«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

Халыҡтарҙың бөйөк күсеше эпохаһы (IV-V б.б.)

370 йылдар тирәһендә гундарҙың һәм усундәрҙең берләштерелгән көстәре Волга аша сыға һәм көнбайыш йүнәлешендә әүҙем хәрби хәрәкәттәр башлай. Был поход башында Көньяҡ Урал һәм Түбәнге Волга далаларында барса сәйәси ситуацияны контролдә тотҡан Кангюй дәүләте торғандыр, тип фараз итергә була. Беҙҙең эраның тәүге быуаттарында Кангюйҙа көнсығыш сығышлы юечжиларҙың әйҙәүсе этник төркөм булыуы хаҡында уҡыусыға билдәле инде. Гундарҙың көнбайыш походтарында Көньяҡ Урал ҡәбиләләре әүҙем ҡатнаша, һәм был мәғәнәлә гун атамаһы йыйылма исем булып тора. Гундар Төньяҡ Кавказ, Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы ерҙәрен бик еңел генә яулап ала, шунан һуң улар Рим империяһы сиктәренә бәреп инә. Эске ҡапма-ҡаршылыҡтары арҡаһында көсһөҙләнгән Рим ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, был уның тарҡалыуына килтерә. Тиҙҙән үҙәге Паннонияла булған гун державаһы барлыҡҡа килә, әммә ул оҙаҡ йәшәмәй һәм Аттиланың үлеменән һуң юҡҡа сыға (453 йыл).
Замандаштары көнбайыш гундарҙың ғәҙәттәре хаҡында үтә ҡыҙыҡлы яҙмалар ҡалдырған. Мәҫәлән, Рим тарихсыһы Аммиан Марцелин гундар тураһында "...уларҙан бер кем дә иген үҫтереү менән шөғөлләнмәй һәм бер ваҡытта ла һуҡаға тотонмай. Уларҙың барыһы ла, аныҡ йәшәгән урыны ла, йорт-усағы ла, ҡанундары ла, тотороҡло йәшәү рәүеше лә булмағас, мәңгелек ҡасҡындар кеүек, ғүмере буйына йәшәгән тирмәләре (кибиткалары) менән төрлө урындар буйлап күсеп йөрөй. Уларҙың ҡатындары шунда меҫкен генә кейем-һалымын туҡый, ирҙәре менән йоҡлай, балаларын таба һәм балиғ булғансы ашата. Тыуған илдәренең ҡайҙа булыуы хаҡындағы һорауға уларҙың береһе лә яуап бирә алмай: бер урында яралған, унан йыраҡта тыуған, тағы ла алыҫыраҡ ерҙәрҙә үҫкән... Улар етендән туҡылған йә иһә урман сысҡандары тиреһенән тегелгән кейем кейә: уларҙың эш һәм күңел асыу өсөн тегелгән кейемдәре араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ", - тип яҙып ҡалдырған. Был һүҙҙәрҙең европаса белем алған һәм фекерләү рәүеше лә европаса булған кеше тарафынан яҙылыуын иҫәпкә алырға кәрәк, һәм дошмандарының күп нәмәләре уның өсөн сәйер булып күренгән. Артабан ул бына ниҙәр яҙа: "Һөжүм итеү хәүефе янағанда алышҡа шынаға оҡшаш строй менән, вәхши тауыштар сығарып ташланалар. Иҫ киткес йылғыр булғанға улар ҡай сағында көтөлмәгәндә һәм юрамал төрлө яҡҡа һибелеп китә һәм төҙөк булмаған төркөмдәре менән киң арауыҡта үлем сәсеп йөрөй; ғәҙәтттән тыш тиҙ хәрәкәт итеүҙәре арҡаһында уларҙың стена артына баҫып кереүҙәрен йә иһә дошмандары лагерын талауҙарын күреп өлгөрөргә мөмкин булмай. Улар, йыраҡтан тороп, осло башы урынына шаҡ ҡатырлыҡ оҫталыҡ менән осло һөйәктәр беркетелгән һөңгөләрҙе ырғытып алыша, ә ҡул һуғышында, уңды-һулды ҡарамай, ҡылыс менән сабыша, хәнйәр менән сәнсеүҙән тайшанып ҡалып, дошмандары өҫтөнә ныҡ итеп үрелгән арҡандарын ырғыта, ат өҫтөндә ултырырға ирек бирмәү һәм йәйәү ҡасып китә алмаһындар өсөн дошманының ағзаларын сырматып ала, шуға күрә уларҙы иң ғәйрәтле яугирҙар тип атап була".
Ишембай районындағы Салих ҡурғандары Көньяҡ Уралда IV-V быуаттар эпохаһын бөтөн тулылығында сағылдыра. Улар ваҡ соҡорҙар өҫтөнән 10 - 35 см бейеклегендә диаметры 5 метрҙан 12 метрға тиклемге бейек булмаған ер өйөмдәренән хасил булған. Күп кенә ҡәберҙәрҙең боронғо ер өҫтө кимәлендә таштар менән уратып алыныуы иғтибарға лайыҡ. Ҡәберҙәрҙең күбеһе ябай формалы, һайҙар, әммә улар араһында оҙонса стенаһының береһе буйында киртләстәре (баҫҡыстары) булғандары ла осрай. Был баҫҡыстар ҡәберҙе ябыу өсөн түшәлгән ағас ярҡалар өсөн эшләнгән. Бер осраҡта мәйетте ҡәберҙең оҙон стенаһы буйында соҡоп эшләнгән ләхеткә ерләгәндәр. Ҡәбеҙәрҙә таҡта ҡалдыҡтары табылыуы мәйеттәрҙең, моғайын, табуттарға һалыныуын күрһәтә. Башлыса, улар төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә ерләнгән. Уларға итле ризыҡ өсөн һарыҡ түшкәһе өлөштәрен һалғандар. Ҡәберлектәргә боронғо осорҙарҙа уҡ кеше ҡулы тейгәнлектән материал бик аҙ һаҡланған. Табылдыҡтар араһында IV - VI быуаттар башына ҡараған бронза таралғылар (ҡаптырма) һәм бил ҡайыштары биҙәүестәре, ҡош (өйрәк) һындары, һөйәктән яһалған уҡ башаҡтары, беләҙектәр бар.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 86

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru