«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙҘАРҒА - "КӨРСӨК ҺАЛЫМЫ"
+  - 

Донъя хәлдәре бөгөн биҙәктәре секунд һайын алмашынып торған ҙур бер калейдоскопҡа оҡшаш, тик ундағы күренештәр матур-матур нағыштарҙан тормай, ә хәүефле триллер кадрҙарын хәтерләтә: шартлауҙар, ут-ялҡын, емереклек, ҡорбандар, балаларын ҡосҡан, ҡобараһы осҡан ҡасаҡтар...

Израиль армияһы утты туҡтатырға уйламай ҙа: 5-6 ноябрҙә уның истребителдәре ХАМАС объекттарын: Газа секторындағы 450 хәрби объектты, шул иҫәптән, палестиндарҙың һуғышсылар отрядтарын, тоннелдәрҙе, хәрби базаларҙы, команда үҙәктәрен, күҙәтеү пункттарын утҡа тотто. Шуның һөҙөмтәһендә Газала 200-ҙән ашыу кеше һәләк булған. Израилдең һуғыш дәрте хатта ки йыһан киңлеген айҡай башланы. The Telegraph хәбәр итеүенсә, Йемендан Израилдең Эйлат ҡалаһына ебәрелгән баллистик ракетаһын Израиль Ҡораллы көстәре һауа һөжүменә ҡаршы АҠШ менән берлектә эшләнгән Arrow системаһы ярҙамында Ер атмосфераһынан ситтә шартлатыуға өлгәште. Мәғлүмәт сығанағы билдәләүенсә, Израиль тарихта тәүге тапҡыр космоста хәрби бәрелеш яһаусы ил булды. Шул уҡ ваҡытта ЦАХАЛ (Израиль армияһы) көстәре Газа ҡалаһына бәреп инде һәм ХАМАС менән яҡындан тороп бәрелеш башланы. Бында минут һайын ракеталар шартлай, танкылар яндырыла, йорттар емерелә, кешеләр һәләк була...ХАМАС менән "Хезболла" ракеталары ла Израилдең эре ҡалаларын сәпкә тота, 2 ноябрҙә Кирьят-Шмон менән Тель-Авивтың ҡала яны территорияларында шартлауҙар теркәлде. Палестина-Израиль бәрелеше ҡорбандарының һаны 9061 кешегә барып етте, ә иҫәпкә алынмағандары күпмелер...
...Шул арала Украина президенты Зеленский Көнбайыш менән аралашыу тонын үҙгәртте, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары. Ошоға тиклем Көнбайыштан ярҙам теләнселәүҙең төп девизы "күберәк бирһәгеҙ, тиҙерәк еңәсәкбеҙ" ине, хәҙер иһә "Йәки күберәк бирәһегеҙ, йәки был хәл билдәһеҙ ваҡытҡа һуҙыласаҡ" тигән янауға тартым ультиматумға әүерелә бара. Бының менән, әйтеүҙәренсә, Зеленский Көнбайыштың нервыһында уйнап алырға итә, ахыры, сөнки Евроберләшмәгә Рәсәй менән конфликттың оҙаҡҡа һуҙылыуы файҙаға түгел. Ошо юҫыҡта ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары фаразлауынса, Ҡушма Штаттар менән Евроберләшмә Украинаның Рәсәй менән килешеү ихтималлығы хаҡында һүҙ ҡуҙғата башлаған, имеш. Фекер алышыу барышында Киевтың ниндәй "ташламалар"ға барыу мөмкинлектәре лә ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта Украина чиновниктары үҙ иленең тиҙерәк Евроберләшмәгә инеүе хаҡында көнө-төнө татлы төш күрә икән. Эйе, хыялланып алыуҙың зыяны юҡ былай, тик бына Евроберләшмә быны теләйме икән һуң? Ҡайһы бер күҙәтеүселәр фекеренсә, Украинаны берләшмәгә ҡабул итеү Евроберләшмәнең Чехия, Эстония, Литва, Словения, Кипр, Мальта кеүек бәләкәй һәм ярлы илдәрен бөлдөрөүгә тиң буласаҡ, сөнки Украина улар өлөшөн "ашаясаҡ". Евросовет башлығы Шарль Мишель был хәлде 2030-сы йылдарға табан күҙаллаһа, Еврокомиссия етәксеһе Урсула фон Ляйен Украинаны финанслау һәм ЕС-ҡа ҡабул итеү мәсьәләһе буйынса һөйләшеү һәм Верховный радала сығыш яһау маҡсатында Киевҡа килеп тә төшкән . Шулай итеп, Евроберләшмә хужаларының уң ҡулы ни эшләгәнде һулы белмәй, ти. Өҫтәүенә, был мәхшәргә Германия министры Анналена Бербок та ҡай тарафтандыр килеп ҡушылған һәм Украина министры Д.Кулебаға уның илен Евроберләшмәгә ҡабул итергә ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙәләгән.
Ғөмүмән, Бербок ханымдың Германия министры өсөн сәйерерәк ҡылыҡтары хаҡында күптән инде көләмәстәр йөрөй. Әйткәндәй, Германия хаҡында бер кәлимә. Был илдең канцлеры Олаф Шольц вәкиле булған Социал-демократик партия илдәге хәлде иҫәпкә алып, сәнәғәтте үҫтереү, мәғариф мәсьәләләрен тәьмин итеү, эш хаҡтарын арттырыу, халыҡтың дәүләткә ышанысын ҡайтарыу маҡсатында бай немецтарға "көрсөк һалымы" индереү хаҡында тәҡдим менән сығыш яһаған һәм ул иҡтисад сәйәсәте проекты булараҡ, партияның декабрь конференцияһында ҡараласаҡ. Ҡатмарлы хәлдәр осоронда немецтарҙың был идеяһы миллиардтарын ҡайҙа йәшерергә белмәгән бай элиталы бәғзе илдәр өсөн дә яҡшы өлгө булып тора түгелме?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.23 | Ҡаралған: 118

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru