«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘЛДЕ ТУҠТАТЫР КӨС РӘССАМДАРҘА
+  - 


Кемдәр генә хыял итмәй икән ваҡыт тигән аттың ялынан матҡып тотоп, уны ебәрмәҫкә, берауыҡҡа булһа ла үҙендә ҡалдырырға... Юҡ шул, бар, тотоп ҡара ваҡытты, ҡыҫаларға кәпсәп индереп ҡара! Аллаһы Тәғәлә барыбер ижадсыларға ваҡыт мәлен берауыҡҡа ғына тотор-сағылдырыр, уларҙың хис-тойғоһо, һиҙемләүе, донъяны ҡабул итеүе аша башҡаларға ла шунан өлөш алыр, тәмен тойор, төҫөн күреп ҡыуаныр, күңелен үҫтерер форсат биргән.

Һүҙ сәнғәте һүҙ ҡеүәһе менән арбаһа, һынлы сәнғәт иһә мең-мең төҫтәрҙе айырым бер фәлсәфә, бирмеш, күсермеш, тойомлау арҡылы биреүе менән ҡәҙерле һәм баһалы. Һынлы сәнғәт. Был оло һәм икһеҙ-сикһеҙ ижад донъяһына кемдәр генә баш тығып ҡарамаған да, кемдәр генә уға ғашиҡ булмаған! Урал аръяғының һынлы сәнғәт һөйөүселәренә Сибайҙағы Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Рәзидә Хисаметдинованың исеме күптән таныш. Уның эштәре республика һәм төбәк-ара байтаҡ күргәҙмәләрҙә үҙенең лайыҡлы урынын биләп, сәнғәт һөйөүселәр һәм тәнҡитселәр тарафынан юғары баһа алды. Ҡылҡәләм оҫтаһы башҡорт һынлы сәнғәте үҫешенә тос өлөш индереп, халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итә килә.
Рәзидә Хисаметдинова 1968 йылда Хәйбулла районының үҙәге Аҡъярҙа донъяға килгән. Уға бер йәш тулмаҫтан ата-әсәһе Йылайыр районының Юлдыбай ауылына күсеп килә. Рәзидә өсөн Юлдыбай - кесе Ватан да, уны оло сәнғәт юлына әйҙәгән изге ер ҙә. Ялан-урман зонаһының иҫ киткес тәбиғәте кескенәнән буласаҡ рәссамдың күңеленә мең балҡышын уйған, ижади ҡомары үҫеүгә булышлыҡ иткән, яңынан-яңы асыштарға илһамландырған.
Мәктәптә уҡыған сағында уҡ ҡыҙсыҡ рәсем дәрестәренә мөкиббән китеп ғашиҡ була, һүрәт төшөрөүгә әүәҫлеге арта. Махсус түңәрәктә шөғөлләнеүе уның һәләтен тағы баҙығайтып, асып ебәрә. Рәсем уҡытыусыһы Р.М. Шәрипов та үҙенең уҡыусыһындағы тәбиғи һәләтте күреп, уны артабан асырға, үҫтерергә ярҙам итә. 1985 йылда туған мәктәбен тамамлаған Рәзидә Башҡорт дәүләт педагогия институтының хужожество-графика бүлегенә уҡырға инә.Үҙенең хеҙмәт юлын дипломлы белгес булараҡ Өфөнөң 49-сы һанлы мәктәбендә рәсем уҡытыусыһы булараҡ башлай ул.
Артабан ҡыҙ үҙенең яҙмышын йәш рәссам Червон Хисаметдинов менән бәйләй һәм йәш ғаилә Силәбе өлкәһенә күсеп китә. Рәзидә Арғаяш районы Аяҙғол мәктәбендә рәсем, һыҙма һәм хеҙмәткә өйрәтеү дәрестәрен уҡыта. 1997 йыл ике рәссамдың яҙмышына үҙ төҙәтмәһен индерә - район һынлы сәнғәт күргәҙмәһендә Урал аръяғынан килгән ҡунаҡтар Червон менән Рәзидәнең эштәрен күреп "аһ" итә һәм үҙҙәрендә яңыраҡ ҡына асылған Сибай сәнғәт мәктәбенең сәнғәт бүлегенә эшкә саҡыра (ул саҡта әле Өфө сәнғәт училищеһының филиалы). Йәштәр был тәҡдимде бик риза булып ҡабул итә һәм 1998 йылда Урал аръяғының баш ҡалаһы булған Сибайға күсеп килә.
Бөгөн Рәзидә 30 йыл педагогик хеҙмәт йылына эйә остаз, ижадсы. Ул инде әлеге уҡыу йортонда үҙенең 4-се быуын сығарылыусыларын әҙерләй. Үҙенең ижад тәжрибәһе, йылдар дауамында тупланған оҫталыҡ серҙәре менән ихлас уртаҡлаша ул уҡыусылары менән. Ул ижадсы, рәссам ғына түгел - уҡыусыларҙың яратҡан остазы, аң-белеме менән уртаҡлашыусы, дөрөҫ йүнәлеш биреүсе тәрбиәсеһе, кәрәк саҡта ярҙам ҡулын һуҙыр дуҫы ла. Кешелекле, кеселекле булғаны өсөн уны уҡыусылары хөрмәт итә, уҡыу йортон тамамлап сығып киткәс тә бәйләнештәрен өҙмәй. Рәзидә Фирғәт ҡыҙының башланғысы менән уҡыусылар өсөн Урал аръяғы райондары буйлап күсмә пленарҙар ойошторола. Ҡайҙа ғына булмай улар - хозур тәбиғәтле Бөрйән ерендә лә, Йылайырҙың матур төбәктәрендә лә. Нәҡ ошондай аҫыл тәбиғәтле ерҙәрҙә тәьҫирләнгән йәш ижадсылар ҡулынан иҫ китмәле полотнолар - шаҡ ҡатҡыс эштәр тыуа ла инде!
Рәзидә ханымдың ижадында пейзаж айырыуса мөһим, үҙәк урынды биләй. Уның әҫәрҙәрендә беҙҙең гүзәл тәбиғәтебеҙ үҙенең бар төҫтәрендә, тулылығында, камиллығында һәм йәнлелегендә сағыла. Үтә күренмәле һәм мәңге ҡайҙалыр ашыҡҡан тау йылғаһы, еребеҙҙе ҡалҡан ише терәп торған мәғрүр тауҙар, уйсан ҡаялар, һаумал һөттәй аҡ томан, башҡорттоң айырылмаҫ дуҫы һәм донъя йөгөн тартҡанда алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы булған аттар, мәңгелектең үҙенә таш һәйкәл булып баҫҡан тауҙар теҙмәһе, башҡорт донъяһын шәмдәй уралтҡан мәңге йәшел ҡарағайҙар, талғын ғына йырын йырлап аҡҡан шишмә моңон тыңлап, әкрен генә елгә бәүелгән талдар, мең-мең төҫө менән йәйге болондо сыбарлаған йәнгә яҡын ялан сәскәләре, тыуған еребеҙҙе йәшел бәрхәттәй япҡан күгүлән, сихри зәңгәрлеге менән арбар тыныс күк - бәхет өсөн, донъяға ризалыҡ күҙе менән бағыр өсөн ошо ғына ла етә бит, тип өндәшкәндәй, күңелдәрҙә киләсәккә өмөт уятҡандай.
Рәзидә Фирғәт ҡыҙы пейзажсы булараҡ танылһа ла, ундағы төҫтәрҙе күреү, улар менән тылсымлы идара итә белеү һәләте уны башҡа жанрҙарҙа ла ысын ҡылҡәләм оҫтаһы яһай. Уның эштәре араһында бер нисә портрет та бар. Үҙенең әсәһе, педагогик хеҙмәт ветераны Хәтимә Солтанморат ҡыҙы Моратованың (Нурдәүләтова), Башҡортостандың һәм Марий-Эл республикаларының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Муса Нурдәүләтовтың портреттарын ҡараған кешеләр Рәзидәнең уларҙы сынъяһау итеп һынландырыуын, буяуҙар аша хатта характерҙарын һынландыра, холоҡ-фиғел сағылыштарын бирә алыуын билдәләй.
Ижадсы үҙе әйтмешләй, иң уҫал, ғәҙел һәм талапсан тәнҡитселәр - уның яҡындары. Женя исемле ейәнсәре ижади процесҡа шулай уҡ ҡушылып китә, әммә иң беренсе һәм ғәҙел тәнҡитсе - ире һәм коллегаһы Червон Насретдин улы. Ошо ижади тандем - был инде мәңге бергә булған ныҡлы ғаилә лә. Улар өс балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар: Айгизәләре - иҡтисадсы, Айназа - юрист, Алмаз - архитектура өлкәһен һайлаған киләсәкке белгес. Үҙенә яҙмыш тарафынан тәғәйенләгән бөтә статустары араһында иң мөһиме тип Рәзидә ханым өләсәйлеген атай. Ижадынан айырылмаҫ ҡылҡәләм оҫтаһы ғаиләһендә - уңған хужабикә, иренә - тоғро ҡатын, балаларына - хәстәрлекле әсәй, ейәндәренә - яратҡан өләсәй.
Терегөмөш шикелле тиктормаҫ заттан ул - күп сәйәхәт итә, әүҙем тормош алып бара, спорт менән дә дуҫ. Ҡул эштәре менән булышыуы - үҙе бер тема, үҙе бер ижад. Алтын ҡуллы оҫтабикә сынъяһау итеп һаҡалдар, селтәрҙәр эшләп ҡуя - иҫең китерлек! Ул башҡорт халҡының рухи мираҫына шундай һаҡсыл ҡарашта - боронғолоҡто һаҡлау, ҡәҙерләү, таратыу яҡлы. Тыумыштан бирелмеш һәләте менән ул һәр нәмәгә зауыҡ менән ҡарай, халҡыбыҙҙың боронғо күсәгилешлек традицияларын һаҡлап, тергеҙеп, ысын ижадҡа йәштәрҙе йәлеп итә. Декоратив-ҡулланма сәнғәт өлкәһендә унан кәңәш һорағандар, уның һүҙенә ҡолаҡ һалғандар бихисап. Тәбиғи һәләте менән ул һәр нәмәлә матурлыҡ күрергә, зауыҡ табырға өйрәнгән, белгәнен йәштәргә генә түгел, инде танылған оҫтабикәләргә лә өйрәтеп, остаз ролен дә үтәй.
Кеше матур эше менән, ти халыҡ. Тормошҡа яратып баҡҡан, тәбиғәттәге һәр ниҙән зауыҡ эҙләгән, үҙенең солғанышы менән тулы гармонияла йәшәгән, күңел байлыҡтарын ҡылҡәләм ярҙамында асыҡ, сағыу, йәнде имләр, күңелде дауалар сүрәттә бирә алған ысын ижадсы ул Рәзидә Фирғәт ҡыҙы. Иң бөйөк һәм ҡабатланмаҫ Ижадсы - Аллаһ уның күңеленә ижад орлоҡтарын һалған, ана шул орлоҡтар рәссам йөрәгендә шытып сығып, һабаҡ еткереп, сәскәгә тумалып беҙҙең күҙ алдына ысын картина - йөрәк емеше булып килеп баҫа ла инде.
Ваҡытты туҡтатып булмай, тинек. Ана шул мәңге хәрәкәттәге ваҡыт ғали йәнәптәренең илаһи мәлдәрен күңел күҙенә элеп, йөрәге аша үткәреп, беҙҙең алға баҫтыра алған Тылсымсылар инде рәссамдар. Мәл туҡтатҡан арауыҡтары - тере картина, рәссамдың йөрәк аһтары һеңгән арауыҡ... Ошо тылсымсылар рәтендә үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы - Рәзидә Хисаметдинованың булыуы - халҡыбыҙға мәртәбә.

Альбина ӨМӨТБАЕВА.
Йылайыр районы.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.23 | Ҡаралған: 115

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru