«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

Мәхмүт Ҡашғариҙың төрки телдәренең үҙенсәлектәрен сағылдырған хеҙмәте беҙҙең халҡыбыҙ өсөн бик тә фәһемле ул. Ни өсөн тигәндә, беҙ ата-бабаларыбыҙҙың боронғо һөйләштәренең төрки лөғәтенә ҡарағаны һәм XI быуатта барса төрки халыҡтары ҡулланған яҙма телебеҙ хаҡында үтә ҡиммәтле мәғлүмәттәр менән таныша алабыҙ. Әгәр X быуатта уҡ ғәрәп илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙлан күреп белгән башҡорттарҙың ҡайһы берҙәре Ислам динендә булған икән, уларҙың, ғәрәп теле менән бер рәттән, боронғо төрки яҙмаһын белеүҙәренә шик юҡтыр.
Шулай уҡ Ҡашғари төрки халыҡтарының иң боронғо тамырҙарын ул заманда Рум тип аталған Византиялылар менән уртаҡ булған тәү бабалар - Исайя (Ийсу), Исхаҡ (Исаак), Ибраһим (Авраам) кеүек Тәүратта сағылыш тапҡан заттар менән бәйләп аңлатһа, күп быуаттар үтеүгә башҡорт зыялыһы Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди үҙенең киң билдәле "Тәуарихи Булғария" әҫәрендә башҡорт тарихын тап шулай уҡ Әҙәм менән Һауанан башлап бәйән итә. Ошо йәһәттән, иң яңы ғилми генеалогия тикшеренеүҙәре һығымталарына ярашлы, халҡыбыҙҙың байтаҡ өлөшөнөң генетик коды R1b гаплотөркөмөнә ҡарауын ата-бабаларыбыҙҙың хәҙерге бәғзе бер Европа халыҡтары менән бик тә алыҫ ҡәрҙәшлеген раҫлаусы фактор итеп ҡабул итеү фарыз. Йәнә беҙҙең өсөн Мәхмүт Ҡашғариҙың ата-бабаларыбыҙ биләгән ерҙәрҙең географик урынын заманына ҡарата аныҡ билдәләй алыуы ла мөһим. Византияға иң яҡын ерҙәрҙә йәшәгән бәшнәктәр (Ҡара диңгеҙ буйҙарында), Каспий диңгеҙенән төньяҡҡа һәм көнсығышҡа табаныраҡ киң далаларҙа күсеп йөрөүсе ҡыпсаҡтар, Яйыҡ йылғаһынан көньяҡтараҡ Арал диңгеҙенә тиклем ерҙәрҙе биләгән уғыҙҙар, уларға йәнәш йәшәгән емектәр менән боронғо башҡорттарҙың йә союздаш булып, йә иһә алыш-бәрелештәргә лә инеп, тарих анналдарында теркәлеүен беләбеҙ.
Үҙ заманы ҡанундарына үә дөйөм ҡабул ителгән яҙма әҫәрҙәргә хас традицияларға ярашлы, Ҡашғари төрки телдәрен дөрөҫ һәм саф булған йә иһә, ҡалаларҙа йәшәп, телдәре башҡа бер телдәр менән (мәҫәлән, фарсы теле менән) буталып боҙолған төркөмдәргә бүлә. Әлбиттә, уйғыр төркиҙәре ерендә тыуып үҫкән ғалим ҡашғарлылар лөғәтен иң дөрөҫ, саф һәм матур телдәр иҫәбенә индерә. Ҡашғари төрки ерҙәренә ситтән килеп ингән хотан, тағут һәм тибет ҡәүемдәренең телдәрен дөрөҫ төрки телдәре рәтенә индермәй. Беҙгә бына нимә ҡәҙерлерәк: Ҡашғари яҙғанса, уйғыр лөғәте кеүек үк саф төрки телдәренән булған ҡырғыҙ, уғыҙ, ҡыпсаҡ һәм йәнә бер нисә ҡәбилә лөғәтенә тағы ла ике тел яҡын ҡуйыла - емек һәм башҡорт телдәре.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 42-43-сө һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.23 | Ҡаралған: 121

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru