«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИРҘӘР ТӨҘӨГӘН ӨЙГӘ ТИК ҠАТЫН-ҠЫҘ ҠУЛЫ ҒЫНА ЭСКЕ ЙӘМ БИРӘ АЛА
+  - 


Башҡортостандың дәүләт власы органдарында һәм муниципалитеттарҙа етәксе вазифалар биләгән ҡатын-ҡыҙҙар әллә ни күп түгел. Күп йылдар буйына ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары постарына тик ирҙәр генә тәғәйенләнде йә иһә һайланды. Ошо йәһәттән Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы ГОРДИЕНКОны тәүге ҡарлуғас, тип нарыҡларға була. Уҡыусыларыбыҙҙы уның тормош юлы, эшмәкәрлеге һәм ижтимағи-сәйәси ҡараштары менән таныштырабыҙ.

Һәр бер кешенең яҙмышы иң элгәре тыуып үҫкән ере, ата-әсәләре, яҡын туғандары менән бәйле. Хөрмәтле Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы, ғаиләгеҙ, бала саҡ йылдарығыҙ хаҡында хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

- Мин Учалы районында тыуғанмын. Әсәйем Фәниә Сабит ҡыҙы Яңы Байрамғол ауылынан, һөнәре буйынса уҡытыусы ине. Атайым Мәүлитбай Лоҡманов Белорет районының Тирлән ауылынан, һөнәре буйынса - геолог, заманында спорт менән мауыҡҡан, бокс буйынса Башҡортостандың экс-чемпионы исемен йөрөттө. Шулай килеп сыҡҡан, уларҙың икеһенең дә 30 йәштәр тирәһендә тәүге никахтары тарҡалған. Әсәйем Рәсүл ауылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгәндә мин тыуғанмын, ә атайым төньяҡ тарафтарына эшкә киткән була. Миңә 9 ай тулыуға ғаиләбеҙ Ямал-Ненец автономиялы округының Тарко-Сале тигән ҡасабаһына (хәҙер ҡала статусында) бөтөнләйгә күсеп китә. Әлбиттә, атайым-әсәйемдәр, яңы ғаилә ҡорғас, сит ерҙәр яңы тормош өсөн ҡулайлыраҡ булыр, тип уйлағандарҙыр. Шулай итеп, минең бала сағым Себерҙә, Төньяҡ Поляр түңәрәгенән әллә ни алыҫ булмаған географик мөхиттә уҙҙы. Шул ҡасаба мәктәбендә 10-сы класты тамамлағас, Башҡортостанға кире ҡайтырға булдыҡ, сөнки атай-әсәйемдең төньяҡ тарафта эшләүенә 15 йыл тулды, бындай хеҙмәт стажы төньяҡ коэффициенты менән пенсияға сығыу өсөн мотлаҡ ине. Ул саҡта 3 майҙа бәләкәй һеңлем дә донъяға килгәйне.

Тарко-Салела йәшәгән осорҙан матур хәтирәләр ҙә ҡалғандыр?

- Беҙ Себерҙә лә ҡәҙимгесә, башҡалар нисек көн күрә, шулай йәшәнек. Себерҙәге тормошобоҙҙо ул тиклем үк етеш ине, тип тә әйтеп булмаҫ. Әсәйем тәүҙә тәрбиәсе булып эшләп алды, шунан торлаҡ-коммуналь хужалығы системаһына күсте, унда етәксе булып китте. Ул холҡо менән бик тәүәккәл, ҡыйыу эш итә белгәндәрҙән булды. Атайым нефть-газ етештереү өлкәһендә эшләне. Ул тәүге ғаиләһенә лә ярҙам итеп торҙо, ә әсәйем үҙ ғаиләһендә иң өлкән ҡыҙ булғас, кесе туғандарын ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Шулай булғас, әллә ни артыҡ аҡсабыҙ булманы. Ә беҙ йәшәгән фатирҙа һәр саҡ күңелле була торғайны. Өйөбөҙ түрендә гитара, гармун булды. Атайым гармунда уйнарға ярата ине, кистәрен шиғыр уҡып күңел астыҡ. Атайым китап уҡырға әүәҫ булды, Ғүмәр Хәйәм робағиҙарын яттан белә ине, Есенин шиғырҙарын яратты. Шуныһы мөһим - ғаиләбеҙҙә матди ҡиммәттәр беренсе урында булманы. Беҙ йәшәгән фатирҙа бик йыш тыуған яҡтарҙан килгән ҡунаҡтар туҡталып, ҡунып китә инеләр. Кем генә килһә лә, әсәйем уларҙы йылмайып ҡаршы алды, барынса ҡунаҡ итте.

Төньяҡ Себер климаты ситтән килгән кешеләрҙең һаулығы өсөн ауырыраҡ булманымы?

- Мин әле лә ошо ауыр климат шарттарында йәшәүселәргә йәлләберәк ҡарайым. Ни өсөн? Унда ҡыштарын кеше организмы кислородты етерлек кимәлдә үҙләштерә алмай, көн яҡтыһы күпкә аҙыраҡ, поляр төндәр ҙә кеше һаулығы өсөн файҙалы түгел. Һеңлем Тарко-Салела тыуҙы һәм, күп тә үтмәне, уны бик көслө аллергия яфалай башланы. Уның тән тиреһе боҙолоп, һуйылып төшә башланы. Шунан һуң беҙгә Себерҙән ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Шулай итеп, мин унда 11-се класты тамамлай алманым, шуның арҡаһында Төньяҡ Себер мәктәптәрен тамамлаған уҡыусыларға вузға ингәндә бирелә торған льготанан мәхрүм ҡалдым. Әлбиттә, шулай килеп сығыуын мин ауыр кисерҙем ул саҡта, хатта бер аҙ үпкәләп тә йөрөнөм...

Башҡортостанға ҡайтҡас, ҡайҙа урынлаштығыҙ?

- Беҙ Силәбе өлкәһе Верхнеуральск районының Межозерный ҡасабаһында йәшәй башланыҡ, ул Учалы ҡалаһынан 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Атайыма 46 йәш, пенсияға иртәрәк, тап шул ҡасабалағы шахталарға геолог һөнәренә ярашлы эшкә урынлашыу мөмкинлеге булды. 1993 йыл, илебеҙҙә сәйәси-иҡтисади реформалар бара. Элегерәк беҙ Себерҙән ҡайтҡас, королдәрсә йәшәрбеҙ, тип уйлай торғайныҡ. Киреһенсә килеп сыҡты. Атай-әсәйемдәр туплап өлгөргән аҡсалар юҡҡа сыҡты. Бер ниндәй ҙә уңайлыҡтары булмаған йортта йәшәргә тура килде. Атайымдар һыйыр һатып алды, балаларға үҙебеҙҙең һөт-ҡаймағыбыҙ булһын тигәндәрҙер. Нисек кенә булмаһын, мин ошо Межозерный ҡасабаһында урта мәктәпте тамамланым...

Сығарылыш класы уҡыусылары ниндәйҙер бер һөнәргә эйә булыу хаҡында уйлана башлай. Һеҙҙең дә, Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы, шундай хыялығыҙ булғандыр?

- Мине уҡытыр өсөн атай-әсәйемдең бер ниндәй ҙә мөмкинлектәре булмауын мин аңлай инем. Юрист булырға, хатта милицияла эшләргә хыялландым. Университеттың юридик факультетына инеү өсөн имтихандар бирҙем. Әммә мине конкурстан үткәрмәнеләр, бәлки, минең ул саҡта төньяҡта теркәлгән булыуым (пропискала тороуым) ҡамасаулағандыр. Ни эшләргә һуң? Мин төньяҡ ҡыҙы булып үҫеп еттем бит, тоттом да яңынан Себергә юлландым. Унда мәктәп-интернаттың кубовойына һыу ҡайнатыусы булып эшкә индем: һыу насар булғас, балаларға уны ҡайнатып ҡына эсерәләр ине. Эш хаҡы түбән, уныһын да икешәр ай түләмәйҙәр, техничка булып та эшләйем бер үк ваҡытта. Бер йыл эшләгәс, кире ҡайттым. Әлеге лә баяғы, вузға уҡырға инеү тураһында уйлайым. Мәктәптә уҡыған сағымда спорт менән күп шөғөлләндем - футбол, баскетбол, волейбол ярыштарында ҡатнаштым, әүҙемлегемде хуплап, Артекка ла ебәргәндәре булды. Милицияның Өфө юғары мәктәбенә барҙым. Унда 2 йыл хеҙмәт стажы булмайынса, уҡырға алмайбыҙ, тинеләр. Шунан мин Учалы ҡалаһы милицияһының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенә эшкә индем, форма бирҙеләр, автобус менән Межозерныйҙан Учалыға эшкә йөрөй башланым. Ошонда ике йыл эшләйем дә, әлеге юғары милиция мәктәбенә уҡырға инәм, тип уйлайым.
Ошолай йәй үтеп китте. Бер мәл, сентябрь урталарында ине, туҡталышта торғанда Межозерный мәктәбенең бер уҡытыусыһы осраны. Һөйләшеп киттек, Учалыға эшкә йөрөүем хаҡында әйттем. Мәктәптә физкультура, хеҙмәт уҡытыусылары юҡ икән, эш хаҡы аҙ булғас, әлегә тиклем эшләгән ир-егеттәр мәктәптән киткән. Был уҡытыусы миңә мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә урынлашырға тәҡдим итте. "Махсус белемем юҡ бит, алмаҫтар ул", тип яуаплайым. Шулай ҙа барып ҡарарға булдым, йөрөп эшләү ҙә ялҡыта бит, ә хеҙмәт стажы барыбер барасаҡ. Межозерный ҡасабаһының был мәктәбендә ауыр холоҡло балалар уҡый ине. Мәктәп директоры Татьяна Николаевна Сәлимоваға индем, физкультура уҡытыусыһы булып эшләргә теләүем хаҡында әйттем. Ул миңә нисектер аптырабыраҡ ҡараған һымаҡ булды - ул саҡта миңә ни барыһы 18 генә йәш, үҙем мәктәпте бер йыл элек кенә тамамлағанмын. Шулай ҙа: "Спорт менән шөғөлләндем, балалар менән эшләй аласаҡмын", - тигәс, директор мине эшкә алырға булды.
Шулай итеп, мәктәптә эшләй башланым. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, тигән боронғолар. Тап шул саҡта Магнитогорск педколледжына уҡырға инергә теләүселәр бик аҙ булып, ул өҫтәмә ҡабул итеү хаҡында иғлан бирҙе. Физкультура бүлегенә ситтән тороп уҡырға индем, уны Ҡыҙыл диплом менән тамамланым. Тора-бара эшем шул тиклем оҡшай башланы, 8 йыл буйына мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләнем.

Ә милицияла эшләү тураһындағы хыялығыҙҙан ваз кистегеҙме?

- Ул хаҡта һөйләй башлаһаң, шундай ҡыҙыҡлы бер хәл иҫкә төшә. Әйткәнемсә, ауыр холоҡло балалар менән эшләйбеҙ. 90-сы йылдар - аҙ килемле, социаль яҡтан ауыр ситуацияға тарыған ғаиләләр бермә-бер күбәйгән ваҡыт. Ә беҙ шул балаларҙы эҙләп йөрөп тигәндәй табып, урам тәрбиәһе йоғонтоһонан ҡотҡарырға тырышабыҙ: улар өсөн төрлө саралар ойошторабыҙ, спорт ярыштары, күңелле ял итеү кисәләре уҙғарабыҙ. Торғаны менән балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тиңләрлек булды эшебеҙҙе. Шулай бер көндө Верхнеуральск районының милиция начальнигы урынбаҫары килеп инде. Ул минең менән һөйләшергә килгән икән: "Беҙгә балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла эшләрлек белгес кәрәк. Һеҙ риза булһағыҙ, Силәбе ҡалаһына ярты йыллыҡ курсҡа уҡырға ебәрәбеҙ", - ти. Миңә әле 21 йәш тулған, ә ярты йылдан милицияла эшләй башлаясаҡмын! Былай булғас, хыялым тормошҡа ашасаҡ, тип, шатланып киттем. Әммә директорыбыҙ Татьяна Николаевна кирегә дүндерҙе мине: "Һинең урының мәктәптә, бик яҡшы эшләйһең, балалар ҙа ярата, коллегаларың да хөрмәт итә. Һиңә юғары белем дә алырға кәрәк. Һин минең тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарым, кадрҙар резервына индергәнмен, киләсәктә үҙең директор булырһың. Нимәгә һиңә ҡысынмалы, бетләп бөткән балалар менән интегергә? Беләһеңме нимә, милицияға барғансы, кейәүгә сығырыңды уйла", - тимәһенме. Шулай итеп, мәктәптә ҡалдым.
Ике йыл ваҡыт тиҙ генә үтеп тә китте. 23 йәштәмен. Беҙҙең бәләкәй ҡасабала "ҡарт ҡыҙҙар" иҫәбендәмен, йәштәштәремдең барыһы ла ғаиләле булып бөттө. Мин дә шул турала уйлай башланым. Бик етеҙмен, таҙа кәүҙәле, спортсы формаһындамын, йүгерәмен, саңғыла йөрөйөм - тик бер егет тә миңә яҡын килмәй, минән ҡурҡалар инде әллә, тип уйлайым. Шул саҡта Верхнеуральск хакимиәте башлығы урынбаҫары мине хакимиәткә эшкә "ҡоҙалап" килде. Йәштәр эштәре буйынса урынбаҫар вазифаһына тәҡдим итәләр. Әлеге лә баяғы, мин тағы ла Татьяна Николаевнаға индем. Ул бына ни тине миңә: "Зөһрә Мәүлитбаевна, ә һин беләһеңме, район хакимиәтендә тик ҡарт ҡыҙҙар эшләй. Береһе лә кейәүгә сыға алмаған. Һин унда эшкә барһаң, һине бер кем дә алмаҫ, ҡарт ҡыҙ булып ҡаласаҡһың. Һине бында барыһы ла белә, мотлаҡ табырһың һөйгәнеңде". Тыңланым уны. Декабрь айында буласаҡ тормош юлдашым менән таныштыҡ, бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ, мөхәббәтебеҙ шулай яралды. Иптәшем Андрей - рус егете, элегерәк Алматыла йәшәгән. Хәҙер беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Шулай итеп, Татьяна Николаевнаның әйткәне хаҡҡа сыҡты. Межозерныйҙа 2002 йылға тиклем йәшәнек.

Ни сәбәпле Учалыға барып төпләнергә булдығыҙ?

- Беҙ Межозерныйҙа әсәйемдең өйөндә йәшәнек, Андрейҙың да, минең дә үҙ йортобоҙ юҡ ине. Межозерный - бәләкәй генә шахтерҙар ҡасабаһы, унда төпләнеп йәшәү өсөн шарттар булманы. Шуға күрә мин Учалыға барып төпләнергә ҡарар иттем, ирем ҡаршы булманы. Тәүҙә ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәнек, һуңынан, аҡса туплап, фатир һатып алдыҡ.
Учалыла мин күнегелгән эшемде дауам иттем, 12-се башҡорт лицейына физкультура уҡытыусыһы булып урынлаштым. Шул мәктәпкә әле лә рәхмәтлемен. Ошоға тиклем ауыр холоҡло балалар менән эшләгәс, һәр саҡта ла үҙеңде ныҡ етди, ҡәтғи һүҙле, талапсан итеп тоторға тура килде. Ә бында шундай матур, тыңлаусан, мөләйем ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡый - бөтөнләйгә икенсе менталитет. Миңә өлкән кластарҙы бирҙеләр. Уларҙы төрлө сараларға йәлеп итеүе ауыр булманы. Асыҡ дәрестәр күрһәтә башланым, спорт ярыштары ойошторам, инвалид һәм ауырыу балалар өсөн дауалау физкультураһы кабинетын астыҡ, кистәрен шейпинг клубы эшләй башланы. Шулай бер көндө лицей директоры Әғләм Әҙһәм улы миңә әйтә: "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашырға бер кеше кәрәк беҙҙән. Береһе лә риза түгел, әйҙә, һин үҙеңде һынап ҡара". "Мин лицейҙа бер йыл ғына эшләнем, нисек итеп ҡатнашайым һуң?" - тимен. "Гитараңды алаһың да бараһың, нимәһе бар инде уның", - тигәс, риза булдым. Көтөлмәгәнсә, Учалы ҡалаһында конкурста еңдем.
Артабан - республика конкурсы, ә әҙерләнергә ваҡыт бирелмәне ул саҡта. Физкультура уҡытыусыһына кем республика кимәлендә урын бирһен инде, нисек булһа, шулай булыр, тип, март айында Өфөгә йүнәлдем. Ә жюри ағзалары - шундай вазифалы кешеләр, Раил Әсәҙуллин һәм башҡа профессор дәрәжәһендәге шәхестәр. Үҙемдең концепциямды яҡланым, Өфө мәктәптәренең береһендә асыҡ дәрес биргәндә ныҡ тулҡынландым, әммә уҡыусылар һынатманы - дәресемә һәйбәт баһа бирелде. Һөҙөмтәлә миңә, конкурс призерҙарының береһе булараҡ, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исем бирелде. Миңә 27 генә йәш, педагог стажым да әллә ни ҙур түгел. Шулай ҙа үҙемдең тырышлығым, энергиям менән жюри ағзаларының оло баһаһына лайыҡ булғанмындыр. Был ваҡиға беҙҙең учалылар өсөн дә торғаны менән бер тетрәнеү булды, ул турала матур иҫтәлектәр ҡалды. Тап ошонан һуң мин Учалыла популяр булып киттем...

Мин төрлө конкурстарҙы кешенең теге йәки был өлкәлә өлгәшә алған мөмкинлектәрен, күтәрелә алған бейеклектәрен барыһына ла күрһәтә алыу, тип ҡабул итәм. Бында кешенең йәше иң мөһим фактор түгелдер...

- Килешәм. Әлбиттә, үҙ һөнәре өлкәһендә оҙаҡ йылдар буйына эшләү һөҙөмтәһендә кеше бай тәжрибә туплай ала, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнә. Әммә йәш сағынан уҡ юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр ҙә аҙ түгел бит. Бында уларҙы "ялған исем" алыуҙа ғәйепләү һис дөрөҫ булмаҫ. Кемдер үҙ алдына юғары маҡсаттар ҡуйып, тәүәккәл эш итә икән, ундай шәхес хуплауға ғына лайыҡ.

Күренекле шәхестәрҙең ата-бабалары ла үҙ иленең баһалы заттарынан булған - быны нәҫел ебенең дауамы итеп аңларға кәрәктер. Үҙегеҙҙең нәҫел-затығыҙ хаҡында һеҙгә ниҙәр мәғлүм?

- Тоҡомобоҙ - тулыһынса башҡорт нәҫеле. Ситтә йәшәгәс, олораҡ быуын туғандарыбыҙҙан һорашып, боронғо ата-бабаларыбыҙ хаҡында мәғлүмәт алып ҡалмағанбыҙ. Минең олатайым, атайымдың атаһы Ғаймал Лоҡмановҡа замандаштары бик һоҡланып ҡараған: төҫ-башҡа бик күркәм, ике метрға еткән оҙон буйлы, холҡо яғынан да баһалы кеше булған ул. Белоретта ҡорос ҡойоу цехында эшләгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, был донъянан иртәрәк киткән. Әсәйемдең атаһы Сабит олатайым мулла булған, ҡатыны Ғәйниҙә унан 20 йәшкә кесерәк була, беҙгә көслө рухлылыҡ ошо ҡатын-ҡыҙ линияһы буйынса бирелгәндер, тим. Ғәйниҙә өләсәйемдең яҙмышы ла трагик хәлдәр менән бәйле: атаһы, йәғни минең ҡарт олатайым, уҡытыусы булған, ул - репрессия ҡорбаны. Уның 4 ҡыҙы етемлектә үҫә. Өләсәйем, бала сағыбыҙ булманы, тип әйтер ине. Кеше балаларын ҡарап көн иткән улар. Өләсәйем Себерҙә беҙҙең менән йәшәне, көслө рухлы ине. Совет осоронда Сабит олатайым менән 5 балаһын бик тә яратып, тәрбиәләп үҫтергәндәр, барыһын да уҡытып, белемле итә алғандар. Мәктәптә уҡыған сағымда минән дә матурыраҡ кейемдә йөрөгән башҡа ҡыҙҙар булманы, тип әйтер ине әсәйем.

Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәтендә эшләгән йылдарығыҙҙы нисек баһалайһығыҙ, идара итеү хеҙмәте һеҙҙең шәхесегеҙҙе үҙгәртмәнеме?

- Хакимиәттә 5 йыл дауамында йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе булдым, һуңынан хакимиәт башлығының ижтимағи-гуманитар эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләнем. Ҡайҙа ғына эшләһәң дә, ниндәй генә вазифа биләһәң дә, һөҙөмтәле эшләү зарур. Ул саҡтағы эшемде намыҫ менән башҡара инем, республикабыҙҙың ҡала һәм район хакимиәттәренең йәштәр эштәре буйынса иң өлгөлө комитеттары иҫәбенә индек. Йәштәргә ҡыҙыҡлы булһын өсөн инициатива күрһәтергә кәрәк: велоуҙыштар, спорт ярыштары, төрлө фестивалдәр, косплейҙар, ҙур концерттар ойошторабыҙ, әүҙем йәш лидерҙарҙы йәлеп итәбеҙ. Ул саҡта Учалыла йәштәр сәйәсәтен тейешле кимәлдә алып барҙыҡ тип әйтә алам. Учалылар менән эшләүе рәхәт булды, унда бит шундай талантлы, әүҙем халыҡ йәшәй. Ниндәй генә яңы сара башлаһаҡ та, битараф булманылар, бергәләшеп тотонғас, барыһы ла һәйбәт килеп сыға торғайны. Тормош юлымда өлгөлө, ярҙамсыл, яҡшы күңелле кешеләр күп булды, тип ышаныслы рәүештә әйтә алам. Учалыла эшләгән йылдарҙа 4 хакимиәт башлығы алышынды, уларҙың барыһы ла минең эшемде хуплап, дәртләндереп торҙо. Ғөмүмән, идара итеү хеҙмәтендә етәкселәремдән уңдым. Ә үҙеңә талапсан, башҡаларға кешелекле мөнәсәбәттә булыуҙың мөһим икәнлегенә инандым.

Етәксе органдарҙа эшләгән осороғоҙҙа артабанғы тормошоғоҙҙо нисегерәк күҙаллай инегеҙ - карьерағыҙҙы дауам итергәме, әллә башҡа берәй ниәттәрегеҙ булдымы?

- Әлбиттә, булды. Йәштәр эштәре буйынса комитеттан китһәм, үҙемде бизнеста һынап ҡарарға тигән уйым бар ине. Учалы районында туризмды үҫтереү, атап әйткәндә, этник туризм объекттарын булдырыу мөмкинлектәре бар ул. Теләгем - Байрамғол ауылында "Нәҫел-нәсәб ояһы" тигән туризм объектын төҙөү. Әммә хакимиәттә эшләп йөрөгәндә был хыялды ғәмәлгә ашырыу өсөн ваҡыт та, финанс мөмкинлектәре лә булманы. 2011 йылда хакимиәттәге эшемдән китергә булдым - йәштәр эштәре менән йәшерек белгестәр шөғөлләнергә тейеш, тип уйланым. Оҙаҡ итеп ял итеп тә булманы, яңы хакимиәт башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев мине ижтимағи-гуманитар эштәр буйынса үҙенең урынбаҫары вазифаһына эшкә саҡырҙы. Ошо вазифала 2020 йылға тиклем эшләнем.

Ауыл ерлегендә ижтимағи проблемалар етерлек, ярҙамға мохтаждар күп. Көн һайын ошо проблемалар менән шөғөлләнеү ауыр булманымы?

- Әгәр ниндәйҙер мөмкинлектәрең бар икән, кешеләргә мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк. Йәмғиәт мәсьәләләре булһынмы, йә иһә айырым кешеләрҙең һорау-үтенестәреме, уларҙы хәл итеү тураһында ҡайғыртаһың. Тик шуныһы: шундай ситуациялар була, мәҫәлән, һирәк осрай торған сир менән ауырығандарҙы, инвалидтарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү, йә иһә етемдәргә фатир табыу кеүек мәсьәләләрҙе тиҙ генә хәл итеп булмай, был хакимиәттән генә тормай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғындар булып тора, кешеләр торлаҡһыҙ ҡала. Улар ярҙам һорай. Йәки иркенән мәхрүм ителгән кеше тыуған яғына ҡайта, ә уны бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар. Ошондай бихисап мәсьәләләр менән көн һайын тиерлек шөғөлләнергә тура килә. Ярҙам итер өсөн бер ниндәй мөмкинлек булмаған саҡтарҙа проблеманы юғарыраҡ кимәлгә сығарып, хәл итеү юлдарын табыу зарур. Хакимиәттең иң ауыр бурыстары - ижтимағи-гуманитар эштәр өлкәһенә ҡарай. Ярай әле, бик көслө, эшмәкәр команда туплай алдым. Бер-беребеҙҙе аңлап, ярҙам итешеп, бергәләшеп эшләнек.

2020 йылдан башлап һеҙ Ҡыйғы районы хакимиәтен етәкләйһегеҙ. Был райондың ерҙәре Башҡортостандың ҡатмарлы климатлы төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Бында урмандарҙан, яландарҙан, йылғаларҙан башҡа бер ни ҙә юҡ, тип тә әйтеүселәр бар.

- Ни эшләп булмаһын? Бар, Ҡыйғы районының бына тигән кешеләре бар. Улар - райондың төп байлығы. Күптәр, ни эшләп Ҡыйғы районын һайланығыҙ, тип ҡыҙыҡһына. Ҡыйғыға килгәнемә һис үкенмәйем. Ниндәй ваҡыт тура килде бит әле: күп тә үтмәне, йәнде көйҙөргән ковид сире башланды, ә унан һуң - Махсус хәрби операция. Бөтә был ауырлыҡтарҙы Ҡыйғы халҡы менән бергә йөрәктән үткәрҙек.
Республика Башлығы ла мине алдан иҫкәртеп ҡуйғайны: "Зөһрә Мәүлитбаевна, ҡатмарлы район, унда эшләүе һеҙгә еңелдән булмаясаҡ", - тип. Һалым базаһы ныҡ түбән, килем килтерерлек етештереү предприятиялары бармаҡ менән һанап сығырлыҡ. Аҡсаһыҙ властан да көсһөҙөрәк ни бар икән? Әммә, бөтөн нәмә лә етеш булһа, эшеңдең әллә ни ҡыҙығы ла булмай. Яуаплылыҡты үҙ иңеңә алғас, эшләргә кәрәк.
Шулай итеп, Ҡыйғы районы хакимиәтендә эшләй башланым. Кадрҙар, башлыса, ир-егеттәр. Кардиналь үҙгәрештәр булманы, тик, ҡайһы берәүҙәрҙең урындарын алыштырырға тура килде. Бер ниндәй ҙә конфликтҡа юл ҡуйылманы. Ситтән килгән етәксегә идара эштәрен әүҙемләштереп ебәреү еңелдән түгел, әммә ҡул аҫтында компетентлы белгестәр бар икән, уларҙы дәртләндереп, энергия, ҡеүәт биреү фарыз.

Ҡыйғы районында етәкселәр йыш алмашынып торҙо. Һеҙҙе лә ваҡытлы ғына килгән хакимиәт башлығы тип иҫәпләмәнеләрме?

- Бер йыл тирәһе эшләгәс, Гордиенко китә икән, тигән хәбәрҙәр булып алды. Мин шундуҡ: "Мине бындағы муниципаль хеҙмәткә республика етәкселеге тәғәйенләне, ышаныс белдерҙе. Мин ошо ышанысты аҡларға тейешмен", - тип белдерҙем. Әлбиттә, тәнҡит һүҙҙәре лә булды һәм буласаҡ, әммә был үтә яуаплы эште кемдер башҡарырға тейеш. Таяҡтың ауыр башы иң элгәре етәксегә төшә. Бөтөнөһөнә лә ярап булмай, эш күрһәтһәң, тәнҡит тә аҙыраҡ буласаҡ. Тәнҡит булһын, әммә конструктив булһын: тәҡдим ит, теге йәки был проблеманы хәл итеү буйынса ярҙамсыларҙы йәлеп ит.
Ҙурҙан башлап булмаһа, бәләкәйенә тотоноп була. Бәләкәй етештереү предприятиеларына иҫәп тоттоҡ. Һөт кухняһы астыҡ, асфальт-бетон заводы эшләй башланы, йыл аҙағына 5 миллионлыҡ һалым килеме алынды. Юлдарға асфальт һалыуҙы байтаҡҡа арттыра алдыҡ. Бөтөнөһө лә бер хакимиәт башлығынан тормай, урынбаҫарҙар, бүлек начальниктары менән даими кәңәш ҡороп эшләйбеҙ.

Беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар идара итеү өлкәһендә эшләргә ашҡынып бармай, башҡарма власть органдарында улар икенсе, өсөнсө пландағы вазифаларҙы биләү менән сикләнә. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Һеҙгә алдараҡ әйткәйнем, йәшерәк сағымда тиҙерәк кейәүгә сығыу хаҡында уйландым, тип. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәбиғи бурысы - үҙ нәҫелеңде ҡалдырыу. Тормошҡа сыҡҡас, уларҙың функциялары бермә-бер күбәйә - ул ир ҡатыны, әсәй, ғаилә усағын ҡороусы, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер бер өлкәлә эшләп тә йөрөй. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар иң юғары етәксе органдарҙа етәксе булһа, ирҙәрҙән кәм баһаланмаҫ ине. Әммә етәксе карьераһын уңышлы башҡарыр өсөн ҡатын кешегә ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас булған күп нәмәнән ваз кисергә тура килә. Был барыбыҙға ла билдәле бит. Бына әле минең ғаиләм Учалыла тороп ҡалды. Һирәгерәк булһа ла, ҡайтып йөрөргә тура килә. Ә Үрге Ҡыйғынан Учалыға Миәс аша ҡайтып йөрөп була, шулай яҡыная ике район араһы.
Мин үҙем карьера эшләйем тип, артыҡ ашҡынып торманым. Тәҡдим иттеләр, ризалаштым. Үҙемде һынап ҡарарға теләнем. Бары шул ғына...

Беҙҙең республикала ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәү башлап ике кеше - һеҙ һәм Гүзәл Насырова район хакимәте башлығы вазифаһына һайландығыҙ. Быны үҙенә күрә бер социаль эксперимент итеп ҡарарға буламы?

- Бәлки, шулайҙыр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың башҡарма власть органдарында ла етәксе булараҡ ирҙәрҙән ҡалышырлыҡ түгел икәнен тағы ла бер ҡат раҫлау итеп ҡарап була быны. Ризалашһағыҙ, бер яңы фекерем менән бүлешер инем. Беҙҙең оло Рәсәй иле менән ирҙәрсә идара итеүҙән ҡатын-ҡыҙ аңы һәм хисе аша башҡарыла торған идаралыҡ ҡоролошона күсеү ваҡыты еткәндер. Рәсәй эстән өр-яңынан төҙөкләндереүгә мохтаж. Бына, әйтәйек, ирҙәр өй һала, уға ни талап ителә, барыһын да эшләй, ҡора. Әммә өйгә тик ҡатын-ҡыҙ ҡарашы, ҡатын-ҡыҙ ҡулы ғына эске йәм бирә ала, ул ғына үҙ өйөн эстән зауыҡлы итеп биҙәй һәм билдәле бер тәртиптә тота. Донъя ҡорғанда ир ҡулы, ир көсө, ир ихтыяры тәүге планда, ул беренсе төҙөүсе, эшкәртеүсе, сиҙәм аҡтарыусы. Рәсәй иле бар, тормошҡа кәрәкле барса нәмә лә бар, тик уны төҙөкләндереү өсөн, матурайтыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас башланғыстарға юл асыу, көс урынына изгелек ҡылыу алымына күсеү фарыз.
Матурлыҡҡа һыуһағанбыҙ, тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан, бысраҡтан таҙартып, сәскәләр үҫтереп була. Тормошобоҙҙо ла рухи яҡтан шулай ҡора алыр инек, бында ҡатын-ҡыҙ ҡарашы, аңы һәм хисе беренсе планға сыға. Философтар ҙа: "Тирә-яҡ мөхитте төҙөкләндереп, матурлап, кеше үҙ тәбиғәтен дә яҡшы яҡҡа үҙгәртә бара", - тип әйткән бит. Маркстың яҙғаны ла дөрөҫ: "Йәшәйеш аңды билдәләй".
Беҙ Ҡыйғы районында ошо йүнәлештә күп эштәр башҡарабыҙ. Рәхмәт республика етәкселегенә, махсус гранттар булдырылды, беҙ ошо йәһәттән 13 миллионлыҡ гранттарға лайыҡ булдыҡ.

Совет хужалыҡ итеү системаһында ныҡ үҫеш алған иҡтисади берләшмәләрҙе, шул уҡ кооперативтарҙы тергеҙһәк, алға китешкә, иҡтисади үҫешкә стимул булыр ине.

- Эйе, беҙ ул турала ла уйлайбыҙ. Хәҙерге заман иҡтисадында, образлы итеп әйткәндә, бер кеше яугир түгел. Мәҫәлән, ниндәйҙер эшҡыуар ял итеү базаһын ҡорорға проект эшләне, ти. Ул был эшкә инвесторҙарҙы, финансистарҙы, иҡтисадсыларҙы, төҙөүселәрҙе йәлеп итә алһа, маҡсатына тиҙерәк өлгәшә ала. Артабан урындағы халыҡ килешеүҙәр нигеҙендә ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итә ала. Ошо рәүешле халыҡты берләштерә алыу хаҡында уйларға ваҡыт беҙгә. Ҡыйғы фермерҙары үҙҙәре лә бер-береһен яҡшы белә, кәрәк булғанда ярҙам итешә. Хәҙер ауылда ла бик яҡшы йәшәп була, икешәр ҡатлы, бар уңайлыҡтар булған йорттарҙа йәшәгән йәштәр арта бара.

Районда һеҙҙең башланғыс менән балаларҙа һәм йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә икән...

- Эйе, үҙ илеңдең патриоты булыу - беҙҙең ҡаныбыҙҙа. Әммә һәр бер йәш быуын менән ошо юҫыҡта тәрбиә эштәрен әүҙемләштереү зарур. Мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, китапханалар байтаҡ эш алып бара. Беҙҙең биләмәлә "Маяҡ" балалар лагеры бар, уны төҙөкләндергәндән һуң беҙҙә Әлкәләге "Патриот" лагерының филиалы асыласаҡ. Ул эшләй башлаһа, йәш ватансылар тәрбиәләү өсөн яңы мөмкинлектәр асыласаҡ.

Һеҙ, Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы, райондан Махсус хәрби операция зонаһына 4 тапҡыр гуманитар конвой менән барғанһығыҙ. Ошо хаҡта һөйләп китһәгеҙ ине.

- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға райондан барыһы 10-дан ашыу гуманитар ярҙам ебәрҙек. Ошо хәлдәр район халҡын бергә тупланы, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙар маскировкалау селтәрҙәрен үрә, әбейҙәр бирсәткә, ойоҡ бәйләй, кемдер банкаларға быҡтырылған ит һалып, консервалар эшләй, кемдер аҡса йыйып, төрлө көндәлек кәрәк-яраҡ нәмәләрҙе һатып ала һ.б. Районыбыҙҙа 17 мең кеше йәшәй, һәм үҙебеҙҙең районды 100 мең кеше йәшәгән икенсе бер төбәк менән сағыштырһам, мине ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала. Һәр бер конвойға 10-шар йөк машинаһын тултырып ебәрәбеҙ. Күсереп йөрөтөп була торған мунсалар, бассейндар алып барҙыҡ. Улар унда бик кәрәк. Бындай хәүефле мәлдә берҙәмлек талап ителә.
Мин бында бер образлы сағыштырыу килтерһәм, урынлы булыр. Бер өй янып киткәйне. Мин янғын урынына барып еткәндә, янғын һүндереү машинаһы эшкә тотонғайны. Әммә кешеләр биҙрәләп һыу ташып һибеүҙән туҡтаманы. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең бер төркөмө, янғынды телефонға төшөрөп, интернет селтәренә ебәреп, "хайп" алды. Ә шул янғын сыҡҡан өйҙән йырағыраҡ йәшәгәндәре, бер ни булмағандай, ҡәҙимге эштәре менән булыуын дауам итте: йәнәһе, янһа ни, беҙҙеке янмай бит!
МХО-ны алһаҡ, беҙгә битараф булыу һис килешмәй. Унда беҙҙең ир-егеттәребеҙ ут эсендә йөрөй. Беҙҙең бурыс - ошо операцияның мөмкин тиклем тиҙерәк тамамланыуына булышлыҡ итеү. Бер кем дә быларҙы маҡталыр өсөн, йә иһә башҡа бер шәхси мотив менән эшләмәй. Һәр кем аңлай: кемгә хәүеф янай, уларға ярҙам итеү сауаплы. Мин дүртенсе тапҡыр барғанымда отпускыла инем, әммә бармай ҡала алманым: ир-егеттәребеҙ беҙҙе һәр саҡ көтөп ала унда. Һүҙемде тамамлап, былай тип әйтер инем: Хоҙай Тәғәлә барыбыҙға ла түҙемлек бирһен!

Шулай итеп...
Фәндә һәм йәмғиәттә гендер тигеҙһеҙлеге хаҡында төрлө фекерҙәр, бер-береһенә ҡаршы килгән ҡараштар бар. Был иң элгәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың власть органдарында бик тә аҙ булыуы менән бәйле. Ә бына тыуған Башҡортостаныбыҙҙа үҙенсәлекле социаль эксперимент башланып тора, тиһәк яңылышмабыҙ. Ике районды - Ҡыйғы һәм Иглин райондарын тәү башлап ҡатын-ҡыҙҙар вәкилдәре - Зөһрә Гордиенко һәм Гүзәл Насырова етәкләй. Улар иңенә ололарҙан-оло яуаплылыҡ йөкмәтелгән: гүзәл заттарҙың да идара итеү өлкәһендә ирҙәрҙән ҡайтышыраҡ түгел, ә һөҙөмтәлерәк эшләй алыуын раҫлай алыу. Уларға ышанабыҙ һәм ихлас күңелдән: "Уңыштар юлдаш булһын!" - тибеҙ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.23 | Ҡаралған: 159

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru