«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЙЫЛ ДА ЭРЕ КАРТУФ АШАП БУЛМАЙ ИНДЕ!
+  - 


Яҙ башланып, картуф сәсер мәл еткәс, ошо хәлде иҫкә төшөрөп, көлөмһөрәп ҡуям. Сөнки һөйләй торған һүҙ тап ошо картуфҡа бәйле. Шуны ла әйтеп үтеп китергә кәрәктер. Беҙ йыл әйләнәһенә тигәндәй картуфты йә кәртүк, йә бәрәңге тип йөрөй-йөрөйбөҙ ҙә, шуны сәсер мәл етһә, нишләптер, картуфты сименә тибеҙ. Нишләптер орлоҡ тип әйтмәйбеҙ. Билдәле инде, сименә һүҙе беҙҙең һөйләшеү теленә урыҫтың семенаһынан килеп ингән. "Күрше, картуф баҡсаһының мөйөшөнә әҙ генә сименә етмәне лә ҡуйҙы, берәй биҙрә сименәң артып ҡалманымы", - тип йә беҙ күршегә, йә, киреһенсә, ул беҙгә инер инек заманында. Сименә артып ҡалһа, әлбиттә, уны тоттороп сығарабыҙ. Булмаһа, хәл юҡ инде, тип кире бормайбыҙ. "Арғы урамда йәшәгән фәлән-фәлән кеше, сименәм артып ҡалды, тип һөйләнеп торғайны, шуға бара һал", - тип ярҙам итергә ашҡынып торабыҙ. Ауылда борон-борондан кеше бер-береһенә шулай ярҙамсыл булды.
Сименә лә сименә, тип, мин һеҙҙе бушҡа "сименәләп" тормайым. Сөнки һөйләйәсәк хәл урыҫ теленә бәйле. Һәм шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәләнең һәр кемебеҙгә бүлеп биргән өс төрлө холҡона бәйле. Тәүгеләрен мин "йырыҡ ауыҙҙар" тип атар инем. Бына улар, Аллаға шөкөр, шаяртыуҙы аңлай. Ундайҙар менән күпкә рәхәт. Улар менән, исмаһам, бер туйғансы көлөшөп-шаярып алаһың. Ярай әле йырыҡ ауыҙҙар күп был донъяла, тип уйлап ҡуям мин ҡайһы саҡ. Икенсе төркөм - шартлы рәүештә "ҡымтым ирендәр". Бына былар шаяртыуҙы аңламай. Уларҙың, халыҡ әйтмешләй, кәзәһе эргәһендә генә тора. Һин шаярттың - уның кәзәһе төкөнө. Һәм вәссәләм. Был кеше үсегә лә ҡуя. Бындайҙар менән, әлбиттә, шаярып-көлөшөп булмай. Улар менән ауыҙҙы самалап-үлсәп кенә асырға тура килә. Шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә өсөнсө төр кешеләрҙе лә яратҡан. Шартлы рәүештә мин уларҙы "көлмәҫйәндәр" тип атап ҡуйҙым әле. Бына былары бик һирәк. Әммә улар бар. Ундайҙар һирәк-һаяҡ миңә лә осрап тора. Аптырарһың, көлмәҫйәндәр шаяртыуҙы бөтөнләйе менән аңламай. Эйе-эйе, бөтөнләйе менән аңламай. Һәр әйткән һүҙеңде ысынға ала улар. Ниңә әйттем, ниңә шаярттым, тигән көнгә төшәһең ундайҙар менән. Күптәргә, моғайын, ундай "көлмәҫ-йылмаймаҫ" кешеләр менән осрашырға насип иткәндер. Бына ошо өс төр кешеләрҙе тулыһынса аңлау өсөн бер хәлде һөйләп үтәйем әле. Туҡта әле, нишләп сименә алып ҡайтып барған ауыр биҙрәне тотоп торам ул. Уны ергә ҡуйып тороп тәмләп тороп һөйләйем әле.
Урамда бер танышты осраттым. Күптән күргән юҡ ине уны. Йәтеш булды осрауы. Бер шаяртып-көлөп алайым әле үҙенән. Көлөргә сәбәбе лә бар - бик килешле генә яңы кейем кейеп алған! Былай кейеме буйтым килешә үҙенә. Әйткәндәй, элек беҙ яңы кейем кейгән кешене, кейемең ҡотло булһын, тип, нишләптер семтеп ала торғайныҡ. Нишләп улайтҡанбыҙҙыр инде, белмәйем. Былай бик ихлас ҡыуана торғайныҡ. Бына әле лә мин уны яңы кейеме менән ҡотлап бер булам. Әммә элекке һымаҡ семтеп ҡотламайым. Тел менән йыуам тегене.
- Һай-һай, буй-һыныңа ҡалай килешеп тора. Әйтерһең дә, һиңә тип кенә теккәндәр. Сосрап-мосрап торған урыны ла юҡ. Ялбырап-малбырап та торған ере күренмәй. Ситсамы? Ситса шул. Ситса икәне әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Төҫөн әйтсе әле, төҫөн... (Шулай тип телде шартлатып алам). Бигерәк матур, бигерәк килешә. Ҡара әле, ҡыҙыл төҫ (ысынында иһә кейем ҡара күк төҫтә) һинең ҡыҫыҡ-мыҫыҡ күҙҙәреңде бер аҙ асып ебәргән һымаҡ икән дәбаһа! (Бына быныһы бер аҙ артығырыҡ булды, буғай, әммә шаярыуҙы аңлаған кеше аңлап ҡабул итә уны). Кейем кешене йәшәртә лә ебәрә шул. Ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк, тип бушҡа әйтмәйҙәр шул. Бына һиңә кем алтмыш йәш бирһен инде, кем бирһен... (Ә уға ни бары ҡырҡ ҡына йәш!) Был кейемдә һине хатта танымай ҙа торҙом әле. Кем килә икән салыш-солош баҫып киң урамды тар итеп, тип аптырап торҙом әле бер килке. Бик матур булған кейемең, бик матур... Йылы тәнеңдә кейеп туҙҙырырға насип итһен. Иҫкерҙе йә бысранды тип ташлап ҡуйма, хаҡына ҡарамай үҙем алырмын...
Минең ошолай "маҡтап-ҡыуанып" торғандың бушҡа түгеллеген һиҙә танышым. Ауыҙ сите менән генә көлөмһөрәп торһа ла уның башында төрлө уйҙар ҡайнай. Ҡайһы яҡтан һәм нисек төрттөрөр икән был, тип уйлай ул. Әйткәндәй, һеҙ ҙә был турала уйлап ултыраһығыҙҙыр әле. Һәм ул мәл килеп етә. Мин уға эйелә төшәм һәм үтенесле тауыш менән төп һорауҙы бирәм.
- Бындай матур кейемдең ирҙәр кейә торғаны буламы икән?
Бер килке тын алмай торабыҙ ҙа... рәхәтләнеп көлөп ебәрәбеҙ. Минең шаяртыуҙы аңлаған таныш бер аҙға тынып тора ла ҡыуаныслы тауыш менән ҡысҡыра биреп яуап бирә.
- Була!
Һәм беҙ тағы рәхәтләнеп көлөп ебәрәбеҙ.
- Әммә һатыуға бик һирәк сығарыла!
Тағы бер килке көлөшөп алабыҙ.
Шул арала ул миңә төрттөрөп алырға ла онотмай.
- Мин алғанда ҡатын-ҡыҙҙар күп түгел ине. Хәҙер барһаң, өлгөрәһең.
Ошолай көлөшә-көлөшә бер аҙ торғас, һәр кем үҙ юлын дауам итә. Бына шулай күңелле ул шаяртыуҙы аңлаған кеше менән. Уға ла күңелле, миңә лә күңелле, тигәндәй. Аҙаҡ һөйләгән кешегә лә күңелле. Бына, моғайын, әлеге мәлдә һеҙгә лә күңеллелер. Әллә күңелле түгелме? Күңелле лә инде!
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе төр кешеләренә бигүк күңелле түгел икән шул. Ундайҙар менән хәл бөтөнләй икенсе. Бына ошондай ҡымтым ирендәрҙең береһе миңә ошолай "шаяртыуҙан" һуң оҙаҡ текләп торҙо ла үпкәсел тауыш менән әйтеп ҡуйҙы.
- Кемдән-кемдән, ә бына һинән көтмәгәйнем бындай мыҫҡылды!
Һәм ҡырҡа боролоп китеп тә барҙы. Ҡараһам, уның артынан бер тотам ҡалмай тыҡылдата баҫып кәзәһе лә китеп бара. Нишләп ваҡытында ул кәзәне мин күрмәнем икән, нишләп күрмәнем икән? Күрһәм, былай шаяртмаҫ инем. Әммә хәҙер эш үткән, әйтер һүҙ әйтелгән. Уның артынан мин бер аҙ, шаярттым бит шаярттым, тип мыңғырлап барған булдым. Әммә ул минең был һүҙҙәремә ҡолаҡ та һалып торманы. Ҡулдарын һелтәй-һелтәй урам буйлап тыҡылдата баҫып китеп тә барҙы. Шул кәрәк миңә, тип ҡулды ҡулға ышҡып-ыуаланып тороп ҡалдым мин. Бына хәҙер миңә лә күңелһеҙ, уға ла күңелһеҙ, тигәндәй. Ә шулай ҙа кемгәлер күңелле, буғай. Ана бит, гәзит уҡыусылыр араһынан кемдер көлөп ултыра! Әллә минең ҡолаҡҡа ғына ишетелде микән уның көлөүе?
Ә бына өсөнсө төр кешеләр менән эш күпкә ҡатмарлы. Көлмәҫйәндәр, алдан әйткәнемсә, шаяртыуҙы бөтөнләйе менән аңламай. Улар әйткән һәр һүҙеңдең барыһын да ысынға ала ла ҡуя. Бына әлеге шаяртыу менән мин тап шундайҙарҙың береһенә эләктем. Алдан матур итеп "маҡтаным-маҡтаным"да аҙаҡ "Бындай матур кейемдең ирҙәр кейә торғаны буламы икән?" тип әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән көлөп тә ебәрҙем. Иҫ китмәле, мин көләм, ә миңә ҡушылып көлөүсе юҡ. Аптырамалы хәл, ошондай һын ҡатҡыс көлдөрөүгә лә көлмәҫ кеше булыр икән был донъяла. Юҡ, көлмәй бит теге көлмәҫйән. Ҡая таш һымаҡ упайып ҡарап тик тора. Аптырағас, мин көлөүҙән туҡтайым да ни эшләргә белмәй тамаҡты ҡырып ҡуям. Әйткәндәй, ә һеҙ нимәгә көләгеҙ ул? Көлмәгеҙ әле. Көлөрбөҙ әле аҙаҡ. Бына шулай. Беҙҙең дөйөм көлөү туҡтағас, теге көлмәҫйән ошолай тей.
- Был кейем ирҙәрҙеке.
Ә йөҙө үҙенең шундай тыныс. Аптырамалы инде.
- Шулаймы ней? (Был һүҙҙәр ирекһеҙҙән үҙҙәренән үҙҙәре килеп сыға).
Бына һиңә мә! Был кейем ирҙәрҙеке икән дәбаһа! Мине тағы көлкө баҫа. Һеҙҙе лә баҫамы? Баҫа шул! Шулай ҙа көлмәҫкә тырышыр кәрәк. Сөнки көлмәҫйәндең күҙҙәре миңә шундай аяныс ҡараш менән ҡарай. Йәнәһе лә, мин ирҙәр кейемен ҡатын-ҡыҙҙар кейеменән айыра алмай торам! Шуға ул мине йәлләй. Берәү әйтмешләй, ғибрәт инде.
- Бына этикеткаһына ҡара әле. Унда мужской тип яҙылған.
- Шулаймы ней?
Мин аптырап-албырғанып торған арала ул кейемен сисә (йыбанмауын әйтсе әле) һәм ундағы яҙыуҙы миңә күрһәтә. Күрһәтмәһә лә була инде. Ирҙәр кейеменә, мужской, тип яҙыла инде. Ә мин һаман шаяртыуымды дауам итәм. Дөрөҫөрәге, дауам итергә маташам.
- Яңылыш яҙғандарҙыр әле.
Әммә минең был шаяртыу бушлыҡҡа оса. Сөнки уның дәлил көслө.
- Ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең тегелеше бөтөнләй башҡа була.
- Шулаймы ни? (Минең шулай тип әйтеүҙән башҡа һүҙем дә юҡ шул).
Һәм мине тағы көлкө баҫа. Ә ул, иҫ китмәле, тып-тыныс тауыш менән миңә ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейеме тегелеше нескәлектәрен аңлата башлай. Бына был ере былай була, теге ере тегеләй була, ә бына был урыны, киреһенсә, бөтөнләй булмай һәм башҡаһы. Исмаһам, бер йылмайһасы! Иҫ китмәле инде.
- Һәм был кейемдең төҫө ҡара күк!
- Шулаймы ней? (Тағы нимә тип әйтәһең инде).
- Һәм миңә алтмыш йәш түгел!
- Шулаймы ней? (Бына ошо урында һеҙ нимә тип әйтер инегеҙ икән).
- Һәм мин салыш-солош түгел, ә тура атлап йөрөйөм!
- Шулаймы ней! (Мин "салыш-солош"то әле әйттем, әле оноттом).
Көлмәҫйән миңә ихлас аңлата. Ә мине көлкө баҫа. Ҡысҡырып көлһәң, уңайһыҙ. Шуға тегеләй итеп ҡарайым, былай итеп ҡарайым. Тамаҡты ҡырып ҡарайым. Сәсте һыйпаған булам. Танау осон бер килке тызып ҡарайым. Юҡ, көлкө килә инде. Көлмәҫйән миңә бер килке тынһыҙ текләп тора һәм тәрән итеп көрһөнөп ҡуя. Шунан уң ҡулын минең яурынға һала.
- Һиңә оҙаҡҡа һуҙмай ошо арала ғына күҙ табибына күренер кәрәк!
- Шулаймы ней?
- Әйләнгән һайын, шулаймы ней, тип тороуың да борсоуға һала мине.
- Шулаймы ней?
Көлмәҫйән тамам аптырай төшә. Хәҙер уның бар уйы - мине нисек тә ҡотҡарыу. Сөнки мин ауырыйым. Мине ваҡытында дауалау кәрәк.
- Миңә осрауың хәйерле булды әле. Ауырыуың көсәймәҫ борон һиңә мотлаҡ табипҡа күренер кәрәк.
Эйе шул, шулай шул, тип ыңғайына һыпырып торорға була бит инде. Юҡ инде, көлкө килә лә китә. Ул арала көлмәҫйән миңә ҡарап уфтанып ҡуя.
- Күҙең йүнләп күрмәй, хәтерең насарайған, килделе-милделе хәбәр һөйләйһең, буш-барға ихахай ҙа михахай! Хатта минең нисә йәштә икәнде лә онотҡанһың бит.
Һәм миңә ҡарап күңелһеҙ һығымта яһап ҡуя.
- Көлөүең төптән дөмбөрләп килә, әйтерһең дә, һин үҙең түгел, ә эстән кемдер көлә. Хәйерлегә генә булһа ярар ине! Минең бер танышым вафат булыр алдынан өс көн алдан тап һинең һымаҡ ошолай дөмбөрләтеп көлөп йөрөгәйне. Урыны йәннәттә булһын инде.
Ә һеҙ нишләп көләһегеҙ? Бына хәҙер минең бер ҙә көлкө килмәй. Бар уй - тиҙерәк бының эргәһенән тайыу. Аптыраған өйрәк ҡойроғо менән һыуға сума, тейҙәр бит әле. Бына был осраҡта өйрәк күпкә бәхетле. Ул нисек етте, шулай сумып ҡотолор ине. Башы менәнме, ҡойроғо менәнме, ҡабырғаһы менәнме, арҡаһы менәнме, быныһы артыҡ мөһим түгел. Сумды - вәссәләм. Әгәр өйрәк булһам, ошо урында, билләһи, күҙҙе йомоп батыр ҙа китер инем! Әммә мин өйрәк түгел шул. Шуға юҡ-бар һылтауҙы бар итеп, саҡ тайҙым теге көлмәҫйән эргәһенән. Ҡабат уның менән шаяртып һөйләшәһе булһамсы!
Бына ошолай өс төр кешеләр була был донъяла. Ярай, ҡайтайым әле. Оҙаҡлап кителде. Баҡса мөйөшөнә әҙ генә сименә етмәгәйне. Шуны сәсеп ҡуя һалыр кәрәк. Әй, әттәгенәһе, сименә лә сименә тип һүҙ башлағайным. Ә уға бәйле хәлде һөйләргә онотоп торам бит әле. Эш шунда, беҙҙең ауылда ошондай бер көлмәҫйән йәшәй. Баҡтиһәң, уның йыл һайын картуфы уңмай икән. Ә, бәлки, уңалыр ҙа. Бәлки, ул үҙе генә шулай мыжып йөрөйҙөр. Кем белә инде уныһын. Бер көн урамда осраны ла миңә лә зарланып китте әле ул.
- Күршенең картуфы йыл һайын уңа, ә минеке йыл һайын уңмай. Ул уңышын тоҡлап ташый. Ә мин биҙрәләп кенә ташып бөтәм. Шуныһы аптырата. Ул нимә эшләй, мин дә шул уҡ эште эшләйем бит әле. Ул ерен һөрҙөрһә, мин дә шул уҡ көндө һөрҙөрә һалып ҡуям. Ул сәсә башланы, миндә сәсә һалып ҡуям. Ул утай башланы, мин дә утай һалам. Һәм башҡаһы.
Ә мин тот та уға ошолай кәңәш бир.
- Һинең күршең урыҫ бит.
- Эйе, урыҫ.
- Шуға һин картуф сәскән-утаған мәлдә урыҫса һөйләшеп ҡара!
Мин әйттем дә оноттом. Ә көлмәҫйән... тап шулай эшләгән! Әйткәндәй, бындай тәҡдимдән ҡатыны ҡырҡа баш тартҡан. Бергә нисәмә йыл йәшәп, уның холҡон белеп бөткән инде ул. Көлмәҫйән дә ныҡ торған. Улай булғас, тип әйткән ул, картуф эшенә тығылмайһың. Ҡатыны шатланып риза булған. Көлмәҫйән бәләкәй балаларына ҡарап торған да, былары әле ней башҡортса, ней урыҫса белмәй, йөрөмәһендәр аяҡ араһында буталып, тип уларын да картуф эшенә йәлеп итмәҫкә ҡарар иткән. Урыҫса апаруҡ һупалаған, әле өсөнсө синыфты тамамлау өҫтөндә булған өлкән улы менән урыҫса һөйләшеп кенә мул уңыш алырға ҡарар иткән былар. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң урамда осраттым мин уны. Бер аҙ һөйләшеп торғандан һуң көлмәҫйән әйтеп ҡуйҙы.
- Быйыл да эре картуф ашап булмай инде!
Мин бер килке аптырап торҙом. Сөнки был мәлгә теге биргән "кәңәште" бөтөнләйе менән онотоп өлгөргәйнем инде. Яҙа-йоҙа ғына хәтергә төшә биреп ҡуя былай. Шул арала көлмәҫйән һүҙен дауам итә.
- Малай ғына эште боҙҙо.
Нисек малайы эште боҙҙо икән? Минең быға баш етмәй.
- Мин малайға "Принеси два ведра сименә" тигәйнем. Ә ул: "Хәҙер, атай", - тип йүгереп китте лә барҙы (һәм ул... ауыр көрһөнөп ҡуйыр тиһәм, юҡ, рәхәтләнеп йылмайып ултыра). Бына быйыл да картуф уңмай инде!
Иҫ китмәле, көлмәҫйән "Картуф уңмай" тигәнде зарланып түгел, ә йылмайып әйтәсе!
- Ә шулай ҙа улым башҡортсалап: "Хәҙер, атай",- тигәне күңелгә рәхәтлек бирҙе бит! Элек белмәгәнмен, үҙ телеңдә һөйләшеп йөрөүе бигерәк рәхәт икән. Ә картуф булыр әле. Биргәненә шөкөр итә белергә кәрәк...
Бик дөрөҫ һығымта яһаны бит был көлмәҫйән, тип уйлап ҡуйҙым мин.

Әғләм ШӘРИПОВ
тыңлап торҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 102

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru