«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ҠЫЙЫҠ АҪТЫНДА
+  - 

Сибайҙар - байҙар! Ысынлап та шулай, мәғдәндән бигерәк, йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә бай улар. Был байлыҡты һаҡлауҙа, киләсәк быуынға тапшырыуҙа Сибай концерт-театр берекмәһенең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Берекмәнең ижад буйынса урынбаҫары Азат Арыҫлан улы НӘБИУЛЛИН менән ошо турала һөйләштек:

- Быйыл Сибай концерт-театр берекмәһенә, халыҡ телендә йөрөтөлгәнсә, филармонияға 30 йыл! Ябай кешегә утыҙ йәш артыҡ һиҙелмәйҙер ҙә, әммә коллектив өсөн өс тиҫтә ваҡыт арауығы ҙур ваҡиға. Был уның барлығы, һаҡланыуы, үҫеше тураһында һөйләй. Юбилей концертынан һуң мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы, сибайҙар үҙ традицияларын күҙ ҡараһылай һаҡлай, тине. Ысынлап та, Урал аръяғының йөҙөк ҡашы булып, башҡорт халҡының йолаларын ҡәҙерләп, тергеҙеп йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ, ошо урында йәшәүебеҙ, ижад итеүебеҙ эшебеҙгә оло яуаплылыҡ өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта донъянан артта ҡалмай, тамашасылар зауығын ҡәнәғәтләндергәндәй программалар әҙерләргә тырышабыҙ. Юбилейға арналған Ҙур концертты ла режиссер Сулпан Асҡарова заман һулышына тура килтереп ҡуйҙы. Беҙ халыҡ ижадынан ситләшмәйбеҙ, бары яңы алымдар ғына ҡулланабыҙ. Байрам тамашаһында берекмәнең бөтөн ижади коллективы ҡатнашты. Концертты "Сулпан"дар башланы. Театрлаштырылған пролог өлөшө тамашаны байытты, заманса технологиялар ҡулланыу концертты көн талабы кимәленә күтәрҙе. Шулай итеп күмәкләп, ҙур уңышҡа өлгәштек.
Берекмә коллективына килгәндә, ҙур үҙгәрештәр булды. Был ғәҙәти күренеш, үҙгәртеү ҡыйын түгел, сифат яғы яҡшырыуы мөһим, ойошмала нығынған яҡшы йолаларҙы һаҡлап ҡалыу тағы ла ҡатмарлыраҡ, сөнки һәр нығынған йола коллективтың тарихы ғына түгел, ул үҫеш нигеҙе. Нигеҙ ныҡ булмайынса, өй ҙә ныҡ булмай бит. Раушан Нияҙғолов, мин, Рәзилә Нәбиуллина һәм тегеү цехынан Рәшиҙә Бәҙри ҡыҙы Ҡудашевалар филармония асылғандан алып эшләйбеҙ, ҡалған состав яңырып тора. Йырсыларҙан Йәмил Ғайсин ҡушылды, сәнғәт колледжының студенты булыуға ҡарамаҫтан, концертта лайыҡлы сығыш яһаны. Ғөмүмән, беҙҙең кадрҙар сәнғәт колледжын бөтөүселәрҙән туплана: вокалистар, музыканттар, балет артистары шунан килә. Әле был уҡыу йортоноң 8 студенты беҙҙә эшләй.
"Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Сибай концерт-театр берекмәһенең) янында эшләүсе "Ынйыҡай" балалар студияһы тураһында айырып әйтергә кәрәк. Эльвира Вәкил ҡыҙы Аҡназарова асҡан ансамблде әлеге көндә Рәзилә Әнүәр ҡыҙы Нәбиуллина етәкләй. Студияны тамамлаусылар, ғәҙәттә, сәнғәт колледжына уҡырға инәләр, "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репертуарын яҡшы белгәс, аҙаҡ концерт-театр берекмәһендә эшләйҙәр - күсәгилешлек шулай һаҡлана. "Сулпан" балалар театры менән бер ҡыйыҡ аҫтында дөйөм ойошма булып эшләүебеҙ бик уңышлы. Юбилей концертын Өфөлә күрһәттек, артабан республикабыҙҙың район үҙәктәре һәм ҡалалары буйлап гастролдәр башлана.

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 83

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru