«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛДЫ ЙОМҒАҠЛАП...
+  - 


Был аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин йыл һөҙөмтәләрен барланы. Был сара бер юлы матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш форматында үтте һәм унда федераль, төбәк, сит ил журналистары ҡатнашты. Дүрт сәғәткә һуҙылған осрашыуҙа Президент махсус операция, иҡтисад, тышҡы сәйәсәт тураһында һөйләне һәм төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.

Сара юҡҡа ғына йыл һөҙөмтәләрен барлау тип иғлан ителмәгәйне, Рәсәй Президенты унда, тәү сиратта, ил иҡтисадының санкциялар баҫымы аҫтында ла яҡшы уңыштарға өлгәшеүе тураһында белдерҙе. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә инфляция 7,5 процент тәшкил итәсәк йәки 8 процентҡа етәсәк, тип билдәләне В. Путин. Шул уҡ ваҡытта Үҙәк банк һәм Рәсәй хөкүмәтенең инфляция үҫешенә юл ҡуймау өсөн барыһын да эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Эске тулайым продукт күрһәткестәрен дә яҡшы, тип атаны Президент. Йыл аҙағына уның 3,5 процентҡа артыуы ла көтөлә. Президент билдәләүенсә, Рәсәйҙә былтырғы Эске тулайым продукт 2,1 процент тәшкил иткәйне, быйыл иһә уны үтеп китеп, хатта бер аҙым алға атларға мөмкинлек булған.
Владимир Путин эш хаҡы артыуы һәм эшһеҙлек кимәле түбәнәйеүе тураһында ла әйтте. "Инфляцияны иҫәпкә алып, реаль эш хаҡы яҡынса 8 процентҡа артасаҡ. Әлбиттә, бөтәһендә лә улай булмаясаҡ, әммә уртаса ил буйынса был статистика дөрөҫ, реаль килемдәр ҙә арта. Йыл башында эшһеҙлек 3 процент тип ҡыуанғайныҡ, бөгөнгө көнгә иһә ул 2,9 процент, Рәсәйҙә күптән бының күҙәтелгәне юҡ ине, был иҡтисадтың торошон да күрһәтә. Реаль килем үҫәсәк, тигәнгә ҡайтҡанда, 1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме 18 процентҡа артасаҡ", - тип билдәләне Владимир Путин.
Бынан тыш, йыл дауамында эшкәртеүсе сәнәғәт 7,5 проценҡа үҫкән. Предприятиеларҙың килеме лә арта. Былар барыһы ла ныҡлы иҡтисади үҫешкә, яңы эш урындары барлыҡҡа килеүенә этәргес буласаҡ. Рәсәйҙең тышҡы бурыстары ла 46 млрд долларҙан 32 млрд долларға кәмегән.
Сараның ҙур ғына өлөшө МХО-ға арналыуы аңлашыла. Путин был конфликтты "оло трагедия" тип атап, уға килтергән сәбәптәрҙе тағы ла бер тапҡыр телгә алып үтте. МХО-ның хәҙерге дөйөм хәленә ҡағылғанда иһә, Рәсәй хәрбиҙәре бөтөн линия буйынса үҙенең положениеһын яҡшырта, тип белдерҙе ул. Украина менән тыныслыҡ килешеүе тураһында ла айырым әйтте ил Президенты. Тыныслыҡ килешеүе МХО маҡсаттарына өлгәшкәс төҙөләсәк, ә улар әлегә үҙгәрешһеҙ ҡала. "Мобилизацияның икенсе тулҡыны буласаҡмы?" тигән һорау ҙа бирелде. "Бының кәрәге юҡ", - тип белдерҙе ил Президенты. 2022 йылда өлөшләтә мобилизация һөҙөмтәһендә армияға 300 мең кеше саҡырылды, 2023 йылда контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәрҙең һаны артҡан. Әлеге мәлдә МХО зонаһында мобилизацияға эләккән 244 мең кеше хеҙмәт итә, уларҙың араһында 14 Рәсәй геройы бар. 41 меңе йәше тулыу йәки һаулығы арҡаһында хеҙмәттән бушатылған. "Рәсәй Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөргә саҡырып мөрәжәғәт иткәндә йыл аҙағына 400 мең кеше йәлеп итергә тигән маҡсат бар ине. Бөгөн был һан 486 меңгә еткән һәм илен һаҡларға теләүсе ир-егеттәрҙең һаны кәмемәй, көн һайын 1,5 мең кеше 2-3 йылға килешеү төҙөй", - тине В. Путин.
Шулай уҡ Рәсәйҙең яңы төбәктәренән дә һорауҙар булды. Был төбәктәрҙе үҫтереү һәм уларҙы Рәсәйҙең иҡтисади һәм социаль тормошона индереү өсөн йыл һайын федераль бюджетта триллион һум ҡаралған. Бынан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәре уларҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. "Был яңы субъекттар ҙа федераль бюджетҡа яҡынса 170 млрд һум килтерҙе", тип белдерҙе ил Президенты.
Рәсәйҙең Көнбайыш илдәре менән мөнәсәбәтенә ҡағылған һорауҙарҙы башлыса сит ил журналистары бирҙе. "Был илдәр менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу уларҙың үҙҙәренән тора", - тип яуапланы Владимир Путин. Ә бына Ҡытай менән тауар әйләнеше 200 млрд долларға етәсәк, тигән ышаныста. Быйыл был үҫеш 31 процент тәшкил итәсәк. "Рәсәй-Ҡытай мөнәсәбәттәре донъяның тотороҡлоғон булдырыусы бер гарант булып тора. Беҙ хәрби, иҡтисади, гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итәбеҙ", - тине Путин.
Мигранттарҙың эшенә сикләүҙәр индереү темаһы ла ҡуҙғатылды. Әле илдә 10 млн мигрант иҫәпләнә. Хеҙмәт баҙарындағы проблемаларҙы улар ярҙамында хәл итергә тырышыу Рәсәй халыҡтарына уңайһыҙлыҡтар килтерергә тейеш түгеллеген дә билдәләне Путин. Шулай ҙа квалификациялы эшсе ҡулдарҙы йәлеп итеү кәрәк, тине ул. "Мигранттар Рәсәй халыҡтарының ҡанундарын, йолаларын ихтирам итергә тейеш. Был проблема бөгөн генә килеп тыумаған, был йүнәлештә эшләргә кәрәк. Беҙ, тәү сиратта, урындағы халыҡтың ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алырға тейеш", - тине ил Президенты.
Шулай уҡ хаҡтарҙың артыуы ла борсой халыҡты. Һуңғы осорҙа барыһы ла һөйләгән яңылыҡ - йомортҡаның бер тиҫтәһе 100 һумдан ашып китеүен Президент "Хөкүмәт эшендәге тотҡарлыҡ" менән аңлатты, йәғни, етештереү кимәле элеккесә, ә ихтыяж артҡан һәм быны Хөкүмәт ваҡытында хәл итмәгән. Хәҙер йомортҡаны Төркиәнән, Беларусь Республикаһынан индерә башлауҙары ла бар. Әйткәндәй, ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина етештереүҙең тотҡарланыуы нигеҙендә лә йомортҡа дефициты ята. Ил башлығы льготалы ипотека программаһын оҙайтыу кәрәклеге тураһында ла белдерҙе. Халыҡ телендә "ғаилә ипотекаһы" булараҡ билдәле булған был программа 2024 йылдың 1 июлендә тамамлана. Уның ярҙамында ике балиғ булмаған балаһы булған ғаиләләр тәүге торлағын йылына 6 процент менән генә һатып ала ине. "Шулай ҙа был программа оҙайтыла ҡалһа, ул бюджеттың мөмкинлектәренән дә сығып ҡараласаҡ", - тине Владимир Путин.
"2000 йылға кире әйләнеп ҡайтһаҡ, үҙегеҙгә нимә тип әйтер инегеҙ?" тигән һорауға Владимир Путин: "Дөрөҫ юлдан бараһығыҙ, иптәштәр! - тиер инем, тип яуапланы. - Үҙҙәрен партнер тип иҫәпләгәндәргә ҡарата артыҡ ышаныуҙан һаҡланығыҙ, тип иҫкәртер инем. Кәңәштәргә килгәндә, бөйөк рус, Рәсәй халҡына ышанырға кәрәк. Рәсәйҙең уңышы, яңырыуы, булмышы, үҫеше ошо ышаныс нигеҙендә".

Ләйсән НАФИҠОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.23 | Ҡаралған: 90

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru