«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУ-2
+  - 


Тәүҙә дәртле генә атлаған Әсләм яйлап арый башланы. Хәйер, ул физик арыу ҙа түгелдер, ә тәүге эмоциональ күтәренкелектең һүнә барыуылыр, судҡа һуңлауынан тыуған күңел төшөнкөлөгөлөр. Өр-яңы туфлиҙар кейгәйне, йәнәһе, тегендә матур күренә, аяҡтарын, бигерәк тә һул яҡ сыңарсай бармағын ҡыҫа, өйкәй башланы, етмәһә. Бәләкәйерәкте алған, ахыры. Был юлға аяҡтары күнеккән иҫкерәк нәмә кейһә булған да бит. Әйтәйек, кеды йәки сандалый. Асфальттан атламаҫын, урман юлынан барасағын белә ине. Юҡ, башы эшләмәне, еңел уйланы. Әсәһе лә өндәшмәне. Ул да, күркәм йөрөһөн, тип уйлағандыр. Сөнки гел генә, ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк, тип ҡабатларға ярата һәм бәләкәйҙән Әсләмдең бөхтә йөрөүен талап итте, әле лә талап итә.
Аяҡтары аҫтында - кипкән ағас ботаҡтары, ер өҫтөнә сығып ятҡан йыуан тамырҙар. Етмәһә, атлаған һайын урман ҡуйыра, ағастар бейегәйә, яҡтылыҡ һүрәнәйә бара. Юлы ла бер юғала, бер төҫмөрләнә, унан барған һуҡмағынан ике яҡҡа беленер-беленмәҫ ваҡ һуҡмаҡтар айырылып сығып аптырата. Әсләм уларҙың нығыраҡ тапалғанын, ҡырҡа боролош яһамай турараҡ барғанын юғалтмаҫҡа тырыша. Оҙон юл тик тура ғына һуҙылырға тейеш, ул киҫкен боролошло була алмай. Ҡаршыһына кеше осрамауы, һыбай йәки арбалыларҙың йөрөмәүе лә ғәжәп. Ауылдар араһында ғәҙәттә кеше йөрөп ята торғайны ла. Район үҙәгенә китә торған юлда хәрәкәт булырға тейештер бит. Һәм был, дөрөҫ бараммы икән һуң, тигән ҙур шик уята Әсләм күңелендә. Был шик тау башынан ысҡынған ҡар өйөмөнөң аҫҡа тәгәрәгән һайын ҙурая барғаны һымаҡ, арта бара, арта бара.
Ниһайәт, байтаҡ атлағас, балта туҡылдауы, бензин бысҡыһы шыжлауы, уфылдап-илап оҙон ағас ҡолауы тауыштары ишетелде. Ағас ҡырҡалар, тимәк, кешеләр бар. Әсләмдең эсенә йылы инде, тимәк, һорай, белешә ала район үҙәгенә илтер юлды. Һәм ул туфлиҙары ҡыҫҡанлығын да онотоп, аҙымдарын ҡыҙыулатты.
Ағастар кинәт бөттө. Өйҙә ҡорғанды асҡан һымаҡ тирә-яҡ ҡапыл яҡтырып китте. Ҡояш байымаған, ярайһы уҡ бейектә ине әле. Биш-алты кеше йылдам хәрәкәтләнеп ағас эше менән мәшғүл. Берәүһе бензин бысҡыһы менән йыға, икенсеһе йығылғанды ботай, өсөнсөһө үлсәп, кәрәкле оҙонлоҡта турап йөрөй, дүртенсеһе ат менән бер урынға һөйрәттерә. Арыраҡ, юлдан эстәрәк, тейәгестәре, машиналары ултыра, шунда уҡ усаҡ яна, йыуан төпһәләрҙә ҡашығаяҡ, сәйнүк, ҡоромға батҡан биҙрәләре, ботаҡҡа эленгән рюкзак-төйөнсөктәре, кейем-һалымдары күренә.
Әсләм һуҡмаҡҡа яҡыныраҡ йөрөгән тәүге егет янына барҙы. Ул биленә тиклем сисенгән, йылтырап торған тәнендә һелтәнгән ыңғайға төйөмлө мускулдары уйнай, йоҡа триконан ғына, башында - шыйыҡ һыйыр иҙмәһенә оҡшап кәпәсе йәйелеп ята. Яшыҡ бит-йөҙөн шырт һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, ҡалын ҡаштары керпектәренә тиклем һәлберәп төшкән. Аяҡтарында ҡыҫҡа ҡуңыслы кирза итектәр, тимәк, армияла десантник булып хеҙмәт иткән, ҡулдарында аҡ бирсәткәләр.
- Һаумыһығыҙ! - Әсләм егеттең янына барып баҫты. Әммә егет уны ишетмәне лә, күрмәне лә, ахыры, әйләнеп тә ҡараманы, һаман һелтәнеүен белде. Аптырап икенсегә өндәште Әсләм, китеп барған район үҙәгенең исемен дә атап, дөрөҫ бараммы шунда, тип тә өҫтәне. Был юлы ла яуап бирмәне урмансы. Тамам ғәжәпкә ҡалған Әсләм тапанды-тапанды ла, тегенең янынан китергә мәжбүр булды - күргеһе, ишеткеһе килмәгән кеше янында әрһеҙләнеп нисек баҫып тораһың? Ишетмәйҙер тиһәң, ҡолағы бар, күрмәйҙер тиһәң, күҙҙәре бар.
Икенсе эшсе янына туҡтаны ла иҫәнләшеп, йәнә юл тотҡан ауылдың исемен атап, дөрөҫ бараммы, тип һораны. Тәүгеһенән олораҡ күренгәс, быныһы ҡабырғаһын ҡуймаҫ, аңлатыр, өйрәтер, тип өмөтләнгәйне лә, өмөтө аҡланманы, илтифат күрһәтмәне быныһы ла. Терәлеп тигәндәй янында баҫып торған Әсләмгә ул күтәрелеп тә ҡараманы, хатта, ҡамасаулама, һинең ҡайғың юҡ, күрәһең бит, эштәмен, тигән ҡиәфәттә, күҙенә кереп йонсотҡан себенде ҡыуған ише ҡул һелтәне лә, янынан китеп үк барҙы. Бына һиңә мә! Был ни хәл? Нишләп был урмансылар һуҡыр ҙа, һаңғырау ҙа һуң? Етәкселәре бер кем менән дә һөйләшмәҫкә, аралашмаҫҡа ҡушҡанмы? Законһыҙ ағас йығыусылармы әллә? Һы-ы, кеше осрауына ниндәй шатланып килде, бушҡа булды, юлы сәйер, хатта уңышһыҙ башланды, хәйерлегә булһын.
Байтаҡ баҫып торҙо Әсләм урман ҡырҡыусыларҙың ҡылыҡтарын аңлай алмай. Аңларлыҡ түгел ине уларҙың тәртибе, әҙәмсә түгел ине. Нишләһен, юлын дауам итергә мәжбүр булды - тороуҙан фәтүә юҡ, ҡояш байымаҫ элек ыратырға ла, район үҙәгендә йәшәүсе апаһына - әсәһенең бер туған һеңлеһе - барып етергә кәрәк. Иртәгә иртәнсәк суд бинаһын эҙләп табыр һәм, барыһын да асыҡлап, ҡайтыу яғына боролор.
Тиҙҙән асыҡлыҡ бөттө, йәнә ҡара урман башланды, беленер-беленмәҫ тар һуҡмаҡҡа ҡараңғылыҡ ятты. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп яй ғына атлай торғас ер өҫтөнә быуар йыландай сығып ятҡан йыуан ағас тамырҙарына эләгеп йығылып тубығын, ҡулдарын ауырттырҙы. Һул аяғын өйкәүенә түҙә алмай туфлиҙарын систе: бармағының тиреһе һыҙырылып ҡанға туҙғайны. Был килеш артабан атларлыҡ түгел. Әсләм аяҡ кейемен ҡулына тотоп алды. Әммә оҙаҡ бара алманы, йәнә әлеге тамырҙарға аяғын бәрҙе.
Яйлап урман эсе тамам ҡараңғылыҡҡа сумды. Шуға ла артабан атлауҙан мәғәнә юҡ - беленер-беленмәҫ һуҡмаҡ ишаратынан ситкә сығып аҙашыуың ихтимал. Әсләм бер йыуан ҡарағай төбөнә сүгәләне. Йәйге төн ҡыҫҡа, нисек тә таң аттырыр әле. Һәрмәнеп юл япрағы эҙләне, әллә шуны, әллә шуға оҡшаш башҡа йәйенке япраҡты йолҡто ла һул аяғының бармағына урап, носкийын кейҙе. Рюкзагынан май һыланған икмәк телеме, ит киҫәге, һөтлө сәй алып ризыҡланды. Ярай ҙа шуларҙы алырға башы еткән. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙенең башы етмәҫ ине, юл хәлен белеп булмай, һалайым әле шуларҙы, тип әсәһе көсләп тигәндәй биштәренә тыҡты. Һәм бына кәрәкте лә. Әсләм арҡаһын ағасҡа терәп күҙҙәрен йомдо. Һәм юлға сығыуына беренсе тапҡыр үкенде.
Күк күкрәүенә тертләп уянды. Быҫҡаҡлап ваҡ ямғыр яуа. Бер мәлгә ҡайҙалығын аңлай алмай ултырҙы. Өшөгән. Өҫ-башы лысма һыу. Хәйер, йоҡламағандыр ҙа, арығанлыҡтан ойоп ҡына ултырғандыр. Ҡулдары, бите буйлап ҡырмыҫҡалар, әллә ниндәй бөжәктәр йөрөй, тешләй, салбары, күлдәге эсенә тулғандар. Әсләм һикереп тороп баҫты ла битен, муйын, елкәһен, күлдәгенең һәҙәптәрен ысҡындырып эсендә, арҡаһында йөрөгән хәшәрәттәрҙе һыпырҙы. Урман эсе дөм-ҡараңғы, шомло, ағас баштары һелкенгән, ҡоро ботаҡтарҙың һынып ергә төшкәне, төнгө ҡоштарҙың осоуы, ниндәйҙер йән эйәләренең япраҡ араларында йөрөүе ишетелә. Ай, юҡҡа сыҡты хәйерһеҙ юлға, былай төнгә ҡалырын, урманда төн сығырын белһә, һис ҡуҙғалмаҫ ине. Әйтте әсәһе, кискә ҡарай сыҡмайһыңмы әллә, барып етә алмаҫһың, иртәгә иртүк ҡуҙғалырһың, тине. Ҡәтғи әйтмәне, кәңәш рәүешендә әйтте, әммә Әсләмгә әсәһе һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк булған. Юҡ, ҡараңғы төшкәнсе барып етәм, әллә ни йыраҡ түгел дә, тип үҙһүҙләнде. Олоно тыңламаған, оролған дә бәрелгән, тигәндәре тап шул булалыр. Оролоп-бәрелеп йөрө инде бына. Еттең, ти! Ултыр инде бына хәҙер дөм ҡараңғы урман эсендә күшегеп. Плащ һымаҡ нәмә лә алмаған. Өҫтөндә йәйге йоҡа куртка ла, ҡыҫҡа еңле күлдәк. Бараһы еренә нисә саҡрым ҡалғанын да, күпме ара атлағанын да белмәй.
Уяулы-йоҡоло ултырғанында, әллә өҫтөнән ямғыр яуып торғанға инде, һыуға бәйле бер төш күрҙе. Имеш, Еҙемдә йылым менән балыҡ тоталар. Әсләм балыҡсы түгел, ул - балыҡ, тик кеше ҡиәфәтендәге балыҡ. Береһенән-береһе таҙараҡ бер нисә ир, яр башында тегеләй-былай йүгергеләп аҡыра-баҡыра күрһәтмә биреүсе берәүҙең бойороғона буйһоноп, ифрат оҙон һәм бейек йылымды ярға тарта. Йылым ҡамауында - ҙур балыҡ көтөүе. Эрерәктәре, сосораҡтары йылым өҫтөнән һикереп ҡаса, аңыштары, вағыраҡтары аҡ ҡалҡыуыстарҙан өркөп һикерә алмай, тегеләй һуғылып, былай һуғылып йылым тартылған ыңғайға яйлап ярға эркелә бирә. Әсләм дә бер нисә тапҡыр өҫкә һикереп ҡараны, әммә ауыр кәүҙәһен һыуҙан айыра алмай кире ҡолап төштө. Йылым аша һикереүҙән тыш ҡайһылыр урында кескәй тишек шәйләп байтаҡ балыҡ, бында инде вағыраҡтары, шунан сығып ҡаса, эрерәктәре һыймай, унан килеп ниңәлер өркә лә. Ләкин йыуан кешеләрҙең береһе, тишекте шәйләп, әлеге йыртыҡты ике яҡлап тартып бәйләне. Балыҡтар араһында паника ҡупты, йылым буйлап эркелешеп йөрөй башланы, һөҙөмтәлә күбеһе йылым тоғона эләкте, илауҙар, һыҡрауҙар китте, ҡарғауҙар яңғыраны. Аңралыҡ көслө ине шул араларында, һикергән саҡта бер-береһенә ҡамасаулау, тишектән сыҡҡан саҡта бер-береһенең ҡойроғонан тешләп эскә тартыуҙар, тәүҙә мин, юҡ мин, тип талашыуҙар күп ине. Етәкселек итеү юҡ ине, аҡыллы етәксе булманы араларында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуға ла оло бер көтөү балыҡ, ҡамалып, һаман ярға яҡынлашты.
Әсләм-балыҡ һыу тамам һайығып ҡырсынлы яр яҡынайғас йәнасыҡҡа йәнә бер һикерҙе, бәлки, өмөтөн өҙөп һуңғы тапҡырҙыр, бейеккә осто, йылымдың теге яғына, иреккә сыҡтым инде, тип шатланып уйлап та өлгөрмәне, йылым артынан атлаған йыуан бәндәнең йөҙөнә килеп бәрелде лә, дөрөҫөрәге, теге Әсләмде маңлайы менән эскә һирпеп ебәрҙе. Әсләм шап итеп кире йылым эсенә ҡоланы. Ошо бәрелгән арала ул уның һимеҙ йөҙөн, эскә ултыртылған ас ҡыҫыҡ күҙҙәрен, сәсе ҡырылып алынған йылтыр башын шәйләп өлгөрҙө... Бөттөм, эләктем, был мине айғолаҡтан эләктерҙе тигәндә уянып китте...
...Япраҡ араларынан һарҡҡан һүрән яҡтылыҡ, урман эсендәге ҡараңғылыҡты яйлап шыйыҡлатты, төнө буйы яуған ямғыр ҙа, ниһайәт, туҡтағандай итте. Әсләм ауыр итеп ҡалҡынды, бар быуындары ла һыҙлаған һәм таралырға әҙер кәүҙәһен саҡ ҡуҙғатып бер нисә аҙым яһаны, лысма һыу кейемен сисеп һығырғамы икән әллә, тип берауыҡ уйланып торҙо, унан мәғәнәһе булмаҫ, атлағанда тәндә кибер әле, тип юлын дауам итергә ҡарар итте.
Ауылға еткәндә, тамам яҡтырғайны. Ярышып әтәстәр ҡысҡыра, һыйырҙар баҡырыша, быҙауҙар өзөлдәй, һарыҡ-кәзә мөзөлдәй. Ара-тирә көтөүсенең ҡәнәғәтһеҙ тауышы ишетелеп ҡала. Йоҡоларынан уянып етмәгән кешеләр яй хәрәкәтләнеп малын ауыл осона ҡыуа. Килеп еттем шикелле, тип ҡыуанды Әсләм, иртәнге ауыл тормошон күргәс. Ауыл ярайһы ғына ҙурҙыр, ахыры, район үҙәге шулай булырға тейештер ҙә, бер нисә урамлы, бейек, бөхтә итеп һалынған йорттар байтаҡ. Төн үткәргән еренән әллә ни алыҫ та булмаған, йәнә бер ынтылһа, кисә кистән килеп еткән дә булған икән. Кем белгән былай яҡын икәнен?
Йыйылған малды баҫыу яғына ебәрмәй ҡамап тотҡан көтөүсе янына килде лә иҫәнләште, был район үҙәгеме, тип һораны. Ҡарт ағас олоно кеүек суғырмаҡлы йөҙлө, башына тар тирәсле керле эшләпә, өҫтөндәге төҫһөҙ халаттымы, плащтымы яҫы һалдат ҡайышы менән быуған. Резина калуштар кейгән оло ғына йәштәрҙәге көтөүсе битараф ҡарашын яй ғына шыуҙырып, Әсләмде башынан аяғынаса һынсыл ҡарап сыҡты. Ҡырыҫ йөҙөнә сикһеҙ аптырау ғәләмәте ятты, әйтерһең дә, негрҙы йәки сит планетанан килеп төшкән йән эйәһен күрә. Көттөрөп кенә баш сайҡаны ла Әсләмгә артын борҙо.
- Нисек? Ниндәй ауыл һуң? Исеме? - саҡ әйләндереп һорай алды ғәжәпләнгән Әсләм.
Көтөүсе ауыҙ эсенән генә нимәлер мөгөрҙәне, әллә ауыл исемен атаны, әллә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе, Әсләм төшөнмәне.
- Йыраҡмы? Нисә саҡрым?
- Ат юлы менән ун ғына булыр. Кәзә һуҡмағынан атлаһаң, яҡыныраҡ инде. Алты-ете самаһы.
Саҡрымдар һанынан бигерәк Әсләмде көтөүсенең һөйләшеүе ҡыуандырҙы, юҡһа, кисәге ике урмансы һымаҡ был да өндәшмәһә, харап ҡына итә инде, тип ҡурҡа ине. Ул ғына араны атлар, көн саҡ башланып тора. Бәлки, кәзә һуҡмағын да табыр. Иң мөһиме, барыр йүнәлеше төҫмөрләнде.

(Дауамы. Башы 46-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.23 | Ҡаралған: 119

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru