«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨСЛӨ ФЕКЕРҘӘШТӘР ТӨБӘГЕ
+  - 

Мәскәүҙә Федерация Советында быйыл Өфөлә июндә үткән Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумына йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Рәсәй Федерацияһы Советы рәйесе Валентина Матвиенко билдәләүенсә, был үткәреү кимәле, йөкмәткеһе һәм һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы форумдарҙың береһе булды. Башҡортостан етәкселеге ғәйәт ҙур ойоштороу һәм әҙерлек эштәре алып барҙы, бәйләнерлек бер сәбәп тә булманы, тине ул. "Радий Хәбировтың форумды әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлеүен беләм, - тине Валентина Матвиенко. - Күптән түгел коллегам, Беларусь Республикаһы Советы рәйесе Наталья Кочанова менән осраштым. Ул тағы ла форум тураһында бик матур һүҙҙәр әйтте".
Матвиенко фекеренсә, иң мөһиме - һандар буйынса һөҙөмтәләргә өлгәшелгән, төбәктәр, компаниялар һәм фирмалар араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. "Хөрмәтле Радий Фәрит улы, Андрей Геннадьевич, Лилия Салауат ҡыҙы (Л.С. Ғүмәрова - Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе), һынатмағанығыҙ һәм ҙур эш башҡарғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине Валентина Матвиенко. - Башҡортостанда бик көслө фекерҙәштәр коллективы эшләүенә инандым. Өфө халҡының ысын башҡорт ҡунаҡсыллығы һәм ихласлығы менән ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүе хаҡында ла бик йылы тәьҫораттар ҡалды".
Валентина Матвиенко форумды ойоштороуға ҙур өлөш индергәне өсөн Радий Хәбировҡа Федерация Советының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Журналистарға биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы форумдың республика өсөн мөһимлеге хаҡында һөйләне һәм алған наградаларҙы ул сараны лайыҡлы һәм сифатлы үткәргән идара итеү командаһы һәм дөйөм республиканың эшен юғары баһалау тип атаны.
- Беҙҙең өсөн дуҫ илдәр менән партнерлыҡ айырым әһәмиәткә эйә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Рәсәйҙе Белоруссияға асыу өсөн башҡарған эштәребеҙ Башҡортостан өсөн бик мөһим. Сауҙа һәм үҙ-ара инвестициялар йәһәтенән һиҙелерлек үҙгәрештәр күрәбеҙ.
Республика Башлығы әйтеүенсә, киләһе йылда Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтәсәк. Ул республиканың тышҡы иҡтисади әүҙемлеген артабан үҫтереүгә, дөйөм алғанда ике дәүләттең үҙ-ара эш итеүенә булышлыҡ итәсәк.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.23 | Ҡаралған: 111

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru