«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУ
+  - 


* * *

Әсләмдең: "Район үҙәгенә барыр өсөн ошонда төшөргәме?" - тигән һорауына водитель: "Төшөргә булалыр, тик бынан урау түгелме икән? Ошо тирәлә икәнен пассажирҙарҙан ишеткәнем бар инде", - тип яуапланы.
- Уның ҡайҙа икәнен теүәл генә белмәгәс, бынан ураулығын ҡайҙан беләһегеҙ һуң?
Водитель яурындарын һикертте лә, әллә уңайһыҙланып, әллә Әсләмдең һорауына йәне көйөп, ҡарашын ситкә алды. Ҡаҙҙыҡы ише оҙон муйыны буйлап күмәгәйе үтте, яҫы усы менән етеү сәстәрен һыпырҙы.
- Бында ҡалмаһаң, әйҙә, иптәш булып киләһе туҡталышҡа тиклем бар. Кем белә, бәлки, унан яҡыныраҡтыр.
- Юҡ, ошонда төшәм, ошонда төшөргә тинеләр, - Әсләм йәнә туҡталыш исемен һораны водителдән, "Эйе, шул", тип ыңғай яуап алғас, рюкзагын арҡаһына ташланы. - Ошо маршрутта йөрөйһөгөҙ, ә район үҙәгенең ҡайҙа икәнен дә белмәйһегеҙ. - Мин бит тик ошо маршрутта ғына йөрөйөм, ул яҡҡа сыҡҡаным юҡ.
Әсләм өндәшмәне. Төшһөн, нишләп "водителгә иптәш" булып барырға тейеш һуң әле? Бараһы еренә бөгөн барып етергә тейеш тә. Иртәгә уны район үҙәгендә мөһим эш көтә. Водитель, ярай, мәйелең, тигәндәй, йәнә яурындарын һикертте, оҙон муйыны буйлап йәнә күмәгәйе күтәрелде һәм артабан һүҙ ҡуйыртып тормай, ҡуҙғалып та китте.
Туҡталышта Әсләмдән башҡа берәү ҙә төшмәне. Хәйер, кем төшһөн, һуңғы өсмө, дүртме туҡталышты япа-яңғыҙы ғына килде бит. Водитель автовокзалда уҡ, кеше аҙ, биш-алты пассажир өсөн маршрутҡа сыҡмайым, тип юлға ҡуҙғалмаҫҡа ла ниәтләнгәйне, урта йәштәрҙәге бер уҫал, ирҙәрсә ҡалын тауышлы тәтәй ҡатын менән таяҡҡа таянған телдәр ҡарсыҡ ҡырталашып, билет алғанбыҙ, алып барырға тейешһең, юҡһа, начальнигыңа инәбеҙ, тигәс кенә сигенде. Бәлки, инәлтеп, баһаһын күтәрергә генә теләгәндер. Ә теге ике бисә әллә ни алыҫ китмәне, бер нисә туҡталыштан һуң төшөп тә ҡалды. Был яҡҡараҡ килһәләр, Әсләм район үҙәгенә алып барған юлды, әлбиттә, уларҙан һорашыр ине. Улар төшмәҫ элек һорамағанына үкенде лә бит, тик һуң ине. Моғайын да, ауылдаштарылыр, әммә Әсләм уларҙы танымай. Күрше ауылдыҡылар булыуы ла ихтимал.
Туҡталышта кеше юҡ. Аптыраны Әсләм. Ярай, унан башҡа төшөп ҡалыусы булманы, ти, ә теге яҡҡа ултырып китеүсе лә юҡ бит. Белеүенсә, автобус ары киткән һайын ауылдар йышая, унан ҡалалар башлана, кешеләрҙең дә барып-ҡайтыу-йөрөүҙәре артырға тейеш. Ә юҡ...
Өс яғы бетон коробка-ҡоролманың эсе бысраҡ, һейеп, хатта оло ярау яһап, стеналарына оятһыҙ һүҙҙәр яҙып, шәрә ҡатын-ҡыҙ һындары төшөрөп бөткәндәр. Ул һындар ҙа кеше анатомияһын бөтөнләй боҙоп, дөрөҫөрәге, белмәй, үтә примитив һәм тупаҫ яһалған. Башланғыс синыф балаһы ла шулай төшөрмәҫ. Хәйер, йәштәре оло булһа ла аңдары шул башланғыс синыфтан ары китмәгәндер инде. Һыйыр, аттар ҙа кергән - тиҙәктәре өйөлөшөп ята. Ямғыр-ҡар яуһа, ел-буран булһа нисек кереп ышыҡланалар икән һуң был хәшәрәткә, тип аптыраны Әсләм. Нишләйһең, беҙҙең ысынбарлыҡ шулай инде, тип уйланы йәнә, үҙешмәкәр рәссамдарҙың ижад өлгөләрен күҙҙән үткәргәс. Ҡайҙалыр, нимәлер яҙырға, төшөрөргә беҙҙең ҡул ҡысып ҡына тора, һәр ерҙә үҙебеҙҙең барлыҡты теркәп китергә өйрәнгәнбеҙ. Уның башҡаларға кәрәкме-юҡмы, яҡшымы-насармы икәнен уйлау юҡ.
Ҡағыҙҙар ҙа йәбештерелгән ҡоролма стенаһына. Һыҙылып, мөйөштәре йыртылып, яндырылып бөткән төрлө ҙурлыҡтағы ул ҡағыҙҙарҙың йөкмәткеһе: һыйыр, башмаҡ, ат, тай юғалған, шуларҙы табырға ярҙам һорайҙар, малдарының йәшен, төҫөн, башҡа билдәләрен, ауылдар исемен, үҙҙәренең исем-фамилияларын яҙғандар. Йәштәр бер-береһенә сәләм ҡалдыра, үҙенең ауылға шул көндә ҡайтасағын белдерә, ир-ат исемдәре менән ҡатын-ҡыҙ исемдәре араһына ҡушыу билдәләре ҡуйылып тигеҙ була мөхәббәт тигән яҙыуҙар ҙа әллә күпме. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһына һыу буйы аңлатма, шарж, һүрәт-һындар...
Ҡарай-тикшерә торғас, Әсләмдең күҙе бер иғланға туҡталды. Ул хатта иғлан да, белдереү ҙә түгел, ә судҡа саҡырыу ине. Шунса йылдың шунса айы, шунса көнөндә (Әсләм уҡыуҙан туҡтап, бөгөнгө числоны иҫенә төшөрҙө лә, судтың бынан ай элек үк үткәнен иҫәпләп сығарҙы), район үҙәгендә суд буласағы һәм Әсләмдең (фамилияһы, исеме, атаһының исеме, ауылы, урамы, йорт һаны тулыһынса бар) ошо судҡа саҡырылыуы, килмәй ҡалһа, суд ултырышы унһыҙ ғына үтәсәге хаҡында яҙылғайны. Аптырау ғына түгел, иҫе китте Әсләмдең, тамағы кибеп, быуындары хәлһеҙләнде хатта. Ай элек үк саҡырғандар, ә ул саҡ китеп бара. Алманы ул бер ниндәй ҙә ҡағыҙ. Юлда юғалдымы, әллә почтала ятамы икән ни повесткалары? Әллә алып, әсәһе йәшереп ҡуйҙымы? Улай тиһәң, бар, белешеп ҡайт, нишләп һаман саҡыртмайҙар, теге хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте, һинһеҙ генә һине ғәйепләп ҡуймаһындар, тип үҙе ебәрҙе. Ә ниңә бында элгәндәр? Аңлауынса, повестканы бит килтереп ҡулына тотторорға ла, тапшырыуҙары тураһында ҡултамғаһын алырға тейештәр ине. Телефоны ла бар - һис юғы шылтыратырға мөмкин. Нишләргә? Кире боролорғамы? Ай элек үткән судҡа нимә тип китеп бара инде? Суд ҡарары сыҡты, һуңланығыҙ, йөрөмәгеҙ, тип кенә әйтәсәктәр. Юҡ, бер сыҡҡас, барып етергә, инергә, асыҡларға, повестканы алмауы хаҡында белдерергә кәрәктер. Юҡһа, килмәне, күренмәне, саҡырыуҙы инҡар итте, тип ғәйепләүҙәре ихтимал. Иртәме, һуңмы барыбер саҡырасаҡтар, унан йәнә юлға сығырға тура киләсәк. Эйе, бында еткәс кире боролоп булмай инде.
Әсләм ҡағыҙҙы һаҡ ҡына ҡуптарып алып түш кеҫәһенә тыҡты ла, бетон ҡоролманың артына сыҡты. Тапалып ятҡан юл юҡ, һирәк-һаяҡ үткән һуҡмаҡ ҡына төҫмөрләнә. Әллә мал йөрөгән, әллә кеше аяғы. Тәрән көрһөндө, тирә-яғына ҡараш йүгертеп үҙен оҙон юлға әҙерләне, баш осондағы ҡояшҡа ҡарап алды, рюкзагының ҡайышын нығыраҡ ҡыҫты. Яҡты күҙҙә барып етергә тейеш, әсәһенең әйтеүенсә, ун-ун ике саҡрым ара инде. Ауылда етенсеме, һигеҙенсеме класта уҡыған саҡта бер генә барғайны район үҙәгенә. Хәрби комиссариатҡа, медицина тикшереүенә. Унда ла мәктәпме, әллә колхозмы автобусына тейәп йөрөтөп алып ҡайттылар. Шунан бирле барғаны юҡ. Нисектер тура килмәне. Армияла йөрөп ҡайтты, уҡырға керҙе, ә бына район үҙәгенә башҡаса бер ҙә барырға форсат сыҡманы. Бына нисә йылдан һуң саҡ китеп барыуы. Был юлы бөтөнләй икенсе маҡсат менән.
Атлай торғас йәнә бер уй башына килә Әсләмдең. Туҡталышта, ғәҙәттә, ауыл була, дөрөҫөрәге, ауыл эргәһенә яһайҙар туҡталышты. Унда йәшәгән халыҡ юлға сығып, үҙенә кәрәк тарафҡа юлланыр, барған еренән ауылына әйләнеп ҡайтыр өсөн. Ә бында ауыл юҡ, һәр хәлдә Әсләм һаман күрмәй. Алда төҫмөрләнгән урман артында йәки эсендә генә булмаһа. Кеше көн итмәгән ергә туҡталыш ҡороп ҡуйғандар булып сыға түгелме? Улай тиһәң, был яҙыу-һыҙыуҙар ҡайҙан? Уларҙы кем йәбештергән? Йәштәрҙең бетон будка эсенә кереп теләһә нимә яҙып, төрлө һүрәттәр төшөрөүен нисек аңларға? Яҡын-тирәлә ауыл булмағас, уларҙы кем ҡалдырған? Әсләмгә тәғәйенләнгән иғлан-саҡырыуҙы ла кемдер килтереп элгән бит район үҙәгендә урынлашҡан суд бинаһынан. Тик кем? Суд хеҙмәткәре түгел бит инде. Улар халҡы бындай түбәнлеккә төшә буламы? Тимәк, ауыл бар, мал-тыуар эҙе лә булғас, ул йыраҡ түгел - мал ауылдан йыраҡ китмәй.
Һуҡмаҡ буйындағы ялан тиҙҙән бөттө лә, ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, үләне ап-аруҡ ҡуйы һәм бейек булып үҫеп өлгөргән ерҙәр китте. Бер аҙҙан берәм-һәрәм булһа ла ҡайын, ваҡ имән, шыршынан торған ҡатнаш ағаслыҡ башланды. Әммә ул оҙаҡламай тығыҙ ағаслы ысын урманға килеп терәлде.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.23 | Ҡаралған: 89

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru