«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШИҒРИ ҺҮҘ НЫҒЫРАҠ ЫШАНДЫРА
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Әнисә МАХИЙӘНОВА, мәҙәниәт ветераны, Әбйәлил районының "Йәйғор" әҙәби ойошмаһы ағзаһы, "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә 2021, 2023 йылдарҙа "Йыл шиғыры" номинацияһы еңеүсеһе:
Бөгөн милләттәштәребеҙҙе туған тел һәм тыуған ер мәсьәләһе күберәк борсой. Мин шағирә булһам да, ижадымды ниндәйҙер юғары кимәлдәге шиғриәт тип баһаларға йөрьәт итмәйем. Беҙ ауыл кешеләре һәм күңелебеҙҙе һыҙландырған темаларға ябай ғына итеп үҙебеҙсә йөрәк һүҙебеҙҙе яҙабыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ, халыҡ шиғри һүҙҙең көсөнә ышана, миңә республиканың һәр төбәгенән шылтыраталар, темалар тәҡдим итәләр, аһ-зарҙарын һөйләйҙәр. Әйтеүемсә, күптәрҙе тап тел һәм ер мәсьәләһе борсой.
Тел тигәндә, ул мотлаҡ мәктәпкә барып тоташа хәҙер. Башҡорт мәктәптәре ябыла, уларҙы ҙурыраҡ мәктәптәргә ҡушалар. Башҡорт теле дәрестәре йылдан-йыл кәмей, тиҙәр. Былар һуңғы арала бөтөн кимәлдә лә гел һөйләнелә торған темаға әйләнеп китте. Тик гел генә хәүефте ситтән эҙләргә ярамай, ошо хәлгә килеп етеүебеҙҙә үҙебеҙҙең дә ғәйеп бар бит. Ауылдарҙа урамға сығып ҡарағыҙ әле: бәләкәй генә балалар русса һөйләшеп йөрөй. Беҙ үҫкән мәлдә лә ауылдан ситкә сыҡҡанда, мәктәптән һуң белем алғанда рус теле кәрәк ине, тик әсәйҙәребеҙ быны сәбәп итеп үҙ туған телебеҙҙән мәхрүм итмәне! Берәү ҙә рус телен белмәйенсә, өйҙә бикләнеп ултырманы, уҡыныҡ, һөнәр үҙләштерҙек, телен дә шунда ҡуша өйрәндек. Кәм-хур булманыҡ. Ә хәҙер башҡорттар балаһы менән русса һөйләшә, был уға тормошта ҙур юлдар асасаҡ, тиҙәр. Шулай булһа ярай ҙа ул. Ә туған теленән мәхрүм бала бит халҡыбыҙҙың рухи байлығынан да мәхрүм ҡала. Күңелен нимә үҫтерер һуң уның, туған телендә рәхәтләнеп һөйләшеп, ошо телдең моңонда ҡойонмағас? Хәҙерге әсәйҙәр өйҙә туған телгә һөйөү уята алмаймы, әллә тел белеүҙең әһәмиәтен аңламаймы?
Ер мәсьәләһендә иһә хәлдәр ҡатмарлыраҡтыр. Яңыраҡ ғүмере буйы комбайнсы булып, иген иккән бер уҙаман: "Дүрт тарафтың ҡайһыһына боролоп ҡараһам да, ерҙәр сит милләт кешеләренә ҡуртымға бирелгән", - ти. Был хаҡ, хатта күлдәрҙең хужаһы бар. Үҙ халҡыбыҙҙың ошо ерҙәрҙе үҙе ҡуртымға алырлыҡ боло юҡ, быныһы ла йәшерен-батырын түгел. Ер эше - һүҙ һөйләү түгел, ерҙән уңыш ала башлар өсөн ҡаратырышлыҡ менән күп аҡса кәрәк. Башлап ҡарап, ташлағандар бар. Битарафлыҡ, эш яратмауҙан түгел был, ситтән килгән аҡсаның күләме лә роль уйнайҙыр, үҙебеҙҙекеләр был эштән баш тартырға мәжбүр.
Көндәлек тормош темалар биреп кенә тора. Теркәп ҡуям да, ниндәй генә һүҙҙәр менән әйтһәм, халыҡҡа етер икән, тип уйлап йөрөйөм. Ни йәшәп, ни донъя көтөп, ни бала үҫтереп өлгөрмәгән һыу һөлөгө кеүек егеттәребеҙҙең гүргә инеп ятыуына үҙәгем өҙөлә. Ир баланың яҙмышы шулайҙыр инде, ир булып тыуғас, ил яҙмышы уның иңендә. Тел, еребеҙҙе үҙебеҙ һаҡлай алабыҙ әле, бына ошо ғүмерҙәрҙе нисек һаҡларға? Милләтебеҙҙең киләсәге ине бит был балалар ҙа. Уйлаһаң, уйҙарыңдан уйылып китерлек. Халҡыма һүҙ менән булһа ла терәк булайым тип, ҡәләмгә тотонорға мәжбүр булам. Ни тиһәң дә, һүҙҙең дә, уйҙың да көсө бар. Шуға ла милләтебеҙҙең киләсәге яҡты булһын тигән яҡты уйҙарҙа булайыҡ, именлек юрайыҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.23 | Ҡаралған: 103

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru