«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

Турбаҫлыларҙа ут культы киң таралған, быға үлгәндәрҙең ҡәберҙәре өҫтөндә яндырылған ҙур усаҡ эҙҙәре булыуы дәлил. Турбаҫлыларҙың, гундар кеүек, вафат булған туғандары иҫтәлегенә усаҡ тирәләй ҡатмарлы йола уҙғарыуҙары бик ихтимал. Турбаҫлы ҡәберҙәрендә ут культы таралыу менән бәйле мәйет яндырыу осраҡтары булыуын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Улар, мәҫәлән, Кушнаренко ҡәберлегендә һәм Өфө ҡалаһында (Галанов урамында) табылған. Килтерелгән миҫалдар Халыҡтарҙың бөйөк күсеше эпохаһы үҙенсәлектәренең бер сағылышы булған турбаҫлы ҡәбиләләренең этник составы ҡатмарлы булыуын, ҡәбиләләрҙең, халыҡтарҙың, уларҙың матди һәм рухи мәҙәниәттәренең кинәт буталыуын һәм ҡушылыуын күрһәтә.
Турбаҫлы ҡәбиләләре керамикаһының яҫы төплө төркөмөнөң VI - VIII быуаттарҙа Урта Волга буйындағы именьков мәҙәниәте керамикаһына оҡшаш булыуын айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алыу фарыз. Уларҙы һауыттарҙың формаһы һәм пропорциялары, етештереү техникаһы яҡынайта. Ошо ике мәҙәниәттең яҡынлығы торлаҡтарының - ярым ер өйҙәренең бер төрлө формаларында, биҙәүес предметтарының, ҡоралдарының һәм эш ҡорамалдарының оҡшаш составында сағылыш таба.
Ошо оҡшашлыҡтың барлыҡҡа килеүе сәбәптәрен асыҡлау археологтар араһында төрлө ҡараштар тыуҙырҙы. Мәҫәлән, ҡайһы бер тикшеренеүселәр IV-VI быуаттар арауығында именьковсыларҙың бер өлөшөнөң Көнбайыш Урал буйына күсеп килеүҙәре һәм турбаҫлы мәҙәниәтен формалаштырыуҙа ҡатнашыуҙары хаҡында фараз итте. Тап шуға күрә Көньяҡ Уралда табылған яҫы төплө керамиканы бында именьковсылар килтергән, тип фекер йөрөтә улар. Был ҡарашты ҡайһы бер төҙәтмәләр менән ҡабул итергә була. Именьков ҡәбиләләре турбаҫлыларҙан үлгәндәрҙе ерләү йолаһы кеүек мөһим мәҙәни һыҙаты буйынса айырылып тора: уларҙа ерләү һәр саҡта ла мәйетте яндырыу менән башҡарыла, ҡәбер өҫтө бер ҡасанда ер өйөмө менән ҡапланмай, ҡәберҙәрҙә соҡоп эшләнгән уйымдар һәм киртләстәр булмай. Тимәк, именьковсылар ерләү йолаһын башҡа бер дини принциптарға ярашлы башҡарған. Керамиканың оҡшашлығына килгәндә, күрәһең, быны бик ябай ғына аңлатып була: махсус тикшеренеүҙәргә ярашлы, ошо яҫы төплө керамика төркөмө примитив көршәк яһау ҡорағында эшләнгән, һәм был техник яңылыҡ, моғайын, көршәксе-һөнәрселәр эшмәкәрлеген киң күләмдә стандартлаштырыу мөмкинлеген биргән.
Шул уҡ ваҡытта археология Урал буйы халҡының айырым төркөмдәренең Урта Волга буйына үтеп инеү осраҡтарын һәм бының киреһен билдәләй, һәм быны ике күрше төбәк халыҡтарының тәбиғи аралашыу процесы тип ҡарарға кәрәк. Фәндә турбаҫлыларҙың килеп сығышы хаҡында берҙәм фекер юҡ. Уларҙың иртә тимер быуаты эпохаһының дак-сак-массагет ҡәбиләләренең туранан-тура вариҫтары булыуы хаҡындағы ҡарашты яҡлаусылар күп. Генетик яҡтан уларҙы антропологик типтарының яҡын булыуы, уртаҡ биләмәләрҙә йәшәүҙәре, ерләү йолаһы (ҡәберҙәрҙең формаһы, ут культы) һәм матди мәҙәниәт (иң элгәре - керамика) берләштерә.
Ошо уҡ һыҙаттары буйынса иртә турбаҫлы мәҙәниәтен (IV-V бб.) Көнбайыш Себерҙең һуң саргат мәҙәниәте менән сағыштырып була. Ошо параллеллек турбаҫлы мәҙәниәте формалашыуында саргат ҡәбиләләренең бер өлөшөнөң ҡатнашҡан булыуы ихтималлығын күрһәтеп тора. Әммә тупланған материалдар турбаҫлы мәҙәниәтенең үҙенең генетик тамырҙарының көньяҡ далалары ҡәбиләләре менән бәйле булыуын күрһәтә. Ошо планда джетыасар мәҙәниәте (б.э. II-IV бб.) ҡәберлектәре материалдары бик ышаныслы, ул Кангюй халҡынан ҡалған. Беҙ уларҙа ҡәбер типтары, керамика, бил ҡайыштары йыйылмалары, биҙәүестәр (мәрйендәр, фибулалар, һырғалар) һәм ҡоралдар кеүек ошондай күләмле материалдарҙың ныҡ яҡын булыуын күрәбеҙ.
Уларҙың хронологик яҡтан яҡын булыуы айырым иғтибарға лайыҡ. Ошо параллелдәр фонында турбаҫлы ҡәбиләләренең төп халҡының Кангюй кеүек ҙур илдән күсеп килеүе хаҡында фекер тыуа.
Әгәр ҙә Көньяҡ Урал һәм Кангюй халыҡтарының күп быуатлыҡ этномәҙәни бәйләнештәрен иғтибарға алһаҡ, әле әйтелгән фекерҙе һис шикһеҙ ҡабул итеп була.
Турбаҫлы ҡомартҡылары керамикаһының көньяҡ аналогтары үрҙәрәк һанап кителгәндәр менән генә тамамланмай. Көтмәгәндә уға иң яҡын параллелдәр территориаль яҡтан йыраҡ булмаған Урал-Ҡаҙағстан далаларындағы "мыйыҡлы" ҡурғандарҙа һәм VI-VIII быуаттарға ҡараған селенташ тибындағы ҡомартҡыларҙа табылды. Улар хаҡында түбәндәрәк ентекләп әйтеп үтәрбеҙ, ә бында ошо түңәрәктәге ҡомартҡыларҙың дөйөм һаны 60-тан ашыу булыуын һәм уларҙа турбаҫлы ҡомартҡыларының романов тибындағы керамикаһына бик тә яҡын булған яҫы төплө керамик һауыт-һаба табылыуын билдәләп китәйек. Әйткәндәй, Көньяҡ Уралдың һәм Төньяҡ Ҡаҙағстандың дала зонаһындағы III-V быуаттарға ҡараған ҡурғандарҙа яҫы һәм түңәрәк төплө һауыт-һаба етерлек табылған, һәм был яҡын параллелдәрҙе турбаҫлы ҡәбиләләренең һәм дә уларҙың матди мәҙәниәтенең төп элементтарының көньяҡ сығышлы булыуына өҫтәмә аргумент итеп ҡарау фарыз.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.23 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru