«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

Турбаҫлы мәҙәниәте ҡәбиләләре
Дала күскенселәренең иң ҙур төркөмө, ниндәйҙер беҙгә билдәле булмаған сәбәптәр арҡаһында төньяҡҡа күсеп китергә мәжбүр була, һәм улар Ағиҙел йылғаһының урта ағымы бассейнында, үҙәге Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы тамағы янындағы, йәғни хәҙерге Өфө территорияһында булған төбәктә төпләнә. Был ваҡытта (б.э. IV быуаты) халыҡ күпләп йәшәгән ошо территория эре мәҙәни-иҡтисади үҙәктәрҙең береһе була. Ошоға бәйле Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында хәҙерге "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийы һәм мосолман зыяраты участкаларында тимер быуаты башында уҡ 6 эре ҡәлғә-ҡаласыҡ барлыҡҡа килеүе, ошо урында бер-береһенән 300 метрҙан алып 1-2 километрға тиклем арауыҡта ананьин (б.э. тиклемVII-V бб.) һәм ҡараабыҙ (б.э. тиклем IV б. - б.э. II б.) мәҙәниәттәре ҡәбиләләре йәшәүе хаҡында иҫкә алырға була. Улар - Уфимское (Чертово), Усть-Уфимское,Сутолока йылғаһы тамағындағы Дуҫлыҡ монументы, Өфө-III, Өфө-IV ҡаласыҡтары.
"Динамо" стадионы, Башҡорт дәүләт университеты территорияһында XX быуаттың 50-се йылдарындағы ер-төҙөлөш барышында өлөшләтә тикшерелгән, б.э. тиклем II - б.э. II быуаттарына ҡараған бик ҙур ер зыяраты булыуы аныҡ билдәле. Шул уҡ дәүерҙең икенсе бер зыяраты БДУ-ның Коммунистик урамда урынлашҡан сит ил телдәре факультеты бинаһы районында табыла. Ошо зыяраттарҙың емертелгән ҡәберлектәрендә ул дәүерҙәр өсөн бик һирәк булған алтын һәм бронза һырғалар, ерҙә ятҡан арыҫлан һындары төшөрөлгән Мысыр (Египет) муйынсаҡтары, күп кенә ҡайыш өсөн эшләнгән бронза биҙәүестәр табыла.
Шулай итеп, Ағиҙел йылғаһы бассейнында турбаҫлы ҡәбиләләре урындағы ҡараабыҙ халҡы вариҫтары менән бәрелешә һәм, улар элек-электән үҙләштергән биләмәлә көс ҡулланып нығынғандыр, тип уйларға була. Был урын турбаҫлылар төйәк иткән ерҙәрҙең үҙәгенә әйләнә. Өфө ҡалаһы тирәләй һәм уның территорияһында 20-нән артыҡ асыҡ торлаҡ пункттары барлыҡҡа килә, ә Сутолока йылғаһы тамағы районында ялан яғынан бейек валдар һәм тәрән йырындар менән нығытылған ике ҡаласыҡ төҙөлә. Уларҙың береһе хәҙер Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан ерҙәге моронда, икенсеһе унан 300 м алыҫлыҡта, Пушкин урамының Яңы Мостовой һәм Салауат Юлаев проспекты менән сикләнгән түбәнге кварталында төҙөлә. Ҡаласыҡ урынлашҡан морондо ике тәрән йырын хасил иткән. Бында тормош, күрәһең, беҙҙең эра сиктәрендә башлана, быға ҡулдарына өс йылан тотҡан ҡанатлы гений һыны төшөрөлгән уникаль табылдыҡ - тау хрусталенән яһалған гемма дәлил булып тора. Ошондай геммалар Парфия аҡһөйәктәренең шәхси мисәте рәүешендә ҡулланылған, улар беҙҙең эраның беренсе быуаттарына ҡарай.
Был ҡомартҡы шартлы рәүештә Өфө-II ҡаласығы тип аталды, һәм V - XVI быуаттарға ҡараған мәҙәни ҡатламдарындағы бай табылдыҡтарҙың яҡшы һаҡланған булыуы һәм уның урта быуаттарҙағы тарихының айырым этаптары (XIV-XVI бб.) төрлө илдәрҙең яҙма сығанаҡтарында сағылдырылыуы арҡаһында киң танылыу тапты. Был ҡомартҡы хаҡында ентеклерәк мәғлүмәттәр "Башҡорт ҡалаһы" бүлегендә бәйән ителәсәк.
Турбаҫлы ҡәбиләләре йәшәгән территория Кушнаренко ултырағы һәм ҡәберлеге, Шәрәй ҡәберлеге һәм Еҙем йылғаһы буйындағы Имәндәш ҡаласығы кеүек терәк ҡомартҡылар менән билдәләнә. Иң көньяҡ тарафтағы ҡомартҡы - Һаҡмар ҡаласығы. Күрһәтелгән территория бик яҡынса ғына: турбаҫлыларҙың Көньяҡ Урал далалары буйлап киң массив булып таралып йәшәүе хаҡында фараз итергә төплө нигеҙ бар, әммә уларҙың бындағы тормошо эҙҙәре әлегә асыҡланып бөтмәгән. Турбаҫлы ҡомартҡыларынан ҡурғандар барыһынан да яҡшыраҡ өйрәнелгән, уларҙың иң ҙурҙары - Турбаҫлы, Дежнев, Глумилино ҡурғандары. Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйлап, Ырымбур күперенән Өфө ҡалаһының мосолман зыяратына тиклемге арауыҡта, Туҡай, Зәки Вәлиди һәм Пушкин урамдарын да индереп, урынлашҡан ҡурғандарҙы иң күләмле тип атап була.
XVIII - XIX быуаттарҙа Өфө ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәре бында яңы йорттар төҙөгәндә, урамдар һалғанда һ.б. шундай эштәр барышында бик күп ҡурғандарҙың (меңәрләгән булыуы ла мөмкин) емертелеүе хаҡында яҙып ҡалдырған. Әйтергә кәрәк, тап ошо ҡурғандарҙа ерләнгән кешеләрҙең юғары ижтимағи хәлен дәлилләүсе иң ҡыҙыҡлы әйберҙәр табыла. Шундай осраҡтарҙың ҡайһы берҙәрен айырым билдәләп үтәйек.
1786 йылда Өфө наместнигы И. Якоби өйөнә нигеҙ ҡаҙығанда (хәҙерге Республика Йорто районында) ҙур ҡурған ҡаҙып асыла, ошо турала бына нисек яҙып ҡалдырылған: "... саф, лигатураһыҙ алтындан ҡойолған прибор (йыйылма) табылды, ул... Императрица Екатерина II ебәрелде лә инде".

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.23 | Ҡаралған: 87

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru