«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР ТЫҢЛАЙ, АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР АҢЛАЙ
+  - 


Ауыл йөрәге - мәктәп, тибеҙ. Сөнки мәктәп бөтһә, ауыл да яйлап һүнә, балаларҙың шат тауышы яңғырамаған төбәктә йәшәү йәме ҡалмай халыҡҡа. Шуға ауылдың хәлен белгегеҙ килһә, йәмәғәт, мәктәбенә күҙ һалығыҙ. Бына, әйтәйек, Өфө районы Шамонино ауылы мәктәбе - тораҡ пункттың йылдан-йыл үҫешеүенә бер дәлил. Был белем усағы тураһында уның директоры Зилә Заһир ҡыҙы НУРИЕВА менән әңгәмәләштек.

Мәктәптең асылыуына тиҫтәнән ашыу йыл үткән. Ошо арауыҡ эсендә республика кимәлендә үҙегеҙҙе ниндәй белем усағы итеп таныттығыҙ?

- Мәктәп 2010 йылда асылды, мин бында 2011 йылда эшкә килдем. Тәүге йылдарҙа бында йөҙләп кенә уҡыусы белем алһа, 550 урынлыҡ мәктәптә бөгөн 1500 уҡыусы. Быйылғы уҡыу йылында беҙҙә 54 класс-комплект, ике сменала уҡыйҙар. Мәктәбебеҙҙә Шамонино, күрше Шмидтово һәм Бурцево ауылдарынан балалар йөрөп белем ала. Ошо йылдар эсендә мәктәп республика мәғариф учреждениелары араһында лайыҡлы урын алып, тик яҡшы яҡтан танылды, тип иҫәпләйем. Бында белем биреү менән бер ҡатарҙан тәрбиә буйынса ла эш алып барыла. Һуңғы осорҙа мәктәптәрҙә тәрбиә эше, айырыуса патриотик тәрбиә тураһында йыш телгә алһалар ҙа, беҙ быны бер ваҡытта ла хәтеребеҙҙән сығарманыҡ. Сөнки мәктәптәрҙә әле Советтар Союзы осоронда тыуған һәм тәрбиәләнгән педагогтар эшләй, улар өсөн әхлаҡи һәм рухи тәрбиә биреү - намыҫ ҡушыуы. Мәктәбебеҙҙең данын уҡыусыларыбыҙ ҙа, педагогтарыбыҙ ҙа күтәрә. Ҡайҙа барһаҡ та, "Шамонино мәктәбен беләбеҙ", тип торалар һәм ыңғай баһалайҙар.
Мәктәптә беренсе синыфтан алып уҡыған үҙебеҙҙең тәүге сығарылыш уҡыусыларыбыҙ ике йыл элек оло тормошҡа аяҡ баҫты. Беҙҙә белем алған балалар уҡыуҙа ла алдынғылар, һәр яҡлап һөнәрҙәрен арттыралар. Төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәйбеҙ: баскетбол, футбол, волейбол түңәрәктәренә бик яратып йөрөйҙәр. Грек-рим көрәше һәм милли көрәш, гимнастика буйынса ихлас шөғөлләнәләр. Ҡул эштәре оҫталарының түңәрәктәрен бик яраталар, заманса бейеү менән дә шөғөлләнәләр, ә инде "Дарман" халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле бөтә республикаға "Байыҡ" конкурсында Гран-при яулаусы коллектив булараҡ билдәле. Республиканың мәғариф өлкәһендә бойомға ашырылған барлыҡ проекттарҙа ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, "Ҡанатлан!" мәғариф проекты сиктәрендә бөтә модулдәр тормошҡа ашырыла беҙҙә. "Спорт көрәше - Башҡортостан мәктәптәренә" тигән проект сиктәрендә грек-рим көрәшен индерҙек, спорт залын тейешле йыһазландырҙыҡ. Былтыр "Заманса мәктәп" төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендәге "Үҫеш нөктәһе" цифралы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге асылды. Быйыл ошо проект сиктәрендә алынған өр-яңы заманса ҡорамалдар менән эш итеү буйынса республика педагогтары өсөн ҙур семинар ойошторҙоҡ. Ике "Шайморатов класы" астыҡ, был йүнәлештәге барлыҡ стандарт талаптар бойомға ашырыла, милли компонентты һаҡлап ҡалыуға ла булышлыҡ итте был. Әле мәктәп музейына тип ҡомартҡылар туплай башланыҡ. Тантана залында тирмәбеҙ бар, шуны ла бер юлы яңыртып, матур ғына бер крайҙы өйрәнеү музейы ойоштороп ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Айырым кабинет булдырыу мөмкин түгел әлегә, шуныһы ҡыҙғаныс.
Ә инде коллективыбыҙға килгәндә, 95 проценты - юғары категориялы педагогтар, Башҡортостандың мәғариф отличнигы тигән маҡтаулы исем йөрөткән педагогтарыбыҙ ҙа, атҡаҙанған уҡытыусыларыбыҙ ҙа бар. Педагогик кадрҙарға ҡытлыҡ кисереү тураһында һөйләһәк тә, беҙҙең мәктәп тулыһынса тәьмин ителгән. Әлбиттә, директор булараҡ, мин артабанғы үҫеш юлдары тураһында ла уйларға тейешмен. Әммә былары - көндәлек хәл итә торған мәсьәләләр, яйлап барыһын да яйға һала барабыҙ.



Барлығы мең ярым уҡыусы белем ала, тинегеҙ. Уларҙың милли составын проценттар менән һанап әйткәндә нисек?

- Был һорауға теүәл мәғлүмәт бирә алмайым. Тәүге йылдарҙа уҡыусыларыбыҙҙың 80-85 проценты башҡорт булһа, хәҙер тирә-яҡтағы ауылдарҙың үҫешенә бәйле, балалар һаны ла ҡырҡа артып, милли состав та үҙгәрҙе. Шулай ҙа беҙ традициябыҙға торғо ҡалырға тырышабыҙ, "Шайморатов кластары"н да шул маҡсаттан астыҡ һәм унда белем алған балаларға дәрестән тыш сараларҙа башҡорт теле, мәҙәниәте, үҙебеҙҙең йолалар тураһында һөйләйбеҙ. Беренсе кластан алып йыл һайын бер башҡорт класы асабыҙ: унда башҡортса һөйләшкән балалар ғына уҡый. Улар менән бөтә сараларҙы башҡортса ойошторабыҙ, ата-әсәләр йыйылыштары башҡортса үтә. Былар - ата-әсәләрҙең, балаларҙың законлы вәкилдәренең ғаризалары буйынса ойошторолған кластар.
Шамонино ауылында сығыштары менән республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килеп төпләнгән бик аңлы, зыялы атай-әсәйҙәр йәшәһә лә, ҡайһы берҙәрен йөрәк менән аңлап булмаған осраҡтар ҙа булғылай. Ғаиләләрендә башҡортса һөйләшеп тә, мәктәптә туған башҡорт телен уҡытырға теләмәһәләр, аптырайым. Бындай осраҡтарҙа һөйләшергә, башҡорт класында уҡыған балаларға бирелгән белемдең шулай уҡ сифатлы булыуы, матур сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлектәре, уҡытыу эшенең ҡыҙыҡлыраҡ алып барылыуын аңлатырға тура килә. Әлбиттә, еңел тип әйтеп булмай, әммә был юҫыҡта эш даими алып барыла һәм дауам итәсәк.

Мәғариф өлкәһендә йылдан-йыл үҙгәрештәр индерелеп тора, һеҙ заман талаптарына яуап биреп өлгөрәһегеҙме?

- Бөтә талаптарға ла яуап биреп өлгөрөргә тырышабыҙ, бер ыңғайҙан үҙебеҙ ҙә эшкә өйрәнәбеҙ, тәжрибә туплайбыҙ. Сөнки хәҙер тормош үҙе шундай: белем алып сыҡтым, бөттө, тип ултырып булмай. Көнөнөкө көнөндә яңы хәл ителәһе мәсьәләләр ҡалҡып тора, ҡайһы саҡта кистән билдәләп ҡуйған план буйынса ғына бармауы ла бар ул эштәрҙең. Алдыбыҙға ҡуйылған бурыстар бик күп, улар араһында эш ҡағыҙҙары, отчеттар, сайтты биҙәү, эште ойоштороуға талаптар - ҡайһы берҙәре генә.
Эшмәкәрлегебеҙгә тулыһынса үҙгәреш индергән заман һынауҙарының береһе - коронавирус пандемияһы осоронда дистанцияла уҡытыу булды. Балалар һаны күп булғас, бик үк еңелдән булманы, әммә тиҙ генә ойошоп, эште алып барҙыҡ. Дистанцияла уҡытыуҙың белем биреү сифатына ниндәй кире йоғонто яһауын күрҙек. Атай-әсәйҙәр ҙә бер ваҡыт мәктәптең барлығы балалары өсөн ни тиклем яҡшы, әһәмиәтле булыуын төшөндө. Баҡтиһәң, мәктәп көн дауамында балалар менән шөғөлләнә, бында туҡланыу ҙа яҡшы ҡуйылған, алыҫтан йөрөгәндәрен автобус менән килеп алалар, буш ваҡыттарын мөмкин тиклем файҙалы үткәреү ойошторолған, барыһы ла яҡшы икән. Ә дистанцияла уҡығанда баланың дәрес башында тоташыуы күренһә лә, аҙағыраҡ камераһын һүндереп, барып ашап килергә, уйынға әүрәргә, хатта йоҡлап китергә мөмкин. Санпин буйынса 30 минут ҡына барырға тейеш дәрестә уҡытыусы һәр уҡыусыны даими рәүештә күҙәтеп тора алмай һәм был белем биреүҙең сифатына бик ҙур йоғонто яһай. Шулай ҙа мәктәпте миҙалға тамамлаған, яҡшы өлгәшкән уҡыусыларыбыҙ булды. Юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр һаны буйынса күрһәткестәребеҙ гел юғары. Өфө районы мәктәптәре араһында беҙҙә генә 10-11 кластарға мәғлүмәти-технология һәм универсаль-гуманитар йүнәлештәрҙә белем алыу мөмкинлеге бирелә. Маҡсат ҡуйып килгән уҡыусылар 6 сәғәт физика, 4 сәғәт информатика дәрестәрен уҡыйҙар. Берҙәм дәүләт имтихандарын бик уңышлы тапшырып, теләгән вуздарына уҡырға инәләр.

Туғыҙынсы синыфтан һуң китеүселәр бармы? Бының сәбәбе ниҙә икән: БДИ ҡурҡытамы, әллә һөнәр үҙләштереп, үҙаллы булырға ашығамы хәҙерге балалар?

- Әлбиттә, туғыҙынсы синыфтан һуң урта һөнәри белем усаҡтарына уҡырға китеүселәр йыл да була. Мәҫәлән, быйыл 9-сы синыфты 100 бала тамамланы, шуларҙың 40-ы 10-сыға ҡалды, 60-ы колледждарға уҡырға инде. Бының сәбәбен аныҡ ҡына аңлатып булмай, атай-әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа үҙ киләсәге тураһында төрлөсә уйлай, хәл итә. Әлбиттә, Берҙәм дәүләт имтиханын һәр береһе нисек тә булһа тапшыра алыр ине, әммә әҙ балл йыйһа, түләүлегә уҡырға инергә тура киләсәк. Кемдәрелер, киреһенсә, урта һөнәри белем биреү усаҡтары ҡалала булғас, көн һайын йөрөүгә юл хаҡы ҡиммәткә төшөүен күҙ уңында тотоп, мәктәптә ҡалып торорға хәл итергә мөмкин. Быларҙы мин мәктәптә махсус комиссия төҙөп, 9-сы класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре менән айырым һөйләшеү ойоштороуға бәйле беләм. Барыһы менән дә ултырып һөйләшеп, кәңәшләшеп алабыҙ уҡыу йылы аҙағында.
Әйтергә кәрәк, хәҙер урта һөнәри белем биреү учреждениелары ла йәштәргә һөнәр һайларға ярҙам итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген күрһәтеү, танытыу юҫығында яҡшы эшләй. Мәктәпкә килеп осрашыуҙар үткәреп, үҙҙәре тураһында һөйләп китәләр, экскурсияға саҡырып ҡайталар. Быйыл беҙҙә 4 класс туғыҙынсылар, яңыраҡ улар баш ҡалала урынлашҡан колледждарға барып, күреп, танышып ҡайттылар. Был уҡыу йорттары ла үҙгәреш кисерә, йәштәрҙе ылыҡтырырлыҡ бик ҡыҙыҡлы, заманса йүнәлештәр аса. Хатта БДИ-ны 100 процент яҡшы һөҙөмтәләргә тапшыра алырлыҡ уҡыусыларыбыҙ ҙа уларға өҫтөнлөк бирә ҡайһы саҡ.

Бөгөн күп тел белгән һәм төрлө яҡтан үҫешкән йәш быуын тәрбиәләү бурысын ҡуялар. Был йәһәттән мәктәбегеҙҙә ниндәй эштәр атҡарыла?

- Балаларҙы күп телдәр белгән, төрлө яҡтан үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү идеяһы минең дә күңелемә яҡын. Мин оҙаҡ йылдар Республика башҡорт лицей-интернатында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ғилми-методика эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләнем. Шул осорҙа төрөктәрҙең белем биреү системаһының ыңғай һәм кире яҡтарын берҙәй күрҙем. Үҙемә уларҙың балаларға бер нисә сит телде камил үҙләштерергә маҡсат итеүҙәре, туған-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға ҡоролған тәрбиә йүнәлеше күңелемә ятҡайны. Атай-әсәйҙәргә балалар менән туғандарға ҡунаҡҡа йөрөшөргә, зат-ырыу менән таныштырырға, аралашып йәшәргә өйрәтергә кәрәк.
Ә телдәрҙе белеүгә килгәндә инде, "Телдәр белгән - илдәр белгән", тип юҡҡа ғына әйтмәгән борондан халҡыбыҙ. Шуға киләсәктә мәктәбебеҙҙә полилингваль класс асыу ниәтен уйымда йөрөтәм: унда төрлө телдәр менән бер ҡатарҙан башҡорт теле лә өйрәнелер ине. Башҡортса белмәгән балалар ҙа был класта уҡырға теләһен, шунда эләгергә ынтылып торһон өсөн алдынғы булырға тейеш ул. Әле мәктәптә башҡорт, рус һәм инглиз телдәре уҡытыла. Бөтәһе лә башҡорт дәүләт телен 1-әр сәғәт өйрәнә, туған телгә 2 сәғәт бирелә. Ғөмүмән, беҙҙә бөтә телдәргә лә ыңғай ҡараш һалынған: урыҫ балалары араһында ла башҡорт телен ҡыҙыҡһынып өйрәнеүселәр бар, Республика көнөнә үткән байрамда телде ниндәй кимәлдә белеүенә ҡарамаҫтан, бөтәһе лә теҙелеп тороп башҡортса шиғырҙар һөйләнеләр. Балаларҙы йышыраҡ шулай ҡатнаштырырға кәрәк, уларҙың үҙҙәренә лә ҡыҙыҡ бит ул сәхнәгә сығыу, ә ата-әсәләренә ниндәй ғорурлыҡ! Башта әҙерәк ҡытыршыраҡ булһа, яйлап-яйлап телмәрҙәре шымара барасаҡ.

Ә ниндәй мәсьәләләр борсой бөгөн мәктәп директорын?

- Бөгөн шәхсән беҙҙең өсөн иң борсоған мәсьәлә - мәктәбебеҙ ҡеүәтенә уҡыусылар һаны тап килмәүе. Әйтеүемсә, мәктәп 550 уҡыусы һыйҙыра, ә беҙҙә 1500 бала белем ала. Был үҙ сиратында уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү эшен үҫтерергә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Был өлкәлә эшләргә теләгән әллә күпме кеше бар, бихисап тәҡдимдәр - әммә урын етешмәй. Әле бына Шмидтово ауылында мәктәп бинаһы төҙөлә. Шуға был мәсьәлә тиҙҙән хәл ителер, моғайын, тип ышанабыҙ. Ауылыбыҙҙа берәй социаль-мәҙәни усаҡ булмауы ла бәкәлгә һуға, сөнки балаларҙың буш ваҡыттарында урамда йөрөүен күрәм. Мәктәп көсөнән килгәнсә барыһын да эшләй, мөмкин булған барлыҡ шарттар тыуҙырылған бында, әммә тағы ла яҡшыраҡ, әүҙемерәк эшләргә булыр ине. Дәрестәр һәм түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп бөткәс, киске унынсы яртылар тирәһендә генә ябыла мәктәп ишектәре.
Беҙҙең балалар барыһы ла аҡыллы, һәләтле һәм шундай яҡшылар. Улар менән етди шөғөлләнгәндә, ниндәй өлкәлә булыуға ҡармаҫтан, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә була. Тик мәктәп, атай-әсәй, бала бер маҡсатлы, бер фекерле булырға, аңлашып эшләргә кәрәк.

Мәктәптә тәрбиә эше туҡтатылғаны юҡ, тигәйнегеҙ. Һуңғы осорҙа тағы ла көсәйә төшкәндер был юҫыҡтағы эшмәкәрлегегеҙ, уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең быға мөнәсәбәте ниндәй?

- Барлыҡ яңылыҡтарҙы ла, шөкөр, бик ыңғай ҡабул итте барыһы ла. Көн дә иртәнге сәғәт 8-ҙә Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыратыла, аҙна һайын спорт залында флагтарҙы күтәреү тантанаһы уҙа. Унан һуң, балалар "Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү"гә китә. Был уҡыусыларға бик оҡшай, сөнки был дәрестәр күҙ буяу өсөн генә үткәрелмәй, ысынлап та мөһим темалар күтәрелә. Уҡыусылар гимндарҙың һүҙҙәрен дә ятланы, ҡушылып йырлап торалар. Был да бик мөһим. Ошо рәүешле тәрбиәләүҙең тик ыңғай яҡтарын ғына күрәм. Балаларҙың был мәсьәләлә аңлыраҡ булыуы һиҙелә хәҙер. Балалар тыңлай, атай-әсәйҙәр аңлай. Мәктәптәргә ҡайһы саҡ зарланыуҙар күп ишетелгән һымаҡ тойолһа ла, һәр ваҡыт һөйләшеп аңлашырға, кәңәшләшергә мөмкин булыуын белә атай-әсәйҙәр. Улар беҙҙең фекерҙәштәр булһын өсөн тырышабыҙ. Балалар кеше психологияһын бик яҡшы тойомлай, шуға ҡайһы уҡытыусының дәресендә шаярырға йәки бөтөнләй тыңламай ултырырға, ҡайһыныһына етди мөнәсәбәт күрһәтергә белә. Шуға тәү сиратта уҡытыусы үҙе эшенә етди ҡарарға, шундай мөнәсәбәтте башҡаларҙан да талап итергә тейеш. Был йәһәттән беҙҙә тәртип яҡшы һаҡлана, һөҙөмтәләр ҙә шуға ыңғай.
Уҡыусыларҙы оҙайлы йәйге каникулдар ваҡытында ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. "Йәйләү", хеҙмәт һәм көндөҙгө балалар лагерҙары йыл да ойошторола. Бик әүҙем йөрөйҙәр. Быйыл "Атайҙар ҡоро" ойошторҙоҡ: тәрбиә эшенә атайҙарҙы йәлеп итергә ниәтләйбеҙ.

Педагог һәм остаз йылының һеҙҙең өсөн һөҙөмтәләре ниндәй?

- Әйткәнемсә, беҙ - совет заманында октябрят, пионер булған, кемдәрҙер хатта комсомол сафына ингән быуын кешеләре. Шуға патриотик тәрбиә булһынмы, остазлыҡмы - былар һәр ваҡыт булды, был ниндәйҙер яңылыҡ түгел. Әле лә коллективҡа яңы килгән уҡытыусыға кәрәк саҡта ярҙам итер, кәңәш бирер бер коллегабыҙҙы тәғәйенләп ҡуйыу ғәҙәте дауам итә. Коллективта һәр уҡытыусыға мөмкин тиклем айырым иғтибар бүлеп, эштәрен ваҡытында баһалап торорға тырышам. Ветеран уҡытыусыларыбыҙҙы ла онотмайбыҙ, улар мәктәпкә саҡырған һайын шатланып килә. Быйылғы йыл тамамланһа ла, педагогтар һәм остаздар үҙ эшен намаҫлы үтәүҙе, белемле, лайыҡлы ил граждандары тәрбиәләүҙе дауам итәсәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Башта холоҡ тап, унан ғилем", тигәнгә таянғандарҙың эше алға китеренә шик юҡ. Шамонино мәктәбе етәкселеге һәм педагогтары быны яҡшы аңлаған өсөн дә бер нисә йыл эсендә генә тирә-яҡҡа танылған белем усағына әүерелеп, күптәрҙе үҙенә ылыҡтырып, эшләп киләлер. Ул - ошо ауылдарҙың ҡотон һаҡлап ҡалыр яңы киләсәгебеҙ нигеҙе.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.23 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru