«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

Кушнаренко мәҙәниәте ҡәбиләләре

VI-VIII быуаттарҙа Көньяҡ Уралда Кушнаренко ауылы биләмәһендәге ҡәберлектә табылған тәүге балсыҡ һауыт-һабалары буйынса шартлы рәүештә кушнаренко мәҙәниәте тип аталған ҡәбиләләрҙең ҙур бер төркөмө булыуы билдәләнде. Кушнаренко ҡәбиләләренең ҡомартҡылары әлегә етерлек кимәлдә өйрәнелмәгән, әммә тупланған материалдар улар мәҙәниәте буйынса бахмутлыларҙан һәм турбаҫлыларҙан ғына түгел, Көньяҡ Уралдың иртә урта быуаттарҙағы башҡа ҡәбиләләр төркөмдәренән дә ҡырҡа айырылып тороуын дәлилләй. Һуңғы йылдарҙа кушнаренко ҡәбиләләренең тарихы һәм мәҙәниәте буйынса элегерәк билдәле булған сығанаҡтар материалдарын тулыландырған ҡиммәтле ғилми мәҡәләләр баҫылып сығыуы хаҡында әйтеп үтергә кәрәк.
Кушнаренко ҡәбиләләре ҡомартҡылары территориаль яҡтан бөтөн Көньяҡ Уралда, уның көнсығыш һырттарында, һәм Урта Кама буйында урынлашҡан. Ағиҙел йылғаһы бассейнында улар бахмут һәм турбаҫлы ҡомартҡылары уратып алған "утрауҙар" булып ята. Кушнаренко ҡәбиләләренән ҡалған эҙҙәр Урта Камала ла асыҡ беленеп тора. Кушнаренколылар өсөн типик булған һауыт-һаба табылдыҡтары I Үрге Саин ҡаласығында һәм ҡәберлегендә, Үрге Утчан, I Күҙебай ҡаласыҡтарында һәм башҡа ҡомартҡыларҙа теркәлгән. Уларҙа ошондай һауыт-һабаның урындағы ҡәбиләләрҙең төп керамик комплексына (неволин, үрге утчан мәҙәниәттәре) ҙур булмаған өҫтәмә рәүешендә ҡулланылыуы хаҡында һығымта эшләргә була, һәм, моғайын, был кушнаренколыларҙың Пермь крайының көньяғына һәм Удмуртия сиктәренә тиклем үтеп инеүенә дәлил.
Кушнаренко ҡәбиләләренең 30-ға яҡын торағы табылды, шул иҫәптән мәҙәни ҡалдыҡтары әллә ни әһәмиәтле булмаған бер генә ҡатламлы ҡаласыҡтар төркөмө. Уларҙа табылған әйберҙәр, башлыса, кушнаренко һәм ҡара яҡуп керамикалары ярсыҡтарынан торған ике төркөмдө хасил итә. Беренсеһе күбеһенсә кувшинға оҡшаш формалағы оҙонса тар муйынлы йоҡа (ҡалынлығы 3-4 мм) һауыт-һабанан тора. Улар тышҡы яҡтан, йыш ҡына төптәре лә, киҫеп яһалған горизонталь билғау һыҙыҡтары һәм овал формаһындағы тешле штамптар тамғалары, шулай уҡ ҡыҫҡа ғына сатмаш киртектәр менән биҙәлгән. Һауыт-һаба бик ентекләп эшләнгән. Йоҡалығы арҡаһында был һауыттар көнкүрештә тиҙ ватылыусан һәм ғәмәлгә яраҡһыҙ булғанлыҡтан, моғайын, ритуал өсөн ҡулланылғандыр. Бәлки, улар металл һауыттарға оҡшатып яһалғандыр. Быны Урта Азия ювелирҙарының торевтикалы предметтарындағы (металл һауыт-һабаны ҡулдан рельеф орнамент менән биҙәү. - Тәрж. иҫк.) орнаментҡа оҡшаш булыуы күрһәтеп тора. Һауыт-һабаның икенсе бер төркөмө формаһы буйынса кушнаренконыҡыларға яҡын, әммә уларҙан күпкә тупаҫыраҡ эшләнеүе һәм орнаменты муйынының өҫкө ҡырыйында ғына булыуы менән айырылып тора. Ул "шыршы" кеүек яһалған ҡыҫҡа сатмаш киртектәрҙән, ҡыя һыҙыҡтарҙан һәм ярым борсаҡ формаһындағы ҡабарынҡы нөктәләрҙән тора.
Кушнаренко ҡәбиләләре мәҙәниәте ҡурған материалдарында яҡшыраҡ сағылыш тапҡан.
Лағыр (Әй йылғаһы буйында), Мәнәк (Тиҙ Танып йылғаһы буйында), Таҡталасуҡ (Ағиҙел тамағында) һәм Һынташтытамаҡ (Дим йылғаһы буйында) ҡурғандары ошо ҡомартҡыларҙың иң ҙурҙарынан һанала. Уларҙың төҙөлөшө үҙенсәлектәренән ябай һай ҡәберҙәр өҫтөнә уртаса 7-8 м диаметрындағы бейек булмаған ер өйөмдәре булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Ер өйөмдәре аҫтында айырыуса ҡиммәтле предметтар өсөн махсус рәүештә яһалған йәшерен урындар булыуы хас. Ҡурғандарҙа мәйеттәр табуттарға һалынған, ҡәбер төбө септә менән ҡапланған. Аттарҙы ҡәберҙәрҙә һәм улар янында ритуаль ерләү киң ҡулланылған. Ҡурғандарҙың төп әйбер материалы, керамиканан тыш, VI-VIII быуаттарҙағы турбаҫлы ҡомартҡыларын ҡабатлай, был уларҙың синхрон булыуын раҫлай. Табылдыҡтарҙан бил ҡайыштары тупланмалары, күкрәк һәм муйын биҙәүестәре, шул иҫәптән ҡатмарлы итеп үрелгән муйынсаҡтар, ат һыны рәүешендәге суҡтар, һырғалар, балдаҡтар һ.б. күләме яғынан иң күптәре. Ҡоралдар Р-рәүешле элмәктәр менән биҙәлгән ҡындарҙа йөрөтөлгән оҙон ҡылыстарҙан тора. Табылдыҡтар араһында Көньяҡ Уралда иң тәүгеләр иҫәбенә ингән өҙәңгеләр күп. Ҡайһы бер ҡатламлы ҡомартҡыларҙа (мәҫәлән, Мәнәктә) кушнаренко һауыт-һабаһы ҡараяҡуп тибындағы (Ҡара Яҡуп ҡаласығы исеменән) балсыҡ һауыт-һаба менән бергә табыла. Ҡара Яҡуп, Иҫке Ҡалмаш һәм Таптыҡ ҡаласыҡтары ҡомартҡыларының керамикаһы тик кушнаренко һәм ҡараяҡуп төркөмөнә ҡараған һауыт-һабанан тора. Шулай булһа ла, кушнаренко керамикаһы булған ҡомартҡыларҙың билдәле бер типологик һәм хронологик айырымлыҡтары асыҡ беленеп тора, һәм уларҙың килеп сығышын өйрәнгәндә быны күҙ уңынан сығарырға ярамай. Көнбайыш Себерҙә Урал буйының кушнаренко-ҡараяҡуп ҡомартҡылары менән билдәле бер яҡынлығы булған ҡомартҡылар төркөмө бар. Улар - Переймин ҡәберлеге һәм Логинов ҡаласығы. Ошо ҡомартҡылар төркөмө тураһында түбәндәрәк ентекләп бәйән итербеҙ.



Карта № 9. Археология мәғлүмәттәре буйынса V-VIII быуаттарҙа Көньяҡ Уралда һәм уға сиктәш территорияларҙа йәшәгән ҡәбиләләрҙең биләмәләре: 1 - бахмут мәҙәниәте ҡәбиләләре; 2 - именьков мәҙәниәте ҡәбиләләре; 3 - үрге утчан мәҙәниәте ҡәбиләләре; 4 - ломоватов мәҙәниәте ҡәбиләләре; 5 - неволин мәҙәниәте ҡәбиләләре; 6 - турбаҫлы мәҙәниәте ҡәбиләләре; 7 - бакал мәҙәниәте ҡәбиләләре; 8 - кушнаренко мәҙәниәте ҡәбиләләре.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.23 | Ҡаралған: 82

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru