«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҒЫҘ БАҪМАҒА ЕТМӘЙ
+  - 

Һуңғы йылдарҙа ҡағыҙға баҫылған матбуғат баҫмаһын алдырмайым, интернеттан ғына уҡыйым, тигән кешеләр күбәйҙе. Эйе, бөгөн барлыҡ гәзит-журналдарҙың интернетта электрон сайты, социаль селтәрҙәрҙә үҙ төркөмдәре бар. Мин дә анһатыраҡ юл эҙләп, шулай уҡып ҡараным да, ҡағыҙ гәзиткә етмәй тип, ташланым был ғәҙәтте.
Беренсенән, интернетта баҫылған нәмәне башҡасараҡ уҡыйһың барыбер. Нисектер, күҙ йүгертеп кенә сығыу ҙа етә. "Төбөнә тоҙ ҡойоп", аңлап уҡыйым тиһәң, был ысул бөтөнләй бармай. Икенсенән, интернеттағы анау хәтле мәғлүмәт ағымынан баш мейеһе беҙҙе үҙенсә һаҡлай ҙа, ахыры: уҡығаның шунда уҡ онотолоп тора. Йәғни ул мәғлүмәттән икенсеһенә күстеңме, тәүгеһе хәтерҙән юйылып та ҡуя. Ә уҡырға өйрәнгән уҡыусыны был ҡәнәғәтләндерә буламы инде? Шуға ла өйрәнгән яҡшы ғәҙәт буйынса гәзит-журналды ҡулға тотоп уҡыу яҡшыраҡ.
Шулай уҡ халыҡ араһында таралған тағы бер фекергә ҡарашымды белдергем килә. Урамдарҙа матбуғат киоскыларының юҡҡа сығыуы баҫма матбуғаттың үлә барыуын күрһәтә, тигән булалар. Был аҡса мәсьәләһе менән бәйлелер, сөнки хәҙер күп килем килтермәгән нәмәнән баш тартырға ғына торалар. Дим биҫтәһендә, мәҫәлән, ике бөртөк киоск ҡалған. Ҡайһы бер гәзит-журналды һатып алам тип эҙләүселәр бар ул, үҙем шаһит булғаным бар. Ә киоск тотоу файҙалы түгел. Ә бына баҫма матбуғаттың көсөн реклама биреүселәр юғары баһалай. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, тауарҙары тураһында яҙып, гәзит итеп баҫтырып, почта йәшниктәребеҙгә тултырып китәләр бит.
Унан һуң, үҙен блогер тип атаусылар күбәйҙе. Уларҙың төп маҡсаты - аҡса эшләү, ниндәйҙер ваҡиға айҡанлы үҙен күрһәтергә тырышыу. Иртәнән кискә тиклем, йылдар дауамында урындағы проблемалар тураһында яҙамы ни ундай кешеләр! Быны әлеге лә баяғы гәзиттәр генә эшләй. Гәзиттең интернет баҫманан айырмаһы ла, өҫтөнлөгө лә шунда.
Баҫма матбуғатта баҫылған мәҡәләләр йыр кеүек йырлап торорға тейеш ул: күңелдең төпкө ҡылдарын сиртһен, уйҙарға этәрерлек хис-тойғолар ҙа сағылһын. Билдәле шәхестәр, үҙ тарихыбыҙ тураһында уҡығанда бына мин шундай хистәр кисерәм. "Киске Өфө"нөң, мәҫәлән, баш ҡалабыҙға ҡағылышлы яңылыҡтарын яратам, гәзит мотлаҡ шулай булырға тейеш. Һәр кем бит үҙенә тәғәйен мәғлүмәтте күрергә теләй. Шулай уҡ фотоларҙа йөҙҙәр сағылһын, унда кешенең хистәре күренеп торһон. Ә интернетта еңел-елпе "һоро" мәғлүмәттең етди әйберҙәргә ҡарағанда күберәк "лайыҡ" йыйыуына көйөнмәгеҙ. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле, ун йылдан һеҙҙән: "Журналист булараҡ, ниндәй яҡшы эштәр эшләнегеҙ, нимәләр тураһында яҙҙығыҙ?" - тип һорайҙар икән, ти. Ә һеҙ бынамын тигән тарихи мәғлүмәттәрҙе, замандаштарыбыҙ менән диалогтарҙы, халҡыбыҙҙы асылына ҡайтара торған матур мәҡәләләрҙе күрһәтәсәкһегеҙ һәм бынан ғорурлыҡ кисерәсәкһегеҙ. Улар ул заманда ла ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле буласаҡ.

Вәлиулла БАЯЗИТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.23 | Ҡаралған: 147

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru