«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠАЛАРҒА НИ ТЕЛӘҺӘҢ ҮҘЕҢӘ ЛӘ ШУЛ БУЛЫР
+  - 


Офисҡа ингәндә лә, сыҡҡанда ла вахта янын утлы кәртәнән үткән һымаҡ үтә Флорида. Бына нисәмә ай уны бер үк һорау борсой: "Ҡайҙан килеп ултырҙы ул был урынға?"
Быға тиклем һәүетемсә генә йәшәп, эшләп йөрөгән Флорида вахтала ултырған мөләйем ҡатын менән осрашмаҫ өсөн һуңғы ваҡытта хатта тәҙрәнән инергә лә әҙер бит. Ниндәй ғәрлек, түбәнселек! Оҙаҡ йылдар ойошмала эшләгән бүлек мөдире ошо ябай вахтерҙан шулай ҡурҡһын әле. Етәксеһенән дә улай шөрләмәй бит ул, ә бына Зилә, ябай хеҙмәткәр, ишек һаҡсыһы, уны көндән-көн нығыраҡ хәүефләндерә, борсолдора. Ни тиклем үҙен яҡшыға, ыңғайға көйләп ҡараһа ла, Зиләгә ҡарата мөнәсәбәтен бер нисек тә үҙгәртә алмай, уның бында эшләүе менән килешеп етмәй.
Вахтерҙы күрмәҫ өсөн көн һайын әллә ниндәй хәйлә, мутлыҡ уйлап сығарырға тура килә бит уға. Бына бөгөн ишектән ингәс тә, бер кем дә бәйләнештә булмаһа ла, телефонын ҡолағына терәне лә, ҡысҡырып көлгән булып, тауышына, йөҙөнә шат ҡиәфәт ғәләмәте сығарып үтеп китте. Ҡолағына Зиләнең "Һаумыһығыҙ!" тигән тауышы салынып ҡалды, әммә Флорида артына әйләнеп тә ҡараманы, һауалы ғына баҫып, ныҡ мәшғүл кешеләй, тыҡ-тыҡ үтеп китте. Күрә алмаусанлыҡ күҙҙе томалай, тигәндәре дөрөҫ икән, бөтә булмышын, вахтер булып, ишек алдында ултырһа ла, Зиләнең сикһеҙ бәхетле һәм үҙ-үҙенән, тормошонан ҡәнәғәт йөҙөн күрмәү теләге биләп алғанға күрә, ҡаршыһына осраған етәксеһен дә күрмәй ҡалды Флорида. Ә бөгөн бит тап уның күҙенә салынырға, иғтибарын йәлеп итергә, яуларға тейеш ине. Айырым осраҡтарҙа ғына кейгән костюмын кейеп, биҙәнеп-яһанып килеүе лә етәксегә инергә лә, Зиләне эштән бушатыуҙарын һорап, сираттағы этлеген һалыу ине уйы. Бөгөн инә алмаһа, иртәгә һуң буласаҡ, сөнки быға тиклем вахтала ултырған ҡатынға яңы вазифа тәҡдим итергә теләгәндәрен ҡолаҡ сите менән генә ишетеп ҡалғайны.
Артына боролоп, өндәшергә иткәйне, уныһы иһә күптән "Рәмилевна"нан һалдырып, Зилә менән бик йылы һәм яҡын итеп һөйләшеп тә тора. Боролоп, етәксеһенә бер аҙ ымһынып ҡарап торҙо ла, үҙенең эш бүлмәһенә икенсе ҡатҡа күтәрелде. Ауыҙың ҡыйыш булғанға көҙгөгә үпкәләмә, тиҙәр, әммә Флорида бөгөн дә көҙгөләге сағылышынан үҙе тертләп, бер ғәйепһеҙ быяланы саҡ алып быраҡтырманы. Һуңғы осорҙа уға һәр ваҡыт көҙгөнән күҙҙәре зәһәр йылтыраған, ауыҙ-мороно асыулы бүлтәйгән ҡатын ҡарай. Йәш-елкенсәк булмаһа ла, әле булһа гүзәл затты иң беренсе асыу һәм көнләшеү тойғоһо йәмһеҙләй, тигәнде аңлап етмәй шул ул. Өҫтәүенә, бөгөн етәксеһенә матурыраҡ, сағыуыраҡ күренәм тип, керпегенә һылаған тушы, ағып төшөп, күҙе тирәһен әҙәм ҡарағыһыҙ итеп буяған. Әлдә Зиләгә әйләнеп ҡарамаған да, әлдә генә етәксеһе күрмәгән.
Отчет мәле булһа ла, ҡулына эш бармай бик оҙаҡ ултырҙы Флорида. Ни эшләтергә был Зиләне? Ул бында эшләгәндә Флоридаға тынғылыҡ булмаясаҡ бит. Уны нисек эшенән китергә мәжбүр итергә? Ошо уй һуңғы ваҡытта тотош тормошон биләп алғайны. Эштә генә түгел, хатта өйөндә лә шул хаҡта ғына уйлай, тиһәң дә хата булмаҫ, моғайын. Аҫтыртын ғына башҡа урындан эш эҙләп тә маташты бит хатта. Изгелек итеүҙән түгел, әлбиттә, унан ҡотолоу ниәтенән. Вахтерға ҡарағанда яҡшыраҡ та эш урыны тәҡдим иткәйне, әммә Зилә ризалашманы. Үҙ асыуына, нәфрәтенә тонсоғоп, төшкә тиклем бер ниндәй эш ырата алмай ултырҙы Флорида.
Тынысланғасыраҡ инермен, тип, етәксеһенә инеүҙе лә төштән һуңға кисектереп торҙо. Әммә боронғолар юҡҡа ғына "Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ" тип әйтмәгән икән - был көндө ниәтен бөтөнләй бойомға ашыра алманы. Төштән һуң ҡулына төрлө папка тотоп, ихлас йылмайып, Зилә үҙе килеп инде. Эшкә мөкиббән бирелеп ултырған булып, мониторҙан күҙ алмай ғына тыңланы уны Флорида. Ваҡытлыса эштәр идарасыһы итеп ҡуйған икән бөгөн етәксе Зиләне. Быныһы инде бүлек мөдирен, ысын мәғәнәһендә, сығырынан сығарҙы. Бүлмәһенән сығып китеү менән ишеген эстән бикләне лә тәҙрә төбөнә килде.
Яратмай шул Зиләне Флорида. Был тойғо байтаҡ йылдар дауам итә инде. Икәүҙән-икәү булғанда Флоридаға ул тиклем ауыр түгел йәшлек дуҫы янында. Ҡасандыр иң тәрән хистәре, серҙәре менән тап уның менән серләшә ине бит. Ә бына эргәләрендә башҡа кеше булһа, Зиләгә ҡаныға, һөйләшеүе, тауышы, үҙен тотошо, бөтә ҡылыҡ-фиғеле бөтөнләй икенсегә үҙгәрә лә ҡуя. Ошо халәтенә ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмай ул. Был - уның үҙенә күрә һаҡланыу инстинкты. Йәш сағында бәйһеҙ тормош алып барыу оятын, выждан ғазабын кисереүҙән һаҡланыу сараһы. Тик йәшлек дуҫы ғына бер нәмә лә булмаған кеүек тота үҙен. Исмаһам, бер тапҡыр ғына булһа ла, студент йылдарын иҫкә төшөрһәсе, Флоридаға, бәлки, еңелерәк тә булыр ине.
Ойошмала яңы кеше булһа ла, бөтәһе лә тиерлек вахта янында туҡтап, Зилә менән бер-ике ауыҙ һүҙ алышмай үтеп китмәй. Олоһо-кесеһе уның менән кәңәшләшә, шатлыҡ-ҡыуанысы менән уртаҡлаша. Йыйылыш йәки байрам сараһы булһа ла ошо шым вахтер - шуларҙың уртаһында. Шуның өсөн дә Флорида һуңғы ваҡытта корпоративтарға, хеҙмәттәштәренең тыуған көндәренә йөрөмәй ҙә башланы. Йәштән иғтибар үҙәгендә булырға, тупаҫ шаяртыуҙары менән бөтәһен дә үҙенә әүрәтеп ултырырға яратҡан, шунан ҙур кинәнес тапҡан Флорида тыныс тауышлы, әммә йор һүҙле Зиләгә диҡҡәт ҙурыраҡ икәнлеген тоя шул. Шуға ла үҙенә артыҡ һүҙ бирелмәгән, башҡаларҙың иғтибарын яулай алмай ҡайтҡан ҡунаҡтарҙан, байрамдарҙан һуң башҡаларҙы ғына түгел, үҙен дә күрә алмаҫ хәлгә килә. Бындай ваҡытта ул хатта ауырыуға һабыша. Ҙур булмаған коллективты төркөмдәргә, компанияларға бүлергә, айырымларға, хеҙмәттәштәрен бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тырышыуы ла тап шул йәшлек дуҫының ойошмаға эшкә урынлашыуынан башланды, шикелле.
Үҙе менән аралашҡыһы килмәгәнде белмәйме, әллә белмәгәнгә һалышамы был Зилә? Әле лә бына күптән идарасы булып эшләгән кеүек бер папканы-ҡағыҙҙы бутамай, һәр береһенең рәтен-сиратын белеп, Флориданың мыҫҡыллы, түбәнһетеүле күҙ ҡарашына ла иғтибар итмәй, йомошон йомошлап сығып та китте. Үҙен шул тиклем тыныс тота, мөләйем йылмайыу, ипле, әҙәпле, кешелекле - бына ни өсөн яратмай икән уны Флорида. Бөтәһенә бер төрлө эскерһеҙ, ярҙамсыл, тормошонан ҡәнәғәт була алғаны өсөн.
Йәшлек дуҫын яратмағанының сәбәбе, әлбиттә, икенселә икәнлеген аңлай Флорида. Түбәнге аңда ятҡан хәүеф, шик тойғоһо бер ҡасан да ташлағаны юҡ әле. Өнөндә булмаһа, төштәренә инеп аптырата бит ул йәшлек мажаралары. Уларҙы, үҙ гонаһтарын хатта Флорида бөгөн үҙе лә танырға ҡурҡа. Һаман булһа баҫлығып уяныуҙары ана шул ғазапланыуҙары, шикләнеүҙәре, хәүефләнеүҙәренә бәйле.
Йәшлек йылдары бергә үтте уларҙың. Зилә - күп балалы ғаиләлә иң ҙуры булғанға күрә, урта мәктәпте тамамлағас та, эшкә урынлашты, ә юғары уҡыу йортон ситтән тороп тамамланы. Ә Флорида - атай-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы, нисек этеп-төртөп уҡырға инһә, шулай уҡып сыҡты. Зилә сессияға барғанда иптәш ҡыҙының әхлаҡһыҙ тормош менән йәшәүен күрә-белә йөрөнө, үҙе әхирәтен әрләһә лә, уның күп ҡылығы менән килешмәһә лә, башҡалар янында уны һәр ваҡыт аҡланы, яҡланы, күтәрҙе.
Флорида бөгөн үҙенә күрә юғары ғына урын биләп, дәрәжәле урында ултыра. Шәхси тормошо ла үҙе теләгәнсә бара. Быға тиклем Зиләнең ауыҙ асып кемделер яманлағанын, ғәйбәт, ләстит һөйләгәнен ишеткәне юҡ. Флориданың йәшлек хаталарын да элек һөйләмәгәнде бөгөн кемгәлер һөйләр тип тә уйламай. Әммә шул тыныс һәм ипле кешенең уның тураһында бөтәһен дә белгәне өсөн күрә алмай. Бары шул ғына.
Аҫтыртын рәүештә уны эштән ебәртеү өсөн нимә генә эшләмәне ул. Үҙенең бөтә фантазияһын эшкә екте. Туранан-тура эшләргә, әлбиттә, ҡыйыулығы етмәне, сөнки Зиләнең Флориданан күпкә белемлерәк, фекерлерәк, эшлеклерәк икәнлеген коллективта бөтәһе лә белә. Уның тураһында ғәйбәт сығарып та маташты, нахаҡ һүҙ таратты. Тик алтынға нәжес яғыламы? Уның хөсөтө хеҙмәттәштәренең бер ҡолағынан инһә, икенсеһенән сығып осто, исмаһам, береһен булһа ла ҡыҙыҡтырманы. Зиләне эштән ҡыуҙыртыу тураһында ҡара уйы барып сыҡмауын Флорида ауыр кисерҙе. Һәр ваҡыт кире уй, хәүеф, ҡурҡыу тойғоһо менән стресс хәлендә йөрөгәнгә тиҙҙән хатта ҡаты ауырып, оҙайлы ваҡыт дауаланырға ла тура килде. Әммә дауаханала ятҡанда әлеге шул Зиләнән башҡа бер кем дә хәлен килеп белмәне уның. Сираттағы тапҡыр килгәнендә йәшлек дуҫынан һорайһы итте:
- Зилә, һиңә ҡаршы эшләгән этлектәремде бөтәһен дә белеп йөрөнөң бит, ниңә бер ҡасан да өндәшмәнең? Үҙеңдең ҡулыңда ҡеүәтле ҡорал була тороп, ниңә шуны миңә ҡаршы ҡулланманың?
- Һинең һорауыңа яуап ошо китапта булыр, - тип йәшлек дуҫына тормош матурлығы, яуызлыҡ һәм изгелек тураһында ҡалын ғына риүәйәттәр китабын ҡалдырҙы Зилә. Ул сығып киткәс тә Флорида китаптың уртаһынан асты һәм түбәндәге хикмәтле хикәйәгә юлыҡты: "Оло йәштәге хәрби сәнғәт оҫтаһы башҡа бер ҡасан да алышҡа сыҡмаҫҡа ҡарар итә һәм был хаҡта башҡаларға иғлан итә. Көндәрҙән бер көндө ғәйрәтле, һауалы йәш һуғышсы ҡартты, һынап ҡарамаҡ булып, майҙанға көс һынашырға саҡыра. Уның ныҡлы баш тартҡанын күргәс, теге ҡарттың үҙен, ғаиләһен, ырыуын кәмһетә башлай. Был икәүҙе күҙәткәндәр хәҙер ҡарт түҙмәй көрәшкә сығыр инде тип көтә. Әммә улар уйлағанса килеп сыҡмай. Һөҙөмтәлә йәш һуғышсы ары китә. Шуны ғына көткән оҫтаның уҡыусылары йүгереп килә лә:
- Һеҙгә атай-олатайығыҙҙың, үҙегеҙҙең, ғаиләгеҙҙең намыҫын һаҡлағығыҙ килмәнеме ни? Ул бит һеҙҙе шундай кәмһетте... - тип һорай. Оҫта һорауға һорау менән яуап бирә:
- Бүләк бирергә теләгән кешенең бүләген алмаһалар, ул кемдә ҡала?
- Һе, билдәле инде, бүләк итеүсенең үҙендә ҡала, - була яуап.
- Көнсөллөк, яуызлыҡ һәм күрә алмаусанлыҡ менән дә шулай уҡ. Әгәр ҙә беҙ уны ҡабул итмәйбеҙ икән, улар бирергә, уртаҡлашырға теләгәндәрҙең үҙендә ҡала. Теге егеттең мыҫҡылдарын, кәмһетеүҙәрен мин алманым, тимәк, уларҙың бөтәһе лә үҙендә ҡалды, - тип яуап биргән аҡыл эйәһе".
Флорида буштан-бушҡа бер ғәйепһеҙ Зиләгә эшләгән үҙенең этлектәре, яуызлыҡтары үҙенә сир булып ҡайтҡанын шунда ғына аңланы...

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.23 | Ҡаралған: 128

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru