«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИНЕҢ ТОРМОШ ТӘЖРИБӘҺЕ
+  - 


Лев Николаевич Толстойҙың башҡорттар араһында булыуы тураһында беҙ яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Был турала фотолар ҙа бәйән итә. Ә бына арҙаҡлы яҙыусының улы Лев Львовичтың да бер нисә тапҡыр башҡорт ерҙәрендә булып китеүен күптәр белмәй. Уның фекерҙәре беҙҙең өсөн шулай уҡ ҡиммәт. Лев Львович беҙҙең тәбиғәт менән һоҡлана, шифалы ҡымыҙҙан ауыҙ итә. Хатта башта уны бөтөн ауырыуҙарҙан дауа тип ҡабул иткәндер, тигән уй ҙа килә башҡа. Һуңынан был ҡарашы үҙгәрә, әлбиттә. Ғөмүмән, Лев Львович тормошта үҙен эҙләгән һәм үҙен асып бөтә алмаған әҙәм балаһы булып күҙ алдына баҫа. Шулай ҙа хәтирәләре ул йәшәгән осорҙо, шул заман ауырлыҡтарын, идеалдарын аңларға ярҙам итә. Уның яҙмаларының беҙҙең өсөн әһәмиәтле урындарын тәҡдим итәбеҙ.

Лев Львович Толстой Ясная Поляналағы туғандарына шулай тип яҙа: "Вячеславтарҙан, йәғни яңы Өфө-Златоуст тимер юлының Теләк станцияһынан яҙам. Был яҡтар шул тиклем матур. Кеше лә бик юҡ. Үтеп сыҡмаҫлыҡ һаҙлыҡтар, улар аша көньяҡҡа урман һуҙылған. Ҡайһы бер урындарҙа буш башҡорт ауылдары күренә. Һәм бөтә ер ҡош-ҡорт, йәнлек менән тулы. Болан, айыу, һеләүһен, аҡҡош, ҡыр ҡаҙҙары... Һунарсы йөрәге хатта бөтөнләй юғалып, аптырауҙа ҡала. Ағиҙел йылғаһында пароходта барғанда ла, мәҫәлән, яр буйында ҡамыштар араһында аҡҡоштарҙың матур муйындары күренеп ҡала ине. Вячеслав болан, ҡорҙо һ.б. йыш осрата икән. Быларҙан тыш, шундай тынлыҡ һәм тыныслыҡ, ҡай саҡ ҡайҙа килеп эләктем икән, тигән сәйер уй ҙа килеп ҡуя башҡа. Дөйөм алғанда, мин ҡәнәғәтмен. Бары тик һеҙ иҫән-һау булығыҙ. Ҡыҙыҡ та, фәһемле лә, файҙалы ла нәмәләрҙе үҙем өмөт иткәндән дә күберәк күрҙем. Хуш булығыҙ. Бөтәгеҙҙе лә үбәм, һөйөклө гимнастарымды һәм хужаларымды, ҙурҙарын да, бәләкәстәрен дә. Яҙығыҙ: Өфө, Ҡаҙан урамы, Златоуст тимер юлының Өфө хәрәкәт контораһы. Берсҡа, миңә тапшырырға"
[1890 йылдың йәйендә Волга буйлап Нижнийҙан Ҡаҙанға төштөм, унан Кама үренән һәм Ағиҙелдән Өфөгә барҙым. Ул саҡта яңы тип һаналған Өфө-Златоуст тимер юлы менән Урал тауҙарына барып еттем].
"Урал итәгендә һунар итеү иҫ киткес шәп булды. Мин мылтыҡ тотоп, болот-болот өйрәктәрҙе һауаға күтәреп, Теләк станцияһы эргә-тирәһендәге мөғжизәле урындарҙы көндәр буйы ҡыҙыра торғайным. Бер мәл алыҫҡараҡ китеп, умарталар торған аҡланға килеп сыҡтым. Ҡарт умартасы мине өйөнә индереп, гәрәбә төҫөндәге бер стакан бал балы эсерҙе. Ул миңә илаһи бер эсемлек булып тойолдо".
Һамарға килгәс, Л.Л. Толстой әсәһенә яҙа: "Үҙенең ғаиләһе менән Һамарҙа йәшәгән Кузнецовтың өйөнән яҙам. Бибиков ҡымыҙсыларҙан тотош бер урҙа тота. Улар төрлө ҡатлам вәкилдәре: студенттар, руханиҙар, офицерҙар, гимназия мөғәллимдәре, гимназистар, курсисткалар, һәм башҡа төрлө "публика". Ашығып яҙыуымдың сәбәбе шунда, мине әле ямщик көтә. Ул бер нисә ҡымыҙ бешеүсене алып килгән дә хәҙер кире Богатоеға ҡайтырға ашыға. Мин һау-сәләмәт, бында тағы ла бер-ике аҙна булырмын тип уйлайым".
...Ырымбурға ат һатып алыр өсөн алыш-биреш итеү баҙарына йыйыныуыбыҙ батша вариҫының был яҡтарҙа йөрөгән сағына тура килде. Бына вариҫты көткән ауылға килеп еттек. Сиркәү эргәһендә йыйылған халыҡ араһында торам. Алыҫта ҡара саң болото күтәрелде, унан инде тиргә батып сапҡан ат баштары һәм дуғалары күренде. Бер нисә ҡыңғыраулы тройка ауылға килеп инде һәм йәтеш кенә итеп сиркәү эргәһенә килеп туҡтаны. Батша вариҫы үҙенең коляскаһынан һикереп төштө. Сиркәү паперты эргәһенән үтеп барышлай минең алтын төймәле студент мундирыма аптырап ҡарап алды һәм тиҙ генә сиркәүгә инеп китте. Сергей Ухтомский менән күрешкән мәлемдә мин уға вариҫ менән танышырға теләүебеҙҙе аңғарттым. Ләкин ул ҡырҡа ҡаршы килде. Ул кеше күрер хәлдә түгел, ныҡ арыған, тине. Шул саҡта миндә батша улы Александровичты уратҡан кешеләр тураһында кире фекер барлыҡҡа килде...
Шул уҡ кис беҙ Ырымбурға табан ҡуҙғалып киттек. Буласаҡ батша ла унда барырға тейеш. Беҙ ҡунаҡханала туҡталдыҡ һәм көнөбөҙҙө ҡаланың мөһабәт мәсете менән танышыуҙан башланыҡ. Был мәсет менән бигерәк тә беҙҙең юлдашыбыҙ башҡорт Нәғим ҡыҙыҡһынды. Сережа уны ат белгесе булараҡ үҙе менән алғайны. Мәсеттән сыҡҡас, майҙанда ултырған ниндәйҙер сәйер кешеләргә иғтибар иттек, улар беҙҙе күҙәтәләр ине. Беҙ буш ширлеккә барып ял итергә ултырҙыҡ. Бөхтә, таҙа кейенгән теге сәйер әҙәмдәрҙең береһе беҙҙең эргәгә килде, Сергейҙан ипләп кенә Ырымбурға нимәгә килгәнебеҙҙе белеште. "Бомба ырғытырға", - күҙлеге аша яман итеп ҡарап Сергей шулай тип ыжғырҙы. Был һүҙҙәр теге әҙәмгә шул тиклем ныҡ тәъҫир итте, эргәлә ҡапыл ҡына бомба шартланымы ни! Майҙанда ығы-зығы ҡупты, кешеләр ҡаса башланылар. Ә беҙ кире ҡунаҡханаға ҡайтып киттек. Унда иһә подъезда һәм баҫҡыстар буйлап полицейскийҙар теҙелгән һәм беҙҙең номер мисәт һуғып бикләнгән ине. Беҙҙән тиҙ генә ҡаланы ҡалдырып китеү тураһында ҡултамғалар талап иттеләр. Сережа ҡул ҡуйҙы, мин баш тарттым. Һәм беҙ ат һатып алырға ла өлгөрмәйенсә, станцияға табан юл алдыҡ.
Айырыуса мөһабәт, матур Нәғим был хәлгә ныҡ көйҙө. Алтын менән уҡаланған түбәтәйле башын һүҙһеҙ генә сайҡап: "Нисек шулай була инде?" - тип көрһөндө...
[Бәләкәй Нәғимгә Л.Н. Толстой 1871 йылдың йәйендә ҡымыҙға килгән сағында иғтибар иткән була. - ПСС. Т. 83. С. 189. Хәҙер Нәғим Акиров Толстойҙарҙың Һамарҙағы имениеһы эргәһендәрәк йәшәгән була. Ул ҡымыҙ бешә, ҡайһы бер эштәрҙә Толстойҙың балаларына ярҙам итә...]
...1892 йылдың яҙында Л.Л. Толстой ҡымыҙ эсеп көс йыя һәм башҡаларҙы ла шуға өндәй. 1892 йылдың 30 апрелендә Патровканан С.А. Толстойға яҙған хатын ошолай тамамлай: "Р.S. Таняны ҡымыҙ эсергә бында бик саҡырып ҡалам. Дала тулы ләлә, миләүшә сәскәләре - хушбуй аңҡый. Һәм бүтән төрлө йәшеллек, сафлыҡ, матурлыҡ..." ОР ГМТ. Архив С.А. Толстой, № 13913. Конверт эсендә Т. Л. Толстаяға айырым хат та һалған: "Таня, бында дауаланырға кил. Әле ҡымыҙҙың иң шифалы һәм тап уны эсә торған шәп мәл. Уйла ла, килеп ет. Тиф сире бүтән юҡ, һәм далала уны йоҡтороп та булмай".
Л.Л. Толстой. "Минең тормош тәжрибәһенән" хәтирәләренән.

Фәрзәнә ФӘТИХОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.23 | Ҡаралған: 65

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru