«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ БЕРЛӘШТЕРӘ
+  - 

Өфөлә "Рәсәй рәссамдары ижадында эпостар һәм иртәктәр" күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә киләсәктә асыласаҡ Күсмә цивилизациялар Евразия музейының фонды өсөн махсус төшөрөлгән картиналарҙан тора. Был - "Турахан" этно-художестволы симпозиумда ҡатнашҡан замандаш рәссамдарҙың ижады.

Симпозиум быйыл июль айында Бөрйән районында "Шүлгән-Таш" музей комплексында үткәрелде. Картиналар "Торатау" конгресс-холының күргәҙмәләр залында ҡуйылған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында республика Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ, республика музейҙары һәм мәҙәни учреждениелар етәкселәре ҡатнашты.
- Картиналар оптимизм менән һуғарылған, тормошсан. Беҙ илебеҙҙең бер бөтөн булыуын шик аҫтына ҡуйып, аңыбыҙға тәьҫир итергә һәм айырырға маташҡан осорҙа йәшәйбеҙ. Бындай мәлдә барлыҡ халыҡҡа, милләттәргә лә үҙенең яҡшы һәм мәңгелек ҡиммәттәрен, традицияларын киләсәк быуындарға тапшырып, артабан йәшәү өсөн берләшергә кәрәк булыуын барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Ижад һәм сәнғәт беҙҙе берләштергән йомшаҡ көстәрҙең береһе. Картиналар - кешеләр күңеле, Ватаныбыҙ күңеле. Һәм улар күсмә цивилизациялар музейында урынлашасағы бик мәслихәт, - тине ҡунаҡтарҙы сәләмләп БР Хөкүмәте департаменты директоры Энже Вернигора.
Республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин күргәҙмәне ойоштороу тарихы менән таныштырҙы. "Радий Фәрит улы Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы проектын эшләргә ҡушҡанда картиналар галереяһын да күҙ уңында тотоуҙы һораны. Эште ниҙән башларға белмәнек һәм рәссамдарға мөрәжәғәт иттек. Уларҙың ярҙамы менән тәүҙә симпозиум үткәрҙек һәм унда күсмә цивилизациялар музейы картиналар галереяһының нигеҙен тәшкил итер ошо эштәр барлыҡҡа килде лә инде. Ә симпозиумды үткәреү урыны итеп "Шүлгән-Таш" музейы һайланыуы Шүлгәнташ мәмерйәһенең Рәсәй тарихында иң боронғо рәсемдәр галереяһы булып тороуына бәйле", - тине симпозиумды ойоштороусы.
Абакан, Ангарск, Баймаҡ, Киров, Махачкала, Мәскәү, Пермь һәм Өфө ҡалаларынан булған ижадсылар сағылдырған эпостар һәм иртәктәр донъяһын һәр кем үҙе барып ҡарай ала. Замандаштарҙың эштәре өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтарына 15 ғинуарға тиклем асыҡ. Инеү бушлай.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.23 | Ҡаралған: 80

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru