«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘХНӘЛӘ - "ЯРЛЫҠАУ"
+  - 

Салауат дәүләт башҡорт драма театрында икеләтә байрам - башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса ҡуйылған спектакленең премьераһы һәм яңы 91-се театр миҙгелен асыу тантанаһы үтте.

"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты ярҙамында режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев тарафынан сәхнәләштерелгән спектакль премьераһына Үзбәкстан Республикаһы Фәндәр Академияһының үзбәк теле, әҙәбиәте һәм фольклоры институты доценты Гөлноз Сатторова кеүек ҡунаҡтар, журналистар, яҙыусылар, шулай уҡ театр тәнҡитселәре лә килгәйне. "Мин Салауатҡа, һеҙҙең театрығыҙҙың "Ярлыҡау" спектакле премьераһына ҙур тулҡынланыу менән килдем! - тине үҙенең сәләмләү һүҙендә авторҙың ҡыҙы, "Мостай Кәрим исемендәге фонд" етәксеһе Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова. - Был әҫәр һуғыш тураһында түгел, ә тормоштоң фажиғәле минуттарында һайлау ауырлығы алдында ҡалыу тураһында. Был спектаклде уйнау бик ауыр, ихласлыҡ кәрәк. Рәхмәт, Илсур Юлай улына, ул Мостайҙың ни әйтергә теләгәнен аңлаған. Рәссамдың, хореографтың эше, актерҙарҙың уйнауы ла оҡшаны. Минеңсә, был спектакль "Ярлыҡау"ҙың иң яҡшы ҡуйылыштарының береһе. Рәхмәт һеҙгә!"
Спектаклдән һуң театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина артистарға һәм ҡуйыусы төркөмгә матур спектакль өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан ул театрҙың яңы миҙгел асылыу алдынан яулаған уңыштары һәм наградалары тураһында һөйләне. Билдәләнеүенсә, быйыл Салауат театры А.Житковскийҙың "Һырғалаҡ" спектакле менән Екатеринбургта XVI "Коляда - Plays" халыҡ-ара заманса драматургия театр фестивалендә ҡатнашҡан. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Яҡуп Шәрипов Озод роле өсөн "Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле" номинацияһына лайыҡ булған. Шулай уҡ күптән түгел театр А.Островскийҙың "На всякого мудреца довольно простоты" пьесаһы буйынса "Глумов" спектакле менән Сыктывкар ҡалаһында Үткән V Төньяҡ театр фестивалендә ҡатнаша һәм ике номинацияла еңеү яулай: "Иң яҡшы спектакль өсөн" - гран-при һәм Глумов ролендәге Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллинға - "Иң яҡшы ир-егет роле". Театр директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов билдәләүенсә, яңы, 91-се театр миҙгеле ҡыҙыҡлы тамашаларға бай булырға вәғәҙәләй: сәхнәнең алдынғы актерҙарының ижад кисәләре, сағыу спектаклдәр ҡуйыласаҡ, фестивалдәрҙә ҡатнашыу, тематик концерттар, Башҡортостан Республикаһы һәм унан ситтә гастролдәр планлаштырыла.

Динә БӘШИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 108

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru