«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН ЙӘШТӘРЕ АСМЫ, ӘЛЛӘ АШАРҒА БЕШЕРЕРГӘ ЯРАТМАЙМЫ?
+  - 

Росстат саң ҡаға: Рәсәйҙә йәш ғаиләләр аҙыраҡ ашай башлаған. 2022 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы, алдағы йыл менән сағыштырғанда аҙыҡ-түлектең бөтөн төрҙәрен ҡулланыу 22 процентҡа тиклем кәмегән. Йә хәҙерге йәштәрҙең ашар өсөн аҡсаһы юҡ, йә улар магазиндан аҙыҡ-түлек түгел, ә әҙер ризыҡ һатып ала - эксперттар бының сәбәбен үҙенсә фаразлай.

Шуныһы ҡыҙыҡ, 2022 йылда халыҡтың ошо категорияһы ғына ризыҡты аҙыраҡ һатып ала башлаған. Ошо уҡ ваҡыт арауығын ҡарағанда, күп балалы ғаиләләр аҙыҡ һатып алыуға күберәк аҡса тотонған, эш-ләмәгән пенсионерҙар ҙа, инвалидтар ҙа ашауҙы төрләндереүҙән баш тартмаған. Эйе, был төр-көмдәрҙә емеш-еләк, шулай уҡ картуф, һөт ҡулланыу кәмегән, әммә башҡа төрҙәр буйынса үҙгәрештәр юҡ тиерлек. Ә йәш ғаиләләрҙә һөт һәм һөт ризыҡтарын ҡулланыу - 22, емеш-еләк, үҫемлек майҙары, башҡа майҙар 19 процентҡа кәмегән. Улар балыҡты аҙыраҡ ашай башлаған (17 процент), шәкәр һәм кондитер изделиелары ла кәмегән, хатта йомортҡа менән икмәк тә 15 процентҡа тиклем түбәнәйгән. Туҡланыуҙың ҡиммәтенә килгәндә, йәш ғаиләләрҙең рационы углеводтарға һәм майҙарға наҡыҫланған, ә бына аҡһым кимәле әллә ни үҙгәрмәгән. Белгестәр әйтеүенсә, 2020 йылдағы пандемия осоронда ла халыҡтың туҡланыуында бындай бер төрлөлөк һәм ярлылыҡ күҙәтелмә-гән. Шулайтмаһа ярар ине, улар ни һанар инде, тигән шигегеҙҙе белдерергә ашыҡмағыҙ. Росстаттың был тикшереүҙәрендә 48,8 мең респондент ҡатнашҡан, улар ике аҙна буйына тотонған бөтөн аҡсаһын теүәл генә итеп яҙып барған. Әйткәндәй, унда, бәлки, кемгәлер ауылдан аҙна һайын килеп торған картуф, һөт-иттәр ҙә теркәлгән, улар ҙа дөйөм аҙыҡ-түлек иҫәбенә инеп киткән. Шулай уҡ ғаилә әҙер ризыҡ һатып ала һәм унда, мәҫәлән, ит өҫтөнлөк итә икән, уны ит графаһына яҙғандар. Ә бына ашханала, кафела, ресторанда туҡланыу бер нисек тә иҫәпләнмәгән.
Ярай, ә аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы кәметкәс, күпме аҡсалары үҙҙәренә ҡалды инде, тигән һорау тыуыр. Дөйөм ҡарағанда, башҡа сығымдар араһында ризыҡҡа тигән графалағы сумма иң кәме, шулай ҙа ул алдағы йыл менән сағыштырғанда артып, 29,3 процентҡа еткән. Сама менән әйткәндә, айына бер кеше 7,76 мең һумға ашай, был хатта 2021 йыл менән сағыштырғанда 80 һумға күберәк тә икән. Ошо 7 меңдең 2,5 меңе - иткә, 1,3 меңе - һөткә, 1,1 меңе икмәккә тотонолған. 2022 йылда Рәсәйҙә дөйөм инфляция 11,9 процент булған, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек 9,8 процентҡа ҡиммәтләнгән: ит - 6,5, балыҡ - 14,4, һөт ризыҡтары 12,8 процент. Тимәк, бында бер ниндәй ҙә аҡса экономлау тураһында һүҙ ҙә юҡ. "Йәш ғаилә" тигәндә статистик хеҙмәт ир һәм ҡатындың 35 йәштән үтмәгән булыуын күҙ уңында тота. Бәлки, эш башы ошо һандарҙалыр? Әйләнә-тирәгеҙҙәге ошо йәштәге туғандарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы барлап ҡарағыҙ әле. Йәки эшкә килешләй-ҡайтышлай иғтибарлыраҡ булығыҙ, һәр икенсе йәш кешенең ҡулында шаурма кеүек ризыҡ. Уларҙа даими рәүештә төрлө инфекциялар табылып тора, кешеләр күпләп ағыулана, әммә һатып алыусылары кәмемәй, киреһенсә, көн үҙәгендә сират йыйылып китә. Хәҙер был ризыҡты әҙерләүсе киоскыларҙы уҡыу йорттары, шулай уҡ студенттар йәшәгән ятаҡтар янында махсус рәүештә урынлаштыралар, ахыры.
Ошо йәштәге балалары ҡайтһа, әсәләре нимә бешерергә белмәй тора. Һыйыр, йылҡы ите, тултырма ашамайҙар, организм өсөн бик кәрәкле булған эсәк-ҡарын, ҡойҡа тураһында һүҙ ҙә юҡ, ундайҙарҙың еҫтәрен дә яратмайҙар. Ауыл һөтөнән, ҡаймағынан һыйыр еҫе сыға, тиҙәр. Һыйырҙан һауып алынғас, сығалыр ҙа инде, химиянан яһалғанынан нимә тәме сыҡҡанын белеп кенә бөтмәйбеҙ. Ҡыҙҙырылған тауыҡ, шешлек, колбаса кеүектән тамаҡтары туйып, күңелдәре була инде. Элекке кеүек, ауылға ҡайтып, ата-әсәһенә ярҙамлашып йөрөгән балалар ҙа һирәк хәҙер. Ер емереп эшләһәләр, ашауға ла барымдары булыр ине. Таныш бер апай Өфөгә килеп, урам һепереүсе булып эш башлағайны. Бешереп тә тормайҙар, сүплеккә сығарып ташлайҙар һәйбәт ит киҫәктәрен, тип иҫе китә. Ауылдан көсләп-көсләп тейәп ебәрелгән иттәрҙер инде ул. Элек кенә ул, ит ашамау - ярлылыҡты, етешһеҙлекте күрһәтә ине. Хәҙер ит бешереп ашаусылар, йәштәр күҙлегенән, донъянан, модалы тенденцияларҙан артта ҡалыусы, сәләмәтлеген ҡайғыртмаусы булып иҫәпләнәлер, күрәһең. Углеводлы, майлы ризыҡтан баш тартыу ошоно ла күрһәтеп тора бит. Әммә белгестәр әйтеүенсә, хайуан майҙарын ашамау мускулдарҙың һығылмалылығын юғалтып, һәленеп төшөүенә, иммунитет түбәнәйеүенә килтерә. Бигерәк тә үҫеүсе, йәш организм өсөн зыянлы бындай диеталар.

Шулай итеп...
Тимәк, Росстаттың, йәш ғаиләләрҙең ашар өсөн аҡсаһы юҡ, тигәне өлөшләтә генә хаҡ. Ысынлап та, бөгөнгө ҡулланыусыларҙың бер төркөмө туҡланыуына аҡсаһын экономияларға мәжбүрҙер, хаҡтарҙың көн һайын артып тороуы рациондың ярлыланыуына килтереүе раҫ. Шулай ҙа ҙур ҡалаларҙа бөтөнләй икенсе трендтар барлыҡҡа килеүенә лә күҙ йома алмайбыҙ: хәҙерге йәш ғаиләләр йә кафе-ресторандарҙа туҡлана, сөнки ашарға бешерергә яратмай, бешерә лә белмәй. Заман менән ҡулланыусының "йөҙө" лә үҙгәрә, улар әҙер ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә.

Ләйсән ДАЯНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru