«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ЮҒАРЫЛЫҒЫ БАР
+  - 

Баш ҡалала йәшәйем. Буш ваҡытымда китапханаға барып, гәзит-журнал уҡырға яратам. Үҙемә оҡшаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм хатта мәҡәләләрҙе ҡуйын дәфтәренә күсереп алам. Беләм, бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда был сәйер кеүек тойола, ләкин миңә был шөғөл бик оҡшай.

Бигерәк тә бер тупланмаға йыйылған гәзиттәрҙе алып уҡырға яратам, элекке һандарын да алып ҡараштырам. Минеңсә, бөгөнгө заман ваҡытлы матбуғаты яңылыҡтар еткереүсе булыуҙан туҡтап (әйткәндәй, уларҙың күбеһе интернет киңлектәрендә әллә ҡасан уҡылған була), ул хәбәрҙәрҙе анализлаусы, төрлө яҡлап өйрәнеүсе, һығымта эшләүсе һәм үҙ уҡыусыһына еткереүсе ролендә булырға тейеш.
Үҙем яратып уҡыған "Киске Өфө" нәҡ ошондай баҫмаларҙың береһе. Уның биттәрендә баҫылған хәбәр "булды, үтте, һөйләнеләр, әйттеләр" тигән ҡалыпта бирелмәй. "Киске Өфө" хәбәрселәре теге йәки был ваҡиғаның ни өсөн ошолай булғанлығына, бының ниндәй эҙемтәләргә килтереү мөмкинлегенә, хәлдәр артабан ниндәй юҫыҡта үҫешеүенә һәм башҡа мөһим аспекттарға ҙур иғтибар биреүе менән алдыра. Бына ниндәй сифаты менән оҡшай миңә был баҫма. "Киске Өфө" йәмғиәттә күптән үҙенең ныҡлы урынын тапҡан гәзит һәм ошо юғарылыҡтан төшмәй. Гәзит уҡыусыларҙы йәлеп итеү маҡсатында ниндәйҙер мәғәнәһеҙ әйбер баҫтырмай, бәхәс тыуҙырған мәлдәрҙе лә абруйлы итеп бирә белә, бер кемдең дә намыҫына теймәй һәм бысраҡлыҡҡа юл ҡуймай. Бик баһалы һәм маҡтаулы был күренеш.
Еңел булмаған заманда йәшәйбеҙ, шомло хәбәрҙәр ҙә йыш була, негатив күп ҡуйыртыла. Ә "Киске Өфө" биттәрендә баҫылған мәҡәләләр үҙ уҡыусыһының күңеленә матур өмөт сатҡылары һала алыуы менән оҡшай. Кешене өмөт йәшәтә, ә ошо өмөттө юҡҡа сығарырға бер ауыҙ һүҙ ҙә етә. Күп кенә ваҡытлы баҫмалар уҡыусыһы күңелен уйламай, теге йәки был хәбәрҙең иң ҡурҡыныс һәм ауыр мәлен яҙа. "Киске Өфө"гә был хас түгел. Уның биттәрендә ниндәй ауыр хәл-ваҡиға тураһында уҡығанда ла, барыһы ла яҡшы буласағына ышаныс ҡала.
Гәзиттең тағы ла иң оҡшаған рубрикаһы - халыҡ дауалары тураһында. "Дауа аяҡ аҫтында", тигән атай-олатайҙар. Ысынлап та, бай тәбиғәтле төйәгебеҙҙең файҙалы үләндәрен дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәтеүегеҙ үтә лә шәп. Артабан да был рубриканы һүндермәй генә алып барығыҙ, тип әйткем килә.
Һүҙемде йомғаҡлап, нимә әйткем килә? Ваҡытында гәзит-журналдар халыҡтың иң яҡын дуҫы, кәңәшсеһе булған. Почтальондарҙың сумкаларына көстәре етмәйенсә гәзит таратып йөрөүҙәре иҫемдә. Өләсәйем менән олатайымдың киске эштәрен тамамлап, йәнәш ултырып гәзит-журнал уҡыуҙары, унан фекер алышыуҙары ла матур иҫтәлек булып күңелемдә һаҡлана. Ҡағыҙ баҫма бер ҡасан да юғалмаясаҡ икәнлегенә ышанам һәм һәр баҫмаға уңышлы эшмәкәрлек теләйем.

Сәүҙә ИБРАҺИМОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.12.23 | Ҡаралған: 114

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru