып ала. Әммә шул болалы замандың патриотик рухлы кешеләренән Түбәнге Новгородтың земский старостаһы Кузьма Минин һәм кенәз, баш воевода Дмитрий Пожарский заманы өсөн ҙур һәм ҡеүәтле ополчение ғәскәрен ойоштора. Мәскәүҙе дошмандан азат итеү алыштарында, хәрбиҙәрҙән тыш, Рәсәйҙең барса сословиелары, төрлө халыҡтары вәкилдәре, шул иҫәптән, башҡорттар ҙа ҡатнаша. Һөҙөмтәлә 1612 йылдың 4 ноябрендә ополченецтар Мәскәүҙең Ҡытай-ҡала биҫтәһен штурм менән ала, поляк баҫҡынсылары илдән ҡыуыла. Күп тә үтмәй, митрополит Филареттың улы Михаил Романов Земский собор тарафынан Рус дәүләте батшаһы итеп һайлап ҡуйыла.
Ошо даулы осорҙа рус халҡында православие динен ҙурлау, уның мөғжизәле йоғонтоһона ышыныу ныҡ арта, ә ополчениелағы дин әһелдәре Аллаһ Инәһенең Ҡаҙан иконаһын үҙҙәре менән йөрөткән була. Шуға күрә дошмандың еңелеүен ошо мөғжизәле иконаның Рәсәйҙе ҡурсалауы һөҙөмтәһе итеп таныйҙар. 1645 - 1676 йылдарҙа хакимлыҡ иткән батша Алексей Михайловичтың указы менән 4 ноябрҙе мотлаҡ рәүештә Изгеләрҙән изге Аллаһ Инәһен хөрмәтләү көнө сифатында байрам итә башлайҙар. Ә сиркәү календарына ярашлы, ошо көн 1612 йылда Мәскәүҙе һәм Рәсәйҙе поляктарҙан ҡотҡарыу иҫтәлегенә арналған Аллаһ Инәһенең Ҡаҙан иконаһы байрамы тип тә нарыҡлана. 1917 йылдан һуң ошо иҫтәлекле көн 2005 йылға тиклем онотолоп тора.
Тарих тәгәрмәсе туҡтауһыҙ әйләнә, һәм, ҡыҙғанысҡа күрә, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында сәйәси түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Советтар Союзы тарҡалыуға дусар була. Коммунистарҙың "Бөтөн илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!" тигән лозунгыһын инде бары сарказм менән генә ҡабатлайҙар. Сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтар шул тиклем көсөргәнешле булып, ил яңы граждандар һуғышы ҡубыуҙан саҡ-саҡ ҡына ҡотолоп ҡала. Партиялар, ижтимағи хәрәкәттәр, күп һанлы ойошмалар халыҡтарҙы албырғатып, мәғлүмәти ыҙғыштар ойоштороп, һәр ҡайһыһы үҙ ҡараштарын, үҙ тәғлимәтен генә объектив, тип иҫәпләп, дөйөм сәйәси һәм ижтимағи тарҡалышҡа юл ҡуя. Ҡайҙан булһын инде ул йылдарҙа берҙәмлек - халыҡ аңын көрсөклө осорҙа нисек итеп етешерәк көн итеү, аҡса-мал табыу кеүек уй-кисерештәр биләй. Күптәр үҙ мөхитенән ары китмәй, йомолоп йәшәй - "башҡалар ҡайғыһы төштән кире" принцибы өҫтөнлөк ала. Фән телендә быны ижтимағи һәм шәхси атомлашыу тип нарыҡлайҙар.
Тап шул саҡта Рәсәй политтехнологтары инде күптән онотолған иҫтәлекле 4 ноябрь көнөн иҫкә төшөрә. Әлбиттә, уны күп конфессиялы илдә элеккесә православие байрамы сифатында билдәләү һис дөрөҫ булмаҫ ине. Әммә был көндөң заманында берләшкән Рәсәй халҡының дошмандарын еңеү көнө итеп байрам ителгәне мөһимерәк булғас, ул яңыртылып, Халыҡ берҙәмлеге көнө исеме аҫтында тергеҙелә.
Большевиктар кеүек, хеҙмәтсәндәрҙе берләшергә саҡырып, йәиһә күркәм байрамдар ойоштороп ҡына дөйөм халыҡ берҙәмлегенә өлгәшеп булмай. Ысын берҙәмлек - ижтимағи-сәйәси, хатта рухи феномен, ул билдәле бер мөхиттә, билдәле бер шарттарҙа объектив тарих күренеше булараҡ формалаша. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, халыҡ берҙәмлеге яу-дауҙар ҙа, сәйәси тетрәнеүҙәр ҙә, ил-дәүләт мөстәҡиллегенә оло хәүеф янағанда тыуа. Уның өсөн тағы ла бер шарт булыуы зарур - халыҡ массалары аңын һәм күңелен тулыһынса биләп алырҙай идея булыуы. Әлеге ваҡытта беҙ уны милли идея, тип тә атайбыҙ.
Ҡоро һүҙ булмаһын тиһәк, илебеҙҙең сағыштырмаса яҡын тарихынан миҫал килтерәйек. Ҡан ҡойошло граждандар һуғышынан, аслыҡ-емереклектәрҙән һуң Рәсәйҙең коммунистик етәкселеге элекке батша власы ирекле тормоштан, үҙаллы үҫештән мәхрүм иткән күп милләтле халыҡтарға, ул нисек кенә сикләнгән булмаһын, үҙбилдәләнеш хоҡуғын бирә. Ә киләсәктә коммунистик йәмғи-әт тип нарыҡланған яңы тормош төҙөү идеяһы ысынбарлыҡта халыҡ күңеленә хуш килә, һәм күп тиҫтә йылдар дауамында ябай хеҙмәтсәндәр, йәшәйеш ни тиклем ауыр булмаһын, ошо яҡты һәм гүзәл киләсәк хаҡына ихлас фиҙаҡәрлек өлгөләрен күрһәтә. Ә 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР халыҡтары берҙәмлеге яуыз дошманды еңә алыу өсөн төп шарттарҙың береһе булыуын бер кем дә инҡар итмәй.

ШУЛАЙ ИТЕП...
XXI быуат баштарында бөтөн донъя кимәлендә, шул уҡ Европа илдәрендә лә, яңы глобалләшеү термины аҫтында илдәр, дәүләттәр берҙәмлеге идеяһы алға һөрөлә ине. Ҡыҙғаныс, ике тиҫтә йыл эсендә ошо глобаль идеяһы, ташҡа бәрелеп ярылған көҙгөләй, селпәрәмә килде. Күрәһең, әлегә дөйөм кешелек берҙәмлеге ғәмәлгә ашырылыуы мөмкин булмаған бер хыял кеүек кенә күҙаллана. Тик шуныһы: берҙәмлек хисе, башҡа халыҡтар менән теләктәшлек, диненә, теленә, милләтенә ҡарамай, изгелек үә яҡшылыҡ ҡылыу рухыбыҙҙың ныҡлы нигеҙе булып ҡалһын, тип йәшәү фарыз беҙгә. Ошо изге ниәттәребеҙҙән ваз кисмәһәк үә өмөттәребеҙҙе өҙмәһәк ине, йәмәғәт.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 103

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru