«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘРӘКЛЕ ҺҮҘҘЕ ЕТКЕРӘ
+  - 

Әлеге мәлдә республиканың ваҡытлы матбуғатына яҙылыу кампанияһы бара. Район һәм республика баҫмалары гәзит һәм журнал уҡыусыларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бирә, төрлө акциялар ойоштора, бүләктәр вәғәҙә итә һәм башҡалар. Бөтә нәмәгә хаҡтар артҡан мәлдә гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа осһоҙҙан түгел, әлбиттә, ләкин рухи аҙыҡ сығанағы булған баҫмалар үҙенең тоғро уҡыусыларын юғалтмаясағына өмөт бағлай.

Мин үҙем гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланыу менән яратҡан баҫмаларыма яҙыла һалам. Квитанцияларҙы күренеп торған ергә элеп ҡуймаһам, күңелдә ниндәйҙер тамамланмаған эш бар һымаҡ тойғо тик тора. Тағы ла шуныһы - нисә тиҫтә йыл буш тормаған почта йәшнигенең гәзитһеҙ етемһерәүен күҙ алдына килтерә алмайым. Тиҫтәләгән баҫма алдырһам да уларҙың араһында ла иң-иң күңелемә ятҡандары бармаҡ менән һанарлыҡ. Һәм был исемлектең тәүге баҫҡысын, әлбиттә, "Киске Өфө" гәзите биләй. Почта хеҙмәткәрҙәре лә өйрәнеп-белеп бөткән: мин барыуға, гәзиткә квитанция яҙып әҙерләп тә ҡуялар.
Гәзиттең, бер яҡтан, мәғәнәле булыуын үҙ итәм. Шулай уҡ уның халыҡсанлығын яратам. Бөтә быуын вәкилдәренә лә бер кимәлдә ҡыҙыҡлы булыуы ла уны мәртәбәле итә. Баш ҡаланың һәм республиканың ижтимағи тормошон йөплө генә итеп еткереүе, Рәсәй һәм тотош донъя кимәлендәге хәлдәрҙе ыҡсым һәм аңлайышлы яҙыуы, йәмғиәттең бөтә өлкәһенә лә иғтибар биреүе миңә һәләк оҡшай. Уҡыйым тиһәң - ҡыҙыҡлы хикәйәләре, баш эшләтеп алайым тиһәң - сканворды, уңышлы кешеләр тураһында мәғлүмәт кәрәкһә - "Уңыш ҡаҙан", аҡыл кәрәкһә - "Аҡыл - ҡаҙна" һәм башҡа рубрикалары бар гәзиттең.
Республика баҫмалары араһында милләтебеҙгә, туған телебеҙгә, туған мәҙәниәтебеҙгә ҡағылышлы иң күп баҫылған мәҡәләләр, уйланыуҙар һәм борсолоуҙар "Киске Өфө"лә икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Ысынлап та, баҫма сыға башлағандан алып ошо мөһим темаларҙы яҡтыртыуы менән беҙҙең күңелдәрҙе яуланы.
Милләттебеҙҙең күренекле шәхестәре менән рәсмилектән алыҫ булған, донъяуи әңгәмәләр баҫтырыуы, йәштәрҙең һәм хатта балаларҙың уй-фекеренә ҡолаҡ һалыуы, төрлө өлкәлә уңышҡа өлгәшкәндәр тураһында ла мәғлүмәт бирә барыуы маҡтауға лайыҡ.
Шулай уҡ "Интернеттан" рубрикаһын да ҡыҙыҡһынып уҡып сығам һәр ваҡыт. Уйлап ҡараһаң, интернет селтәрендә әҙ ултырмайбыҙ кеүек, ә "Киске Өфө"ләр шул мең төрлө мәғлүмәт араһынан иң ҡыҙыҡлыһын һәм файҙалыһын ғына эҙләп табып, гәзит уҡыусыһына еткерә.
Яратып уҡыған гәзитем артабан да уңышлы баҫма булһын, уҡыусыларының яҡын кәңәшсеһе булыуҙан туҡтамаһын.

Рәйсә ИРНАЗАРОВА.
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.23 | Ҡаралған: 178

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru