«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МОСТАЙ ШИҒРИӘТЕ ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘЛӘЙ
+  - 

Халҡыбыҙға бөйөк шағир һәм лайыҡлы ул бүләк иткән октябрҙең республикала Мостай исеме аҫтында, Мостай айы булараҡ үтеүенә күнеккәнбеҙ инде. "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсында еңеүселәрҙең баш ҡалаға йыйылыуы тантанаһы иһә ошо төрлө сараларҙың шартлы рәүештә йомғаҡлау өлөшө булараҡ ҡабул ителде һәм ул ысын мәғәнәһендә Шиғриәт һәм Талант байрамына әүерелде.

БР Мәғариф министрлығы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия, Өфө фән һәм технологиялар университеттары, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы тарафынан Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә ойошторолған "Мостай уҡыуҙары"ның төрлө этаптарында ҡатнашыусы мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар һаны 11 меңдән ашып киткән. Бәйгенең "Интернет-викторина" тип аталған өлөшөндә лә Башҡортостандан тыш, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Һарытау, Һамар өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан әүҙем ҡатнашыусылар һаны ғына ла 10 мең ярымдан күберәк булған. Тимәк, йылдан-йыл конкурстың даирәһе артыуы күҙәтелә. Быйыл шулай уҡ М. Кәримдең тормошо һәм ижадына бағышлап, "Беҙҙең өйҙөң йәме" тип аталған квиз-уйын да үткәрелгән һәм унда республика мәктәптәре командалары ҡатнашҡан, еңеүселәр билдәләнгән.
Шулай ҙа конкурстың иң-иң тулҡынландырғыс өлөшө ул, моғайын да, шиғырҙы тасуири һөйләүселәр араһында барған ярыштыр. "Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн..." - уның исеме лә хәҙерге заманға бик ауаздаш һайланған, ил тойғоһо, ошо илде һаҡлар өсөн ҡулына ҡорал алырға мәжбүр булған улдар өсөн хәүеф хисе бөгөн һәр йөрәктә йәшәй. Ошондай ваҡытта ла ижадҡа урын барлығы, хатта тап ошо мәлдә халыҡтың Шағир һүҙенә мохтажлығын да күрһәтте был бәйге. Еңеүселәрҙең республиканың төрлө төбәктәренән булыуы ла уға бер төҫ өҫтәне. 5-6 кластар араһында еңеүсе исеменә лайыҡ булған Наилә Байегетова, мәҫәлән, Баймаҡ лицей-интернатынан. Наилә лә, 9-11 кластар араһында иң яҡшыһы булған Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Лиана Мәхмүтова ла бындай бәйгеләрҙе "күңел үҫтереүсе" сара тип атаны. Эйе, интернет заманында һинең баш ҡалаламы, әллә йыраҡ бер төбәктәме йәшәүеңдә айырма юҡ. Тик шиғыр уҡырға яратыу, уны аңлау, тасуири һөйләү бар кешегә лә тигеҙ бирелгән һәләт түгел. Бының өсөн йөрәгеңдең матурлыҡҡа, изгелеккә асыҡ булыуы кәрәк. Уларҙы бер ҡорға туплап, ярыш ойоштороп, иң-иңдәрен билдәләп сәм һалыуы менән дә был конкурстың әһәмиәте иҫ киткес. Тимәк, Мостай шиғриәте аша ул балаларҙың күңеленә Тыуған ил, Урал, Иҙел, гражданлыҡ, илһөйәрлек төшөнсәләре лә һалына.
Шағирҙың ҡыҙы, М. Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы ла йылдан-йыл конкурстың дәрәжәһе үҫеүен билдәләне. "Башта мәктәп программаһына ингән әҫәрҙәрҙе тасуири һөйләү өҫтөнлөк итһә, хәҙер балалар, студенттар фәлсәфәүи шиғырҙарҙы һайлай һәм уларҙы аңлап, йөрәгенән үткәреп һөйләй. Һеҙ - халҡыбыҙҙың, йәмғиәтебеҙҙең киләсәге, сөнки китап уҡыған кеше башҡаларҙан бер башҡа юғарыраҡ була, бының өсөн һеҙгә рәхмәт. Атайым һәр ваҡыт уҡыусылары өсөн ижад итте: әйткән һүҙе уҡыусыһына барып етәме, ул уны аңлаймы - быға бер ҡасан да битараф булманы. Һеҙ уны уҡыйһығыҙ икән, тимәк, ул хәҙерге заманда ла яратҡан шағир, яҙыусы булып ҡала. Әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдар, ҡуйылған спектаклдәр һәм был сара ла ошо хаҡта һөйләй", - тине ул.
Быйыл 14-се тапҡыр үткәрелгән "Мостай уҡыуҙары"ның шиғри бәйгеһе еңеүселәре итеп 5-6-сы кластар араһында Баймаҡтан Наилә Байегетова, 7-8-се кластар араһында Стәрлетамаҡтың 3-сө гимназияһынан Алһыу Татлыбаева менән Өфөнөң 84-се татар гимназияһынан Тимур Бикбулатов, 9-11-сы кластар араһында Бөрйәндән Лиана Мәхмүтова менән Архангел районы Архангел ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Нәркәс Ғайсарова билдәләнде. Студенттар араһында Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Йәнгүзәл Зәйнуллина, ә уҡытыусылар араһында Өфөнән Лилиә Маркелова үҙ төркөмдәрендә еңеү яуланы.

Әйткәндәй, ошо саранан һуң бер нисә көн үткәс, шағирҙың ҡыҙы - М. Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы гимназия уҡыусыларына атаһы исемендәге гранттар тапшырҙы. Был юлы бындай бүләккә Азалия Ғиләжетдинова, Айһылыу Сураҡова, Булат Хилажев, Аида Ғөбәйҙуллина, Самира Ишембаева, Марат Янбаев, Ғәлиә Ширғазина, Сәйҙә Ибраһимова, Инсаф Ғөзәйеров, Камила Йосопова һәм Мария Полюдова (һүрәттә) лайыҡ булды.

Ләйсән ВӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.23 | Ҡаралған: 123

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru