«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН ХӘТЕРЕ ТАРТАЛЫР...
+  - 

"Башҡортостан ирекмәндәре Махсус хәрби операция зонаһына генетик кимәлдәге ынтылыш менән бара. Был күренеш уларға Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һалған патриотлыҡ менән бәйле", - Башҡортостандың дәүләт именлеге органдары ветерандары төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы подполковник Рөстәм Нәзметдинов ошондай фекерҙәре менән уртаҡлашты. Дәүләт именлеге ветераны республика халҡы батырлыҡ күрһәткән Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итә, шуға күрә ул Донбассҡа Ватанды яҡларға киткән ир-егеттәрҙе яҡшы аңлай.

"Башҡорт халҡының илһөйәрлегенә олатай-өләсәйҙәребеҙ нигеҙ һалған. Улар бик ауыр юл үткән һәм Тыуған илгә янаған хәүефтең нимә икәнен белә. Минеңсә, уларҙың хистәре беҙгә генетик кимәлдә тапшырылған, - ти Рөстәм Нәзметдинов. - Илде һаҡлау мәсьәләһе килеп тыуғанда Башҡортостан бер ҡасан да ситтә ҡалманы. Беҙҙең халыҡ Рәсәйҙә иң батырҙарҙың береһе икәнен, уның өсөн ғаилә, яҡташтар, Ватан, тыуған ер элек-электән бик мөһим булғанын уҡығайным. Рәсәйҙә бер генә халыҡ та тыуған ерен һаҡлап, шул тиклем күп ҡан ҡоймай. 1812 йылда, 1941-1945 йылдарҙа ла яҡташтарыбыҙ хәрби рухын күрһәтә. Хәҙер уларҙың тоҡомдары Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә".
Яугир юлын һайлаған кеше мотлаҡ экстремаль шарттарға эләгәсәк, тип билдәләй Рөстәм Нәзметдинов. Илдең оборона ведомствоһы менән контрактҡа ҡул ҡуйғанға тиклем төҙөүсе, уҡытыусы, табип, менеджер булып эшләгән ир, ҡулына автомат алғас, психологик көсөргәнеш кисереүе аңлашыла. Был осраҡта быуындар бәйләнеше мөһим, сөнки бер сафта йәш яугир ҙа, тормош тәжрибәһе булған 50 йәшлек, хатта унан өлкән яугир ҙа булыуы сер түгел. "Төрлө быуын бер-береһен тулыландыра ала. Күп яугирҙың ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт итеү тәжрибәһе бар. Һис шикһеҙ, улар иптәштәрен күп нәмәгә өйрәтә ала. Бер йылдан ашыу алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән ир-егеттәр ҙә яңы ҡушылғандарға күп нәмә тураһында һөйләй ала. Дөйөм алғанда, улар барыһы ла бер-береһе менән аралашырға тейеш. Бындай бәйләнеш уңыш нигеҙе булып тора. Яңы мөхиттә яңы хәрбиҙәргә мөмкин тиклем күберәк тыңларға, ҡарарға һәм белергә кәрәк. Сөнки үҙеңдең, иптәштәреңдең ғүмере, отрядтың көсө шуға бәйле", - ти Рөстәм Нәзметдинов.
Хеҙмәткә китергә ниәтләгән ир-егет был ҡарарҙы ныҡлы уйлап ҡабул итергә, уның өсөн көслө мотивация булырға тейеш, ти Рөстәм Нәзметдинов. Уның билдәләүенсә, алғы һыҙыҡта икеләнеүсән һәм өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ билдәләмәгәндәр ғазап сигә. Түләүҙәр - яҡшы, әммә иң мөһиме - Тыуған илгә һөйөү. "Мин икеләнгән кешеләр менән нимә булғанын күрҙем. Шул уҡ ваҡытта үҙ-үҙенә артыҡ ышанған кешеләрҙе лә хәүеф көтә. Хәрби хеҙмәткәргә хәрби хәрәкәттәр шарттарында тотороҡло һәм тыныс ҡалыу мөһим. Отрядта үҙ урыныңды, башҡарырға тейешле эшеңде белергә һәм командирҙарҙы тыңларға кәрәк. Беҙҙең егеттәрҙең яҡшы икәнлеген беләм. Контракт менән хеҙмәт итергә барырға теләүселәр булыуы Башҡортостан халҡының еңеү һәм балаларының тыныс тормошо хаҡына батырлығы һәм тәүәккәллеге хаҡында тағы бер тапҡыр һөйләй", - тип өҫтәне Рөстәм Нәзметдинов.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың бөтә ҡала һәм райондарында эшләй. Унда йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация күрһәтелә, ниндәй документтар кәрәклеге аңлатыла. Килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр һәм армияла хеҙмәт итеп ҡайтыусылар, шулай уҡ юғары йәки урта һөнәри белемле армияла булмаған ир-егеттәр төҙөй ала. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә рядовойҙан прапорщикка тиклем 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса республика халҡы Берҙәм белешмә номеры - 177, Ситуацион үҙәккә - 122 йәки (347) 218-19-19, күп функциялы үҙәккә "Минең документтарым" офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, Телеграмдағы чат-боттарҙа табырға мөмкин.

Эдуард ҠУСҠАРБӘКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 76

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru