«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮПСЕЛЕК ПАЛЕСТИНАНЫ ЯҠЛАЙ
+  - 

Был донъяла ниҙәр бар? Шул һаман да йөрәкте өйкәп торған һуғыш һәм уның касафаттары. Тегендә лә, бында ла ҡан ҡойош дауам итә, ҡорбандар һаны арта бара, әммә солох, килешеү саралары, утты туҡтатыу хаҡында бер генә саҡырыу ҙа, өндәмә лә юҡ.

Дөрөҫ, Палестинаны яҡлап урамдарға сыҡҡан протест акциялары, митингылар тулҡыны бөтөн Европаны тип әйтерлек солғап алды. Берлиндың мигранттар йәшәгән райондарында Израилгә ҡаршы ысын мәғәнәлә ихтилал ҡупты. Берлиндағы Синагога менән йәһүд мәҙәни үҙәгенә һөжүм итеп, Палестина яҡлы активистар бина тәҙрәләренә "Молотов шыйыҡсаһы", фейерверктар ырғыта; Мадрид, Рим, Гаага, Афина, Стамбул урамдарынан Палестина флагтары, плакаттар тотоп үтәләр. Палестина яҡлылар колоннаһы шулай уҡ "Израилгә санкция иғлан итергә!" тигән лозунг менән Вашингтон урамдарынан Аҡ йортҡа тиклем килеп етте. "Газа секторындағы һуйышты туҡтатырға!" тигән талап менән бихисап демонстранттар Варшава урамдарынан да үтте.
28 октябрҙә Стамбулда булып үткән протест митингыһына миллион ярымлап халыҡ сыҡты. Унда Төркиә президенты Реджеп Эрдоган ҡатнашты һәм сығышында: "Беҙ Израилде хәрби енәйәтсе тип иғлан итәбеҙ", - тип белдерҙе һәм Газаға һөжүмде кисекмәҫтән туҡтатыуҙы талап итте. Ул БМО Генераль Ассамблеяһы тарафынан ғәрәп илдәре тәҡдим иткән Палестина-Израиль конфликтын көйләү буйынса ҡабул ителгән резолюцияны хупланы һәм уны "ыңғай аҙым" тип атаны. Әйткәндәй, резолюция 120 ил, шул иҫәптән, Рәсәй, Ҡытай, Төркиә, Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа ил вәкилдәре тарафынан хупланды, 45 ил икеләнеү белдерһә, 14 ил: Израиль, АҠШ, Австрия, Хорватия, Чехия, Гватемала, Венгрия һәм башҡа бер нисә бәләкәй ил ҡаршы сыҡты. БМО-ның Генераль секретары Антониу Гуттериш был документты раҫлап, "Палестина халҡы 56 йыл буйына быуылып, оккупацияла йәшәне",- тигән "мисәте" менән нығытып ҡуйҙы.
Әммә ғәҙел талап ҡуйған был резолюцияға тауыш биргән мәлдәрҙә Израиль оятһыҙ рәүештә Газа секторына пехота һәм бронетехникаһын һөсләтеп, туҡтауһыҙ көслө ут асты һәм был уның күпселек ихтыярына "яуап һүҙе" булды, ахырыһы. Эйе, йыш ҡына көсһөҙҙәр "үҙ көстәрен" шулай ҙа күрһәтә икән. Ҡайһы бер күҙәтеүселәр әйтмешләй, Израиль өлкән ағаһы АҠШ менән әҙселектә ҡалды. Эреле-ваҡлы илдәрҙә һуғыш ҡотҡоһо алып барыусы АҠШ үҙ йортондағы хәлдәр менән хәбәрҙар булып өлгөрәме икән әле һуң? Юғиһә бит, вәкилдәр палатаһының яңы спикеры Майк Джонсон Украина хәрби көстәренең контрһөжүмен туҡтатыуы ла ихтимал, имеш! Был хаҡта South China Morning Post баҫмаһы яҙып сыҡты: "Джонсон Киевҡа ярҙам ебәреүҙе дауам итеүгә ҡаршы сығыш яһай, ә республикандар тарафынан контроллек ителеүсе вәкилдәр палатаһы Израиль менән Украинаға ярҙам итеү тураһында АҠШ президенты Джо Байдендың талабын бер заман үтәүҙән баш тартыуы ла ихтимал". Майк Джонсондың: "Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән санкцияларҙың һөҙөмтәлелеге юҡ, ул бары Рәсәйҙең иҡтисади үҫешен тиҙләтә генә", - тигән "ҡанатлы" һүҙҙәре лә Байден ҡарттың бәлтерәгән аңына барып етә алмай, ахыры...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 191

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru