«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАНЫБЫҘҘА БАР ЯУГИРЛЫҠ
+  - 


Күренекле яҙыусы, драматург, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара әҙәби конкурстар лауреаты, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир ҠУНАФИН уҡыусылар араһында киң танылыу яулаған Фәнис Хөсәйенов тураһындағы "Бер ғүмер етмәй икән...", "Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине" тигән юлъяҙмалары өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды. Уның менән ҡорған әңгәмәбеҙ ошо очерктарында күтәрелгән проблемалар хаҡында барыр.

Мөнир Сәхиулла улы, махсус хәрби операция барған ергә сәфәрең осраҡлы ғына булмағандыр. Әлбиттә, журналистарҙың был командировкаһы Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан ойошторолдо. Ә бына яҙыусы һәм журналист булараҡ унда барырға үҙеңдең шәхси маҡсаттарың бар инеме?

- Махсус хәрби операция хаҡында мәғлүмәт туплап, үҙемсә анализлай барҙым. Яҙғандарыма ҡарап дәғүә белдереүселәр ҙә булды, йәнәһе, мин ситтән тороп яҙғанмын. Белеүегеҙсә, үткән ҡыш халыҡ батыры Фәнис Хөсәйенов хаҡында очергым донъя күрҙе. Фәнистең әсәһе, тәүге уҡытыусыһы, күршеләре, ауылдаштары менән осрашып, батырҙың бала сағы, үҫмер йылдары, бигерәк тә махсус операция барған ерҙәге батырлыҡтары тураһында ентекләп яҙҙым. Очеркты халыҡ яратып ҡабул итте. Фәнистең батырлығы хаҡындағы эмоциональ күңел тороштарым уҡыусыға тәьҫир иткәндер. Ләкин мин унда һуғыш яланындағы ысынбарлыҡты шаһит булараҡ түгел, күҙ алдына килтереп кенә яҙҙым. Шуға күрә ул ерҙәргә барырға, күрергә тигән маҡсатым барлыҡҡа килде. Мөмкинлек килеп сығыу менән унда барырға теләк белдерҙем.
Беҙҙең маҡсат алғы һыҙыҡта окоптарҙа, блиндаждарҙа булып, дары еҫен еҫкәп, һалдаттарҙың күңел торошон тойоп ҡайтыу, аҙаҡ күргәнебеҙҙе халыҡҡа нисек бар, шулай еткереү ине. Китер алдынан ныҡлы инструктаж үткәрҙеләр. Бер үк ваҡытта ҡурҡыттылар, сөнки унда аҙым һайын хәүеф һағалап тора. Мәҫәлән, 90 йәшлек әбейҙең: "Бәлеш бешерҙем, балаҡайҙарым, ашағыҙ", - тип тәҡдим итеп, ике һалдатты ағыулауы хаҡында әйттеләр. Снаряд килеп шартлап, үҙең йә иптәшең яраланған осраҡта беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә кәрәклеген дә өйрәттеләр. Бер үк ваҡытта беҙ ысын мәғәнәһендә яуға барғанлығыбыҙҙы белеп, барыһына ла әҙер булып юлға сыҡтыҡ. Һуңынан юлъяҙмамда барыһын да түкмәй-сәсмәй яҙып сыҡтым.

Беҙ, Рәсәйҙә йәшәүселәр, Кавказдағы ҡайһы бер һуғыш ваҡиғаларын иҫәпкә алмағанда, тыныс тормошта йәшәнек. Шул тормоштан ҡапыл алғы һыҙыҡҡа аяҡ баҫыуҙы нисек кисерҙең? Хәҙер технологиялар һуғышы мәле. Бер секундтан снаряд килеп төшөүе бар. Ундай саҡта кеше ҡасып та, йәшеренеп тә ҡотола алмай бит инде...

- Ҡыҙыҡ та, бер үк ваҡытта ҡыҙыҡ та түгел һорау. Ысынлап та, беҙ бәхетле бала саҡ, бәхетле үҫмер, бәхетле йәшлек осоро кисерҙек. Унда барғансы ул һуғыш миңә ҡағылмай тигән тойғо бар ине. Мин унда барыуға әҙер ҙә түгел инем. Үткән йәй ғаиләм менән Ҡара диңгеҙҙә ял иткән саҡта диңгеҙ аръяғында барған һуғыш әллә ни йоғонто яһаманы. Ял иткәндә Анапалағы шифаханала мәҙәни мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән яҡташ бер апай менән һөйләшеп киттек тә, ул: "Беҙгә Донецк ҡалаһынан ял итергә килгән балалар һауала вертолет йә самолет күренеү менән, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ағас ышығына йүгереп барып сүкәйә төшәләр. Бер көн йомала туй барҙы һәм шунда салют аттырҙылар ҙа, барып инһәм, балалар сумаҙандарын алып, ишек төбөндә көтөп ултыралар", - тип һөйләне.
Был хәлдәр мине бик ныҡ уйландырҙы. Ә бит беҙгә туранан-тура ҡағылмағас, һин уны, ысынлап та, тоймайһың. Бөйөк Ватан һуғышында, белеүебеҙсә, бөтә ил менән күтәрелеш күҙәтелгән. Шуға күрә, алдан шундай хәлдәрҙе ишеткәс, күңелем менән еңелерәк уйлап барҙым.
Ростов өлкәһенән барғанда игендәр тулҡынланып ултырған иҫ киткес матур баҫыуҙар күңелгә тыныслыҡ килтерә. Луганск Халыҡ Республикаһы территорияһына инеү менән картина бөтөнләй үҙгәрә. Ағастар яна, уларҙың күбеһе ҡороған, юлдағы яҙыуҙар тутығып, иҫкереп бөткән. Беҙҙәге 70-се йылдарҙа күҙәтелгән ҡотһоҙ күренештәр хасил булды. Быларҙы күреп, күңел һиҫкәнеп китте, һаҡланыу инстинкты уянды. Гражданскийҙар һиңә һынап ҡарай, күҙҙәреңә тура ҡарамаған кеүектәр. Уларҙы йәлләп тә, бер ни эшләй алмауыңды аңлауҙан ҡыйын булды.
Шайморатов, Доставалов батальондары һалдаттары менән осраштыҡ. Улар шул тиклем берҙәм, үҙҙәренең бурыстарын яҡшы аңлайҙар. Яҙған саҡта инде һәр береһенең кисерештәренә инергә тырыштым. Улар өсөн ҡәҙерле булған төшөнсәләргә барыбер ҡағылаһың. Һәр һалдат янында мөмкин тиклем оҙағыраҡ булдым. Мин - уларҙың энергетикаһын, улар минекен тойҙоҡ. Һәр береһенең тауышы, һөйләгәндәре барыһы ла хәтеремдә. Мин улар менән кем булыуҙары хаҡында мәғлүмәт алыу өсөн генә аралашманым.
Азат Шамил улы Бадранов менән осраштыҡ. Ул хәүефһеҙлектең иң беренсе нәүбәттә үҙебеҙҙән торғанын аңлатты. Әлбиттә, беҙҙең хәүефһеҙлек алдан ҡайғыртылғайны. Бронежилет, касканан алып маршруттарға тиклем алдан билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта өҫтөңә снарядтар килеп төшмәҫ тигән бер ниндәй ҙә гарантия булманы.

Унда үҙең, ҡустыларың, улың йәшеңдәге егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бындағы, тыныс тормоштағы егеттәр менән сағыштырғанда уларҙағы үҙгәрештәр нисек тойолдо?

- Ныҡ һиҙелә. Бер үк ваҡытта улар шаяра, көлә, көләмәстәр һөйләй. Һуғыштың үҙ тормошо бар. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, матур яҡтары, ҡыҙыҡ хәлдәре бар. Шул уҡ ваҡытта һуғышты беҙ атакаға барыу, һәләк булыу тип кенә күҙ алдына килтерәбеҙ. Өлкәнерәктәр араһынан "Вилнон" позывнойлы яугир ярты йылға ғына контракт төҙөгән, ҡайтыр ваҡыты етһә лә, ҡайтҡыһы килмәй. Икенсе бер яугир һәләк булған Учалы егеттәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе. Йәшерәктәрҙән ике егет: "Беҙгә ҡыҙҙар алып килегеҙ әле", - тип шаяртып алдылар. Әммә улар менән етди һөйләшә башлаһаң, ни тиклем тәрән аҡыллы булыуҙарын тояһың. Улар тәү ҡарашҡа ғына ябай һәм шаян тойолалар. Тағы ла бер егет бөтөнләй шиғыр уҡырға яратмаған, үҙенең шиғыр уҡығыһы килә, үҙенең дә күңелендә шиғыр барлыҡҡа килә. Ә бит шиғыр күңелгә былай ғына, рифма эҙләү булып ҡына килмәй. Шул тиклем тәрән кисерештән, илаһилыҡтан йә булмаһа тетрәнеүҙән генә тыуа. "Мулла" ҡушаматлы егет 2020 йылда намаҙға баҫҡан. Уға: "Дин кешеһенә ҡорал тотоп, тере йән эйәһенә тоҫҡарға, уның йәнен ҡыйырға яраймы һуң?", - тигән һорау бирҙем. Унан берәй вәғәз һөйләр тип көттөм. Ә ул: "Бер ун йылдан үҙебеҙҙең ни тиклем хаҡлы булыуыбыҙҙы белербеҙ. Әгәр ҙә берәүҙең улы икенсе берәүҙең улын "кәләш" итеп алам тиһә, атай-олатайҙарыбыҙ ҡәберенән ҡалҡып торасаҡ бит. Шул тиклем хәшәрәтлек беҙгә килмәһен өсөн мин ҡулыма ҡорал алып, шул хәшәрәттәргә атырға мәжбүрмен", - тип яуап бирҙе. Мин иһә шулай уйлайым: беҙҙең илдә, Башҡортостанда шундай тормош башланасаҡ һәм әлеге көнбайыш илдәренең алдынғы ҡарашлы кешеләре беҙҙең илдә йәшәгеһе киләсәк.

Беҙ йыш ғына йәштәрҙе: "Һеҙ битарафһығыҙ, ялҡауһығыҙ, беҙ бөтөнләй икенсе төрлө булдыҡ", - тип тәнҡитләргә яратабыҙ. Ә бит экстремаль хәлдәр, башҡа төрлө көтөлмәгән ваҡиғалар килеп сыҡһа, беҙ тәнҡитләгән йәштәр батырлыҡҡа һәләтле, шулай бит? Беҙҙең халыҡтың ҡанында ята ул батырлыҡ...

- Эйе, улар барыһына ла әҙер. Гендар аша килә батырлыҡ. Мин тәүҙә, һалдаттарҙың күпселеге аҡса эшләргә барғандыр, тип уйлағайным. Уларҙы ғүмерҙәрен аҡсаға алыштырыусыларға ла тиңләүселәр булды. Барып һөйләшә башлағас, бөтөнләй улай түгеллеген аңланым. Улар, бәлки, тәүге айҙарҙа аҡса эшләргә килдем тип тә уйлағандарҙыр. Хәҙер заман шундай, бындай ауыр хеҙмәт буш булырға ла тейеш түгел. Әммә бер нисә ай бер-береңә иң терәшеү, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, яуҙаштарыңдың һәләк булыуына шаһит булыу бөтөнләй башҡа маҡсаттарҙы барлыҡҡа килтерә һәм аҡса үҙенән-үҙе икенсе планға ҡала.
Ишембай батыры "Дикий" тыныс тормошта иретеп йәбештереүсе булған, кәүҙәгә әллә ни оҙон түгел, әммә физик яҡтан көслө, уны барыһы ла ярата. Ул көн аша алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек, боеприпастар ташый. Рота командиры уны буласаҡ генерал ти. "Мин илемде ныҡ яратам, шуға ла батырмын", тине ул миңә. Кешене өйрәтһәң дә улай әйтә алмай, был һүҙҙәрҙе ул йөрәгенән сығарҙы. Егет үҙе күп һөйләргә яратмай. Хушлашҡан саҡта: "Беҙ рация аша үҙ-ара башҡортса һөйләшәбеҙ. Дошмандар аңламаһын өсөн. Һеҙ унда: "Башҡорт телен һәйбәтерәк белегеҙ, был яу яланында ла кәрәк", - тип яҙығыҙ әле", - ти.

Фәнис Хөсәйенов тураһында һин унда бармайынса яҙҙың. Хәҙер барыһын да күреп ҡайтҡандан һуң был темаға әйләнеп ҡайтһаң, бөтөнләй башҡаса яҙыр инеңме?

- Әсәһе, ауылдаштары, туғандары менән аралашыуым хаҡындағы өлөшө шул килеш ҡалыр ине. Дуҫ егеттәре менән аралашыуға бәйле өлөшкә, әлбиттә, күп нәмә өҫтәр инем. Әле яңыраҡ Фәнистең дуҫы "Бабай" менән осраштым һәм дуҫ егеттәре менән аралашҡанда туплаған мәғлүмәт менән яңылары тап килде. Шулай ҙа очеркҡа "Бабай"ҙың ҡайһы бер әйткәндәрен өҫтәрмен тимен.

Хәҙер шундай фекер нығына бара: Бөйөк Ватан, Афғанстан, Чечня һуғыштарынан быныһы ныҡ айырыла. Шул фекергә нисек ҡарайһың?

- Рота командиры "Боцман" Чечня һуғышында булған. Ул махсус хәрби операция башҡа һуғыштарҙан ныҡ айырыла, ти. Беренсенән, техника йәһәтенән, икенсенән, тәртип буйынса. Совет мәктәбен үткән офицерҙарҙың ныҡ әҙерлекле булыуын таный рота командиры. Аҡыллы, тәжрибәле офицерҙар һалдатын да, үҙен дә һаҡлай, ти.

Фәнистең тормошон өйрәнеү, китап яҙыу, махсус хәрби операция урынына барып ҡайтыу тормошҡа ҡараштарыңды, тормошоңдо үҙгәрттеме?

- Минең был йәштә тормошҡа ҡарашым нығынған инде. Уны үҙгәртеүе бик еңел түгел. Әммә ундағы егеттәр минең яҡын туғандарыма әйләнде. Әле Илмир атлы Әбйәлил батыры "Шатай"ҙың һәләк булыуын ишеттем дә, түгелеп илап ебәрҙем. Ул үҙенең дуҫ егетен махсус хәрби операцияға ебәрмәҫ өсөн үҙе бара.

Тимәк, дуҫы өсөн һәләк тә була. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, һуғыш гражданкалағы күп кенә хаталарҙы төҙәтә, тәрбиәнең дөрөҫ ҡуйылмауын иҫкәртә. Шулай түгелме?

- Эйе, элек буранда аҙашып йөрөгән кеше юлында ниндәй йорт күрә, шунда ингән дә ятҡан. Хәҙер ҡоймалар бейегәйә, йоҙаҡтар күбәйә. Патриотлыҡ, бер-берең өсөн үлергә әҙер булыу кеүек төшөнсәләр ҙә беҙгә яҡын ине...

Ни өсөн беҙгә берҙәм, көслө, рухлы булыр өсөн фәҡәт һуғыш ҡына кәрәк?

- Асылға ҡайтыр өсөн ҡайһы ваҡыт комфорт зонаһынан сыға белергә лә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙә лә шулай. Бында ла халҡыбыҙҙың асылы күренәлер инде.

Махсус хәрби операция урынына барып ҡайтҡандан һуң ҙур күләмле әҙәби әҫәр, роман яҙырға теләгең юҡмы?

- Роман түгел. Роман өсөн персонаждар күп кәрәк буласаҡ һәм әҫәрҙең күп өлөшөн уйлап сығарған ваҡиғаларға ҡорорға тура киләсәк. Бында иң ҡулайы повесть йә сәхнә әҫәрелер.

Әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Мөнир Сәхиулла улы!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.23 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru