«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛЫ ӨЛӘШЕП ЙӘШӘЙЕК!
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Гөлшат ХӨСӘЙЕНОВА, Дүртөйлө ҡалаһының Н. Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһы директоры, Дүртөйлө районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, район Советы депутаты:
Бөгөн кешегә күңел йылыһы кәрәгерәк. Бер күренеш гел күҙ алдымда. Юл аша йәп-йәш кенә ҡыҙ сығып бара. Башын аҫҡа эйгән, илайҙыр ҙа, бәлки, ҡаңғырып, бөтөрөнөп китеп бара. Шул ҡыҙҙы туҡтатып әйткем килгәйне: "Башыңды күтәр, һылыу, һин йәш бит әле, барыһы ла яйланыр! Бөгөнгө көндә һин үҙеңдең йәшлегең менән көслө!" Ысынлап та, һәр кемдең әлеге мәлдәге проблемалары, хәүефтәре менән бергә ниндәйҙер көслө яғы ла бар. Кемдеңдер һаулығы бар, кемдеңдер туғандары бар һ.б. Холҡоңдоң да көслө яҡтары бар, шуларға таянып, бирешмәйенсә, үҙеңдең күңелеңде күтәреп йәшәргә кәрәк.
Йәш быуын менән эшләүсе педагог булараҡ, балаларыбыҙҙа ла ошо сифаттарҙы тәрбиәләһәк ине, тип әйткем килә. Баланың күңел торошон беҙ, уҡытыусылар, әлбиттә, күрәбеҙ, уға ярҙамға ла киләбеҙ. Был йәһәттән әллә күпме бәләләрҙән йолоп та ҡалғанбыҙҙыр күптәрҙе. Ҙур мәктәптәрҙә психолог штаты ла бар, улар ҙа балалар менән эшләй. Әммә ата-әсәләр ҙә иғтибарлы булһын ине. Сөнки бөгөнгө заманда балаларға икеләтә ауыр, уларға аҡты ҡаранан айырырға ғына түгел, ҡиммәттәрҙе дөрөҫ баһаларға өйрәтергә кәрәк. Интернетта башҡаларҙың бөтөнләй башҡаса йәшәүен күреп тә төшөнкөлөккә бирелеүе бар йәш кешенең. Ҡиммәтле тормоштан йылы мөнәсәбәттәр яҡшы икәнен аңлаған бала ғына бындай хәлдә ҡалмаясаҡ. Бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалған балалар ҙа бар, сөнки ата-әсәләрҙең донъяға ҡарашы башҡа хәҙер. Кемдер матди яҡтан, кемдер рухи йәһәттән ауырлыҡ кисерә. Уҡытыусыға шуға ла ата-әсә менән дә күп аралашырға тура килә.
Берҙәм дәүләт имтиханы, Төп дәүләт имтиханы менән ҡурҡытырға ярамай балаларҙы. Уҡымаһаң, бирә алмайһың тип хәүеф өҫтәмәгеҙ уларҙың күңеленә. Имтиханды бирә алмаһаң, нимә эшләйбеҙ, тип башҡа юлдарҙы ҡарарға кәрәк. Мәктәп белем бирә, әммә ата-әсә өйҙә ыңғай психологик мөхит булдырырға тейеш. Ғаилә йылыһы булырға тейеш. Хәтерләгеҙ әле, элекке ғаилә ҡоролошо ниндәй ине: атай-әсәй, балаларҙан тыш, өләсәй-олатайҙар ҙа булды. Әсәй, атай эштә, әммә баланың күңелен тап өләсәйҙәр имләне, улар рухи тәрбиә бирҙе. Шуға ла бала туған телендә һөйләште, сөнки өләсәй әкиәт һөйләне, йырҙар йырланы, йомаҡтар ҡойҙо. Заман менән бергә, өләсәйҙәр ҙә үҙгәрҙе, үкенескә. Беҙгә хәҙер ошо мәктәпте лә ҡабат ҡайтарырға кәрәк.
Нисек кенә булмаһын, барыһы ла килеп сыға, һин барыһын да эшләй алаһың, барыһы ла алда әле, тигән уй һалып үҫтерегеҙ балаларығыҙҙы. Һәр баланың нимәгәлер һәләте бар, уны күреп, үҫтереү - ата-әсәнең бурысы. Һәр кем үҙенең кәрәк икәнен тойоп йәшәргә тейеш. Һин миңә кәрәкһең, балам, ярай әле һин бар, тип әйтеүҙән тартынма. Һәм, әйҙәгеҙ, ошо бәхет формулаһын йәмғиәтебеҙгә лә күсерәйек. Көслө яҡтарыңды белергә һәм төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, яҡты киләсәккә ышанырға өйрәнәйек. Бер-беребеҙгә кәрәк булайыҡ!

Ләйсән ВӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.23 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru